Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормоштан артта ҡалмайыҡ
Тормоштан артта ҡалмайыҡ Дауыллы ауылының баш­ҡорт теле уҡытыусыһы Гөләндәм Халиҡов­наның иртәгә тыуған көнө ине, Өфөлә йәшәгән ҡыҙынан хат килеп төштө. Ҡатын хатты ашығып асты, Ләй­сәне ҡотлап открытка-фәлән ебәргәндер, тип уйланы. Әммә конвертты асҡан ыңғайы хат араһынан открытка түгел, бына ғәжәп, йәлп итеп бер квитанция килеп төштө. Бәй, әллә “Башҡортостан” гәзитенеке ин­де? Ул хатты алып уҡый башланы. “Әсәкәйем, тыуған көнөң ҡотло булһын! Иҫеңдәме, былтыр һинең һүрәтең менән мәҡә­лә баҫылып сыҡҡас, “Баш­ҡор­тостан”ды өй беренсә йө­рөп эҙләнегеҙ, таба алма­ны­ғыҙ. Быйыл да былтырғы хәл ҡабатланмаһын тип, кәрәк баҫ­ма­ны үҙем яҙҙырып, һеҙгә һа­лырға булдым. “Башҡортостан” – шәп гәзит ул, алды­рығыҙ, уҡы­ғыҙ. Тормоштан артта ҡал­мағыҙ”, – тигән ҡыҙы.
– Ҡайһылай йәтеш булды әле, Ләйсәнемдең башы эшләй шул ул. Бәхетле бул, бала­ҡа­йым, – тип ҡыуанды Гөләндәм.
– Йорт мәшәҡәттәренән арынып. Почтаға барып гәзиткә яҙылырға ла ҡул теймәй тора ине, – тип ҡыуанды атай кеше лә. – Харап һәйбәт булды. – Ата-әсәне ҡыҙҙарының аңлы булыуы ҡыуандырҙы.
“Башҡортостан” Йәрмөхәмәтовтарға бер йыл буйы өҙлөкһөҙ килеп торҙо. Эй рәхәтләнде Гө­ләндәм менән Сәлимйән, ҡыш­тың оҙон төндәрендә гәзит уҡып. Баҫманы ҡулына алған һайын Ләйсәнен иҫләйҙәр ҙә, бәхетле тормош теләп, рәхмәт яуҙыра­лар.
– Башҡа берәй нәмә бүләк итһә, әллә ҡасан онотолор йә юҡҡа сығыр ине, – тине ҡәнәғәт Йәрмөхәмәтовтар. – Гәзит көн дә килеп торғас, тотҡан һайын Ләй­сәнемде хәтерләтә. – Яратҡан ҡыҙҙары ата-әсәһенә “тормоштан артта ҡалмағыҙ” тине бит. Ай-һай, шәп фекер әйткән ҡыҙҙа­ры! Ысынлап та, тормоштан артта ҡалып, бәҫәреп йәшәү­ҙең ни ҡыҙығы бар?! Былай уларҙың ғаиләһе әҙәмдән артҡа ҡалып, аҡтыҡ булып, быҫҡып ятҡаны юҡ. Форсатың барҙа янып-көйөп, гөрләтеп-дөрләтеп йәшәүгә ни етә!
Гөләндәмдең тәүге оло шат­лы­ғы туған телде өйрәнеү ха­ҡын­да мәҡәлә баҫылып сыҡҡас булды. Башҡорт теле уҡытыу­сыһы булараҡ, эй шатланды ул. Яҙманы ҡат-ҡат уҡыны, уҡыусы­ларына ла уҡытты. Авторҙың “әсә телен ғәзиз әсәбеҙ кеүек итеп һаҡлайыҡ” тигән һүҙҙәре күңеленә майҙай яғылды. Хаҡ һүҙ бит, ә!
Сәлимйәне менән икәүләп улы менән килененә:
– Ейәндәребеҙ менән мотлаҡ баш­ҡортса һөйләшегеҙ, уларҙы үҙ телендә уҡытығыҙ, – тип ны­ғы­тып ҡуйҙылар. – Аслан “пап­ка”, “мамка” тип йөрөй күрмәһендәр.
Ә ҡәләм тирбәтергә әүәҫ Гө­лән­дәм үҙе хисләнеп китеп, хатта шиғыр яҙып ташланы:
Туған тел ул – беҙҙең рухи байлыҡ,
Туған тел ул – иң ҙур хазина.
Әсәй кеүек ғәзиз һәм ҡәҙерле,
Телебеҙ туған телдә асыла.
Улы менән килене ололар һүҙенә ҡолаҡ һалды. Үҙҙәре үк ҡыуанып, атай, әсәй, тип килеп инә, балаларына ла туған телдә, улым, ҡыҙым, тип өндәшә башланылар.
“Башҡортостан” гәзитен уҡып, ата-баба ишетмәгән һүҙҙәрҙе лә отоп алды Йәр­мөхәмә­товтар. Хосусилаштырыу, иҡти­сад, инфляция... Ҡулдарында аңлатмалы һүҙлек бул­ғас, һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә тиҙ төшөнөп алды улар. Йор һүҙле Гөләндәмгә етә ҡалды:
– Унда приватизация,
Бында прихватизация.
Тормоштан артта ҡалмайбыҙ,
Тормоштан артта ҡалмайбыҙ,
Беҙҙә инфляция, –
тип һамаҡлап йөрөй башланы.
Инфляциянан ҡурҡмай улар. Гәзит уҡыйҙар бит. Шуға күрә илебеҙҙең генә түгел, бөтә донъя яңылыҡтарын, иҡтисади хәлде алдан белеп торалар. Ҡышҡылыҡҡа һуғым һуйып алалар, емеш-еләген йыйып туңды­ралар. Ит, һөт, икмәк булғас, әҙәм балаһына тағы ни кәрәк!
Гәзит һайын бер һүҙ ота торғас, Гөләндәмдең яңы һүҙ запасы байтаҡҡа киңәйҙе. Уларҙы онотмаҫ өсөн хәҙер шиғыр һымаҡ итеп теҙеп яҙып бара башланы.
Интернетизация,
Интерпретация,
Компьютеризация
Һәм манипуляция.
Тормоштан артта ҡалмайбыҙ,
Тормоштан артта ҡалмайбыҙ,
Уларҙа интеграция,
Беҙҙә цивилизация.
Уларҙа инвестиция,
Ә беҙҙә конвенция
Һәм йәнә коммерция.
Цивилизация булғас ни, әйҙә, тормоштан артта ҡалмайыҡ, тине Йәрмө­хәмәтовтар һәм кредитҡа инеп булһа ла ноутбук һатып алды, уны Интернет сел­тәренә тоташтырҙы. Модаһы сыҡҡан комодты сығарып ырғыт­тылар ҙа урынына ҡупшы ғына компьютер өсөн ҡулайлаш­ты­рылған өҫтәл алып ултырттылар. Инде хәҙер улар туғандары, ҡыҙы Ләйсән менән хат яҙышып тормай, бер-береһен күрә-күрә скайп аша ғына һөйләшә.
Һай, “Башҡортостан”, ысынлап та тормоштан артта ҡалырға хут бирмәй ҙәһә. Ирле-ҡатынлы компьютерға өйрәнеү курсына йөрөй башланылар. Элекке холҡон – бер ярты алып, күрше Хәмиҙулла менән сәкәштереп эсеүҙәрҙе, иҫереп ғаилә ҡаңғыртып йөрөүҙәрҙе – онотто Сәлим­йән.
Ә Гөләндәм һаман яңы һүҙҙәр өйрәнә. Кисәге гәзиттән демократизация, милитаризация, демобилизация, депрессия, диверсия тигән һүҙҙәрҙе уҡыны ла дәфтәренә тағы яҙа һалып ҡуйҙы:
Тормоштан артта ҡалмайбыҙ,
Тормоштан артта ҡалмайбыҙ,
Деморализация.
Һыммм ... Деморализация ...
Бигерәк ҡыҙыҡ һүҙ. Әллә ҡайҙан уҡ сыңлап, сылтырап, ялтлап тора. Туҡта, мәғәнәһен беләйем әле, тип Гөләндәм ҡара тышлы аңлатмалы һүҙлеккә үрелде. Уй-буй, вай-вай, әстәғәфирулла, тәүбә, тәүбә, ишетер ҡолаҡҡа арыу һүҙ һымаҡ тойолһа ла, мәғәнәһе ҡайһылай ҙа яман. Иманһыҙ, әхлаҡһыҙ тигәнде аңлата икән дәһә. Йәмғиәттә әҙәп, тәүфиҡ тигән төшөнсәләр юҡҡа сыҡһа, шул деморализация була, тиелгән. Кешене төп башына ултыртыу, алдау, ғәйбәт таратыу һымаҡ күренештәр ҙә бит ошо ялтыр, сылтыр һүҙ һымаҡ тәү ҡарамаҡҡа ҡыҙыҡ тойола. Аҙаҡ, асылына төшөнгәс кенә, демора­лизацияның йәм­ғиәт­те нисек көрсөккә төшөрө­үен, кешеләрҙе кабалаға, һаҙлыҡҡа һөйрәүен аңлайбыҙ.
“Башҡортостан” гәзитен уҡый торғас, Йәрмөхәмәтовтарҙың белмәгән нәмәһе ҡалманы. Төрлө-төрлө энциклопедия­лар­ҙы һатып алып уҡый башланылар. Интернетты асып ҡарап, ғүмере ишет­мәгәндәрен ишетте, белмәгәндәрен белде. Бер саҡ “аненербе” тигән һүҙҙе уҡып, иҫе-һушы китте уларҙың. Баҡһаң, Гитлер донъяны сихыр көсө ярҙамында баҫып алырға теләгән, свастика тигәне утлы һепертке тигән мәғәнә аңлатҡан икән. Ер шарындағы арий булмаған халыҡ­тарҙы шул сихырлы утлы һеперт­кеһе ярҙамында ҡырып, һепереп таш­ларға йыйынған икән, хәсис. Әстә­ғә­фирулла тәүбә, тәү ҡарашта яуызлығы, уҫаллығы менән донъяны дер һелкетһә лә, Аллаһы Тәғәлә ҡара көстө өҫкә сығарманы, яуызлығы үҙенең ҡара башына булды Гитлерҙың. Гөләндәм был мәғлүмәттән бик ҡәнәғәт ҡалды. Сихырсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр әле лә бар, тиҙәр, уларҙы ла Раббым бер саҡ Гитлер хәленә ҡалдырып, хур итһен, Ер йөҙөнән юҡ итһен ине.
Яңы килгән гәзиттә срогы сыҡҡан ризыҡты алмаҫҡа өйрәткәндәр. Берәү теплицала йәшелсә, тәмләткес үләндәр үҫтереп, йылына миллион һум килем алыуы хаҡында яҙған.
– Вәт, исмаһам, идея! – Гөләндәм иренә һораулы ҡарашын төбәне. – Ниңә беҙ быны элегерәк белмәгәнбеҙ? Теплицаға ҡоролоҡ та, ямғыр ҙа, ел дә, һыуыҡ та ҡамасаулай алмай, тип яҙа бит Полшибякин тигән урыҫ. Ысынлап та шулай ҙаһа. Ана ул лимонына тиклем үҫтерә. Үҙебеҙ экологик яҡтан таҙа, ГМО-һыҙ, канцерогенһыҙ аҙыҡ ашарбыҙ, артығын һатып, килем алырбыҙ.
Гөләндәм редакциянан Полшибя­кин­дың адресын, телефонын табып, тепли­цаға ҡағылышлы кәңәштәр һорап, шунда уҡ хат яҙып ебәрҙе. Интернетта ла мәғлүмәт күп булып сыҡты. Китте эш хутҡа. Эшлекле кешеләр өсөн килде ләһә замана, иншаллаһ! Теплица тигәнең бик килемле булып сыҡты, ике йылдан иномарка алып ебәрҙеләр.
– Әбекәйем, тағы бер-ике йылдан һиңә лә еңел машина алып бирермен, – тине ҡарты.
Амин. Машинаны мөгөҙлө кеше йөрөтмәйҙер әле. Гөләндәм булһын да өйрәнмәһен, имеш.
“Башҡортостан” гәзитен ентекләп уҡып барһаң, әллә нимәләрҙе белерһең, туған. Ниәт итһәң, тырышһаң, эш ҡарышмай инде ул. Үҙ эшең менән булышыу уларға көндән-көн нығыраҡ оҡшай барҙы. Эш тә, аш та күбәйҙе. Элекке шикелле бушты-бушҡа ауҙарып йөрөүҙәр бөттө. Килемле хеҙмәт, илһамланып эшләү, пар күгәрсен­дәр һымаҡ гөрләшеп йәшәү (әйткәндәй, ғаилә мәнфәғәтен алға ҡуйып, татыу йәшәргә лә улар бит әлеге лә баяғы “Башҡортостан” гәзитенән өйрәнде) кү­ңел­дәргә дәрт бирә. Хеҙмәт шәп тәрбиәсе икән ул! Мохтажлыҡтары бөткәс, Йәрмө­хәмәтовтар ҡарттарға, йонсоу ғаиләләргә ярҙам итә башланы, мәсет төҙөтөүсе муллаға бағыусы булды.
Астың күҙе – икмәктә, туҡтың күҙе – хикмәттә. Бер саҡ гәзиттә һайлау хаҡы­нда яҙып сығара башланылар. Уны уҡып, Гөләндәмдең депутат бул­ғыһы килә башланы. Иле­беҙҙе тамам көрсөккә терәт­теләр, ҡороп ҡалмағырҙар, үҙем депу­тат булып алайым әле, тине ул.
Өйөнөң стенаһына эре итеп яҙып ҡуйҙы:
Депутат булып алам,
Депутат булып алам.
Тормоштан артта ҡал­майым,
Тормоштан артта ҡалмайым,
Үҙ ҡылығымды ҡылам.
Коррупцияны бөтөрәм,
Илде үҙгәртеп ҡорам.
Булдырыр был ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатҡан ут ҡатын! Әйттеме – бөттө. Ана бит, хәҙер “Башҡортостан” гәзи­тен барлыҡ туған-тыумасаһына яҙҙырған. Знамо, артынан яҡындарын эйәртә. Депутат булһа, ниҙәр эшләйәсәгенең концеп­цияһын да төҙөп алған икән, уның менән халыҡты таныштыра башлағайны, Гөлән­дәмдең абруйы тағы артты. Барыһы тик уны һайларға булды. “Үҙебеҙҙең депутат, настоящий кеше, һайлайбыҙ”, – тине халыҡ һәм һүҙендә торҙо.
Ҡайһы бер кандидаттар кеүек, биренеп, түләнеп тә йөрөмәне, һайлау бер тауыштан үтте лә китте. Үҙен әллә кемгә ҡуйып, ха­лыҡты аңра һарыҡҡа иҫәпләп йөрөгән тү­рәләр ауыҙын асып торҙо ла ҡалды. Эйе, халыҡ аҡ менән ҡараны айыра белә, шу­ға бит “Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә”, ти мәҡәл.
Депутат булып алғас, Гөләндәм уйлап йөрөгәндәрен тормошҡа ашыра башланы. Халҡына тәүге әйтер һүҙе ошо булды:
Ир аҡылы – бер алтын,
Ил аҡылы – мең алтын.
“Башҡортостан”ды уҡыһаң,
Аҡылың булыр алтын.
Гәзит-журнал алдырайыҡ,
Закондарҙы беләйек.
Тормоштан артта ҡалмайыҡ,
Илгә бәхет теләйек.
Депутат: “Һәр өйгә – “Башҡортостан!” – тип оран һалды. Меңдәр аҡылын бергә туплап: “Берҙәм йәшәйек, бергә булайыҡ, туғандарым”, – тип фарман бирҙе.
Һеҙ ҙә, мөхтәрәм милләттәш­тәр, уңыш­лы булғығыҙ килһә, нисек йәшәргә өйрәткән ошо баҫманы алдырығыҙ. Ауыл­дар­ҙа ғына түгел, бөтә Башҡортостанда халҡы­быҙҙың рухы күтәрелһен, бары­быҙ ҙа йүнсел булырға, алға ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәргә өйрән­һен. Ниәт иткән – мораҙына еткән. Хәйер, Гөләндәм һымаҡ булдыҡлы ҡатын айбарланып тотонғас, барыһы ла яҡшы булыр. Күңелгә шулай бирелә. “Башҡортостан” гәзитен дә алды­рырҙар, Аллаһ бирһә, бар эштәребеҙ ҙә уң булыр, иншаллаһ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519