Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » РӨСТӘМ ХӘМИТОВ: “ТОРМОШ СИФАТЫ – ҺӘР КЕМ ФАЙҘАҺЫНА”
РӨСТӘМ ХӘМИТОВ: “ТОРМОШ СИФАТЫ –  ҺӘР КЕМ ФАЙҘАҺЫНА” Республикабыҙҙың бишенсе саҡырылыш парламентының егерме дүртенсе ултырышы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға быйылғы Мөрәжәғәтнамәһе менән башланып китте. Бынан тыш, депутаттар Хөкүмәт Премьер-министрын тәғәйенләү мәсьәләһен хәл итте, алдағы йылдарға бюджет тураһындағы һәм башҡа закон проекттарын, социаль-иҡтисади үҫеш прогнозын ҡараны.
– Биш йыл элек ошо трибунанан депутаттар алдында сығыш яһағанда мин яңы Хөкүмәттең төп эш йүнәлештәрен, атап әйткәндә, кешеләр мәнфәғәтендә эшләү, властың асыҡлығы һәм ғәҙеллеге, республика граждандарының тормош сифатын яҡшыртыу буйынса маҡсаттарҙы билдәләгәйнем, – тине Рөстәм Зәки улы. – Уҙған йылдарҙа бик күп эш башҡара алдыҡ. Йоғонтоло социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыу, башҡа төбәктәрҙән һәм илдәрҙән инвестиция йәлеп итеү өсөн иҡтисади һәм финанс нигеҙебеҙҙе нығытыу буйынса системалы саралар күрелде.
Башҡортостан етәксеһе 2010 йылдан алып республикабыҙ сәнәғәтенең 40 процентҡа үҫеүен, инвестицияларҙың ике тапҡырға артыуын һәм башҡа ҡаҙаныштарҙы әйтеп үтте. Социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә лә етди аҙымдар яһалған. Уртаса эш хаҡы һәм халыҡтың килеме ошо һуңғы биш йылда бер ярым тапҡырға күтәрелгән, тыуым – 5,5 процентҡа, ә тәбиғи үҫеш 2,6 тапҡырға артҡан. Өс йәштән ете йәшкә тиклемгеләр өсөн балалар баҡсаһына сират мәсьәләһен хәл итеү тамамланып килә.
– Хәҙер беҙгә артабанғы аҙымдар тураһында уйларға кәрәк, – тине республика етәксеһе. – Башҡортостандың 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы яңыртыу йүнәлешен дауам итәсәк, ул хәҙерге иҡтисади хәлдең ҡатмарлыраҡ булыуын да иҫәпкә ала.
Яҡын киләсәктәге был эш ҡатмарлы проблемаларҙы хәл итеүҙе лә күҙ уңында тота. Уларҙың иң мөһимдәренән Рөстәм Зәки улы демография мәсьәләһенә айырым туҡталып китте. Башҡортостан Хөкүмәтенә медицина ойошмаларының эшен яҡшыртыу, халыҡты сәләмәт тормош ҡанундарына күнектереү һәм башҡа саралар буйынса аныҡ тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушылды.
Депутаттар республика Башлығына Хөкүмәт Премьер-министрын тәғәйенләүгә ризалыҡ бирҙе.
– Рөстәм Хәбиб улы етәкселе­гендә беҙҙең Хөкүмәттә көрсөккә ҡаршы саралар күреү, ҡаҙна сығымдарын һаҡсыл тотоноу, дәүләт идараһын камилыраҡ итеү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла, – тине Башлыҡ, яңы Премьер-министрҙы вазифаһы менән ҡотлап.
Ҡануниәтте байытыуға депутаттар ҡабул иткән ике тиҫтәнән ашыу закон проекты ла үҙ өлөшөн индерәсәк. Улар, нигеҙҙә, социаль йүнәлешле. Мәҫәлән, дәүләттең күп балалы ғаиләләрҙе яҡлауы тураһындағы закон ауыл ерендә йәшәгән ошондай ғаиләләр айлыҡ пособие алғанда, коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса аҡсалата ташлама юллағанда был ярҙамды адреслы итеү маҡсатын ҡуя.
2016 һәм 2018 йылға тиклемге осорға социаль-иҡтисади үҫеш прогнозы, тәбиғи, тотош илдең иҡтисади хәленән айырым була алмай. Был күҙаллауҙың нигеҙ варианты яҡын киләсәктә нефттең донъя баҙарындағы уртаса хаҡы – бер баррелгә 60-70 доллар, ә милли валютаның курсы 2018 йылға саҡлы бер долларға 60 һум булыр тип иҫәпләп эшләнгән.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506