Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һиңә лә, миңә лә отошло
Һиңә лә, миңә лә отошло — Бында кил, егет, бында. Балды 1,5 мең һумға ғына бирәм.
— Ит кәрәк булһа, апай, үтеп китмә: үҙе осһоҙ, үҙе һимеҙ.
— Картуф уңды быйыл, уңыштан һеҙгә лә ауыҙ иттерәм.


…Бына шундай шау-шыуға кү­мел­де Ишембай ҡалаһындағы Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙаны. Август аҙағынан бирле барған йәр­минкәләрҙең сираттағыһында ла та­уар күпләп үтте. Иң мөһиме – һа­тыусы ла, алыусы ла ҡәнәғәт.
Яр-Бишҡаҙаҡ ауылынан Айгөл менән Ғайсар Ҡәҙерғоловтар йәр­минкәгә икенсе йыл рәттән килә. Башлыса кәбеҫтә, кишер, ҡабаҡ һата­лар.
– Үҙем бюджет өлкәһендә эшлә­йем, йәмәғәтем – сәнәғәт тарма­ғында. Хеҙмәт хаҡына ғына ҡарап ултырмайбыҙ, баҡса тултырып йә­шелсә үҫтерәбеҙ. Ул үҙебеҙгә лә ҡала, һатыуға ла сығарабыҙ, – ти уңған хужабикә. – Кемдер балыҡ ҡармаҡларға ярата, буш ваҡытын телевизор алдында үткәргәндәр ҙә бай­таҡ, беҙ иһә баҡсанан инә бел­мәйбеҙ.
Ҡәҙерғоловтар һымаҡ үҙебеҙҙә етештерелгән ауыл хужалығы про­дукцияһына өҫтөнлөк биргән, заман талабын дөрөҫ тойған уңғандар етерлек бында. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: һатыусылар райондың төрлө төбәгенән йыйылған. Насретдин бабай, мәҫәлән, Петровскийҙан кил­гән.
– Йәрминкәгә күптән йөрөйөм, һа­там да, һатып та алам. Ойоштороу­сы­ларға, район етәкселегенә ха­лыҡҡа ошо рәүешле ярҙам иткән­дәре өсөн рәхмәтлемен, – тип ихлас йылмая ул.
Һатып алыусы Маһира инәй ҙә шул уҡ фекерҙә.
— Йәрминкәләрҙә алған йәшелсә ҡыш сыҡҡансы етә, осһоҙораҡ хаҡ менән күберәк алып ҡалырға тырышам, — ти инәй.
Хәҙер инде халыҡ күберәк ит алырға килә.
– Ит менән сауҙа итеү ябыҡ баҙарҙа ойошторола. Урындар шу­лай уҡ бушлай, – тип аныҡлыҡ ин­дер­ҙе был йәһәттән район хаки­миәтенең ҡулланыусылар баҙары, хеҙмәт күр­һәтеү һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге етәк­сеһе Илдар Хәсәнов. – Бинала һы­уытҡыстар ҙа, башҡа төр уңай­лыҡтар ҙа ҡаралған.
…Икмәк, картуф, ит, һөт, май – өҫтәлебеҙҙә көн дә күреп өйрәнгән ризыҡ төрҙәре. Тик бына улар та­бынға ни хаҡ менән килеп ята? Был тәңгәлдә йәрминкәләр, һис шикһеҙ, халыҡтың көнкүрешен бермә-бер еңеләйтә.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840