Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өйө лә сәләм биреп, йылмайып ултырғандай
Алтын көҙҙөң япраҡтарын
Йыйып алдым усыма.
Ел, иркәләп, көҙ бүләген
Юлдарыма осора.
Баҫырға ла йәлләп торам
Семәрләнгән балаҫҡа.
Осо-ҡыры юҡ юлымдың,
Һуҙылған ул алыҫҡа.
Әйтерһең дә, офоҡтарға
Барам алтын балаҫтан.
Ошо юлды мең-мең тапҡыр
Үтер инем ҡабаттан.
Был шиғырҙың авторы – йәмле Асылыкүл буйында урынлашҡан Ҡыҙрас ауылындағы урта мәктәптә 38 йыл рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Дәүләкән ҡыҙы Тәнзилә Юсеева. Ул – тор­мошта ла, эшендә лә ысын ижадсы. Мәк­тәптә драма түңәрәге ойоштороп, үҙе пьесалар яҙып сәхнәләштерә. Йәш оҫталар Дәүләкән, Бәләбәй, Туймазы ҡалаларында сығыш яһап, призлы урындар яулай. “Тамсылар” ижади түңәрәгенә йөрөгән балаларҙың һәләтен асыуға ла күп көс һала Тәнзилә апай. Ун уҡыусыһының ши­ғыры Рәсимә Ураҡсина етәкселе­гендә әҙер­лән­гән “Тыуған ерем – мөғжизә” йыйынтығында баҫылып сыҡты.
Тәнзилә апайҙың үҙенең бере­һе­нән-береһе матур ижад емештәре Ә.Хәкимов исемендәге музейҙа уңыш­лы эшләп килгән “Дим” әҙәби берек­мәһенең өс йыйынтығында донъя күрҙе, тиҙҙән дүртенсе китабы ла әҙер буласаҡ. Меңдән ашыу шиғыры, легенда, нәҫерҙәре бар. Әҫәрҙәре ябай, күңелгә үтеп инерлек, ауырлыҡтарҙы еңеп, алға барырға әйҙәй. “Тәбиғәт ҡыҙы” тигән шиғы­рында был бик асыҡ сағыла:
Тәбиғәттең көсө икһеҙ-сикһеҙ,
Ямғыры лы яуа, ҡары ла.
Алдарыңа йәшел келәм йәйеп,
Сәскәләргә биҙәй тағы ла.
Дауыл, буран, әсе елдәре лә
Тәбиғәттең генә ҡулында.
Мин – тәбиғәт ҡыҙы, бөтәһе лә,
Бөтәһе лә булды юлымда.
Тәнзилә апай, үҙе әйтмешләй, ауылдың иң аҡыллы, иң сибәр егете, биш балаһының атаһы Флүр Йәмғетдин улы менән ҡулға-ҡул тотоношоп, янып йәшәне һәм эшләне. Ағай тарихтан уҡытты, мәктәп директоры булды. Үкенескә ҡаршы, бик йәшләй генә яҡты донъянан китеп барҙы ул. Тәнзилә апай балаларын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы. Улар институт, университет тамамлап, үҙ донъя­ларын көтә инде хәҙер. Матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерәләр. Быйыл Себер тарафтарына, төпсөк ҡыҙы Лилиәнең туйына барып ҡыуанып, ҡанатланып ҡайтты Тәнзилә апай. Бәхетле әсә ул!
Ейән-ейәнсәрҙәренә арнап яҙған шиғырҙары ла байтаҡ. Шуларҙың береһе – ейәнсәре Даринаға арнал­ғаны – “Бәпес” тип атала:
Бәпес ҡайтты, өй түрҙәрен
Сәңгелдәк тора йәмләп.
Ҡош балаһы кеүек кенә
Ауыҙын аса тәмләп.
Күҙкәйҙәрен ҡыҫып ҡарап,
Таныша өйө менән.
Әлли-бәлли тирбәтәбеҙ
Үҙенең көйө менән.
Ҡош балаһы кеүек кеше
Нығыта ҡанатҡайын.
Әлегә һин мыш-мыш йоҡла,
Бәпесем, балаҡайым.
Теремек кенә ҡоштарым
Тәпәй килтерер яҙын.
Киләсәккә юлдар башлар
Һәр ынтылыш, һәр аҙым.
Бәпес менән керҙе
Бәхет тулы өйөмә,
Һәр кемгә нур өләшәһең
Кескәй генә көйөңә.
Ут-һыуҙарҙы үтеп, Еңеү көнөн Берлинда ҡаршылаған, йыр-моңға ғашиҡ атаһы Ғәлимарҙан менән һөйөклө әсәһе Рәбиғаны һағынып иҫкә ала Тәнзилә апай. Ҡәҙер­леләренә арналған шиғырҙары ла байтаҡ. Егермеләп йыры ла бар. Уларға бәләкәй саҡтан бергә уйнап үҫкән әхирәте – Туймазы балалар музыка мәктәбендә күп йылдар эшләгән Рәмзиә Яруллина – көй яҙған.
Тәнзилә апай бөгөн дә халыҡ араһында: клуб сәхнәһендә үҙе төҙөгән сценарийҙар буйынса концерттар алып бара, осрашыуҙарҙа ҡатнаша. Ауылдың иң матур урынында, Тимбәт тауында, урынлашҡан өйө һәр кемгә сәләм биреп, йылмайып ултырғандай.
Әле Тәнзилә Ғәлимарҙан ҡыҙы хаҡлы ялда, бөгөнгө тормошо ла өлгөлө. Иҫ киткес матур сәскәләр, мул уңышлы баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрай.
Шиғри күңелле, йомарт, ҡанатлы уйлы уңған хужабикәнең ишеге һәр кем өсөн асыҡ.

Гөлназ МУЛЛАГӘРӘЕВА,
Башҡорт дәүләт
университеты студенты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518