Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ юлыҡҡан табыш
2013 йылда беҙгә, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының бер төркөм хеҙмәткәренә, Рәсәй гуманитар ғилми фондының гранты иҫәбенә Дыуан һәм Салауат райондарына археографик экспедицияға сығыу бәхете тейҙе. Төп маҡсатыбыҙ урындағы халыҡта һаҡланған боронғо ҡулъяҙма һәм баҫма китаптарҙы өйрәнеү һәм йыйыу, эпиграфик ҡомартҡыларҙы, йәғни иҫке ҡәбер таштарындағы яҙмаларҙы тикшереү һәм халыҡтың ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен яҙып алыу ине. Бәхетебеҙгә күрә, ҡуйған маҡсатыбыҙға тулыһынса ирештек: ауылдарҙа ғәрәп яҙмаһындағы боронғо ҡомартҡыларҙы һаҡлаған кешеләр әле лә байтаҡ икән, төбәк эпиграфик сығанаҡтарға ла бай, халҡыбыҙҙың әкиәттәрен, мәҡәл һәм әйтемдәрен, бәйет һәм мөнәжәттәрен хәтерҙәрендә һаҡлаған инәй-олатайҙар ҙа сәфәребеҙҙә күп осраны.

Экспедицияның ҡыҙыҡлы табыштары тураһында бик күп һөйләргә мөмкин. Был осраҡта уҡыусының иғтибарын шуларҙың береһенә генә йүнәлтмәк булам.
Дыуан районының Әбдрәшит ауылында йәшәүсе ил инәһе Роза Әхтәмйән ҡыҙы Фәхриева (1936 йылда тыуған) институттың Ҡулъяҙмалар фондына ике тиҫтәгә яҡын боронғо китап һәм ҡулъяҙма бүләк итте. Шулар араһында күп уҡылыуҙан таушалып, йыртылып бөткән, башы ла, аҙағы ла булмаған, яһалма тышлы, ярайһы уҡ ҡалын ғына бер китап та бар ине.
Һаҡланып ҡалған тәүге биттәрен асып ҡарағас та, был ҡомартҡының татар халҡының мәшһүр шағиры Ғабдулла Туҡайға мөнәсәбәтле икәнлеге шәйләнде. Уның иҫән ҡалған беренсе биттәрендә шағирҙың ҡаты ауырыуҙан һуң 2 апрелдә (йылы күрһәтелгән бит һаҡланмаған) киске сәғәт 8 тирәһендә вафат булып ҡалыуы хәбәр ителеп, ғүмеренең һуңғы мәлдәрендә ҡағыҙға төшөргән ике яҙмаһының (береһе “Васыятым” тип исемләнгән, икенсеһе “Толстой сүзе” тигән кәлимә менән башлана) күсермәләре бирелеүе асыҡланды. Шунда уҡ уның үлем түшәгендә ятҡан килеш төшөрөлгән фоторәсеме лә урын алған. Артабан “Туҡаевның шиғырлары хаҡында мөләхәзәләр (фекерҙәр)” тигән баш аҫтында шағир ижадына ярайһы уҡ иркен генә байҡау яһалған һәм “Туҡаев туғрысында матбуғат” исеме менән заманындағы ҡайһы бер гәзит-журналдарға күҙәтеү үткәрелгән. Әммә экспедиция ваҡытында был юлдарҙың авторын асыҡлап булманы, сөнки ул биттәр һаҡланмаған ине.
Китаптың ҡалған иң ҙур өлөшөн шағирҙың ижад емештәре алып тора. Улар “Ғабдулла Туҡай мәжмүғә-и аҫары (әҫәрҙәренең йыйынтығы)” тигән баш аҫтында бирелгән. Йыйынтыҡты төҙөүсе шағирҙың әҫәрҙәрен бер нисә төркөмгә бүлгән: улар “Етди шиғырҙар”, “Көлкөлө вә һөжү (сатира)”, “Балалар ҡисымы (бүлеге)”, “Халыҡ моңлары” һәм “Нәҫер ҡисымы” тип исемләнгән. Һуңғыһында Ғ. Туҡайҙың бала саҡ хәтирәләре лә бирелгән. Әҙиптең атаҡлы “Шүрәле” поэмаһы иһә үҙе айырым бүлексәне тәшкил итә.
Экспедиция мәлендә фәҡәт бына ошо мәсьәләләрҙе генә асыҡланыҡ. Институтҡа ҡайтҡас, был яҙма ҡомартҡыға диҡҡәт итеүем юҡҡа ғына булмағанлығына тағы ла нығыраҡ инандым. Баҡтиһәң, әлеге табышыбыҙ, шағир мәрхүм булғас, 1914 йылда донъя күргән китап икән. Уны заманында танылған әҙәбиәтсе ғалим Ямалетдин Вәлидов (Я. Вәлиди) әҙерләп сығарған. Йыйынтыҡҡа инеш һүҙ ҙә уның тарафынан яҙылған. Китаптың дөйөм күләме 464 бит булып, ул Ҡазандың “Мәғариф” матбағаһында 5 мең данала нәшер ителгән. Күренекле татар әҙәбиәтсеһе профессор Мөхәммәт Ғәйнуллин үҙенең “ХХ быуат башындағы татар әҙәбиәте һәм публицистикаһы” тигән урыҫса китабында (Ҡазан, 1983) был ҡомартҡыны Ғ. Туҡай әҫәрҙәренең шул замандарҙағы иң күләмле һәм тулы баҫмаһы тип атап, Я. Вәлидовтың баш һүҙенә лә юғары баһа бирә.
Тимәк, әлеге китап бөйөк шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн бик ҡиммәтле сығанаҡ булып тора. Тик уға тейешенсә ентекле анализды һәм баһаны бөгөнгө хеҙмәттәрҙән табырлыҡ түгел. Ҡыҙғаныс хәл, әлбиттә.
Ғабдулла Туҡай китабының башҡорт ауылында табылыуы һис тә ғәжәпләндермәй. Халҡыбыҙ күңеленә уның шиғырҙары үтә лә ятышлы һәм яҡын. Туған әҙәбиәтебеҙ менән бәйләнеше хаҡында бик күп һүҙҙәр күптән әйтелгән дә инде. Өҫтәп шуны ғына билдәләргә була: ҡабатланмаҫ ижадына илһамды Туҡай башҡорт ерлегенән дә алған. Быны хатта әлеге йыйынтыҡ та раҫлай. Ундағы “Халыҡ моңлары” тигән бүлектә бирелгән йыр текстарының бер нисәһе үҙҙәренең йөкмәткеһе менән башҡорт ерҙәренә, Ағиҙел, Сәрмәсән һәм Ҡармасан буйҙарына туранан-тура бәйләнгән. Уларҙа башҡорт халыҡ йырҙарының рифма-ритмик системаһы ла теүәл сағыла. Миҫалға бер өҙөк:
Камчат та бүркең күтәр-күтәр,
Әйләнәсендән аның ел үтәр,
Бу донъялар шулай үтәр китәр,
Ҡауышып ҡалыуларға ни етәр.
Был строфала халҡыбыҙҙың милли баш кейеме һаналған ҡамсат бүрек телгә алыныуы ғына түгел, “ел”, “етәр” һүҙҙәренең башҡорт теленә хас формала яҙылыуы ла ерле-юҡтан түгелдер. Йыр юлдарындағы йәнә бер өҙөккә иғтибар итәйек:
Аҡ чәчәккәй берлән ай Миләүшә
Гөл чәчәге берлән чеңләшә.
Үзем генә монда булған белән,
Күңелем жанкәй берлән сөйләшә.
Был дүрт юллыҡтағы “чеңләшә” һүҙенә Я. Вәлидов, бит аҫтына төшөрөп, шундай аңлатма биреп киткән: “Чеңләшә” кәлимәсе (һүҙе) безнең бик иске лөғәтемез булырға кирәк. Ул русларның “лепечет” дигән сүзләренә моҡабил (оҡшаш) түгел микән?” (345-се бит). Ә башҡорттарға иһә “сеңләү”, “сеңләшеү” һүҙен һис кенә лә аңлатыу кәрәкмәй, халыҡ телендә ул әле лә әүҙем ҡулланыла.
Әйткәндәй, Ғ. Туҡай үҙе 1910 йылда “Шүрәле” псевдонимы менән сығарған “Халыҡ моңлары” тигән китабы­на индергән “Ашҡаҙар көйө” тураһында түбән­дә­ге­ләрҙе яҙа: “Ғишыҡ вә мөхәббәт сәбәпле кияүгә барган бер башҡорт түрәсенең кияүе Ашҡазар дигән суның буйына ау ауларга китеп, шунда суга батып үлә. Моның вафат хәбәре мәғшуҡасына (һөйөклө ҡатынына) ишетелгәч, ул бик ҡайғыра. Хәсрәтен ничек изһар итәргә (күрһәтергә) дә аптырый. Бер көнне бу ҡыз, башҡорт ҡызлары арасындағы барча жырчы ҡызларны чаҡырып, алардан вафат булған кияүе хәтирәсенә бик моңлы бер көй чығаруларын үтенә. Әгәр дә күңеленә муафиҡ (ярашлы) бер моңлы көй чығара алсалар, аларға әллә ничә баш төйәләр һәдиә (бүләк) итмәкче була. Ҡызлар төрлечә көйләр чығарып ҡарыйлар, ләкин берсе дә түрә ҡызының күңеленә охшамыйлар. Бу жырчы ҡызлардан бер нәрсә дә чыҡмағач, түрә ҡызы, бер төрлө рух вә илһам белән рухланып, хәзерге “Ашҡазар көйө”н жырлап жибәрә. Жырчы ҡызлар хәйран ҡалалар”.
Был яҙма бөйөк Туҡайҙың башҡорт йыр-моңда­рынан да үҙенә күңел кинәнесе, ижад илһамы алғанлығын йәнә бер тапҡыр раҫлай. Халҡыбыҙҙың ижад емештәрен һәр саҡ яратып, һоҡланып, үҙ күреп, ҡайта-ҡайта уҡыған һәм тыңлағандыр, күрәһең.

Миңлеғәле НӘҘЕРҒОЛОВ,
филология фәндәре докторы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512