Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өлөшөмә төшкән бәхет
Милләтем менән мәрйә ҡыҙымын. Ҡалала тыуһам да, ауылда тәрбиәләнәм. Төрлө телдәрҙе үҙләштереүгә һәләтемде 1-се Иҫке Балтас урта мәктәбе уҡытыусылары асты. Улар етәкселегендә төрлө конкурста ҡатнашып, үҙ фекеремде киң йәмәғәтселеккә белдереп киләм.

IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ла әйтер һүҙем бар. 2014 йылдың йәйендә миңә “Йәйләү” лагерында ял итеү бәхете тейҙе. Ундағы ихлас, йылы мөхитте һис оноторлоҡ түгел. Был лагерҙың маҡсаты – төбәк­кә исем биргән халыҡтың мәҙәниәтен, йолаларын өйрәтеү, билдәле шәхестә­ре менән таныштырыу, аралашыу оҫта­лығын нығытыу. Ике аҙна ваҡыт эсендә мин матур итеп башҡортса һөйләшергә өйрәнеп ҡайттым! Яҡындарым минән был телдәге һүҙҙәрҙе ҡабатлатып, һөй­ләм­дәрҙең ни ҡәҙәр аһәңле яңғырауын таң ҡалып тыңланы. Әсәйемдең “Һөй­ләшеүең ҡолағымды иркәләй!” тигән һүҙҙәрен әле булһа иҫкә алам. Мәктәп программаһы буйынса башҡорт телен өйрәнеүгә сәғәт бик аҙ бирелеүгә ҡара­маҫ­тан, яратып өлгөргән “Йәйләү”ем­дең, рухлы тәрбиәселәремдең, күңе­ле­мә яҡын дуҫтарымдың (беҙ улар менән илашып айырылыштыҡ, һаман да аралашып йәшәйбеҙ) ярҙамында ғилемем ныҡлы. Өҫтәүенә милли китаптар уҡыйым, телевизион тапшы­рыуҙар ҡарайым, белемемде арт­тырыу­ҙы дауам итәм.
“Йәйләү”ҙән ҡайтҡас, уҡытыусым Гөлсирә Мөҡимова етәкселегендә инша, мәҡәләләр яҙып, төрлө конкурста ҡатнаштым. Иң иҫтә ҡалғаны – “Башҡортостан” гәзите ойошторған бәйгелә еңеүем һәм Өфөлә редакцияла осрашыу. Мин унда милли телдә сығыш яһаным. Мәрйә ҡыҙының шулай рәхәтләнеп башҡортса һөйләшеп тороуы журналистарҙы таң ҡалдырҙы.
Ошонан сығып, Ҡоролтайға балалар өсөн дәүләт телебеҙҙе өйрәнеү мөхите булдырыу кәрәклеген әйткем килә. Предметты бәләкәйҙән уҡыу – бер, ә бына башҡортса ғына һөйләшеп, был милләт вәкилдәре менән аралашып, уларҙың мәҙәниә­тенә инеп китеү – бөтөнләй икенсе. Матур итеп аралашырға өйрәнгәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың!
Хөрмәтле Ҡоролтай делегаттары! “Йәйләү” кеүек башҡорт лагерҙарының эшмәкәрлеген киңәйтеү, уларҙың тәжрибәһен киң ҡулланып, ошондай милли майҙандарҙы тағы ла күберәк булдырыу мәсьәләһе тураһында оло йыйында һүҙ алып барыу урынлы булыр ине. Минең өлөшкә төшкән бәхет тағы ла күп үҫмер ҡыҙҙарға һәм малайҙарға тәтеһен!

Тамара ГУСЬКОВА,
1-се Иҫке Балтас урта мәктәбенең ХI класс уҡыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840