Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фән – бәхетем, йәки Нисек бизнес-леди булып китмәнем
Фән – бәхетем, йәки Нисек бизнес-леди булып китмәнем Элек өләсәйҙең өйөндәге ҙур көҙгө ситендә торған һылыу апайҙарҙың фотоһүрәттәренә ҡарап һоҡланып туймай инек. Үҙҙәре матур, ҡупшы, нәзәкәтле инде, бер һүҙ менән әйткәндә. Их, ҙурайғас, ошолай булһам ине, тип хыялландыҡ... Бәләкәй саҡта ялтыр-йолтор, сағыу әйберҙәр генә матур күренә, үҫә килгәс, күңел, хеҙмәт гүзәллегенең, намыҫ биҙәгенең асылына төшөнәһең. Хәҙер инде оҡшарға теләгән түгел, ә күркәм сифаттарын, хеҙмәтен өлгө итеп алырҙай апайҙарға һоҡланып ҡарайым, уларҙан һабаҡ эстәп ҡалырға тырышам. Филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА, халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙы булараҡ, тотош республикаға ихласлыҡ, сәм, зирәклек нурҙарын сәсә, камиллыҡҡа әйҙәй һәм ысын мәғәнәһендә һоҡландыра ла.
– Байтаҡ йылдар дауамында, байтаҡ урында етәксе вазифаһын башҡарғанһығыҙ, әле лә башҡара­һығыҙ. Етәкселек итеү серҙәренә, алға ынтылырға өйрәткән махсус китаптар­ға мөрәжәғәт иткәнегеҙ бармы?
– Декан итеп һайланған мәлдә – 90-сы йылдарҙа – Дейл Карнеги кеүек психолог яҙыусыларҙың китаптарын уҡыным, әл­биттә. Әммә, минең уйымса, етәксе булыу өсөн һәләт тә кәрәк. Һәр кем, әйтәйек, ҙур эштәр атҡарған бөйөк кешеләрҙең дә ҡайһы берҙәре етәксе вазифаһын үтәй алмай. Заманында уҡытыусы булып эшләнем, шул саҡтағы шым, күҙгә әллә ни сағылып бармаған баланың хәҙерге көндә етәксе булып китеүен күрһәм, аптырайым, шатланам, хайран ҡалам. Тимәк, һәләте булыуға ҡарамаҫтан, уны асыр өсөн ваҡытында шарттар булмаған. Хә­ҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшлә­гәндә лә факультетта башлыса ҡыҙҙар уҡыуы, улар фонында араларындағы һанаулы ғына егеттәрҙең баҫылыуы күҙгә салына ине. Ошонан сығып, ҡыҙҙарға һәм малайҙарға белем биреүҙе айырым ойош­тороу мәсьә­ләһенә килеп төртөл­дөм. Англия, Америка илдәрендә лә етәк­селәр тәрбиә­ләгән абруйлы уҡыу йорт­тары ошондай тәртип буйынса эш­ләй, лидерҙар әҙер­ләй. Иң мөһиме – балала булған талантты ваҡытында асыу, үҫтереү, уңайлы шарттар тыуҙырыу за­рур, юғиһә, аҙаҡ һуң булыуы, уҡыусының йомолоуы ихтимал. Һис шикһеҙ, уҡырға, өйрәнергә, бөйөк етәкселәрҙән өлгө, тәжрибә алырға кәрәк, әммә кешенең фәҡәт ошо вазифа өсөн һәләте бармы-юҡмы икәнлеген дә иҫәптә тотоу мотлаҡ. Белем, һәләт бергә тупланғанда еңеле­рәк булалыр, тип уйлайым.
– Буш ваҡытығыҙҙа, мәҫәлән, өйҙә ниндәй китаптар уҡырға яратаһығыҙ? Китап һеҙҙең өсөн нимә ул?
– Урынлы һорау, сөнки бындағы йөклә­мәләрҙән – ултырыштарҙан, конферен­ция­ларҙан, ойоштороу эштәренән – ары­нып өйгә ҡайтһам, унда мине фәнем көтә. Һағынып көтөп алған, яратҡан шөғөлөм. Мәғариф өлкәһендә эшләгән осорҙа ла фәнде ташламаным, хеҙмәт юлымдың артабанғы өлөшө лә ошо ғилемгә бәйле булғас, әллә ни айырма, ҡыйынлыҡ һиҙмәнем. Фәнгә мөкиббән бирелгәнмен, сөнки ул – минең бәхетем. Өҫтәүенә был ғәмәлемдең һөҙөмтәһен күреү ҡыуандыра. Фәнни әҙәбиәтте һыу эскән кеүек, ентекле, ихлас уҡыйым. Әм­мә был әҙәби китаптарҙан, милли әҫәр­ҙәр­ҙән бөтөнләй баш тартыу тигәнде аң­латмай, һуңғы ваҡытта өлгөрөп булма­йыраҡ торола. Институтта эшләп килгән әҙәбиәт бүлегенә 2014 йылда асылған Шәреҡ ҡулъяҙмалары бүлеге өҫтәлде. Уларҙың эшмәкәрлеген тикшергәндә, ҡағи­ҙәләргә миҫал эҙләгәндә әҙәбиәт өлгөләре менән осрашыу, күрешеү форсаты бар. Гәзит-журналдарҙан айырыл­ған юҡ, көндәлек яңылыҡ-хәбәрҙәр менән танышып барам.
– Бала сағығыҙҙа китапҡа бәйле әһәмиәтле, үҙенсәлекле хәл-ваҡиға хәтерегеҙҙә һаҡланғандыр бит?..
– Ғаиләлә биш бала үҫтек. Атайым – шофер, гел юлда булды. Сәфәрҙән ҡайт­ҡан саҡтарында һәр саҡ әсәйемә – сә­йенкә (аҡ) он, ә беҙгә балалар китаптары алып ҡайтыр ине. Бер мәл шулай М. Салтыков-Щедриндың “Бер ҡала тарихы” исемле сатирик романын уҡыр булып киттем. Бер нисә тапҡыр ҡулға алдым, әммә нимә хаҡында икәненә төшөнөп етмәнем, ғөмүмән, аңламаным. Аҙаҡ VIII класта уҡығанда, һуңынан университетта саҡта тағы бер ҡат осраштым был әҫәр менән, инде йөкмәткеһенең асылын күрҙем һәм үҙемдең “ҡыҙыҡлығымдан” ихласлап көл­дөм. Атайым беҙҙе белемле итергә тырышты, шуға ла китап тормошобоҙға үтеп ингән.
– Ә һеҙ был быуындан быуынға тапшырылырға тейеш бурысты нисек атҡараһығыҙ? Балаларығыҙҙа китап­ҡа ҡарата мөнәсәбәт ниндәй?
– Улдарым да беҙҙең кеүек уҡыуға мөкиббән булды, бер бүлмәнән ҡыуып сығарһаң, икенсеһендәге башҡа китапҡа барып тотонор ине. Бөгөн иһә ейәндә­рем­де әҙерәк өйрәтергә, дөрөҫ йүнәлешкә бороп ебәреү кәрәк. Ял көндәрен өләсәй­ҙә үткәреү йолаһы бар ғаиләбеҙҙә, шуға ла аҙна аҙағы яҡынлашыу менән Наил да, Таймас та бер-бер артлы шылтыратып, килеү сәғәтен һораша, үҙҙәренсә осрашыуҙы хәстәрләй башлай. Уларҙы ваҡытты файҙалы үткәрергә өйрәтәм: уҡыу, һүрәт төшөрөү, магазинға, кафе-фәләнгә барыу өсөн сәғәттәр бүләбеҙ, билдәле тәртип буйынса эш итәбеҙ. Ҡай­һы саҡта ресторан да иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Унда йөрөтөүемдең сәбәбе – йәш быуынға һәр нәмәне ябай тел менән аңлатып, күрһәтеп, “тәмен татытып” то­роу, уларҙа урлашыуға ынтылыш, көн­сөл­лөк кеүек кире сифаттар булдырмау. Ейәндәремде бар яҡлап та тәрбиә­ләргә тырышам, улар килер ваҡытта фә­нем­де лә ситкә ҡуйып торам. Бер көн шулай береһе килде, хәбәрҙәрен һөй­ләне, ара­лаштыҡ, ул-был нәмәләрен күрһәтте һәм ҡапыл иҙәнемде йыуырға, саң һөртөргә булып китте. Мин ҡуй тимәнем, әммә эшен бөткәс, ейәнемә 500 һум аҡса тот­торҙом. Эйе, өләсәйҙең иҙәнен йыуып сығарыуҙың билдәле хаҡы бар. Был да, үҙ сиратында, йәш быуынды заман талаптарына яраҡлаштырып үҫтереүҙең бер ысулы.
Кистәр иһә әкиәт менән үтә: мин уларға – башҡорт халыҡ әкиәттәрен, улар миңә үҙҙәре ҡараған хәҙерге йәнһүрәттәрҙе һөйләй. Был шөғөлөбөҙҙөң шарты бар – һәр әҫәрҙе йә тапшырыуҙы тик башҡорт­са аңлатабыҙ. Тәржемә итеү, тел үҫтереү ошонан ғибәрәт булһа, артабан шул әкиәттәр буйынса һүрәт төшөрөү ҡарал­ған.
– Институтта уҡыған сағығыҙҙа аэ­роклубҡа йөрөп, парашют менән һи­керергә өйрәнгәнһегеҙ. Йәшләй генә төрлө батырлыҡтар ҡылыу, саялыҡ, зирәклек ҡайҙан килә? Былар һеҙгә һалынған һыҙатмы, әллә ғүмер ағы­шында тупланғанмы?
– Һыҙаттарҙың һалынғаны ла була, әммә уны ваҡытында асып, үҫтереп ҡалыу мөһим. Уйлап-уйлап ҡарайым да, йәш саҡтан уҡ эҙләнгәнмен, үҙемде һына­ғанмын, алға табан ҡыйыу ынтылғанмын тигән һығымта яһайым. Ниндәй генә эшкә тотонһам да, уны еренә еткерергә ты­рыш­тым. Педагогия училищеһында уҡы­ған саҡта уҡ күк йөҙөн яраттым, парашют менән һикергем килде. “Авиация и космонавтика” журналын алдырып уҡыуыма хәҙер ҙә аптырайым. Нимәгә кәрәк булды икән ул миңә?! Өфөгә университетҡа килгән көҙҙә үк аэроклубты эҙләп табып, шунда йөрөргә ҡарар иттем. Махсус комиссия үткәрҙеләр, һәм ҡыш буйы осоу дәрестәре алдыҡ. “Курсант” тип йөрөт­тө­ләр беҙҙе унда. Беренсе сессияны тап­шырғас, яҙға табан Николаевка ауылы янына парашют буйынса практик дәрес­тәргә йөрөйбөҙ. Ул урынға барып етер өсөн йылға аша паром менән сығабыҙ. Артабан машина аэродромға алып китә. Һуңламаҫ өсөн, таңғы дүрттә тороп, әхи­рәтем менән ятаҡтан сығып йүгерәбеҙ. Парашют шөғөлөнә өc йылымды арнаным.
Спорт менән мауығыуымдың да сәбә­бе ҙур спортсы булып китеү түгел ине, әммә һәр ярышҡа ентекле, ихлас әҙер­ләндем. Белорет педагогия училище­һын­да уҡыған саҡта волейбол, баскетбол, йүгереү, саңғы ярыштарында ҡатна­шыу арҡаһында Башҡортостандың байтаҡ тарафтарын күреүгә өлгәштем. Спорт һөйө­үемә бәйле ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә күп булды.
...Белоретта ярыш бара. Капитанмын. Беренсе көн уйнап, еңеп ҡайттыҡ, һәм ләж килеп ауырый башланым. Хәлһеҙ­лектән дәрескә барманым, әммә ҡыҙҙар: “Саҡ ҡына түҙ, фәлән-фәләндәр менән уйнаһаҡ, уларҙы мотлаҡ еңәсәкбеҙ”, – тип өгөтләп, үтенеп тигәндәй алып китте ярышҡа. Сәмләнеп уйнай башлағас, ауырыу ҙа, көслө ауыртыу ҙа онотолдо. Ҡоҫоп, саҡ ҡайтып еттем. Үҙенә йәшәргә индергән әбейем әрләй. Инде еңеү яулап, шат кәйефтә булған ҡыҙҙарым мине дауаханаға алып китте. Ҡабул итеү бүл­мәһенән шунда уҡ тура операция бүле­генә ебәрҙеләр. Һуҡыр эсәк. Шөкөр, ба­рыһы ла имен үтте. Иртәгәһенә ҡыҙ­ҙарым, имеш, хәл белешергә килде. Ул ваҡытта операцияның етдилеге башы­быҙға ла инеп сыҡмаған, күрәһең. Ҡыҙ­ҙарым мине ярышҡа барырға өгөтләй башламаһынмы?! Бөтәбеҙ ҙә мине уйын­ға ебәрерҙәренә ышанғайныҡ та, булманы... Бала саҡтың, йәшлектең хыялый йүләрлеге... Операциянан һуң ярты йыл тирәһе уйнаманым.
Ғөмүмән, холоҡ-фиғелемдә һалынған да, тормош барышында тупланған һы­ҙаттар ҙа бар. Спорттың да йоғонтоһо юҡ түгел, күктән һикереүҙең дә файҙаһы булғандыр, тип уйлайым. Улдарыма ла төрлө түңәрәктәргә йөрөү талабын ҡуй­ҙым. Буш ваҡытын ҡайҙа ҡуйырға бел­мәй, урам балалары булмаһын өсөн тырыштым.
Сәнғәт дәрестәренә, ауырыраҡ булһын өсөн скрипкаға, бассейнға яҙҙырҙым. Йыр-моң буйынса һигеҙ йыл буйы шөғөл­ләнделәр.
– Училищела, университетта уҡыған саҡта киләсәгегеҙҙе нисек күҙаллай инегеҙ? Шул дәүер менән бөгөнгө көн араһында уртаҡлыҡ йә, киреһенсә, ҡапма-ҡаршылыҡтар бармы?
– Алда көтөлгән юбилейыма училищела бергә уҡыған ҡыҙҙарымды саҡыры­уым юҡҡа ғына түгел, сөнки йәш­ле­гем­дең, ғүмеремдең иң сағыу, онотолмаҫ осорон ошо ҡыҙҙар менән бергә үтелде. Бер туғандарҙан да нығы­раҡ яҡынбыҙ, һағынышабыҙ, йыл һайын осрашып торорға тырышабыҙ. Уҡыған сағыбыҙҙа педагогия фәне, ошо һөнәр күңелебеҙгә шул тиклем ныҡ үтеп инде, ғүмерлеккә, тиһәм дә яҙыҡ булмаҫ. Бары­быҙ ҙа ауылдан сыҡҡанбыҙ, ҡалаға кил­гәс, уҡыу беҙҙе дуҫлаштырҙы, яҡы­найт­ты. Шул заманда уҡ мин килә­сәгемде төҫмөрләй инем. Иң ҡыҙығы – “аспирантура” һүҙенең нимә аңлатҡанын да белмәйем, шулай ҙа училищенан һуң – университетҡа, артабан аспирантураға уҡырға инәсәкмен тигән хыялды баштан сығарманым. Ни өсөндөр киләсәк тормошомдо ауыл, мал менән бәйле күрмәнем, икенселәйерәк төҫмөрләй инем. “Институтты тамамлағас, тиҙ генә ике бала табам да, ғалим булам”, – тигән уй йәшә­не күңелемдә. Һүҙ көскә эйә, тиҙәр бит, шуның кеүек минең дә ошо ниәтем тормошҡа ашты.
Холҡом да тормошомдағы күп хәл-ваҡиғаларыма сәбәпсе, этәргес булды. Бәхәсле мәлдәрһеҙ ҙә түгел. Шулай бер ығы-зығы арҡаһында, төркөмдөң иң яҡшы студенты булһам да, уҡыу тамам­ланғас, эшкә йүнәлтмә бирелмәне. Аптыратты ла, сәм дә өҫтәне был ваҡиға. Һөҙөмтәлә мин бөгөнгө Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға индем. Ниндәй генә осраҡ булмаһын, баҙап, аптырап ҡалмаҫҡа тырыштым. II курстан башлап ғилми конферен­цияларға йөрөнөм. Артабан атланым. IV курста уҡыған саҡта уҡ Мәскәү ҡалаһына барып, симпозиумда ҡат­нашы­уыма ла ҡыйыулығым булыш­лыҡ итте, минеңсә.
Училищела саҡта шәхси ҡыҙыҡһы­ны­уым һөҙөмтәһендә Инйәр буйы баш­ҡорт­­тары теле тураһында тикшеренеү эше башҡарғайным, йәғни телмәр үҙенсә­лектәрен һәм тел һыҙаттарын өйрәндем. Симпозиумға саҡырыу хатын күргәс, ошо өс-дүрт битлек мәғлү­мәтемде күҙ уңында тотоп, артыҡ уйлап тормай, ҡатнашыуға заявка тултырып һалдым. Шулай бер көн Мәскәүҙәге сараға саҡырыу хаты килеп төштө.
Әҙерләнә башланым. Симпозиумда сығыш яһарға тип, илдең баш ҡалаһына юлландым. Шәл ябынғанбыҙ, уңайһыҙ­ланыу, оялыу тойғоһо башҡа ла инеп сыҡмай ине... Шөкөр, барып етеп, ҡу­наҡханаға урынлаштыҡ, етди йөҙ менән докладымды ла уҡып ишеттерҙем. Һәм урыныма килеп ултырҙым.
Шул саҡ бер ағай яныма килеп, ҡай­ҙан, кем булыуымды һораша башланы. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ул Советтар Союзында киң билдәле төркиәтсе Әҙһәм Тенишев булып сыҡты. Тап ул миңә аспи­рантураға инергә кәңәш итте, адрес бирҙе, хат яҙып тор, тине. Ғилемгә ынтылыш шунда күренгәндер инде, артабан үрләү шарттары ла үҙенән-үҙе тигәндәй килеп сыҡты. Әллә була, әллә юҡ тигәндәй, университеттан һуң йүнәлтмә буйынса Белорет районының Шығай ауылына ебәрелдем.
Уҡыта башланым, кейәүгә сыҡтым һәм аспирантураға саҡырыу алдым. Ситтән тороп уҡығас, ғинуар айында отчет менән барырға кәрәк. Китапхана, дәреслектәр ихтыяжы килеп сыҡты. Ауылда табып булмай, ҡалаға яҡыныраҡ күсергә тигән фекер тыуҙы. Ике яҡтан да ата-әсәләрҙең ҡаршы төшөүенә, балаларҙың бәләкәй­легенә ҡарамаҫтан, тәүәккәлләп Өфөгә килдем, Мәғариф министрлығына мөрә­жәғәт иттем. Осраҡлы ғына Ауырғазы районын тәҡдим иттеләр. Һәр хәлдә, ҡалаға яҡыныраҡ тип ризалаштым. Үтәймулла ауылында рус теленән уҡыта башланым. Ярҙамға, сабыйҙарҙы ҡара­шырға ҡустым килде, ирем әле студент ине. Ауыл халҡы бар яҡлап та иғтибарлы, ихтирамлы булды. Икмәген дә бешереп торҙо, хатта дәрестәрҙе ике сменаға бүлеп уҡытыуҙы ойошторҙо. Әле һаман уларға сикһеҙ рәхмәтлемен.
– Яҙмышығыҙҙы фән менән бәйлә­мәгән осраҡта, бөгөн ниндәй өлкәлә хеҙмәт итер инегеҙ? Ошо хаҡта уйлан­ғанығыҙ бармы?
– Әгәр ҙә фәнгә килмәгән, педагогия институтында уҡымаған булһам, бөгөн үҙемде, моғайын, бизнес-леди итеп күрер инем. Ойоштороу, яңы үрҙәр яулау, алға ынтылыш минән эшҡыуар сығарыр ине ул, тип уйлайым. Улдарым менән шулайтып фекер йөрөтөп, көлөп ҡуябыҙ ҡайһы саҡ.
– Заман ҡатын-ҡыҙын феми­низм­да ғәйепләү аптырарлыҡ күренеш түгел. Һеҙ быға ниндәй ҡарашта?
– Эйе, феминизм хаҡында һорауҙар килеп сыға ул. Әммә енес кенә кешенең булмышын хәл итмәйҙер тигән фекерҙә­мен. Нескә зат бөтмөр, яуаплыраҡ булыуы менән айырыла, һис шикһеҙ. Әле институтта эшләгән осоромда ла хужа­лыҡты дөрөҫ, ипле ҡулланыу өсөн көс һалам. Гранттар, башҡа уңайлыҡтар аша аҡса тупларға тырышабыҙ, етмәгәндә һуҙып, түҙеп тә көн итәбеҙ. Әсә тойғоһо коллективтың һәр ағзаһын ҡурсалау, яр­ҙам күрһәтеү өсөн дә яуаплы. Йәштәр менән ололар араһында ихтирамлы, иғти­барлы, кешелекле мөнәсәбәт йәшә­теү яҡлымын.
– Һеҙ – Фән – Ҡатын-ҡыҙ – Ғаилә сыл­бырын лайыҡлы, өлгөлө дауам иткән ханымдарҙың береһе. Был өс өлкәне тулы гармонияла алып барыу­ҙың серҙәре менән уртаҡлаш­һағыҙ ине...
– Ҡатын-ҡыҙға тулы шәхес булып формалашыу, йәмғиәттә үҙ урынын яулау ҡыйынға төшә. Ғаилә, балалар, шәхси үҙенсәлектәр фонында нескә затҡа хас психология ярҙам да итә кеүек, әммә шул уҡ ваҡытта ҡамасаулай ҙа һымаҡ. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй алға атлау, яраҡлашыу өсөн әсәлек тойғоһо булышлыҡ итә. Ғәзиз балаларың ас ул­тыр­маһын өсөн эшләйһең, башҡа сара юҡ. Ҡатын-ҡыҙ – Ғаилә – Фән сылбырын гармонияла алып барырға кәрәк. Ғаилә­һеҙ булһаң, фәнеңдән ни фәтүә?! Бар иғтибарыңды яҡындарыңа бүлеп кенә, ғилемде ситкә ҡуйырға ла ярамай. Ты­ныс, тәртиптә, ихласлыҡ менән башҡа­рырға кәрәктер ул һәр бурысты. Кол­лек­тивтағы йәш ҡыҙҙарыбыҙҙы ғаилә­һеҙ ҡалмаҫҡа, ва­ҡы­тында башлы-күҙле булырға әйҙәй­беҙ.
– Республиканың мәғариф минист­ры булған сағығыҙҙа төрлө уҡыу йорт­тарында сит телдәр өйрәнеү бү­лек­тәрен, бөгөнгө иң абруйлы ли­цей-гимназияларҙы асыуға өл­гәш­кән­һегеҙ. Ул заманда әле тап бөгөн кәрәк буласаҡ белем усаҡ­тарын асыу нисек ойошторолдо, ҡыйынлыҡтарһыҙ ҙа булмағандыр?..
– Мәғариф министры булып эшләгән осором минең холҡома тап килде, шуға ла республика өсөн байтаҡ файҙалы ғәмәлдәр атҡарылды. Ул заманда асыл­ған милли уҡыу йорттары, факультеттар, гимназия-лицейҙар бөгөн, шөкөр, иң абруйлылар рәтендә. Рух, намыҫ, фән төшөн­сәләре ныҡлы бирелә уларҙа. Был мәктәптәрҙе тамамлаған уҡыусылар республиканы ғына түгел, илебеҙҙе донъя кимәлендә танытыуға өлгәшә, юғары үрҙәр яулай, беҙгә, оло быуынға, таяныс та, ғорурлыҡ та булып тора. Бөгөн иһә элекке мәлдәрҙәге кеүек милли кластар, белем усаҡтарын асыу анһат түгел, ҡыҙғаныс.
– Бөгөнгө уҡыу-уҡытыу система­һын элекке менән сағыштырып, ни әйтерһегеҙ?
– Әле был системаны атҡарыу өсөн бар шарттар ҙа булдырылған һымаҡ, әммә хәҙер балалар икенсе. Уларҙың ошо үҙенсәлектәренә илдең тотороҡло булмаған тормошо ла йоғонто яһайҙыр, минеңсә. Күптәр балаһын урыҫса уҡы­тыр­ға, сит илдәргә ебәрергә тырыша. Ошонан сығып мәктәптә туған телебеҙгә ҡарата битарафлыҡ тыуа. Йәш быуында рух төшөнсәһе тулы асылмай, сөнки бөгөн күптәр заман техникаһына ныҡ бәйләнгән, китап уҡыуҙан алыҫ тора. Мәғариф системаһына бер ни кимәлдә ҡыйыныраҡтыр ҙа, әммә һәр кемгә тәүәккәллек күрһәтеү зарур. Был өлкә­ләге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөр өсөн күмәкләп ултырып, уйлашып, кәңәш­ләшеп алыу кәрәк. Һәм иң мөһиме – илдә, донъяла ниндәй генә хәлдәр барыуға ҡарамаҫтан, кеше булып ҡалғандар ғына уңыш, үрҙәр яулай, минеңсә.
Башҡорт теленең тарихын, үҙенсә­лектәрен һәр яҡлап өйрәнеп, донъя кимәлендәге ғалимдарға танытҡан, танылған Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы­ның ғилми эшмәкәрлеген һанап үтеү генә яҙыҡ булыр, уның ҡарауы, уларҙың һәр ҡайһыһы менән яҡындан танышып, туған телебеҙҙең ни тиклем күркәм, моңло, ҡабатланмаҫ икәнлегенә инаныу урынлы. “Рәсәй халыҡтары тел­дәренең диалектология мәсьәләләре” тигән XV Бөтә Рәсәй ғилми конфе­ренцияһы ла – фән эшмәкәрлегенең яңы бер үре, яңы бер көҙгөһө.

Гөлсәсәк МОСТАЕВА
әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512