Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шулай ҙа йәштәр һөйөндөрә...
Совет осоронда ауыл ерҙәрендә халыҡ колхоздарға берләштерелде, ҡалаларҙа завод-фабрикалар төҙөлдө, барлыҡ кеше эшкә урынлаштырылды, синфи яҡтан тиң хоҡуҡлы ителде. Ошо сәйәсәт 70 йыл буйы алып барылды – “байҙар” һәм “ярлылар” тигән төшөнсәләр бөтөнләй юҡҡа сыҡҡайны. Әлбиттә, бындай тигеҙлек ҡан, күҙ йәштәре аша яуланды. Бәғзеләрҙе хәләл ҡул көсө менән төҙөгән донъяһынан мәхрүм итеп, тыуған еренән, иленән айырып һөргөнгә ебәреү кеүек яуызлыҡтар ҙа ҡылынды ул заманда. Халыҡ түҙҙе...

Әммә, нисек кенә булмаһын, һәр кешене эш урыны менән тәьмин итеү, ваҡытында тулыһынса хеҙмәт хаҡы түләү, тотош халыҡты бушлай уҡытыу, дауалау кеүек мөһим социаль мәсьәләләргә етди ҡараш булды һәм уның үтәлеше талап ителде. Кеше иртәгәһе өсөн ҡайғырманы, тыныс йәшәне, ил етәкселегенә таянды, уларға ышанды. Дәүләт нигеҙен тәшкил иткән кешенең ҡәҙере бар ине. Хаҡлы ялдағылар ҙа ғүмер буйы башҡарған хәләл хеҙмәте өсөн пенсияһын ваҡытында ала килде, артҡанын һаҡлыҡ кассаһына һалды, аҡсаның рәхәтен күрҙе, көйөп йәшәмәне. Ләкин был ҡыуаныс үҙгәртеп ҡороу йылдарында селпәрәмә килде, ҡарттарҙың йыйған аҡсаһы юҡҡа сыҡты.
Был осорҙа “аҡыллы баштар” халыҡты ниндәй генә сүрәткә индермәне! Таяҡтың йыуан осо бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға эләкте. Улар, хәйерсе моҡсайын йөкмәп, ҡайҙа арзаныраҡ тауар бар, шунда сапты, көс етмәҫлек тоҡтарын һөйрәп алып ҡайтып, сауҙаға тотондо. Тотош ил ҙур бер баҙарға әйләнде. Ул йылдарҙа иҫ киткес ауыр шарттарҙан сығыу юлдарын кеше, күрәһең, һатыу итеүҙә тапты һәм бер ни тиклем еңеүгә өлгәште, ғаиләһен ҡотҡарҙы.
Шул осорҙа хаҡлы ялдағыларҙың да көнкүреше ауырайҙы: пенсия бик һуңлап бирелде, етмәһә, балалары эшһеҙ ҡалды йә хеҙмәт хаҡы ала алмай интекте. Ошо мәлдә пенсионер ата-әсәләр һәм ҡартатай-өләсәйҙәр балаларына ярҙамға килде.
Күптәргә, бәлки, ваҡытлы ғына булыр кеүек тойолһа ла, был хәл һаман дауам итә: эш хаҡының түбәнлеге, шәхси предприятие хужаларының мутлығы... Бөгөн тоҡ күтәреп йөрөү бөттө, ләкин ғаиләһен ҡарау өсөн сит ергә йүн эҙләп сығып китеү ғәҙәтигә әйләнде. Бәғзеләре һемәйеп кире ҡайта. Эшһеҙҙәр һаны арта. Ошондай осраҡта йәштәр тағы атай-әсәй пенсияһына күҙ терәп ҡала. Магазиндарҙа, коммуналь хеҙмәттәргә, ер һалымына хаҡ артыуы тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
“Ауырыу хәлен һау белмәй” тигәндәй, хаҡлы ялдағыларҙың дарыуһыҙ йәшәй алмағанын һиҙеп, хаҡты бер туҡтауһыҙ арттырыуҙы бер ни менән дә аңлатып булмай. Сит илдән дарыу алып ҡайтҡан фармацевтар кеше хаҡына сереп байый, пенсионер уларға һуңғы аҡсаһын сығарып бирергә мәжбүр. Кейем, бигерәк тә бала-сағаныҡы, хәҙер ат хаҡына тиң. Һәр шәхси фирма хужаһы үҙенсә эш итеп, аҡса һуға.
“Кредит” тигән нәмә лә халыҡтың бәкәленә һуға. Бер ханымдан: “Һеңлем, пенсияң күпмегә етә?” – тип һорағайным, “Әллә, белмәйем, мин ҡағыҙға ҡул ғына ҡуям, кредит өсөн банк аҡсамды тотоп алып тора, – тигән яуап бирҙе ул. – Балалар эш хаҡы ала алмай бит. Уларға шул кредит менән ярҙам итергә тура килә инде...”
Ауыл ерендәгеләр картуф, йәшелсә, һыйыр ағы менән йәшәй алыр ул. Ә бына ҡалалағылар нисек көн итер?
Шуныһы һөйөндөрә: ҡайһы бер йәштәр эскелек, тупаҫлыҡ, ҡомһоҙлоҡ, инсафһыҙлыҡ, мәрхәмәтһеҙлек кеүек яман сифаттарҙы хуп күрмәй хәҙер. Дин юлына баҫып, ысын ғаилә башлығы, атай булыусылар арта бара. Хөкүмәт ярҙамында киң мәғлүмәт саралары, йәмәғәтселек әүҙем эш алып барып, үҫеп килгән быуынды ысын кеше итеп тәрбиәләүгә барлыҡ көсөн йүнәлтә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510