Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бер көндәй үтте”
“Бер көндәй үтте” – Ғүмер тиҙ үтәме? – тигән һорауға 102 йәшен тултырған Ҡәтифә Ниғмәтулла ҡыҙы шулай яуап бирҙе.

Ул 1912 йылда Ҡыйғының Ҡөлмәт ауылында тыуған. Белем алыу бәхете тәтемәгән Ҡәтифә Ниғмәтулла ҡыҙы­на. Быуаттан ашҡан ғүмер юлын барлап, үҙе түбәндәгеләрҙе һөйләне:
– Ғүмеремә Беренсе донъя һуғышы, 1921 йылғы аслыҡ, коллективлашыу, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары тура килде. Бер киҫәк икмәккә тилмергән саҡтар күп булды. Аяҡҡа йүкәнән үрелгән сабата, өҫкә киндер күлдәк кейеп йөрөнөк.
Үҫмер сағымда һәр йәй атай-әсә­йем менән Арыҫлан ауылында йәшә­гән туғандарға бесән сабышырға килә торғайныҡ. Бер йәйҙең эҫе июль көнөндә болонда сүмәлә өйөп йөрө­гәндә, янымдан ярһыу ат эйәрләгән егет сабып үтте. Бик матур, мыҡты кәүҙәле ине ул. Кис аулаҡ өйҙә йәштәр йыйылып ултырҙыҡ. Уйында көндөҙ осраған егет мине бейеүгә саҡырҙы, аҙаҡ оҙатып килде. Биктимер Мәхмүтов менән шулай танышып киттек. Өс йәй осрашып йөрөнөк. Бер күрешеүебеҙҙә ул миңә:
– Матурым, һинән башҡа йәшәй алмайым, әйҙә ҡауышайыҡ! – тип кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Ике ҡуллап ризалаштым. Аҙаҡ Лерон, Шәрифулла исемле балаларыбыҙ тыуҙы.
Киләсәккә ҙур өмөт, яҡты хыялдар менән йәшәп ятҡанда Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Иремде фронтҡа алдылар. Йөрәк аҫтында өсөнсө ғәзи­зем яралған булған, ул афәт сыҡҡан йыл аҙағында тыуҙы.
Һуғыш осоронда миңә биш йәшлек Шәрифулланы, ике йәшен тултырған Леронды, яңы тыуған Зәбихулланы яңғыҙыма тәрбиәләргә тура килде. Илгә килгән бар ауырлыҡты бергә күтәрҙек, үҙебеҙҙе аямай эшләнек. Ирҙәре яуға киткән ҡатын-ҡыҙ һабан артына баҫты, үҙҙәренән дә ауырыраҡ тубал тотоп иген сәсте, ураҡ урҙы, ҡул арбаһы, сана менән Сулея тимер юл станцияһына орлоҡ, иген ташыны.
Биктимергә тыуған еренә ҡайтыу насип булманы – 1942 йылда Сталинград янындағы алыштарҙа башын һалды. Өс улымды ашатырға кәрәк бит, бил бөгөп эшләнем. Йәй баҫыу­ҙан ҡайтып инмәнек. Ерен дә һөрҙөм, уңышын да йыйҙым. Ураҡ менән иген урҙыҡ. Көнөнә 60-70 пар көлтә бәй­ләй торғайным. Уны үгеҙ, һыйырҙар егеп йә иһә шул уҡ ҡул арбалары менән ширҡәт келәте янына ташый­быҙ ҙа, ҡар яуғас, сабағас менән һуҡтырабыҙ. Миңә, етмәһә, эштең иң ауырын биреп ҡуйҙылар: ҡолас етмәҫ ҙур иләк менән ашлыҡ иләргә ҡуштылар. Көнөнә 9-10-ар центнер игенде таҙартып, киптерергә ебәрәм. Ҡул тала, беләк һыҙлай, бил ҡата, аяҡтар тотмай башлай... Йығылып китмәйем тип, иләк ситенә сат йәбешәм. Ҡараңғы төшөп, өйгә ҡайтҡас, бер тәғәм ризыҡ та ҡапмайынса һикегә йығылам, ә иртән тағы ла шул келәткә ашығам. Бик ауыр булһа ла, һыйыр аҫраным. Шуның һөҙөмтәһендә, Аллаға шөкөр, балаларымдың өсөһө лә иҫән-имен аяҡҡа баҫты.
Киров исемендәге совхозда аш­наҡ­сы, аҙаҡ ауыл хакимиәте бина­һында иҙән йыуыусы булдым. Ал­лаһ­ҡа ышаныуым менән бәхет­лемен. Бала саҡтан Хоҙайға инанам. Ғүмерем буйы ураҙа тоттом, ҡорбан салдырҙым, доға ҡылам.
Совхозда эшләгәндә төпсөк Зәбихулланы ҡулға күтәреп, арҡаға бишекте аҫып, бер ҡулға һауыт менән һыу алып, таң менән эшкә сығып китәм дә ҡараңғыла ғына ҡайтып инәм. Ә өйҙә ике улым тилмереп көтөп ултыра. Күп саҡта улар тәҙрә төбөндә йоҡлап киткән булыр ине. Эшләгән көнгә икмәктең өстән бер өлөшөн бирҙеләр. Дүрт йәнгә – 200 грамм. Кейем-һа­лымды онға алыш­тыра инем. Шырпы, кәрәсин, тоҙға интектек. Бөтөн йәш­легем, ғүмерем эшләп үтте. Балаларҙы уҡытырға тырыштым. Улдарымдың өлкәне Лерон “Әбдра­заҡ” совхозы ашханаһы мөдире булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл һәләкәтендә үлде. Шәрифулла Арыҫланда эргәмдә көн күрә.
Төпсөгөм Зәбихулла иһә ике юғары белем алды, Түбән Варта ҡалаһында йәшәй, хәҙер хаҡлы ялда, ай һайын яныма ҡайтып тора.
– Оҙон ғүмерегеҙҙең сере нимәлә?
– Барлыҡ кешеләй йәшәнем. Һәр саҡ Аллаһтың биргәненә риза булдым. Ғүмерҙең ҡәҙерен белегеҙ, башҡалар менән килешеп көн күрегеҙ, тим замандаштарыма.
Һүҙгә Әлфиә Ғәлләмова ла ҡу­шылды:
– Район хакимиәтенең халыҡты социаль яҡлау бүлегендә эшләйем, мине Ҡәтифә Ниғмәтулла ҡыҙын ҡарарға билдәләнеләр. Хеҙмәт хаҡы түләйҙәр. Көн дә был йортҡа киләм. Инәйҙе ашатам, йыуындырам. Ҡәти­фә инәй әле үҙ аяғында йөрөй. Һөй­ләшергә ярата, миңә көндәр буйы үткәндәрҙе бәйән итә. Быға тиклем ул һарыҡ, кәзә малы, тауыҡ аҫраны, һуңғы йылдарҙа ғына малын бөтөрҙө. Бик һирәктәргә генә бер быуат ғүмер татый бит. Бәхетле беҙҙең Ҡәтифә инәй!







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 977

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 236

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 459

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513