Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Телебеҙҙең киләсәге кемгә бәйле?
 Телебеҙҙең киләсәге кемгә бәйле? Башҡорт телен уҡытыу кәрәкме? Уны өйрәнеүҙең киләсәктә файҙаһы тейерме? Һөнәр үҙләштергәндә туған телдең әһәмиәте бармы? Ошондайыраҡ һорауҙар менән Башҡортостан Мәғариф министрлығына ата-әсә йыш хат яҙа икән. Иң ғәжәпләндергәне, әрнеткәне шул: бындай икеләнеү менән нәҡ үҙебеҙҙең башҡорттар мөрәжәғәт итә. Ҡайһы берәүҙәр туған телебеҙгә ошондай мөнәсәбәттә булғас, башҡа милләт вәкилдәренә ни тип әйтәһең?!


IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан ойошто­рол­ған “Башҡорт милли мәғарифы: бөгөнгө торошо һәм перспективалары” тигән темаға үткәрелгән ҡорҙа нәҡ ошо мәсьәләгә ныҡлы иғтибар бирелде. Бөгөнгө шарт­тарҙа мәктәптәрҙә башҡорт те­лендә тәрбиә һәм белем биреүҙе һаҡлап ҡалыу, үҫтереү йәһәтенән уҡытыусылар, ғалимдар фекер алышты.
Башҡортостандың мәғариф ми­нистры урынбаҫары Венера Вә­лиеваның төплө сығышы бө­гөнгө хәлгә аныҡлыҡ индерҙе, алға ҡуйылған маҡсаттар менән уртаҡлашты.
– “Башҡортостан халыҡтары тел­дәре тураһында”ғы Закондың ҡабул ителеүенә 16 йыл үтте, – тине Венера Фәрит ҡыҙы. – Был осорҙа туған телдәрҙе үҫтереү йүнәлешендә республикабыҙ Хөкү­мәте, Мәғариф министрлығы бик күп эш башҡарҙы. Беҙҙәге милли белем биреү тармағы бө­гөн күп төбәктәргә өлгө. Башҡорт мәктәптәрен һаҡлап ҡалыу, мил­ли уҡыу йорттары өсөн белгестәр әҙерләү, фәнни-методик базаны нығытыу мәғариф өлкәһен үҫте­реүҙә төп шарттар булып тора.
Венера Вәлиева билдәлә­үен­сә, бөгөнгө заман мәктәп алдына етди талаптар ҡуя. Йәш быуын зиһенле, фекерле булырға, өҙ­лөк­һөҙ белем алырға, камил­ла­шырға тейеш. Йәмғиәт өсөн за­ман талабына һәм яңылыҡҡа ынтылған, уны күтәреп алып, ғә­мәлгә ашырырға әҙер, йүнсел, эшһөйәр, илһөйәр шәхестәр әҙер­ләргә кәрәк.
Бөгөн башҡорт милли мәға­ри­фы проблемалары аныҡ билдә­лә­нә һәм уртаға һалып һөй­лә­шеүҙе, хәл итеү юлдарын кәңәшләшеп табыуҙы талап итә. Бына улар:
1. Уҡытыу-тәрбиә башҡорт те­лендә ойошторолған мәктәп­тәр­ҙең аҙайыуы.
2. Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында башҡорт төр­көм­дәренең кәмеүе.
3. Уҡытыу урыҫ телендә ойош­торолған мәктәптәрҙә дәүләт теле булараҡ өйрәнелгән баш­ҡорт теле предметына бүленгән сәғәттәрҙең аҙайыуы.
4. Башҡорт теле уҡытыусы­ларының кәмеүе.
5. Башҡорт милли мәктәбе өсөн белгестәр әҙерләүҙең тейешле кимәлдә булмауы.
6. Дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн тәғәйенләнгән баш­ҡорт теле, туған тел һәм туған әҙәбиәт предметтары буйынса дәреслектәрҙең федераль исем­легендә булмауы.
Әлбиттә, милли мәғариф проблемалары донъялағы, илдәге со­циаль-иҡтисади үҫеш, Рәсәй­ҙә­ге белем биреү тармағын яңыр­тыу процестары менән ту­­ра­нан-тура бәйле. Бөгөн, дөйөм алғанда, башҡорт балаларының 97,5 проценты туған телдә белем ала йә­ки уны предмет булараҡ өйрәнә. Ә инде башҡа милләт уҡыусыла­ры­ның 84,5 проценты башҡорт телен дәүләт теле булараҡ үҙләштерә.
507 балалар баҡсаһында 20 меңгә яҡын бала башҡортса тәр­биә ала, 299 кескәйҙәр учреж­де­ниеһында 10 776 сабый түңә­рәк­тәрҙә туған телебеҙҙе өйрәнә.
– Мәғариф өлкәһе буйынса федераль һәм төбәк закондар министрлыҡтан ғына түгел, һәр мәктәп етәксеһенән, йәмәғәтсе­лектән, ата-әсәнән һәм, әлбиттә, уҡыусынан гражданлыҡ позиция­һын талап итә, – тине Венера Вә­лиева. – Туған тел мөхитен, дәү­ләт телдәренә ихтирам бул­ды­рыуҙы һәр ғаиләлә башлаһаҡ, мәктәптә шарттар тыуҙырһаҡ, йәмәғәтселектең беҙҙең эште хуплауын тойһаҡ, эшебеҙ уңышлы булыр.
“Рәсәй Федерацияһында мәға­риф тураһында”ғы Закондың (2012 йыл, 29 декабрь) ҡабул ителеүе белем биреү ойошмаларына уҡыу пландарын раҫлауҙа үҙаллылыҡ бирҙе, был эштә ата-әсәләрҙең ролен арттырҙы. Баш­ҡорт телен өйрәнгән уҡыусылар һанының, былтырғы уҡыу йылы менән сағыштырғанда, түбән булыуы — яңы закон нигеҙендә һәр белем биреү ойошмаһының үҙал­лы уҡыу планын алыуында, федераль белем биреү стан­дарт­тарына бәйле төбәк компоненты ингән сәғәттәрҙең һаҡ­лан­мауын­да. Урындарҙағы хаки­миәт­тәрҙең уйланып етелмәгән ҡарарҙары бар. Мәҫә­лән, уҙған уҡыу йылында Октябрьский ҡалаһындағы башҡорт гимназияһында 180-дән ашыу бала уҡыған хәлдә лә, уны опти­малләштереү тураһында ҡа­рар ҡабул ителгән. Бының финанс сығымдарын экономиялауға кил­термәйәсәген асыҡларға тура кил­гән. Мәғариф министрлы­ғы­ның ваҡытында ҡарар ҡабул итеүе арҡаһында уҡыу йорто һаҡлап ҡалынған.
Бөгөн киң йәмәғәтселектә, ата-әсә араһында республиканың дөйөм белем биреү мәктәптә­рен­дә башҡорт һәм урыҫ телендә уҡытыуҙың нисбәте тураһында бәхәс күп. Һәр кем федераль дөйөм белем биреү стандарттарына ярашлы ғилем тупларға, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уңышлы тапшырырға, артабан хеҙмәт баҙарында үҙ урынын та­бырға ярҙам иткән һөнәр һай­лар­ға тейеш. Заман барлыҡ мәк­тәп­тәргә берҙәй үк етди талаптар ҡуя.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләгән йәш сә­сән­дәр конкурсы, Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған йыйындар, Башҡортостан мәҙәниә­тен һәм тарихын өйрәнеү бу­йынса профилле смена, милли инновацион белем биреү ойошмалары слеты һәм башҡа саралар аша республикала башҡорт телен киң йәйелдереү дауам итә.
Мәғариф министрлығы урын­ба­ҫары фекеренсә, уҡытыу-тәр­биә башҡорт телендә ойош­то­рол­ған мәктәптәрҙең килә­сәге өсөн һәр муниципаль хакимиәт яуаплылыҡ алырға бурыслы. Рухи ҡиммәтебеҙҙең киләсәге тәү сиратта үҙебеҙҙән тора. Бының өсөн башҡорт телен өйрәнеүҙең ғәмәли әһәмиәтен ыңғай тәжрибәләр миҫалында пропагандаларға кәрәк.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840