Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күп һынауҙар әле үтәһе
Күп һынауҙар әле үтәһе Әле XI класс уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханына инеү хоҡуғы алыу өсөн йомғаҡлау иншаһы яҙырға әҙерләнә. Мәғлүм булыуынса, һынауҙың бындай төрө уҙған уҡыу йылында башланғайны. Быйылғы имтихан 2 декабргә тәғәйенләнгән.


Иншаға билдә ҡуйылмай, ул зачет рәүешендә баһалана. Уҡыусы был имтиханды тапшыра алмаһа, февралдең һәм майҙың тәүге шаршамбыһында көсөн йәнә һынап ҡарау мөмкинлеге бирелә. Әгәр инде унда ла ҡуйылған һөҙөмтәгә өлгәшмәһә, БДИ-ға индерелмәйәсәк.
Рәсми сайттарҙа иншаларҙың тематик йүнәлештәре, эште баһалау шарттары хаҡында мәғлүмәт алдан ҡуйылды, ил төбәктәренә һынауҙы ойоштороу һәм үткәреү йәһәтенән методик белешмәләр ебәрелде. Ижади эштең уртаса күләме 350 һүҙ булырға тейеш. Башҡарылыу ваҡыты – өс сәғәт һәм 55 минут. Һынау тотоусылар комиссия ағзалары тарафынан бирелгән орфография һүҙлеген файҙалана ала.
Уҡыусыға иншаның һөҙөмтәһе юғары уҡыу йортона ингәндә кәрәк булыуы ихтимал. Шулай уҡ урыҫ теле буйынса төп имтиханға 10 балл өҫтәтеү мөмкинлеге бар. Һынау һөҙөмтәһе дүрт йыл һаҡлана, юғары уҡыу йортоноң ҡабул итеү ко­мис­сияһы ағзалары, БДИ порталына инеп, һәр иншаның йөк­мәткеһе менән таныша ала, йәғни эште яңынан башҡарырға кәрәкмәй.
Республиканың педагогик йәмғиәте башланғысты хуплап ҡаршы алды. Уларҙың фекеренсә, уҡыусы инша яҙырға, фекерен матур итеп еткерә белергә тейеш. Йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә ылыҡтырыу, уларҙың грамоталылығын үҫтереү мөһим.
Тик бына мәктәп балаһы өсөн һынауҙар артыҡ күп булып китмәнеме икән? Әллә “шаңҡытыу терапияһы” ысынлап та кәрәкме? Бер аҙҙан инша алдынан тупһа рәүешендә математика буйынса имтихан ҡуймаҫтар, тимә. Урыҫ халыҡ әкиә­тендәге һымаҡ: тау үрендә – ағас, ағас башында – оя, уның эсендә – өйрәк... Бындай һынауҙарҙың ахыры ла әкиәттәгеләй күңелле генә булып торһа ярай ҙа.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519