Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош мәғәнәһен тойоп йәшәйҙәр
25 йыл буйы бер урында эшләп хаҡлы ялға сығырға хыялланыр заман түгел хәҙер. Ғөмүмән, ғүмер буйы бер ерҙә генә тапанырға кәрәкме икән? Нисек кенә булмаһын, ай-һай, еңел түгел шул яңы аҙым яһауы. Әммә арабыҙҙа был йәһәттән батырҙар етерлек. Эшен, шөғөлөн, тормош мәғәнәһен үҙгәрткәндәр байтаҡ. Яңылыҡтарҙан ҡурҡмаған йүнсел фермер-эшҡыуар улар. Хәйер, бизнес юлына баҫыу үҙе үк яңы тормош мәғәнәһе һайлауҙыр ул.

Ишем ауылына килеп еткәндә, көн кискә ауышҡайны инде – урамда көтөү ҡаршылаусыларға тап бул­дыҡ. Бер ихатаға малдар бер-бер артлы инә лә инә. Аптырап киттек. Аҙаҡ белеүебеҙсә, һыйыр-кәзәләр фермер­ҙыҡы булып сыҡты. Собханғоловтар бынан ике йыл элек бәхетен малсылыҡта һынап ҡарарға уйлаған.
Альмира ошо ауылдыҡы, Наил­дең дә тамыры Ишемгә килеп тота­ша. Наил “иркәһен” (хужа ҡатынына яратып шулай тип кенә өндәшә) ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡан көндәрҙең береһендә осрата ла инде. Ғаилә ҡорғас, Стәрлетамаҡта – Наилдең тыуған ҡалаһында — төпләнәләр.
Башта бер ҡыҙ бүләк итә Альмира һөйгәненә, аҙаҡ тупылдатып ике малай табып бирә. Ҡанатланған ир тағы ла нығыраҡ тырышып донъя көтә башлай. Эш көндәрен – заводта, ялдарын Ишемдә – Альми­раның ата-әсәһендә үткәрә Соб­хан­ғоловтар. Ә ҡатындың яҡындары баҡыйлыҡҡа күскәс, хужалар, нигеҙҙе ҡоротмайыҡ тип, ауыл йортон дачаға әйләндерә.
Ҡала тормошо, бер ҡараһаң, үтә лә ябай: эшкә бар ҙа ҡайт, бар ҙа ҡайт, шунан зәңгәр экранға төбәл. Бәлки, ошо күренеш ялҡытҡандыр Собханғоловтарҙы – бер көн улар ауылға күсеп ҡайтырға уйлай.
— Әлбиттә, ҡапыл ғына ҡубып ҡайтып китмәнек, — тип һөйләй ауылдың тартыу көсө хаҡында хужабикә. — Башта йәйге ял мәлдәрендә ҡош-ҡорт үрсетә торғайныҡ, ҡуян да аҫрап ҡараныҡ. Ҡалаға йөрөп эшләгән мәлдәр ҙә булды. Ә бер ваҡыт заводтан китеп, бөтөнләй ауылда төпләнергә ҡарар иттек.
Альмира, ярай инде, ауыл балаһы, бына Наилдең ошо аҙымға барыуы күптәрҙә аптырау ҡатыш һоҡланыу хисе уятмай ҡалма­ғандыр. Нисек кенә булмаһын, тиҙәк еҫе хаҡында ишетеп кенә белгән ҡала егете ауыл ерендә йәшәргә, унан бигерәк малсылыҡ менән шөғөлләнергә йөрьәт итә бит.
Ике тиҫтә йылдан ашыу дача сифатында файҙаланған йортта төп­ләнә Собханғоловтар. Дөрөҫөрәге, ауылға ғаилә башлыҡ­тары ғына ҡайта. Фатирҙарын үҙаллы тормош ҡорған ҡыҙҙарына ҡалдыралар, ә мәктәптә уҡып йөрө­гән малайҙары әлегә апайҙарында тора.
— Ҡурҡмаһаң, эшләргә була, – ти Наил яңы шөғөлө һәм тормошо хаҡында. – Бесәнлек өсөн ҡуртымға 50 гектар ер алдыҡ, уның 30-ына үлән сәсеп ебәрҙек. Кредит юллап, “Беларусь” тракторы менән агрегаттар ҙа алдыҡ. Быйыл һыйырҙар һигеҙ башҡа етте. Әлбиттә, ай һайын утыҙ мең һумға яҡын кредит түләп барыуы, бер яҡтан, ҙур һынау, әммә, икенсе яҡлап уйлағанда, барыбер ҙә ауыл хужалығының киләсәге бар бит, — тип һайлаған юлынан ҡәнәғәт булыуын белдерә фермер.
Эйе, утыҙ меңлек кредит шаярыу түгел, уның ҡарауы, һыйыр, кәзә малынан һауған һөттө, ҡымыҙ-ҡай­мағын һатып, банкка йәнә ниндәйҙер өлөш индереп була. Бынан тыш, кескәй генә булһа ла аҙыҡ-түлек кибете тота Собханғоловтар – “тишек-тошоҡто” ямарға үҙе бер ярҙам. Магазин тигәндән, улар күрше-тирә ауылдарҙа ла был кәсеп менән шөғөлләнеп ҡараған, әммә, ҡуртым күтәрә алмаҫлыҡҡа әйләнгәс, туҡта­ғандар. Хәҙер бөтә иғтибар – һәү­кәшкәйҙәрҙә. Кәм тигәндә, егерме биш башҡа еткерергә уйлай Альмира менән Наил һауын һыйыр­ҙарын. Ә телдән сыҡҡанды аҙа­ғы­наса теүәлләргә күнеккән Собханғоловтар.
Кәрәк саҡта Наил – үҙе көтөүсе (ауылда сиратлап көтөү ҡаралған), үҙе малсы, водитель дә. Альмира ла шулай уҡ һатыусы, һауынсы булып китә. Иртәнән кискә тиклем эштә улар. Тик физик хеҙмәттән арымай ғаилә, эш араһында арҡаларынан бер кинәнеп һөйөп алыр малайҙары ситтә бит – шуға бойоғоп китәләр. Хәйер, кәрәк саҡта машиналарына ултырып, һөтөн-ҡаймағын тейәп, Стәрлегә лә юл тоталар.
— Ауылда мәктәп юҡ шул, бәлки, бында ғына уҡырҙар ине, — тип көрһөнә әсә кеше.
Собханғоловтар күршелә генә ер һатып алған. Шунда һәм әле торған урындарында киләсәктә йорт һалып, малайҙары ҡайтып төпләнер, тип өмөт итәләр. Атай яҙмышын һәм юлын һайлармы малайҙар – уныһын инде ваҡыт күрһәтер.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840