Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күрегеҙ, өлгө алығыҙ!
Күрегеҙ, өлгө алығыҙ! Ер кешеһенең хәстәрһеҙ йәшәгән мәле бармы икән?! Әле баҫыуҙағы игенен йыйып та бөтмәгән килеш киләһе йыл уңышы хаҡында уйлай ул. Һәр эште эҙмә-эҙлекле алып барғанда, ер эшкәртергә техникаң етерлек, төҙөк булғанда ғына, ыңғай һөҙөмтәгә өмөт итергә мөмкин.


Был йәһәттән Илеш уңғанда­ры­ның күңеле тыныс – улар үҙҙәрен ошо ерҙең ысын хужаһы итеп той­ғанға күрә бөтә нәмә үҙ урынында. Әйтер­һең дә, үҙгәртеп ҡороу осоронда булған дауыл ҡағылмаған уларға. Ферма, ҡураларҙы ботарлап таш­лама­ғандар, техника, мал-тыуарҙы ла теләһә кемдең ҡулына тапшырып ҡуймағандар. Тап шуға ла төбәктә бөгөн халыҡ нимә эшләргә белмәй аптырамай: хужалыҡтар ашлыҡ сәсә, ҡура тултырып мал-тыуар үҫтерә, дәүләт программаларында әүҙем ҡатнашып, ойошманы нығытыуға ярҙам ала.
Район хакимиәте башлыҡтары урынбаҫарҙары, ауыл хужалығы ида­ралығы етәкселәре, машина-трактор станциялары вәкилдәре, ғалимдар ҡатнашлығында техниканы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү мәсьә­лә­ләре буйынса республика семинар-кәңәшмәһенең Илештә үтеүе ғәжәп түгел ине. Килһендәр, күрһендәр, бы­на кемдәр кеүек эшләргә кәрәк­леген белһендәр тигән ниәттән ойошторолдо ул. Илештәр ауыл хужалығы продукцияһы етеш­тереү­ҙең һәр тар­мағында алдынғылар рәтендә бара. Быйыл улар 122,6 мең тонна иген йыйып алған. Фермер Фирҙәүес Яла­ловтың “Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡ­таулы исемгә лайыҡ булыуы күп нәмә хаҡында һөйләй. Уның хужа­лығы орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнә, республикала иң яҡшыларҙан һа­нала. Ойошмала уңыш бирә торған иген культураларының орлоғо етеш­терелә, уны Рәсәйҙең башҡа төбәк­тәре лә һатып ала.
Бөгөн бында эш ҡайнай. Тырыш Илеш оҫталары маңлай тирҙәрен һөр­тә-һөртә тағылма техниканы, сәскестәрҙе, культиваторҙарҙы, тыр­маларҙы йүнәтә. Ремонт-техника үҙәгендә К-700 тракторҙарын “да­уалайҙар” ине. Район хакимиәте баш­лығы Илдар Мостафин йыл һайын ошо рәүешле өс-биш тракторҙың ғүмере оҙонайтылыуы хаҡында бәйән итте.
Кәңәшмәлә илештәрҙең эш тәжри­бәһен республикабыҙҙың төрлө тө­бәк­тәренән йыйылған кешеләр үҙ­ҙәре күрҙе. Районда бөтә нәмә үҙ ва­ҡытында башҡарыла. Бынан тыш, хеҙмәтләндереү исемлеге лә йылдан-йыл арта: төрлө запас частар, малсылыҡ тармағы өсөн металл конструкциялар эшләнә. “Урожай” ширҡәте, “Үҙәк” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының Илеш филиалы, “Илеш”, “ИлешАгроМонтаж”, “РТП” асыҡ акционерҙар йәм­ғиәт­тәрендәге етештереү ба­за­ла­ры­ның эш өлгөләре менән таныштылар.
Республикала ауыл хужалығы предприятиеларына, МТС-тарға йәм­ғеһе 800 тракторҙы, 2250 иген йыйыу комбайнын, 520 мал аҙығы йыйыу комбайнын, 3000 йөк машинаһын һәм үҙйөрөшлө техниканы, ер эшкәртеү һәм сәсеү машиналарын, ҡорамал­дарҙы йүнәтеү бурысы тора. Был эште теүәлләү өсөн Хөкүмәт ҡарары менән махсус график, шулай уҡ ауыл хужалығы предприятиеларына, республика МТС-тарына техник күҙәтеү ваҡыты билдәләнгән. Мәҫәлән, тыр­маларҙы, тағылма инвентарҙарҙы, кәтүктәрҙе 1 февралгә, ер эшкәртеү һәм сәсеү машиналарын – 1 мартҡа, трактор­ҙарҙы – 15 апрелгә, мал аҙығы йыйыу комбайндарын – 15 июнгә, комбайндарҙы 15 июлгә ҡәҙәр әҙерлек һыҙығына ҡуйыу талап ителә.
– Әлбиттә, техниканы сифатлы итеп ремонтлау йәһәтенән йылдан-йыл ҡытлыҡ һиҙелә, – тине Ауыл хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе Павел Иофинов. – Шуға ла һәр хужалыҡта йылытылған биналар һәм эш урындары әҙерләү, тәж­рибәле механизаторҙар иҫәбенән махсус звенолар ойоштороу, уларҙы дәртләндереү сараларын күреү мотлаҡ.
Әйткәндәй, республикала 17 ра­йон­да 23 ремонт пред­прия­тиеһы техникаға йән өрә. Был йә­һәттән шәхси эшҡыуарлыҡ та үҫешә.
Әлбиттә, ауыл хужалығы сәнә­ғә­те­нең техник базаһын нығытыу өсөн дәүләт тарафынан һиҙелерлек яр­ҙам күрһәтелә. Беренсенән, “500 фер­ма” программаһы буйынса алынған яңы техникаға, ҡорамалға киткән сығым­дың яртыһы субсидиялана. Икен­сенән, дүртенсе йыл рәттән капиталь ремонтта булған иген урыу комбайндарына, сәскестәргә тотонолған аҡсаның ҡырҡ проценты кире ҡайтарыла. Шулай ҙа комбайндар паркын тулыландырыуға һәм яңыртыуға ихтыяж бар әле.
Импортты алмаштырыу йәһәтенән үҙебеҙҙең деталдәрҙе тергеҙеү һәм етештереү буйынса республикала махсуслашҡан предприятиеларҙы үҙләштереү етди әһәмиәткә эйә. Бөгөн сит илдән килтерелгән техникаға 800 төрҙән ашыу запас часть етештерелә. Был исемлек тулылана бара.
Шулай ҙа, Павел Иофинов бил­дәләүенсә, кәйефте ҡырған миҫалдар ҙа юҡ түгел әле. Республика предприятиелары етештергән деталдәр ғәмәлдә тейешенсә ҡулланылмай, берәүҙәр был хаҡта бөтөнләй белмәй, икенселәр белә тороп та, мәсьәләнең айышына төшөнөргә, өйрәнергә теләмәй, ремонт пред­приятиеларының маркетинг хеҙмәте насар ойошторолған. Киләсәктә ошо кәмселектәрҙе бөтөрөү зарурлығы тураһында ла билдәләнде кәңәш­мәлә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840