Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урау юлдар аша килгән яҙмалар
Урау юлдар аша  килгән яҙмалар “Мин үткән йәш сағым һәм үткән юлдарым” тип атаған хәтирәләр йыйынтығын уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әғзәм Ғибәт улы Сәлихҡолов. Был юлдарҙы ул вафат булыр алдынан ғына яҙған, унда тормошон, фронттағы хәл-ваҡиғаларҙы бәйән иткән. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хәтере бик яҡшы булған, сөнки даталары теүәл, хатта революция йылдары осоро ла асыҡ һүрәтләнгән. Әғзәм Ғибәт улы бай тормош юлы үтеп, 86 йәшендә донъя ҡуйҙы. Биш балаһынан әлеге көндә өлкән ҡыҙы Софья, улы Марсель иҫән, ғаиләләре менән Темәс ауылында йәшәйҙәр. Яҙмалар ҡыҙында һаҡлана.
“1909 йылда Темәстә урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыу­ғанмын. Атайымдың исе­ме – Ғибәт Сәлихҡол улы (элек Лоҡманов булған, ҡарттар алыш­тырған). Атайҙың ағаһы ауырып үлә. Әсәһе лә баҡый­лыҡҡа киткәс, ул үгәй әсә ҡу­лында үҫә. Олатайым да вафат була, күп тә тормай, үгәй әсә үҙ ауылына ҡайтып китә. Атай бер үҙе тороп ҡала. Донъяһы, малдары булғас, бер үҙенә йәшәүе ауырлаша. Ар­мия­­ға китергә ва­ҡыт етәрәк, кә­ләш алырға була. Үҙе кеүек ата-әсәһеҙ ҡалған бер ҡыҙға өйләнә. Был ва­ҡытта ҡыҙға 11 йәш кенә була. Атай армияға киткәс, әсәй үҙенең ҡус­тылары менән уның донъя­һында ҡала. Армияла Гусар кавалерия полкында 6 йыл хеҙ­мәт итә. Ҡайтыуына әсәйгә 17 йәш тулған була. Уларҙың улдары Әхтәм, Әҙеһәм, Әғзәм, ҡыҙ­ҙары Хәбиямал, Өмөкамал, Хәс­биямал тыуа. Әхтәм ағай 1914 – 1915 йылдарҙағы Герман һуғышында һәләк була. Мин бәләкәй инем, ағайҙан хат килһә, илашып уҡый торғай­нылар. Әсәй: “Батшаның башы ҡороһон”, — тип ҡарғай ине. Атай ағайҙың үкһеҙ етем ике балаһын – Усман менән Ғил­манды үҙ тәр­биә­һенә ала. Уларҙы уҡытып, өйлән­дереп, 1920 йылда башҡа сығара.
1917–1919 йылдар — революция осоро. Был ваҡытта аҡтар, ҡыҙылдар, бандиттар килеп-китеп торҙо. Ауыл хал­ҡына йәшәүе бик ҡыйын булды. Ҡайһы һалдат килмәһен, бөтә ауырлыҡ халыҡҡа төштө. Заманына күрә бик ҡаты һуғыштар ҙа булды. 1919 йылда Темәс, Билал араһында ҡыҙылдар ме­нән аҡтар һуғышты. Үлгән ҡы­ҙылармеецтарҙы Темәскә кил­тереп ҡуйҙылар, рус зыяраты янына. Улар Смоленск полкы һал­даттары ине. Был һуғышта Муса Мортазин, аҡтар яғына сығып китеп, ҡыҙыл­дар­ға ҡаршы һуғыш башланы һәм уларҙы Темәстән ҡыуып сығар­ҙы. Халыҡ араһында, һалдат­тар ҡатын-ҡыҙҙы мәсхәрә итеп китә икән, тигән хәбәр таралды. Ауыл халҡы Темәстән ваҡыт­лыса ҡырға ҡасып китергә мәж­бүр булды. Ирәндек аръяғындағы ауылдарға барып торҙолар ҙа, һуғыш баҫылғас, ҡайтып килделәр. Беҙ ҙә Һаҡ­мар буйындағы Мозафар утарына өс-дүрт көнгә ҡастыҡ.
1920 йылда Темәстә ҡыҙыл­дар тора ине. Билал яғынан Юламанов бандиттары килеп баҫты. Ҡыҙылдар Темәсте ташлап китергә мәжбүр булды. Бандиттар Темәсте алғас, Күн заводына килеп, байҙарҙы та­лап, күн һәм хромдарын алып китәләр. Унан һуң Баймаҡты барып баҫалар һәм магазинды онтарға керешәләр. Ошо ва­ҡытта ҡыҙылдар, быларҙы кү­реп ҡалып, ҡырып һала. Бан­диттар влас­ты ҡулға алыу өсөн түгел, фәҡәт талар өсөн йөрөнө.
1920 йылдың ҡышында ти­рә-яҡта ҡыҙылдар урынлашып бөттө, Юламанов, Хажиәх­мә­тов отрядтары Темәскә килеп ҡыҙылдарға бирелде. Ошо ва­ҡытта ауыл халҡына бик ҡыйын булды. Аҡтар килһә лә, ҡы­ҙыл­дар, бандиттар килһә лә, аттарын ектереп ылауға алып ки­тәләр. Машина юҡ, халыҡ айырым хужалыҡта йәшәне, бөтә көс ауыл халҡына төштө. Әгәр ҙә аттарын екмәй ҡар­шылыҡ күрһәтһә­ләр, йә атып, йә туҡмап китәләр ине. Ылауға алып китһәләр, ҡайтармай үҙ­ҙәре менән айҙар буйы алып йөрө­нөләр. Һалдаттарҙы ашатыу өсөн ауыл халҡының малдарын һуялар, аттарына ха­лыҡтан бесәнен тартып алалар. Бандиттар ауылға килеп, ағай, беҙгә йә атыңды, йә улыңды бирәһең, тип ҡурҡы­талар. Уландары ҡыҙылдарҙа булһа, һинең улың ҡыҙыл­дарҙа, тип аҡтар йәки бандиттар килеп ҡурҡытыр ине. Әгәр ҙә аҡтарҙа булһа, ҡыҙылдар ҡурҡытып, йорт-ҡураларын та­лап китә торғайны.
1921 йылда ҡоролоҡ булды. Был йотта иген дә, бесән дә үҫмәне. Малһыҙ кешеләр үлеп бөттө, маллы кешеләр генә иҫән ҡалды. Үкһеҙ етем балалар йәй һыу буйында эт, бесәй тотоп бешереп ашай. Шундай хәлгә барып еттеләр, кеше ашаған ваҡыт-тар ҙа булған. Ҡышын ауылдарҙа балаларҙы ашатыу өсөн ашхана астылар, ололарҙы ла ашаттылар. Туҡ­ланыу яғы бик насар булғас, күп кеше аслыҡтан үлеп бөттө. Ауылда кеше һәм мал бик аҙ ҡалды.
1922 йыл шул тиклем яҡшы булды, хөкүмәт халыҡҡа сә­сергә иген бирҙе. Ул бик яҡшы уңыш биреп, халыҡ иркен тын алып ҡалды. Был ваҡытта Америка ла бик күп ярҙам итте. Бөтә кеше байрам итеп Ҡара­ғайморонға барҙы. Унда бер ҡалҡыу урынға таш, ағас, кирбес ташылған һәм өс ба­ғанаға телефон сыбығы һуҙылғайны. Бер бағана – төньяҡҡа, икен­сеһе – көньяҡҡа, өсөнсөһө Те­мәскә ҡарай һуҙылған. Халыҡ йыйылып бөткәс, митинг бул­ды. Унан һуң Зәки Вәлидов менән Ҡарамышев иң тәү башлап нигеҙ ташы һалды. Шунан һуң халыҡ байрам итеп, һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһе менән сәй табыны ҡорҙо. Шул нигеҙ һалынғандан һуң унда ҡабат эш барманы.
1923–1924 йылдары Те­мәс­тә баш­ҡорт балаларын уҡытыу өсөн II баҫ­ҡыс тигән мәктәп асылды. Мин унда 1925–1927 йылдарҙа уҡыным. Беҙҙе кейендереп, бөтә яҡтан ярҙам итте­ләр. Ошо ваҡытта Ғәзиз Әҙеһәмов тигән физика-математика уҡытыу­сыһы беренсе тапҡыр Темәс ауылына радио ултыртты. Беҙ кис радио тың­ларға бара торғайныҡ, Өфөнө тыңлайбыҙ. Сабирйән тигән бер ағай ышанмай ине. “Өфө­нән һөйләмәй ул, мейес артынан тороп һөйләйҙәр”, – ти тор­ғайны. Шунан һуң Фуат Бикмә­тов тигән комсорг Өфөгә барғанда радиоузелға инеп: “Темәс, бына мин – Бикмәтов. Сабирйән ағай ышанмай тор­ғайны, ышанһын, мин Өфөнән һөйләйем”, – тиһә лә, барыбер ышанманы. Тәүҙә ауылда ра­диоселтәр аша һөйләтә тор­ғайнылар.
Мин II баҫҡыс мәктәбен бө­төрә алманым, сөнки атай миңә күрмәгән-бел­мәгән ҡыҙҙы әйт­тереп, 1927 йыл­дың ғинуар кани­кулында көсләп өйлән­дереп, туй яһаны. Шунан һуң уҡыуҙы ташларға мәжбүр булдым.
1925–1926 йылдарҙа элекке улус йортонда клуб була тор­ғайны. Шул клубта тәү башлап Хәҙисә тигән ҡыҙ менән Абдулла тигән егеткә ҡыҙыл туй үткәрҙеләр. Уларҙы сәхнәгә президиумға ултыртып, бына был яғына туй ошолай үткә­релә, ҡоҙа булып ашап-эсеп йөрөү – байҙарҙан ҡалған ғә­ҙәт, тип һөйләп үткәндән һуң, залда уйын ойошторҙолар. Уйын бөткәс, егет менән ҡыҙ өйҙәренә ҡайтып китте. Шуның менән туй бөтә. Икенсе тапҡыр Әшрәф Маликов менән Мөкә­рәмә тигән ҡыҙ үҙ өйҙәрендә үткәрҙе. Өсөнсө ҡыҙыл туй 1930 йылда Ғилман Лоҡманов ағай менән Бибинур еңгәйҙеке ине. Уны Темәс мәктәбендә туғандары һәм яҡын дуҫтары һый-хөрмәт, уйын-көлкө менән үткәрҙе.
1928 йылда “Рапат” тигән коллектив хужалыҡҡа индек, унда 10-15 өй бергә ҡушылып, иген сәстек. Беҙҙең рәйес Кәлимулла Исҡужин ине. Иген үҫкәс, игенде бүлешеп ала торғай­ныҡ. 1930 йылда ауылда күмәк хужалыҡ төҙөлөп, беҙ колхозға инеп, малдарҙы дө­йөм­ләштерҙек. Аттарҙы, бейә, һыйырҙы бушлай биреп, кол­хозға мал йыйҙылар, ферма төҙө­нөләр. Унда тәүге колхоз рәйесе Мө­хәмәтша Мәмбәт­ҡолов булды. Был саҡта айырым хужалыҡта йәшәүселәр күп ине, һуңынан бөтәһе лә колхозға инде.
1931 йылда байҙарҙы кулак тип юҡҡа сығара башланылар. Мин ул ваҡытта совет ағзаһы инем, ауыл Советы рәйесе Аҫылбикә апай Әүәл­баева бул­ды. Мине ауыл Советына саҡы­рып алып, Шәриф Хәмиҙуллин тигән сауҙагәргә ебәрҙеләр, ярҙамсы итеп Шәрәф ағай Шәрипов менән Ниғәмәт Ирназаров ағайҙы бирҙеләр. Һуңы­нан Хәмиҙуллин ағай партизан булыу арҡаһында әйберҙәрен кире ҡайтарҙылар.
1931 йылда Темәстә уҡы­тыу­сылар курсы асылды. Мин шул курсҡа инеп, уҡытыусы булып киттем. Был курс баш­ланғыс мәктәптәрҙә уҡытыу­сы­лар етешмәгән өсөн ҡыҫҡа ва­ҡыт эсендә — 7 йыллыҡты 7 айҙа — бөтөрөп сығыу ине. 1931 йылда Темәстә совхоз төҙөлдө. Беҙ курста саҡта шул совхозға практикаға йөрөй торғайныҡ. Мин уҡыуҙы бөткәс, Икенсе Этҡолда 1931–1932 йыл­дарҙа – Темәстә, ҡалған 23 йылын Әминдә эшләнем.
1941 йылда һуғыш башланып китте. Мин 1941 йылда Баш­ҡорт кавалерия дивизия­һына эләктем. Унда I полк артиллерияһында хеҙмәт ит­тем. Немецтар менән беренсе тапҡыр Алим йылғаһы буйында ос­раштыҡ. Унда бик ҡаты алыш барҙы, беҙҙең расчет бик күп дошманды ҡырҙы һәм һөжүмен кире ҡаҡты. Бында бик күп командир һәм һалдат орден менән наградланды.
1942 йылда Брянск өлкә­һендә оборонала яттыҡ. Дошман бик ныҡ ҡаршы тора, уларҙа көс күп ине. Үткәрмәҫкә бар тырышлыҡты һал­дыҡ. Хатта улар самолет менән бик ныҡ күҙәтте, ә беҙҙә маскировка яҡшы эшләне. Брянскиҙа йәй буйы дошманды үткәр­мә­йенсә, һөжүмдә­рен кире ҡағып яттыҡ. Ошо ҡурҡыныс ваҡытта ла беҙҙең башҡорт үҙеш­мәкәр артистары, ҡурайсы, бейеүсе­ләре концерт, уйын ҡуя тор­ғай­ны. Шунда снайпер Байҙулла Сибаевҡа бағышлап “Сибай” көйөн йырланым.
1942 йылдың октябрендә беҙҙе Сталинград фронтына алып китте­ләр. Унда походта айҙан ашыу бар­ҙыҡ, кистән таңға хәтлем, төнө буйы. Ә көн­дөҙ бер ҙә ял итергә, йоҡларға ваҡыт булмай: ҡоралдарҙы та­ҙартыу, атты тәрбиәләү эшенән бушап булмай, йәнә походҡа китергә ваҡыт етә. Айҙар буйы йоҡламай бик йонсоп, арып барҙыҡ. Ашау яғы ла насар булды.
1942 йылдың 19 ноябрендә Сталинград һуғышына барып инеп киттек. Унда бик ҡаты һуғыш барҙы, дошман беҙгә ҡаршы танкыларын ебәрҙе, шул ваҡытта яраландым. Мине госпиталгә оҙаттылар. Борисо­глебск госпиталендә айҙан ашыу ят­ҡас, Тамбовҡа дауала­нырға ебәр­ҙе­ләр. Төҙәлеп сыҡҡас, 1943 йыл­да II Украина фронтындағы 10-сы танкыға ҡаршы истребитель бригада­һына эләктем. Унда артиллерияла хеҙмәт иттем. Беҙ Ук­раинала һуғыш­тыҡ, Дон, Днепр йылғаларын кистек. Курск дуғаһында ҡатнаштыҡ, Харьковты алдыҡ. Днестр йыл­ғаһы аша сы­ғып, Молдавияға сыҡтыҡ. Мол­давия­нан һуң Румынияға барып, Ясле-Кишиневта ла ҡатнаштыҡ. Румы­ния­ны алғас, мин Арат ҡала­һында контузияланып, госпиталдә ят­тым. Унан сыҡҡас, беҙҙе запас полкка ебәрҙеләр. Миномет артиллерия­һына эләктем. Беҙ­ҙе 30 километр тылға Карпат­тағы дошмандарҙы ҡы­уып төшөрөү өсөн ебәрҙеләр. Беҙ унда йәйәүләп, тәрән ҡарҙы кисеп һу­ғышып, Чехослова­кияға сығып, Прагала һуғышты бөттөк. Еңеү байрамын үткәр­гәс, Венгрияға барып, Балатон күлендә демоби­лизация­ланылар”.
Ошонда уның яҙмалары тамамлана. Уҡытыусының хәти­рәләре бик әҙ булһа ла, Бөйөк Ватан һуғышының бер битен аса, Еңеүҙең ҡатмарлы һәм урау юлдар, оҙайлы йылдар аша яуланыуын тасуирлай. Әгәр һуғыш ваҡытында уҡ көндәлек алып ба­рырға мөм­кинлеге булһа, хәҙерге ваҡытта беҙ ҡиммәтле мәғлүмәттәргә эйә булыр инек…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519