Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зат-ырыуға ҡанат, ҡаҙна булдың
Зат-ырыуға ҡанат, ҡаҙна булдыңОшо көндәрҙә Айрат Ғәйзулла улы Ғафаровҡа 70 йәш тулған булыр ине. Гөрләтеп йәшәп ятҡанда аяуһыҙ үлем тырнағы типһә тимер өҙөрлөк, ил ағаһы булырлыҡ кешене арабыҙҙан йолҡоп алды. Аяныс, беҙ бөгөн уны юбилейы менән ҡотлап, мөһабәт кәүҙәһенә һоҡланып, йыр-моңона һәм аҡыллы һүҙҙәренә сорналып, һынсыл ҡарашының нурҙарына уралып ултыра алмайбыҙ. “Эх!” тип көрһөнәбеҙ ҙә яратҡан ағайыбыҙ менән тормош юлдары киҫешкән мәлдәрҙе хәтергә төшөрәбеҙ...
Мин, Айрат ағайҙың яҡташы булһам да (беҙ — баймаҡтар), уның менән яҡындан Өфөлә таныштым. 1985 йылда ул мине үҙе директор булып эшләп йөрөгән 11-се профессиональ-техник училищеға уҡытырға саҡырҙы. Ҡапыл ғына ризалыҡ бирмәнем, сөнки Айрат Ғәйзулла улы менән эшләү — ҙур яуаплылыҡ. Етмәһә, училище — Эске эштәр министрлығы ҡарамағында. Был иһә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Шулай ҙа ризалыҡ бирҙем.
Айрат ағай профтехучилищеға директор булып килгәнгә тиклем, 44 йәштә булһа ла, ғәжәп ҙур тормош һәм хеҙмәт тәжрибәһе туплаған кеше ине. Уның 12 балалы ғаиләлә икенсе бала булыуын һәм һуғыштан ике күҙе лә тома һуҡырайып ҡайтҡан атай менән үҫеүен әйтеп китеү ҙә етә.
Үҙ тырышлығы менән тыуған ауылы Ҡолсоранан 15–16 саҡрымда ятҡан Түбә руднигында урта мәктәпте тамамлай. Шунан Сибайға килеп, хеҙмәт юлын ер ҡаҙыусы булыуҙан башлай. Ҡалала 11 йыл эшләү осоронда ул, кистәрен уҡып, тау-байыҡтырыу техникумын бөтә, ундан ашыу һөнәр үҙләштереп, һәр береһенә документ ала, йыш ҡына рационализаторлыҡ тәҡдимдәре индереп тора. 1965 йылда ғаилә ҡора һәм биш йылдан Өфөгә эшкә күсә. Бында ул Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Шунан уны Мәскәүгә ГИТИС-ҡа ебәрәләр, уны ла һәйбәт тамамлап ҡайта.
Яңы асылып торған профтехучилище, әлбиттә, уҡыу йылын башлап ебәреүгә әҙер түгел ине. Беҙ тиҙ арала бүлмәләрҙән кластар, оҫтаханалар йыһазлап ебәрҙек. Айрат ағай үҙенә генә хас таһыллыҡ, тәүәккәллек менән уҡыу-уҡытыу әсбаптарын йыйҙы, коллектив тупланы. Уҡытыусы кадрҙарҙы бик һайлап, юғары белемлеләрен генә алырға тырышты. Белгестәр, үҙ эшен белгәндән тыш, ышаныслы, әхлаҡи яҡтан тотанаҡлы булырға, хөкөм ителгәндәр менән билдәле тәртиптә генә аралашырға тейеш ине.
Айрат Ғәйзулла улы, “бөтәһен дә кадрҙар хәл итә” тигән принципҡа таянып, яҡшы башҡорт белгестәрен йыйып алды. Бындай үҙаллы эш итеүҙе колония етәкселеге оҡшатманы һәм директорға маҡтаулы исем юллағанда аяҡ салды. Ә училищеның тормошо бар йәһәттән дә алға барҙы. Айрат ағайыбыҙ етәксе булараҡ та, уҡытыусы булараҡ та коллективының араһында ҡайнаны.
Бер көн ул дәрес алып барған кабинет эргәһенән үтеп барһам, ҡурай моңо ағылыуын ишетеп ҡалдым — “Уйыл” көйө ине. Ҡайһы башҡорт үҙ халҡының оҙон көйөнә битараф булһын инде! Туҡтап, тыңлап торҙом, күҙгә йәштәр эркелде. Баҡтиһәң, Айрат ағай “Ағас тоҡомдары һәм уларҙың үҙенсәлектәре” тигән темаға дәрес үткәрә икән. Ағастарҙы файҙаланыу мөмкинлектәрен һанап сыҡҡандан һуң, ул ағастың тылсымлы музыкаль тауышлы ла булғанын шпондан яһалған ҡурай аша ишеттерә икән. “Был ҡурайҙың авторы республикала билдәле оҫта Вәкил Шөғәйепов тигән ағайығыҙ була. Әле башҡорт думбыраһын тергеҙеү өҫтөндә эшләй”, — тигән мәғлүмәттәр килтерҙе. Ул заманда холоҡ төҙәтеү урындарына хәҙерге үҙгәрештәр барып етмәгән мәл. Радио, телевизорҙан туған телдәге тапшырыуҙарға ҡытлыҡ кисергән саҡта, моңға һыуһап йөрөгән егеттәребеҙҙең күңеленә хуш килде бындай дәрес.
Һуңғараҡ Айрат Ғәйзулла улын колониялар һәм училищелар араһында барған концерттарға ла саҡырҙылар. Ауырыу сәбәпле эштән киткәс, колония һәм уның идаралығы хеҙмәткәрҙәре: “Ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, баянда, мандолинала, скрипкала, һыбыҙғыла уйнай белгән, матур йырлаған директорыбыҙ ҡайҙа?” — тип һорайҙар ине. Аяныслы хәбәрҙе ишеткәс: “Ай-һай, бөтә яҡлап маһир ине”, — ти торғайнылар.
Айрат Ғәйзулла улы Ғафаров профессиональ белем биреү өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләне. Ябай мастерҙан директор вазифаһына күтәрелде. Кем булып ҡына эшләмәһен, йәнен-тәнен биреп, барлыҡ белемен һалып хеҙмәт итте. Намыҫлы кеше булды, тураһын әйткәндә, халҡының намыҫын да күтәреп йөрөттө ул.
Ул кешелекле, кеселекле, ғәҙел, ғәжәп дәртле, эшлекле, оҫта ҡуллы, булдыҡлы, иҫ киткес ярҙамсыл ағай ҙа ине. Мин бигерәк тә халҡыбыҙҙың йыр-моңона үтә иғтибарлы булыуын ғәжәп итә торғайным. Ҡунаҡта саҡта ла, бәләкәй дәфтәрен алып, тәүләп ишеткән йырҙарын яҙып ултырыр ине. Уның репертуарында, мәшһүр башҡорт халыҡ йырҙары “Урал”, “Сибай”, “Уйыл”, “Буранбай”, “Ҡаһым түрә” һәм башҡаларҙан тыш, бер кем дә йырламаған, сәхнәләрҙә башҡарылмаған дүрт йыр булды: “Ҡара сәүкә”, “Ырымбур”, “Йәнбикә” (легендалы башҡорт халыҡ йыры), ҡәйнәһе Сәмиға Сөләймәнованан отоп алған исеме билдәһеҙ табын йыры. Был йырҙар Айрат ағайҙың үҙенең башҡарыуында магнит таҫмаһына яҙылған көйө һаҡлана.
1996 йылдың октябрь айында Айрат ағай үҙенең тыуған ауылы Ҡолсорала олатаһының ҡустыһы, халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы, граждандар һуғышы геройы, ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, күренекле дәүләт эшмәкәре, 1937 йылдағы золом ҡорбаны Шәмсетдин Шәйхетдин улы Ғафаровтың 100 йыллыҡ юбилейын ойошторҙо. Байрам Баймаҡ районы етәкселеге, колхоз һәм ауыл етәкселәре ярҙамында бик дан итеп үткәрелгәйне. Был тарихи сараның ойоштороусыһы ла, йүнләүсеһе лә, сценарий авторы, табында йүгереп йөрөп хөрмәт итеүсеһе лә, ҡаты ауырыуына һәм хәл өҫтөндә йөрөүенә ҡарамаҫтан, ғәййәр рухлы Айрат Ғәйзулла улы Ғафаров булды. Үкенескә ҡаршы, “булды” тим, сөнки байрамды дан итеп үткәреп, иртәгәһенә ҡыуанышып Сибайға ҡайтып килгәндә, юлда уның йөрәге туҡтаны... “Яҡшы ат бәйгелә ауыр”, тигән халыҡ. Башҡорттоң уңған улдарының береһе арабыҙҙан китте.
Ғүмере ҡыҫҡа булһа ла, Айрат ағай аҡыллы балалар үҫтереп ҡалдырҙы, ейәндәрен дә күреп өлгөрҙө. Был донъянан киткәс тә бәхетле булды ағай: ғаиләһенең хәстәрлеге менән Сибай урамдарының береһенә Шәмсетдин Ғафаровтың исеме бирелде һәм иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды, Айрат ағайҙың 60 йәшенә бағышлап Өфөлә хәтер кисәһе үткәрелде, уға арнап ҡатыны үҙенең шиғырҙары һәм йырҙары тупланған китап сығарҙы. Әгәр ике улының һәм бер ейәненең Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡортостандың дәүләт йәштәр премияһы лауреаты икәнен, Алмас улының республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем алыуын, Искәндәр ейәненең Италия, Болгария, Украина, Франция, Венгрия илдәрендә донъя пианистары араһында 1-се урынды яулауын белгән булһа, әлбиттә, уның кинәнесенең сиге булмаҫ ине.
Йөрәк ярып сыҡҡан ошо һүҙҙәрҙе әйтмәй булмай:
Зат-ырыуға ҡанат, ҡаҙна булдың...
Ер ҡуйынында ятыр ҙа ирме инең?!
Айрат ағайҙы барыбыҙ ҙа юҡһынабыҙ, һағынабыҙ...
Салауат МОСТАФИН,
хеҙмәттәше, яҡташы, дуҫы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840