Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙырбыҙ әле “Биш”кә!
Бала саҡта “диктант” һүҙенән йөрәк “жыу” итеп ҡала торғайны. Әле Башҡортостанға беренсе тапҡыр “Бөтөн Рәсәй географик диктанты” киләсәге тураһында ишеткәс, күңел елкенеп ҡуйҙы. Бәй, килһен! Халҡыбыҙ белемен “бизмәнгә” һалып ҡарар, башҡа төбәктәр менән көсөн самалар.

Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан тәҡдим ителгән “Минең илем – Рәсәй” диктанты М. Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия универ­си­те­ты­ның 202-се, 206-сы ауди­то­рия­һында һәм Башҡорт дәүләт уни­верситетының география факультетындағы 01-се, 02-се аудиторияларҙа үтәсәк. Әбйәлил, Ишембай, Архангел, Баҡалы һәм башҡа райондарҙың “географ”тары бәйгелә ҡатна­шырға теләк белдергән. 200-ҙән ашыу кеше ҡәләмен ослап ҡуйған да инде.
Диктанттың тексында өс өлөш­тән торған 25 һорау буласаҡ. Беренсеһе – географик атамалар, терминдар, икенсеһе – карталағы географик объекттар, өсөнсөһө иһә – Рәсәй төбәктәре һүрәтләнгән нәфис әҙәбиәт аша географик атамаларҙы билдәләү.
Эштәрҙе тикшереүҙә ғалимдар, география уҡытыусы­лары ҡатнашасаҡ. Һөҙөмтәләрҙе 10 декабрҙә Рус география йәмғиәтенең сайтынан ҡарап, шулай уҡ 8-917-340-54-40 йәки 8-960-804-56-20 телефондарына шылтыратып белергә мөмкин.
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе рәйесе Камил Йы­һаншин әйтеүенсә, республикабыҙҙа еңеүсе­ләргә ҡиммәтле бүләктәр биреләсәк.
Диктант иртәгә сәғәт 12-лә башлана.
Шулай итеп, бәйгегә, дуҫтар, бәйгегә! Ҡәлә­мегеҙ осло, зиһенегеҙ аяҙ булһын!



Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840