Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төпкөлдә төңөлмәйҙәр
Төпкөлдә төңөлмәйҙәр “Төпкөл” тигәс, шайтан аяғын һындырырлыҡ юлһыҙ, түрә-маҙар күреп хәлдәрен белмәгән халыҡ йәшәгән ҡарауһыҙ ауыл күҙ алдына килеп баҫалыр. Ысынлап та, үҙәктәрҙән алыҫта ята улар. Ҡайһыһы иһә бынан быуат элгәреге бүленеш буйынса Башҡортостан сигендә үк ҡалған. Сирбай менән Аҫылғужа ла Силәбе өлкәһенә терәлеп үк ята. Әй йылғаһы, тауҙар ғына айырып тора. Хәйер, ҡайһы саҡ улары ла уртаҡ: аҫаба ата-бабаларыбыҙҙың бер үк ерҙәре бит…

“Балаларымдың атаһы уға оҡшаһын, тинем”

Сирбай. Көҙгө һалҡын, үҙәккә үтерлек шыя ямғыр ҡатыш ҡар яуып торһа ла, күтәртелгән юл уның урамдары менән таныш­ты­рырлыҡ. Өйҙәр төҙөк. Һәр ҡай­һыһы зауыҡ менән биҙәлгән. Ху­жаларының оҫталығын, кемлеген күрһәтеп тора. Йортта нин­дәй ир-ат йәшәгәнлеген ҡапҡа­һына ҡарап бел, тиҙәр. Бында бар ҡа­ралты өй эсенә үк үтергә саҡырып тора. Хәйер, ана, хужа ла, күп­тәнге таныштар һымаҡ, ҡоласын йәйеп ҡаршы ала: “Әйҙә, уҙып китегеҙ”. Күрештек. Таныштыҡ.
Төпкөлдә төңөлмәйҙәрНуриман Мөхәмәтдинов һүҙ эҙләп “кеҫә”гә кермәй торған кеше булып сыҡты. Атаһы Нурулла ағай менән әсәһе Зәрә апай уны донъяға килтереүенә ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, һис кенә ундай йәште бирмәҫһең.
— Йырлап, бар нәмәне яҡшыға юрап йөрөйөм бит мин, — тип көлә Нуриман.
Юҡҡа ғына уның “йырлап йө­рө­үе” Дыуан техникумында зоотехник һөнәрен алғас, өс йыл колхозда эшләтеп, Стәрлетамаҡ мәҙәни-мәғрифәт училищеһына алып китмәгәндер. Һуңынан инде ауылда мәҙәниәт усағына “утын” өҫтәткән. Күрше (ул яҡтарҙа 12 саҡрым ара – арамы ни?) Ҡол­баҡ ауылы ҡыҙы Гүзәлдең дә башын ошо “әртислек” ғәләмәте әйләндергән тиер инең… Юҡ. Был осраҡта егетлегелер.
– Мин автобустан төштөм, бер ҡыҙ ултырырға тора. Һүҙ ҡуш­майынса ике-өс минут ҡарашып алғанбыҙҙыр ҙа, шуның менән вәссәләм. Бер нисә көн үткәс, Ҡолбаҡҡа барып, кашауай санаға ултыртып алып ҡайттым да киттем, – ти Нуриман. – Бына 20 йылдан ашыу бергә йәшәйбеҙ…
Гүзәл дә, көлөп, уға ҡушыла:
– Өфөгә эшкә йөрөгәндә Арҫлан ауылынан автобус китә торғайны. Нуриман килеп төштө. Уға ҡараным да, үҙ-үҙемә: “Минең балаларҙың атаһы шуға оҡша­һын”, – тинем. Бына, Хоҙай ишет­те. Утыҙҙан һуң кейәүгә сы­ғырға ине иҫәбем. Шулай ҙа ошо йәште тултырҙым. Нуриман өйгә килеп тә керҙе, тәҡдим дә яһаны. Осрашып-аралашып йө­рө­мәнек тә. Риза булдым да ҡуйҙым…
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Гүзәлдең ата-әсәһе ҡыҙҙарының бәхетен күрә алмай. Баҡыйлыҡҡа күскән була. Ике йәш йөрәк иһә донъя көтә башлай. Бер-бер артлы Нурзиҙә, Нурания исемле ҡыҙ­ҙары тыуа.
Төпкөлдә төңөлмәйҙәрМөхәмәтдиновтар үҙ көстәренә ышанып, шәхси ярҙамсы хужа­лыҡтарына таянып, мул тормошта көн күрә.
– Элек шәхси хужалығыңда йәшәү тигән нәмә юҡ ине. Малды ишәйттек, ҡорт тота башланым. Был 94-се йылдарҙа булды. Ул саҡта ҡаймаҡ, һөт, ит һатыу ситен ине бит. Районда беренселәрҙән булып йөрөй башлағанмындыр, – тип хәтер төйөнөн сисә Нуриман Нурулла улы. – Был яҡлап юлды астым. Башлағанда ике ҡулға сумкалар күтәреп, 12 саҡрымдағы Арҫлан ауылына йәйәүләп сығам, һуңынан автобуста Һатҡы ҡалаһына юлланам…
– Ике сумка ҡаймаҡ, һөтөңдөң аҡсаһы әйләнеп ҡайтырға етә инеме һуң? – тип шаяртам.
– Ул саҡта һатҡаны бер теле­визорға етә торғайны. Эйе, ике ҡулға тотҡан тауар хаҡы шулай ине. Ике йылдан машина алдым. Өйләнмәгәйнем әле, аҙаҡ инде Гүзәлде алып ҡайттым.
Мөхәмәтдиновтар әйтеүенсә, бөгөн күптәр “шәхси хужалыҡҡа ғына өмөтләнеп йәшәп булмай” тип үҙҙәрен алдай. Тырышһаң, бигерәк тә ғаиләң өсөн эшләһәң, етеш көн күреп була икән ул.
– Май айынан бәшмәк башлана, көҙгә тиклем килә. Ҡайын, ер еләге өлгөрә, көртмәле лә бар беҙҙә. Һуңынан ҡайын, имән миндеге бәйләйбеҙ. Ямғыр йыш яуа, бәшмәк шәп үҫә. Һатҡы беҙҙән 80 саҡрым, машинала алып барып, таныштарға таратып ҡына сы­ғам. Һеперткегә заказды ҡыш­тан уҡ биреп ҡуялар, меңәрҙе бәйләйбеҙ. Егерме йылдан ашыу һатҡас, бөтәһе танып бөткән. Килеп төшөү менән машинаны һырып алалар…
Малдары ла ишле Мөхә­мәт­ди­новтарҙың. Биш һауын һы­йы­ры, шунса уҡ тана-үгеҙ, быҙау, ҡош-ҡорто ла бихисап. Картуф күп үҫтерәләр, һис фәстереү тү­гел, быйыл ғына ла мең ярым биҙ­рә уңыш алғандар. Бер биҙ­рәһен 8 килоға һалһаң да 12 мең килограмм (12 тонна) килеп сыға. Быларға 20 башҡа яҡын бал ҡорто ғаиләһен өҫтәргә кәрәк. Эйе, бөтәһе лә ваҡыт, көс талап итә. Бесәнен генә лә 20-шәр эҫкерт әҙерләйҙәр. Техника яғынан МТЗ-80 тракторы, сапҡыс, һабан, арба – барыһын хәстәр­ләгән хужа. Депутат икәнен дә өҫтәргә кәрәк.
Арҫлан ауыл биләмәһе баш­лығы Рим Вәлиуллин әйтеүенсә, Сирбай – халҡы тик үҙ көстәренә генә ышанып донъя көткән һирәк ауылдарҙың береһе.
– Йәштәрҙең һәр ҡайһыһы 5-8 баш мал тота. Һәр бер өйҙә машина, трактор бар. Барыһы ла етеш йәшәй. Ауыл биләмәһенә ете ауыл ҡарай. Иң күп йәштәр бында ҡала. Себер, башҡа тарафтарға бик аҙҙар ғына китә, – ти Рим Насир улы. Сирбай халҡы “ауылда эш юҡ” тип йәшәмәй. Уларҙан ундай һүҙҙе бик теләһәң дә ишетмәҫһең. Тағы бер әһә­миәтле күренеш: халыҡ үҙе теләп “Айыҡ ауыл” конкурсында ла ҡатнашты…

Алты айҙай ғына алтмыш йыл

Төпкөлдә төңөлмәйҙәрАуыл биләмәһе башлығының был һүҙҙәрен 60 йылдан ашыу бергә ғүмер кисергән Шәмсинур инәй менән Ғилемхан ағай Хисбуллиндарҙан да ишеттем.
– Беҙҙең ауыл халҡы һымаҡ тырыш, бер-береһенә ярҙам­сылдар бик һирәк ерҙә булалыр ул, – ти хужа, өҫтәлгә һыуы шажлап ҡайнаған самауырын ултыртып. – Әйҙә, башҡорт тәүҙә сәй­ләп ашап, һуңынан ғына эш тураһында һөйләшә…
“Эш” хаҡында һөйләшеү ти­гән­дән, алты тиҫтә йыл бергә татыу ғүмер кисергән, алты бала (биш ҡыҙ, бер ул ) үҫтергән, бөгөн 14 ейән-ейәнсәрҙәре, бер бү­ләләре булған ғаиләне йәштәргә өлгө итеп күрһәтеү ине ниәтем. Йәшермәйем, кемгәлер ялҡытҡыс һымаҡ тойолһа ла, ундайҙар ту­ра­һында әленән-әле яҙыр, тор­мо­шобоҙҙан “гражданлыҡ никахы”, “килешеп йәшәү” һәм башҡа шундай ят күренештәрҙе ҡыҫы­рыҡ­лап сығарыр инем. Нәҡ Хисбуллиндар һымаҡ меңдәрсә ғаи­ләнән тора бит ул ил-күсебеҙ кө­сө, тотороҡло йәшәйеше. Ун­дай­ҙар йылы һүҙгә лә, хөрмәткә лә лайыҡ. Тураһын әйтергә кәрәк, хә­ҙер беҙ күпселектә үҙебеҙҙең йүнһеҙлекте “ауыр заманда-а…” тигән аҡланыу менән алмаштыра, уйлап сығарылған нәмәләргә ышыҡлана барабыҙ. Тотоп ҡына аныҡ эштәр атҡарыр урынға күңелде зар менән тултырабыҙ. Иң ҡурҡынысы: балалары­быҙ­ҙың – киләсәк быуындың ташып торған дәртен һүндерәбеҙ.
Оло быуын. Күпте кисергән быуын. Ғилемхан ағай атаһы Әмирхан ағайҙы һуғышҡа оҙат­ҡанда туғыҙ ғына йәшлек булған.
– Иң өлкәне инем. Йылға күпе­рен сыҡҡансы оҙатып барҙыҡ. “Инәйеңдең һүҙен тыңлап тор”, – тигән булды. Шулай китеп барҙы. 1943 йылдың 13 сентябрендә һәләк булды. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһында ине. Хатығыҙҙы алдым, ат эйәрләп торғанда. Тиҙ генә уҡып, яуап яҙа һалам. Фронтҡа керәбеҙ”, – тигәйне һуңғы хәбәрендә…
Шулай итеп, Мөғлифә апай өс балаһы менән тол ҡала. Ғи­лемхан ағай — иң өлкәне. Ун йәшендә йорт эштәрендә атаһын алмаштыра.
Шәмсинур апай ҙа ошо ауылдыҡы. Ҡара диңгеҙ фронтынан ҡайтҡан Ғилемхан уйынға сығыу менән ҡыҙҙың да күңеле шунда тартыла. Бер-береһен оҡшатҡан йәштәр оҙаҡ осрашып йөрөмәй, үҙаллы тормош ҡороп ебәрәләр.
Бала саҡтары, йәшлектәре һуғыш осорона тура килгәндәр, унан һуңғы йылдарҙа тыуғандар менән һөйләшкәндә, йыш ҡына улар: “Ил күргәнде күрҙек инде”, — ти. Шуның менән барыһы аңлашыла. Тормош юлдары ла оҡшаш һымаҡ.

“Ғүмер эш менән уҙҙы, сирләргә ваҡыт ҡалманы”

Төпкөлдә ятҡан икенсе ауыл – Аҫылғужаға ингәс тә Аб­драфи­ҡовтар өйө алдында туҡтайбыҙ. Әбдрәҡит ағай менән Ғәзимә апайҙың ғүмер юлы ла баш­ҡаларҙан бер нимәһе менән айырылмай төҫлө. Тик һәр ғаилә уны үҙенсә үткән, үҙенсә балалар тәрбиәләгән.
– Бергә йәшәгәнгә 60 йылдан ашыу, Аллаға шөкөр. Һаулыҡҡа зарланған юҡ, – тип йылмая Әбдрәҡит Халиҡ улы. – Ғүмер эш менән уҙҙы, сирләргә ваҡыт ҡалманы. Барыһы бергә булды: ҡыйынлыҡтарҙы ла кисерҙек, шатлыҡтарҙы ла, тигәндәй…
– Зарланмайбыҙ. Дүрт малай, бер ҡыҙ үҫтерҙек, – тип һүҙгә ҡу­шыла Ғәзимә Ахун ҡыҙы. Ҡар­шыла ғына төпсөк улыбыҙ Рәйес өй һалып сыҡты. Себер китәм, тип яр һалғайны ла, ебәрмәйбеҙ. Ике бала үҫтерҙеләр. Киленем Сулпан бик уңған. Мал-тыуар тоталар. Бында ла бынамын тигән иркен тормошта йәшәп була.
Аҫылғужала халыҡ тәүҙә колхозда, һуңынан совхозда эшлә­гән. Һуңғы йылдар үҙ көстәренә таянып, шәхси хужалыҡтарын алып баралар. Сирбайҙан айырмалы рәүештә, бында ситтә эшләгәндәр күберәк. Шулай ҙа…

Спорт мастеры… һарыҡ аҫрай!

Төпкөлдә төңөлмәйҙәрШулай ҙа йәнтөйәккә ҡай­тыу­сылар бар. Мәҫәлән, Земфира Хә­бирова улы менән ҡайтып, шәхси эшҡыуар булып теркәл­гән – үҙ эшен асҡан. Асылда хужалыҡ менән улы Артур Хөс­нөтдинов шөғөлләнә. Һарыҡсы­лыҡ тармағын һайлау ҙа Ар­турҙың теләге булған. Ире Альберт, ҡыҙы Оксана менән кейәүе Марселдең үҙ эше — Силәбе өлкәһе Һатҡы ҡалаһында “Хәләл” тип аталған магазин тоталар. Ҡыҫҡаһы, ғаилә ауыл хужалығы тауарын етештереп, үҙҙәре һатып алыусыға туранан-тура сығыу юлын тапҡан.
— Һатҡы ҡалаһында бик күп мосолман йәшәй. Улар хәләл ит ризығы һатып ала алмай ине, — ти Артур. — Мин Аҫылғужала тыу­ғанмын. Ҡайтҡас та бында тоҡомло һарыҡтар үрсетергә булдым. Урын да матур, бесәнлек-көтөүлек етә. “Хәләл” магазинын тәьмин итерлек, Ҡорбан байрамдарына етерлек мал аҫрарға ине иҫәп…
Хөснөтдинов – ҡалала үҫкән егет. Шуға ла тәүҙә компьютер аша һарыҡ тоҡомдарын өйрәнә. Һуңынан романовтыҡына туҡ­тала. Улар беҙҙең шарттарға тиҙ яраҡлаша, ауырыуҙарға бик бирешмәй. Тағы бер өҫтөнлөгө – икешәр-өсәр бәрәс килтерә. Шулай итеп, Шишмә районынан 19 орғас, бер тәкә алып ҡайталар. Быларынан тыш, һыйыр, таналар үҫтереп, һимертер өсөн үгеҙ быҙауҙар алғандар.
Артур Альберт улы яҙмышын ҡырҡа үҙгәртә. Һис кенә лә ауыл хужалығына яҡын кеше түгел ул. Һөнәре буйынса — юрист. Эске эштәр министрлығының Силәбе юридик институтын тамамлаған. Ләкин гелән үҙ эшен асыу теләге менән янып йәшәй. Шулай итеп, элекке юрист ғаилә кәсебе булырлыҡ эшкә тотона. Тағы бер һоҡланғыс сифатын әйтке килә: ул каратэ буйынса спорт мастеры, кикбоксингта спорт мастер­лығына кандидат. Ике төрҙән дә Рәсәй кимәлендә күп тапҡыр призлы урындар яулаған. Ауылға ҡайтҡас, аҫылғужалар уны биләмәләренең депутаты итеп тә һайлаған. Быларҙан тыш, Артур үҙ ауылында спорт секцияһы ойоштора, 12 баланы көнсығыш көрәш төрҙәренә өйрәтә. Район үҙәгендә иһә ете йәштән алып 17 йәшкә саҡлы 70 уҡыусы йөрөй. Хатта бәләкәстәрен килтергән ата-әсәләр ҙә улар рәтенә баҫа.
Хужалыҡ асып, үҙаллы шө­ғөл­ләнә башлағас, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмай Хөснөт­динов. Ә улар етерлек була: беренсенән, ауылда үҫмәгән — тәжрибә яғы юҡ; икенсенән, мал тотоу өсөн урынын ваҡытлыса ғына яһағандар. Бөгөн иһә улар ҙур аҙбар төҙөгән, һарыҡтарын бәрәсләтеү өсөн йылыһын һалалар. Бына шулай, тырышҡан — ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит. Ауылына ҡайтып, Земфира Сәйфулла ҡыҙы улының арта­банғы яҙмышын да хәстәрләй. Ата-баба еренә нигеҙ ҡороу — изге эш. Яҡташтарының хәстәр­лектәре менән йәшәү тағы ла мәртәбә…

Сәфәр тамам

Был ике төпкөл ауылда проб­лемалар юҡмы икән ни, тиер уҡыусы. Әлбиттә, бар. Ул бәлә­кәйҙәрҙә генә түгел, ҙурҙарында ла етерлек. Ләкин Сирбай менән Аҫылғужала иң мөһиме — ха­лыҡтың күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәүе, дәрт, эшкә булған сәм, киләһе көнгә ышаныс. Тағы ла урындағы, район етәкселе­генең уларға ярҙам итеү теләге, тип тә өҫтәргә кәрәктер. Үҙҙәре ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға тырышҡандарға ғына ҡулдарҙы һуҙғы килә бит ул.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 442

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513