Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡырағай “мөйөш” өсөн дә ҡулай
Ҡырағай “мөйөш” өсөн дә ҡулай Хәҙер ҡомалаҡты баҡсала ла үҫтерәләр. “Эйәләштерелгән”енең орлоғо һатыла. Һеҙҙең баҡсала муйыл, миләш ағастары булһа, иң һәйбәте – урман-ҡыуаҡлыҡтарҙан тамырынан алып ҡайтып үҫтерелгәне, сөнки быныһын декоратив үҫемлек булараҡ та, тормошта ҡулланыу өсөн дә ултыртырға мөмкин. Шунан һуң, хәҙер бит ҙурыраҡ баҡсала “ҡырағай тәбиғәт мөйөшө” булдырыу модала. Бер юлы ике “ҡуян” — заманса баҡса һәм ял өсөн “ҡырағай” мөйөш.
Ни өсөн йыялар?
Ағастарҙы ҡуйы япраҡлы оҙон һабаҡтары менән сырмаған был үҫентене сүпрә эшләр өсөн күпләп йыйғандар. Хәҙер ҡамырҙы йышыраҡ әҙер әсетке менән ҡуялар, шуға ла ҡомалаҡ әйләнештән сығып бара. Һатыуҙағы сүпрәне лә шул уҡ ҡомалаҡтан әҙерләгәс, уны культуралы үҫемлек булараҡ үҫтерәләр. Үрсетеүе ҡыйын түгел: урмандан тамырынан ҡаҙып алып ҡына ултыртһаң, бик матур декоратив үҫемлек булып оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк.
Файҙаланыу өсөн ҡомалаҡтың алтынһыу йоморсаҡ инә сәскәләрен йыялар. Был – ике өйлө үҫемлек, йәғни ата һәм инә сәскәләре була. Әсет­ке яһау өсөн сәскәләрен шәрбәт он боламығына һалырға кәрәк. Рәсәйҙә милли эсемлеккә әйләнгән һыраның составында хуш еҫ биреүсе ҡомалаҡ мотлаҡ була.
Медицинала ул төрлө маҡсатта ҡулланыла. Өй шарттарында, ғәҙәттә, сәскәләрен һалып мендәр эшләйҙәр — йоҡлағанда тынысландыра, баш ауыртыуын баҫа.

Яңыртып торһаң...
Кәстрүлгә ике ус ҡомалаҡ сәскәһен һалып, 15 стакан һыу ҡойоп, 15-20 минут ҡайнаталар. Һыуын һарҡытып, бүлмә температураһына тиклем һыуытҡас, бер аш ҡалағы тоҙ, бер стакан шәкәр ҡомо, 400 грамм 1-се сортлы бойҙай оно һалып, төйөрҙәре бөткәнсе иҙәләр, йылы урынға ҡуялар. Ике тәүлек ултырған әсеткегә 1,2 килограмм бешкән картуфты ҡырып төшөрөргә лә тағы бер тәүлеккә йылы урында ҡалдырырға кәрәк. Был ваҡытта шыйыҡсаны бер нисә тапҡыр болғаталар. Һуңынан уны һөҙөп, шешәләргә тултырырға һәм кәрәк саҡта файҙаланыр өсөн бер ай буйы һалҡын урында һаҡларға мөмкин. Ныҡ әсеһә, он менән ҡуйыртып, киптереп һаҡларға ла була. Ғәҙәттә, өҙлөкһөҙ әсетеп, ҡайнаған һыу һәм он өҫтәп яңыртып торалар, шул сағында ул бик оҙаҡ хеҙмәт итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518