Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшлек – йәшнәр саҡ
Йәшлек – йәшнәр саҡ “Йәштәр – башҡорт халҡының стратегик ресурсы” тигән төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияның уҙыуы осраҡлы түгел. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов октябрь уртаһында йәш депутаттарҙың беренсе форумында, йәшлек менән алдырырға тейешһегеҙ, тигән һүҙҙәргә тиккә генә баҫым яһаманы.
Йәштәр һарайына килеп ингән һәр кем ҡунаҡсыл мөхиткә эләкте: “Баш­ҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы, З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте, Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты китап менән сауҙа итә, Әлфиә менән Гөлфиә Хамматовалар милли кейемдәр күргәҙмәһе ойоштор­ған ине. Унда ла, бында ла өйкөм-өйкөм йыйылған фекерҙәштәрҙең, дуҫтарҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.
Башҡортостан Башлығы хакимиәте­нең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары Ришат Саби­товтың һүҙҙәренә ҡарағанда, әлеге фо­румға төрлө тарафтарҙан башҡорт йәш­тәренең иң әүҙемдәре ашҡынып ки­леп еткән. Ҡыҙҙарҙың һәм егеттәрҙең йәмәғәтселеккә, халҡына еткерер тәҡ­дим­дәре күп йыйылған, барыһы ла яңы идея менән яна, тәжрибә уртаҡлашырға әҙер.
Ришат Хажиғәле улының сығышын “Башҡорт йәштәре, алға!” тип тамамла­уы оло мәғәнәгә эйә ине.
– Башҡортостан – башҡорттарҙың мәнфәғәтен ҡайғыртҡан берҙән-бер тө­бәк, ә инде йәштәр менән ҡулға-ҡул тото­ноп эшләү – киләсәктең яҡты бу­лы­ры­на бер ышаныс, – тип башланы һү­ҙен Бөтә донъя башҡорттары ҡо­рол­тайы Башҡарма комитеты рәйе­сенең беренсе урынбаҫары Хәләф Ишморатов. – Тормош ҙур тиҙлектә үҙ­гә­реүсән, ә йәш быуын насар ғәҙәт­тәргә тиҙ би­решеүсән. Көнбайыштан көсләп та­ғыл­ан идеологияға – эскелек­те, нар­ко­ма­нияны, бер енесле никах­тар­ҙы, компьютерға бәйлелекте про­паган­далауға ҡаршы торорға кәрәк. Йәштән үк илһөйәрлек тойғоһон тәр­биәләүҙе күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.
Хәләф Хәлфетдин улы мәғариф системаһында алып барылған ҡулай­лаштырыу процесына, ауылдарҙа фельд­шер-акушерлыҡ пункттарының ябылыуына, милләттәштеребеҙҙең сит­кә китеп эшләүенә тәрән борсолоуын белдерҙе. Ә бына милли үҙаңға бәйле сараларҙың яҡшы ойошторолоуын тел­гә алды. Йәрмәкәй, Дыуан, Яңауыл, Асҡын, Тәтешле, Илеш райондарын, Пермь крайын миҫал итеп килтереп, шәжәрә байрамдарын баш­ҡорт­тарҙан күрмәксе бүтән халыҡ­тарҙың да уҙғарыуын әйтеп үтте.
Төштән һуң конференция эше төрлө секцияларҙа дауам итте.


Автор: И. АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840