Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ырғыҙ”, Ныязғол бай һәм банкротлыҡ
“Ырғыҙ”, Ныязғол бай һәм банкротлыҡ Бурыстан ҡотолдороу мәсьәләһенә бәйле мутлыҡтар хаҡында
уҙған быуатта Һәҙиә Дәүләтшина ла иҫкәрткән

“Өс йыл элек банктан ауыл хужалығы ҡорамалдарына тип алынған 126 мең һумды кире ҡайтарыр мәл яҡынланы. Уны проценттар менән түләй башлаһаҡ, үҙеңә мәғлүм, быға тиклем булған аҙаптар юҡҡа сығасаҡ. Байтаҡ ерҙе лә ҡулдан ысҡындырырға тура киләсәк. Шуның өсөн уны хәҙергә бөтөнләй түләмәҫкә кәрәк... Минең быға тиклем һөйләшкән, килешкән һәм алған ерҙәрҙе йыйғанда, үҙебеҙҙең башҡорттарҙан вечныйға алынған ер – мең ярым дисәтинә, һинең алғандарың ике меңгә яҡынлай. Бөтәһен дә дүрткә иҫәпләйек. Хөкүмәт хаҡы менән мең һум торһа, мин уны мал-тыуар, сәй-шәкәр кеүек нәмәләр менән өләшеп, ике йөҙ һум самаһына ҡалдырҙым... Икенсе бер өлкән эш – әлеге банк мәсьәләһе. Малдың яртыһын һатылған итеп күрһәтеп, ҡура-кәртәләр менән Расторгуев исеменә яҙҙырҙым... Мине оҙаҡламай, түләү срогы етеү менән, банкрот тип иғлан итәсәктәр. Түләрлек хәлем булмағанлығы раҫланғас, ҡулда булған байлыҡты яҙырға тейештәр. Ә һеҙгә бүлеп бирелеп бөткәс, байлыҡ минеке кеүек күренмәй, һәм уға тейә лә алмаясаҡтар... Бер-ике ай төрмә менән 126 мең кеҫәнән сыҡмай. Судтан һуң дисәтинәһенә бер һум урынына 13-әр тин генә түләргә ҡала. Закон, тиһең. Шул законға таянып эш итәм дә инде мин. Закон ни ул беҙҙең өсөн генә ҡоролған. Уны файҙалана белергә генә кәрәк...” (Текст бер аҙ ҡыҫҡартып алынды).
Был өҙөк Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романынан. Ныязғол бай улы Имай менән законды нисек урап үтеп, аҡсаны үҙ кеҫәһендә ҡалдырыу тура­һында һөйләшә. Әҫәрҙең ҡайһы бер урындары бөгөнгө көнгә лә ауаздаш. XX быуат башын сағылдырған “Ырғыҙ” геройҙарын да бөлгөнлөк мәсьәләһе борсоған икән!
Әйткәндәй, Европа дәүләттәренең күбеһендә ниндәйҙер кимәлдә финанс яғынан хәлһеҙләнеү мәсьә­лә­һен көй­ләгән закондар XIII – XVI бы­­уаттарҙа уҡ барлыҡҡа килә. Рә­сәй­ҙә иһә уға ихтыяж XVII быуатта арта. Октябрь ре­волю­цияһынан һуң Рәсәйҙә үҫеш стратегияһы бөтөнләй башҡа була, Совет заманында иһә банкротлыҡ мәсьәләһе берәүҙе лә борсомай. Дөрөҫөн әйткәндә, уның кәрәге лә булмай. Рәсәйҙең Яңы тарихына кил­гән­дә, “Ойош­маларҙың бөлгөнлөккә тө­шөүе” тураһында закон 1992 йылда ҡабул ителә һәм 1998 йылға тиклем уңышлы эшләй. XXI быуат башында сит ил белгестәре менән берлектә махсус комиссия яңы закон эшләргә тотона, әммә ул көтөлгән һөҙөмтәне бирмәй. 2002 йылда иҡтисад бел­гес­тәре был мәсьәләгә йәнә керешеп ҡа­рай, тик был юлы ла әллә ни ҡыйрата алмай. Банкротлыҡ тураһындағы әле ғә­мәлгә ингән законды иһә ун йыл элек әҙерләй башлағандар.
Ниһайәт, быйыл 1 октябрҙән Рә­сәй­ҙә физик берәмектәрҙең бан­крот­лығы ту­раһында закон ғәмәлгә ингәс, йәм­ғи­әт­тә был мәсьәләгә ҡағы­лыш­лы имеш-ми­меш ҡуйырҙы, законды хуп­­­лау­сылар һәм инҡар итеүселәр әү­ҙем­ләште. Төрлө мәғлүмәт са­ра­ла­рында үҙ фекерен белдереп сы­ғыш яһаған белгестәр аҡлы-ҡаралы мәғлү­мәт болотон һис тарата алмай әлегә. Ә халыҡта һорауҙар күбәй­гәндән-кү­бәйә: “Банкротлыҡ институты бу­рыслы­лар өсөн “авариянан ҡотолоу урыны” бу­ла­саҡмы?”, “Банкрот тип иғлан ителгән ке­шене нимә көтә?”, “Кредит ойош­маларының күҙал­лауҙары нисегерәк?”
Һуңғы ун йылда рәсәйҙәрҙең күбе­һе кредит ҡолона әйләнде. Совет зама­нында етешмәгән техника ма­газин­дарҙа тулып ята – бар ҙа үтескә ал! Элек йылдар буйы сират тороп саҡ “тимер ат”лы булған халыҡ­ҡа юл асылды – салонға бараһың да кре­дитҡа машина алаһың! Ғүмер буйы дөйөм ятаҡта интегеп йәшәгәндәр ҙә еңел һуланы: ипотека бар бит хәҙер. Уңайлыҡтарҙы бөгөн файҙаланырға кәрәк, күпме тыйылып йәшәргә була, тип фараз итте күптәр. Тап ошо “уңайлыҡтар” өсөн ике-өс тапҡырға арттырып түләйһең дә инде!
Банктар ҙа кредиттарҙы уңлы-һуллы тарата ине. Ямғырҙан һуң үҫеп сыҡҡан бәшмәк кеүек улар артҡандан-арта барҙы. Иҡтисади көрсөк һөҙөм­тәһендә күпселек ваҡ банктар һабын ҡыуығы ише шартлап бөттө, килем кәмене, ҡайһы берәүҙәр эшһеҙ тороп ҡалды. Һөҙөмтә булараҡ, кредиттар ҙа кире ҡайтарылманы.
Белгестәр фаразлауынса, әле телгә алынған федераль закон ғә­мәл­гә инеү менән илебеҙҙә 200 меңгә яҡын бурыслы граждандың үҙен судта банкрот тип раҫлатыуы ихтимал. Мө­рә­жәғәт­тәрҙең артыуын иҫәпкә алып, Арбитраж суд судьялар һанын – меңгә, ә уларҙың ярҙам­сыларын ике мең ярымға тиклем арттырыу тәҡдиме менән Хөкүмәткә мөрәжәғәт иткән дә инде. Төрлө фаразлауҙарға күҙ һалһаң, йыл дауамында ярты миллиондан ашыу ватандашыбыҙҙың банкрот булыуы ихтимал.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, 500 мең һум­дан ашыу күләмдә кредит алынған осраҡ­та, өс ай дауамында уны түләй ал­майһың икән, үҙеңде банкрот тип иғлан итергә була. Әгәр ипотекаға алынған фатир өсөн аҡса тапма­һағыҙ, уны һатырға тура киләсәк. Банкрот тип танылған кешегә биш йыл дауамында кредит бирмә­йә­сәктәр. Судтан һуң ул өс йыл етәксе вазифаһын биләй ал­маясаҡ, башҡарыу производствоһы бар икән, сит илгә лә сығармаясаҡтар.
Закондың йомшағыраҡ һәм күптәр өсөн ылыҡтырғыс булып күренгән яғы ла бар: ул – бурысты реструктуризациялау. Был схема кредит тарихын боҙ­май, мөлкәтте һаҡлап ҡалыу шарты менән бурыс һаҙлығынан сығырға яр­ҙам итә. Шуға ла ҡайһы бер бел­гестәр банкроттарҙың әҙ була­сағын фаразлай. Бурысты реструктуризациялау юлын банктар ҙа хуплар, моғайын, сөнки был осраҡта кредит алыусы, яйлап булһа ла, бурысын түләп бөтөрәсәк.
Закон ҡабул ителде һәм эшләй баш­ланы, әммә финанс белгестәре, банктар һәм халыҡ албырғап ҡалды. Рәсәй халҡы бер законды урап үтеү өсөн йөҙ юл уйлап сығарыусан. Әле­ге лә баяғы Ныязғол бай ишеләр бө­гөн йәмғиәттә күберәк шикелле. Шуға ла мутлашыусыларҙың төрлө юл ме­нән эш итә башлауы ихтимал. Мә­ҫә­лән, кемдер үҙен банкрот тип иғлан итеүҙе һорап судҡа ғариза яҙыр алдынан бар мөлкәтен ту­ған­дарына яҙҙырып маташасаҡ. Кем­дәрҙер үҙ-ара ялған кредит киле­шеүҙәре төҙөп, төрлө схемалар аша байырға ла ынтылыр. Кем-кем, ә бына коллектор ком­паниялары сә­пәкәй һуғалыр. Улар бурыслыларҙан аҡса таптырып өйрәнде, хәҙер банкроттарға тото­норға күп һорамаҫтар.
Финанс белгестәре закондың әле­гә “сей” булыуына ишаралай. Ысынлап та, ҡайһы бер мөһим шарттар иҫәп­кә алынмаған. Мәҫәлән, ир ме­нән ҡа­тындың уртаҡ мөлкәтенә ҡа­ғылышлы мәсьә­лә­не хәл итеү, ғаилә бюдже­тының килем өлөшөн һәм сығымдарын һанау нисек башҡа­рыласаҡ? Ата-әсәләре банкрот тип таныла ҡалһа, ба­ла­лар­ҙың хоҡуҡ­тары боҙола. Был мәсьәләгә лә аныҡ­лыҡ индерелмәгән. Унан тыш, арбитраж суд сис­темаһы бурыс­лыларҙың мөлкәтен һатыу ке­үек эште атҡарып сыға алырмы? Быға уның вә­кә­ләттәре етерме? Әлеге мәсьә­ләгә айырыуса иғтибар бү­ленергә тейеш, сөнки мөлкәтте һат­ҡан­да уны бик осһоҙға баһалау осраҡтары йышаясаҡ.
Кеше ни өсөн кредит ала? Күп­се­лек осраҡта тормош шарттарын яҡ­шыр­тыуға. Балалар за­ман­сараҡ телефон, компьютер һорағанға кредит юл­лай­быҙ. Яҡшыраҡ машинала йөрөгө килә, ир­кенерәк фатирҙа йә йортта йәшәргә хыял­ла­набыҙ. Тик ҡайһы саҡ үҙ кө­сө­бөҙҙө баһалап бөт­мәй­беҙ шул. Был йә­һәттән баш­ҡорттоң шәп әй­теме бар: аяғыңды юрғаныңа ҡарап һуҙырға кәрәк...




Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы рәйесе
Сергей Нарышкин:


– Әлеге мәлдә ил буйынса алынған кредиттарҙың дөйөм күләме 7 миллиард һумға барып баҫа. Ә граждандың дефолтҡа тарыған мәле ҡануниәт тарафынан бер нисек тә яҡланмаған. Закон проекты әлеге етешһеҙлекте һәм был өлкәлә барлыҡҡа килгән социаль көсөргәнеште бөтөрәсәк. Йыш ҡына төрлө сәбәптәр арҡаһында кредиттарын түләй алмаған граждандар ауыр хәлдә тороп ҡала. Был уларҙы уйланылмаған аҙымдарға этәрә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840