Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ошо ергә береккәндәр
Ошо ергә береккәндәр йәки
Эҙләнәләр, тапҡанын тормошҡа ашыралар

“Беҙҙең Рәмил “терәтелгән” колхозды алып китте”, — тинеләр район хакимиәтендә. Шуға ла “ҡом”ға ултырған кәмә-хужалыҡты баҙар диңгеҙенә алып сығып, елкән киргән ир-уҙаман менән танышҡы, башҡарған эштәрен күрге килде. Биләмәгә ингәс тә күңелдәге шик-шөбһәләр тарала, ишеткәндәргә ышаныс арта барҙы: баҫыуҙар туңға һөрөлгән, уйҙым-уйҙым ужым йәшелләнә, ҡар яуыр алдынан мал көтөүҙәре сәхрәлә һуңғы көндәрен үткәрә.
Хужалыҡ ҙур. Һөрөнтө ерҙәре генә лә 17 мең 500 гектар. Был иһә элгәреге өс-дүрт кол­хоз­дыҡы һымаҡ тигән һүҙ. Шуның 8 меңен иген культуралары, 3 мең 500-өн көнбағыш биләй. Меңдән ашыуын кукуруз алып тора. Һәр береһенә туҡталып тормайынса, шуны әйтке килә: ҡоролоҡ йыш ҡабатланған төбәктә хужалыҡты алып барырлыҡ ниндәй культура уңыш бирә, барыһы ла үҫтерелә. Мал да ишле.
Ошо ергә береккәндәр— Ҡырмыҫҡалы райо­нын­дағы Шайморатов исемендәге ху­жалыҡтан 50 баш тоҡомло быуаҙ таналар алдыҡ. Бөтәһе лә быҙауланы, — ти баш зоотехник Сабит Хәсәнов. — Артабан ҡа­ра-сыбар тоҡомло мал үрсетеүгә өҫтөнлөк бирәсәкбеҙ. Улар әрһеҙ ҙә, һөттө лә күберәк бирә, беҙҙең шарттарға тиҙ яраҡлаша.
Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе Рәмил Туҡаев әйтеүенсә, мал аҫрауҙың ҡыйынлыҡтары күп, шул уҡ ваҡытта халыҡты эш менән тәьмин итеүҙә роле баһалап бөткөһөҙ.
— Беҙҙә механизаторҙар, комбайнсылар йәй көнө яланда эшләй, ҡышын малсылыҡҡа килә. Был иһә 300-гә яҡын кешене даими эш менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә, — ти Рәмил Ғиләж улы. — Ҡатын-ҡыҙ ҙа фермала үҙ урынын таба. Беҙ — ошо ауылда тыуып үҫкән белгестәр, етәкселәр. Шуға күрә береһенә лә битараф ҡала алмайбыҙ. Кеше эшләргә, хаҡын алырға, пенсияға сығып, ял итергә тейеш...
Халыҡ бында тырыш. Һәр өлкәлә белгестәр етә. Рәйес әйтмешләй, сират тормаһалар ҙа, эш урындары тулы. Ул йәһәттән һығылмалы сәйәсәт алып барыла: әйтәйек, элек шофер кеше эш булһа ла, булмаһа ла йыл әйләнәһенә машинала йөрөһә, хәҙер иһә ул трак­тор­ға ла ултыра. Ҡышын малсы­лыҡҡа бара, сөнки унда ла күп нәмәне техника башҡара. Заманында ваҡыт­лыса эшкә сығыусылар менән бергә 700 – 800 кеше иҫәпләнһә, хәҙер ошо уҡты 300-ө лә башҡара. Ҡул көсөн яйлап техника алмаштыра бара.
Уртаса эш хаҡы 10 меңгә яҡын, ләкин был “туңдырылған” түгел. Шәхси ярҙамсы хужалығын алып барырға ярҙам итәләр, теләгәндәр өсөн эш хаҡы иҫәбенә үгеҙ бы­ҙауҙар бирәләр, иген, һалам-бесә­нен йәлләмәйҙәр. Бөгөн крәҫтиәнде борсоғаны – ауыл хужалығы про­дукцияһының хаҡы түбән булыуы. Иген иккән, йәшелсә-емеш үҫтер­гән, мал тотҡан, илде туйҙырған халыҡтан арзанға ғына алып китә­ләр ҙә аралашсылар менән эшкәр­теүселәр уның хаҡын күтәрә лә ҡуя.
– Продукцияны етештереү өсөн сығымдар ныҡ артты. Электр энер­гияһы, яғыулыҡҡа, тәбиғи газға хаҡ “буй” етмәҫлек. Барлыҡ металл, ағас материалдар ҡиммәтләнә. Ә бит үҙебеҙҙең ағас, тимер, беҙҙә сыҡҡан газ, нефть, үҙебеҙҙең “Башкирэнерго” етештергән энергия тип хаҡты бер ҙә төшөрмәйҙәр, — тип әсенә етәксе. — Ә ауыл хужалығы продукцияһын күтәрмәүҙе төрлө даирәлә талап итәләр.
— Хаҡты ысҡындырмаҫ өсөн субсидияны арттырыу мөһим — бар ил ошо юлдан бара, — тим, әңгәмәсемдең һүҙен бүлдереп. Нисектер хәленә инергә тырышыуым.
— Эйе. Германияла, мәҫәлән, гек­тарына 400 евро бүленә. Үҙе­беҙ­ҙең бөтә майҙанға ҡабатлағайным, 500 миллион һум килеп сыҡты. Иң яҡшы уңыш алғанда ла беҙ 200 миллионлыҡ продукция етештерә­беҙ. Тегеләрсә иҫәпләһәк, 500 миллион субсидия ғына алырға те­йешбеҙ. Әле ул ер өсөн генә, мал­дарын һанамайбыҙ. Һөткә суб­сидияның кәмеүе лә аптырата. Шуға күрә ситтән ярҙам көтөп булмай, халыҡҡа аңлатып, кредиттар алмайынса йәшәргә тырышабыҙ. Былай тормошҡа оптимистик ҡа­раштабыҙ: эҙләнәбеҙ, тапҡанын тормошҡа ашырабыҙ, отошло яҡ­тарын барлап, артабан тағы эҙлә­нәбеҙ...
Шулай булмаһа, эштәре лә бар­маҫ ине. Һауа торошона ҡара­ма­йынса, ерҙәре туңға һөрөлә, өс мең гектарҙа арыш сәселгән, яҙғы сә­сеүгә орлоҡ һалынған. Марат Абукаев, Ришат Миңлебаев, Шәү­ҡәт Ишкинин, Альберт Сәғәҙиев һымаҡ тырыш механизатор, комбайнсылар эргәһендә йәштәрҙең булыуы ҡыуаныслы. Әйткәндәй, хужалыҡ етәксеһе Рәмил Туҡаев­тың әсәһе яҡлап олатаһы Ғөбәй Хисмәтуллин колхоздың тәүге рәйесе булған, бабаһы Рауил да уны оҙаҡ йылдар етәкләгән. Хәҙер иһә “дилбегәне” Рәмил Ғиләж улы алған. Ҡандан килә, тиер ине бындай саҡта ололар. Ысынлап та, барлыҡ эшсәндәр үҙ ата-баба тире тамған ергә ерегеп, эшкә тотонғанға ғына хужа­лыҡ­тары бөгөн алға табан ынты­лыш яһаған. Ошоноһо бик мөһим...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 446

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 642

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514