Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Етәксебеҙ менән бәхетлебеҙ
Етәксебеҙ менән  бәхетлебеҙ Бөтә Рәсәй фән фестивале уңайынан Өфөлә бик күп ғилми саралар булды. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ла унан ситтә ҡалманы. Фән һәм техника өлкәһендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, башҡорт филологияһы факультеты деканы, профессор Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситованың “Башҡорт тел картинаһында мәҙәниәт концепттары” монографияһының исем туйы үтте.
Луиза Сәмситова – лин­гво­куль­турология, когнитив лин­гвис­тика, грамматика өл­­кә­һен­дә бик әүҙем эшләгән ға­лим, 150-нән ашыу фән­ни-методик хеҙмәт авторы. Улар­ҙың араһында һүҙлектәр, монографиялар, уҡыу әсбап­тары һәм башҡа китаптар бар.
Кисәгә абруйлы ҡунаҡтар йы­йылды. Педагогия фәндәре док­торы, профессор Лена Сә­йәхова, башҡорт фило­логияһы факультетының 1996 йылғы сы­ғарылыш студенты, филология фәндәре докторы, профессор, Истанбул уни­вер­ситетының Евразия инс­титуты директоры урын­ба­ҫары Исмәт Бинәр, тәж­рибәле педагог-методистар, педагогия фәндәре кандидаттары, про­фессорҙар Әхмәр Аҙ­набаев һәм Рәшит Әлмө­хә­мәтов һәм башҡа ға­лим­дар, бер тауыштан монографияны хуплап, был ғил­ми эште бик кәрәк тип тап­ты, сөнки бөгөн лингвокультурология проблемаһы иң төп һәм мөһим проблемаларҙың береһе һа­нала. Ул — башҡорт тел ғиле­мендә яңы йүнәлеш. Халыҡтың мәҙәниәтен, тарихын, психоло­гияһын, фило­со­фияһын, аңын, рухын, мен­та­литетын тел ме­нән бәй­ләп тикшереү халыҡты төрлө яҡтан үҫтерә генә. Быныһы инде бик ҡыуаныслы. Луиза Хәмзә ҡыҙы үҙ эҙләнеү­ҙәрендә башҡорт прозаһын, фольклорын, поэзияһын лингвокультурологик йүнәлештә ентекләп өйрәнә һәм шуның менән башҡорт телен үҫте­реүгә тос өлөш индерә.
Әйткәндәй, Луиза Сәмси­то­ва – бар яҡтан да өлгөр кеше. Ул, факультеттың эшен алып барыуҙан тыш, фән ме­нән ныҡлап шөғөлләнә, спорттан да ситтә ҡалмай, уның аспи­ранттары, магистранттары әленән-әле маҡтаулы исем­дәргә, грант­тарға лайыҡ булып тора. Уҡытыусыбыҙ йәмәғәт эшендә лә ҡайнап йәшәй. Бик талапсан, шул уҡ ваҡытта кешелекле, рухлы, эшһөйәр, мәр­хәмәтле, заман менән бергә атлаусы, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған, күптәргә өлгө булырлыҡ шәхес ул.
Луиза Сәмситова Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­та­йы тарафынан “Ал да нур сәс хал­ҡыңа” миҙалы менән бүләк­ләнде. Был шатлыҡлы ваҡиға сараға йәм өҫтәне.

Ләйсән ИШМЫРҘИНА,
БДПУ-ның II курс студенты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 443

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513