Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятҡанға ярҙам булырмы?
Күңелендә эйәрле-йүгәнле  ат ятҡанға ярҙам булырмы? Ауыл малайҙары бәләкәйҙән ат ялына йәбешеп үҫә. Әммә бик һирәктәре генә быға тоғро ҡалып, ғүмерлек яҙмышын ат менән бәйләй. Мәҫәлән, Әхмәр ауылында йәшәгән Альберт Ғафаров – тап шундайҙарҙың береһе. Бала саҡтан йылҡы малы ҡураһынан алыҫ йөрөмәй ул: ҡолондарҙы иркәләү, уларҙы ашатыу, эйәргә атланыу өсөн йәнен дә бирергә әҙер малайҙы ат ҡараусылар ситкә типмәй. Атаһы Баймөхәмәт Ғафаровтың да оҙаҡ йылдар ошо йүнәлештә эшләүе егет өсөн бигерәк ҡулай була. Бала сағы ошолай үтһә, бөгөн ул үҙе йылҡы үрсетә, ауыл халҡының һауын бейәләрен көтә, иң мөһиме – халҡыбыҙҙың онотола барған кәсебен тергеҙеп, ҡамыт-дуға эшләү менән шөғөлләнә.
– Элек совхозда йылҡы малы күп ине. Атайым йүгә­нен, дилбегәһен, ҡамыт-дуғаһын, арба-санаһын үҙе эшләй торғайны, заказдар ҙа ҡабул итте. Һуңғараҡ хужалыҡтарҙа ат һаны аҙайҙы, шуға күрә ихтыяж да кәмене. Әле ҡайтанан йылҡысылыҡ менән шөғөл­ләнеүселәр арта, ҡамыт-дуға бик кәрәк. Ошоға тиклем атайым яһаған әй­бер­ҙәрҙе ҡулланһам, улар­ҙың күптәре туҙып, эш­лектән сыҡты. “Ниңә үҙемә булышып ҡара­маҫҡа?” – тип уйлап, йүгән, ышлыя, дил­бегә эшләп ҡарарға булдым. Килеп сыҡ­ты! Кәрәкле әйберҙәрҙе Баймаҡтағы быйма баҫыу цехынан алдым, тик улар үтә ҡыйбат. Әлегә һатыуға сығарыу үҙ-үҙен аҡламай, – ти оҫта.
Йылҡы үрсеткән һәр ху­жалыҡта тиерлек ҡулла­нылған был кәрәк-яраҡты яһау өсөн оҫталыҡ ҡына түгел, етеҙлек, түҙемлек, оһоллоҡ һәм ваҡыт та талап ителә. Бауырлыҡ, йүгән, дилбегә, арҡалыҡ, ауыҙлыҡ, ышлыя... Ә бына дуға өсөн ағасты (муйылдан) кипте­реүгә генә ярты йыл самаһы ваҡыт үтә. Һәр нәмәнең үҙ сере, үҙ мәшәҡәте, әммә бала саҡтан мал йәнле геройым һәр эште күңел биреп башҡара. “Аттарҙы барыһынан да яҡыныраҡ күрәм мин”, – тине уйынлы-ысынлы Альберт Ғафаров.
Әйткәндәй, күптән түгел Баймаҡ районында үткән “Башҡорт аты” этнофес­тивалендә Альберт Ғафа­ров үҙе эшләгән әйберҙәрен күргәҙмәгә ҡуйҙы. Тап ул яһаған сбруйҙар менән ҡыҙыҡ­һыныусылар күп бул­ды, заказ биреүселәр ҙә табылды. Кем белә, бәлки, килә­сәктә электән ҡалған кәсеп-шөғөлдәрҙе тер­геҙеү­селәргә ниндәйҙер кимәлдә дәүләт ярҙамы булдырылып, улар яратҡан эшенә ныҡлап тотонор. Юғиһә Әхмәр уҙаманы кеүек оҫ­таларға тәжрибәһе менән уртаҡлашырлыҡ кеше та­былмаҫ.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518