Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡулына алып уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын...
Ҡулына алып уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын... Йыл да, бесән мәле етһә, атайым ейәндәренә муйылдан уҡ-ян яһап бирә. Уйындан башҡаны белмәгән шуҡ малайҙар ҡапыл етдиләнә. Өлкәндәр менән бесәнгә барасағын белдереп, тәү сиратта “ҡорал”дарын әҙерләп ҡуялар. Бил тирәһенә уҡ ҡыҫтырылған, яурында – ян, хәрәкәттә – етеҙлек, ҡараштарҙа – осҡон, ғорурлыҡ!..
“Любизар” беренсе башҡорт атлы полкы” ойошмаһынан Юлай Ғәлиуллин менән Рафаэль Амантаевтың Ҡытайҙа үткән уҡ атыу фестивалендә ҡатнашып ҡайтҡанын ишеткәс, ирекһеҙҙән бәләкәй малайҙарҙың ошо ҡылығы иҫкә төштө. Яугирлек, мәргәнлек менән юҡҡа ғына танылмаған шул башҡорт! Был һыҙаттар – беҙҙең ҡаныбыҙҙа! Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡ атыу – башҡорт ир-атын ысын уҙаман иткән, көс-дарман нигеҙе булған милли шөғөлөбөҙ – юҡҡа сыҡты, онотолдо тиерлек. Ошо йәһәттән үҙ фекерҙәре менән – “Любизар” беренсе башҡорт атлы полкы” ойошмаһының идара рәйесе урынбаҫары Юлай ҒӘЛИУЛЛИН.


Ҡулына алып уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын...– Хәрби-тарихи клуб ағзала­рының республика ғына түгел, донъя кимәлендә ойошто­рол­ған сараларҙа ҡатнашып, төбә­гебеҙҙең, милләте­беҙҙең данын арттырыуға тос өлөш индер­гә­нен беләбеҙ. Ҡытайҙан ниндәй тәьҫораттар менән ҡайттығыҙ, Юлай?
– Шәп булды сәфәр! Әлбиттә, тәүге урындарҙы яулай алманыҡ, әммә дәрт-дарманды “тоҡлап” алып ҡайттыҡ. Үҙе­беҙҙең дөрөҫ юлдан барыуыбыҙға тағы бер ҡат инандыҡ.
Фестивалдең йөкмәткеһенә кил­гәндә, ул Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуҙың 70 йыллығына арналғайны. Шул уҡ ва­ҡытта сарала, Өфөлә уҙған саммиттар­ҙың эш һөҙөмтәһенә ярашлы, борон Көн­сығыш Азия менән Урта диңгеҙҙе бәй­ләгән Бөйөк ебәк юлын тергеҙеү зарур­лығы ла сағылдырылды.
Ярышта донъяның 19 иленән бер мең­дән ашыу спортсы ҡат­нашты. Рәсәйҙән беҙ дүртәү бул­дыҡ: мин, Рафаэль ағай Аман­таев, Калининград ҡалаһы­нан Дмитрий Алексеенко менән Алексей Фигурин. Сығышыбыҙҙа илебеҙҙең күп милләтле төбәк икәнлеген, Бөйөк ебәк юлының бер өлөшө Башҡортостан аша үткәнен күрһә­тә алдыҡ, тип уйлайым. Уҡ атыу ярыштары Таулы Тибет итәгендә, диңгеҙҙән дүрт мең метр бейеклектә уҙҙы. Шу­ныһы айырым иғтибарға лайыҡ: Ҡытай спортсыларынан 18 ко­манда майҙан тотто! Призлы урындарҙы ла тап улар яуланы.
– Беҙҙең команданы ҡытай­ҙар нисек ҡабул итте?
– “Бәләкәйҙән уҡ атып өйрәнеп үҫкән мәргәндәр иле” тип уйлаған улар Башҡорт­остан тураһында. Шуға ла барып төшкәс үк иғти­барҙы яуланыҡ. “Һеҙҙә нисә мең кеше уҡ атыу менән махсус шөғөлләнә?” – тәүге һорауҙарҙың береһе ошо булды. “Беҙ икәү”, – тибеҙ. Сикһеҙ ғәжәпләнде, хатта ышанманы ҡытайҙар: “Нисек инде? Тарихтан бит башҡорт аты, йәйәһе киң билдәле...”
Уларҙың үҙҙәрендә уҡ атыуға иғтибар ифрат ҙур. Был спорт төрө мәктәп программаһына индерелеп, физкультура дәресендә үҙләштерелә. Шуға ла ҡытай­ҙарҙың барыһы ла уҡ ата белә. Шәп бит! Ә беҙ, борон-борондан ҡаһарман, батыр халҡы менән данланған төбәк хал­ҡы, уҡ менән янды “ерләү” хәленә еткергәнбеҙ.
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларын ҡәүем­дәргә бүлеп, уларҙың һәр береһенә айырым үҙенсәлек, хо­лоҡ-ғәҙәт биргән. Беҙ­ҙе, башҡорт­тарҙы, тәү сиратта ҡаҡша­маҫ рух, көс менән алдырған яугир, мәргән халыҡ тип беләләр. Ошо төп асылыбыҙҙы юғалтһаҡ, мил­ләтебеҙ­ҙең тамыры ҡаҡшаясаҡ тигән һүҙ. Кешегә лә бит айырым һәләт бирелә, һәм ул, ошо йү­нәлештә үҫешһә, уңыш-ҡаҙа­нышҡа өлгәшә, ғүмере бәрәкәтле була. Шуның шикелле, милләткә лә төп асылын һаҡлау, үҫтереү шарт.
Был йәһәттән, беҙҙең ойошма ағзала­рының фекеренсә, беренсе сиратта ҡы­тайҙарҙың өлгөһөндә X-XI класс уҡыу­сыларын уҡ атыр­ға өйрәтә башларға кәрәк. Унан яйлап йәйгеһен ярыштар уҙға­рыуға тотонорға була. Артабан бәләкәйерәк балаларҙы ла йәлеп итергә мөмкин. Теләк белдер­гәндәрҙең бихисап булырына иманым камил.
– Ә сит илдәрҙәге уҡ атыу ярыштарында нисә йәштән ҡат­нашалар?
– Ун тирәһенән. Улар өсөн тәғәйен­ләнгән уҡ менән яндың дөйөм ауырлығы 14 – 18 килограмм тарта. Тимәк, көс кә­рәк. Баланың физик яҡтан ныҡлығын бәләкәй сағынан уҡ хәстәрлә­мәйһең икән, ул уҡ-янды күтәрә лә алмаясаҡ.
Көстө нығытыуҙан тыш, был спорт төрөнөң күреү һәләтен арттырыу йәһә­тенән файҙаһы ҙур. Шул уҡ ваҡытта уҡсы кәкрәйеп, яурынын төшөрөп йөрөрмө? Юҡ. Тимәк, кәүҙәне тура тоторға ғәҙәт­ләнәһең, ә был үҙе үк ир-егеткә мыҡтылыҡ, ғорурлыҡ өҫтәй. Тағы ла шуныһы мөһим: алдыңа маҡсат ҡуйып йәшәргә өйрәнәһең. Уҡсы бит теләһә ҡайҙа атмай, ә махсус билдәләнгән урынға төбәй. Тимәк, тормошонда ла еңел-елпелеккә, уйланмай башҡарылған эштәргә урын ҡалмай.
Ғөмүмән, һанай китһәң, ата-баба­быҙҙан ҡалған ҡомартҡының файҙаһы ифрат күп. Уҡ атыуҙы киң йәйелдерһәк, халҡыбыҙҙың рух һәм тән сәләмәтлеге ҡырҡа яҡшырыр, тип уйлайым. Тиҙ ҡар­тайыу проблемаһы ла яйға һа­лыныр ине. Юҡһа, күрәһегеҙ бит, хәҙер беҙҙең өлкән йәштәге ағайҙарҙың күбеһе хаҡлы ялға сығыу менән ҡартҡа әйләнә лә ҡуя. Ауылдарҙа алтмыш йәштәр тирәһендәге ҡайһы бер ир-аттың йәйгеһен аяғына йөн ойоҡ кейеп, эскәмйәлә тәмәке тартып, бөтөн донъя­һына ҡул һелтәгәндәй ул­тыр­ғанын күргән бар. Ә боронғо ата-бабабыҙ бит тик тороуҙы яратмаған, урман-ҡыр гиҙеп, һу­нар итеп, ғаиләһен ҡарарға тырыш­ҡан. Ауырыу-һыҙланыуҙы ла белмәгәндәр.
– Элек һәр кем һыбай йөрөр­гә лә оҫта булған...
– Тәпәй баҫырға ла өлгөрмәгән баланы эйәрһеҙ атҡа мендереп өйрәтә башла­ғандар бит. Беҙ бәләкәй саҡта ла әле, ауылға ҡайт­һаҡ, һыбай йөрөп рәхәтләнә торғайныҡ. Хәҙер иһә бындай мөмкинлек аҙая бара, балалар ҙа велосипедты ны­ғыраҡ үҙ итә. Был проблеманың эҙем­тәһен ҙур байрамдар уҙғарғанда ныҡлы тойорға тура килә. Мәҫәлән, “Етегән” фильмын төшөргәндә ҡатнаш­ҡайным. Унда 60 ат кәрәк ине, 12-не көскә таптыҡ. Шулай уҡ күптән түгел Ҡырмыҫҡалыла милли батырыбыҙ Миңлеғәле Шаймо­ратовҡа һәйкәл асылған мәлдә данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизия­һының яу юлын сәх­нәләштереү өсөн 120 самаһы ат кәрәк булғайны, барлыҡ республиканан шуның яртыһын ғына туплай алдыҡ. Аҫаба еребеҙҙәге бындай мохтажлыҡты ата-баба­быҙ кисермәҫ ине, моғайын.
Уҡ-ян һәм ат – башҡортто баш­ҡорт иткән үҙенсәлек, уның тормош рәүеше. Ир-аттың ниндәйҙер ғәйебе өсөн яза ла тап уларға бәйле башҡарылған: был кешене атта саптырып, биш йөҙ метрға уҡ аттырғандар. Хәҙер ундай һынау­ҙы кем үтә алыр ине икән? Ошо хаҡта уйлағанда, балаларыбыҙҙы башҡа халыҡтарҙың спорт төр­ҙәренә ылыҡтырғансы, тәү сират­та үҙебеҙҙекенә өйрәтергә кәрәк тигән фекергә киләм. Кавказ хал­ҡында, мәҫәлән, һәр кем көрәшә, лезгинканы бейей белә. Ә беҙҙә күптәр, уҡ атыу түгел, һыбай ҙа йөрөй алмай бит.
– Был хәлде нисек яйға һалып булыр ине, тип уйлай­һығыҙ?
– Алда әйткәнемсә, уҡ атыу дәрес­тәрен мәктәп программа­һына индерергә кәрәк. Икенсенән, һабантуйҙарҙа ла ошондай ярыш төрөнә иғтибар итә башлау һәйбәт булыр ине. Юғиһә хәҙер был байрамдар йыр-бейеү, сауҙа сара­һына әйләнде кеүек. Ат ярышы майҙанына ла күп урында дүрт-биш бәйгесе генә сыға.
Өсөнсөнән, уҡ атыу буйынса ассоциация асырға маҡсатыбыҙ бар. Уны булдырыуға өлгәшкәндә, байтаҡ эш баш­ҡарыу мөмкинлеге тыуыр ине. Мәҫәлән, битләү, ур­ман эргәһе, йылға буйы бер­ләш­кән ергә саман йорттар, тирмәләр, тимерлек ҡуйып, “Ватан”ға тарты­мыраҡ этноауыл асырға була. Уны Урал тауҙары башланған Архангел районында төҙөргә мөмкин тип күҙаллайым. Был ер төрлө ҙур ярыштар, фестивалдәр уҙғарыу урынына әйләнер ине. Әле, әйтәйек, “Башҡортостанды сит ил халыҡтарына нисек күрһәтергә?” тип баш ватабыҙ, төбәккә инвесторҙар эҙләйбеҙ, туризмды үҫтереү маҡсатын ҡуйғанбыҙ. Халыҡ-ара аэропорт бар, күп кешене ҡабул итерлек заманса ҡунаҡханаларыбыҙ ҙа байтаҡ, әммә күрһәтерлек нәмә аҙ: Шүлгәнташ мәмерйәһе, Салауат Юлаев һәйкәле һәм майҙаны, “Ләлә” мәсете... Минеңсә, милли спорт төрҙәрен үҫтереп, уларҙы уҙғарыу өсөн ҙур майҙан – үрҙә әйткән этноауыл – булдырһаҡ, һис шикһеҙ, донъя чемпионаттарын ҡабул итерлек кимәлгә етә алыр инек. Шул уҡ көрәш, уҡ атыу буйын­са таҫыллығыбыҙҙы, мәргән­ле­гебеҙ­ҙе иҫбатлау милләт булараҡ ны­ғы­ны­уыбыҙға булыш­лыҡ итмәй ҡалмаҫ. Ә бындай ярыштарҙы күрергә ситтән кеше­нең ағылып килеренә иманым камил. Әйткәндәй, минеңсә, бәй­геселәр үҙенең милли кейемендә бу­лыр­ға тейеш. Был, бер яҡтан, ха­лыҡтар дуҫлығын сағылдырһа, икен­сенән, һәр милләт кешеһенең рухын үҫтерәсәк.
Бынан тыш, төрлө реконструкция үткә­рергә кәрәк. Тарихыбыҙ бит ваҡиғаларға ифрат бай. Мә­ҫәлән, Аҡһаҡ Тимер менән Туҡ­тамыш хандың һуғышын, Пугачев яуын күрһәтергә мөмкин. Уларға бәйле халыҡ-ара фестиваль дә ойошторорға була. Әйтәйек, Бородино һуғышының реконструк­ция­һын күрергә 150 меңдән ашыу ке­ше килә. Һыуыҡмы, ҡойма ям­ғырмы – ҡарап тормайҙар. Беҙгә лә мотлаҡ килерҙәр, туризмды үҫтереүгә ҙур этәргес булыр ине.
Тағы ла бер мөһим бурысыбыҙ бар: халҡыбыҙҙың тарихын са­ғылдырған баш­ҡорт киноларын күпләп төшөрөү зарур. Ҡаҙаҡтар, мәҫәлән, был йәһәттән ифрат ҙур эш башҡара. Кино төшөрөүҙең киң ҡолас алыуы, минеңсә, йыл­ҡыс­ылыҡты, туризмды үҫтереүгә ныҡ­лы йоғонто яһаясаҡ.
Ғөмүмән, башҡараһы эш, ҡуйыл­ған маҡсаттар бихисап. Ләкин уларҙы беҙҙең ойошманың көсө менән генә тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Халыҡтың теләк­тәшлеге, дәүләттең ярҙамы кәрәк.
– Уҡ атыуҙы киң йәйелдереү өсөн махсус ҡорал эшләрлек кешеләр ҙә кәрәк буласаҡтыр?
– Һис шикһеҙ. Беҙ элек үҙебеҙ эшләгән йәйәләрҙән ата торғай­ныҡ. Хәҙер иһә оҫталар яһағанды ҡулланабыҙ. Истанбулда йәшәгән милләттәшебеҙ Азат Ҡолдәүләтов ике махсус ян ебәргәйне, уларҙы ярыштарға алып йөрөйбөҙ. Рафаэль ағай Амантаев үҙе лә йәйә эшләргә әүәҫләнеп алды, оҫталы­ғын даими камиллаштыра. Миәкә­нән уҡ-ян яһаусы Ғәлинур Зарипов менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ғөмүмән, бындай кешеләр аҙ. Ә уҡ атыу спорты киң йәйелдерелһә, һис шикһеҙ, оҫталар ҡалҡып сыға­саҡ, ауылдарҙағы һөнәрмәндәргә эш артасаҡ.
Әйткәндәй, Польшалағы бер танышым, аттан уҡ атыу буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы, Баш­ҡортостанға килеп дәрестәр уҙғарырға әҙер. “Бер аҙнаға киләм, бушлай өйрәтәм. Илле кеше буламы, йөҙмө – айырма юҡ”, – ти. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡты йыйып ҡына булмай...
Башҡорт яны – ата-бабабыҙ ҡо­март­ҡыһы. Уны тергеҙергә, донъя­ға күрһә­тер­гә кәрәк. Йәйәбеҙҙе башҡорт аты, балы, ҡурайы кеүек брендҡа әйләндерергә бурыслы­быҙ. Ул яугирлеге, мәргәнлеге, ҡаһарманлығы менән дан тотҡан мил­лә­тебеҙҙе күтәреү, туплау кө­сө­нә әүере­лергә тейеш. Асси­ми­ля­ция ваҡытында беҙҙе та­­­мыры­быҙға һалынған төп һы­ҙат­тарыбыҙ ғына ҡотҡарып ҡа­ласаҡ.
– Юлай, белеүемсә, баш ҡалала үҫкән егетһең. Ләкин һиндәге рухлы­лыҡ, телһө­йәр­лек ҡайһы бер ауыл кешелә­рендә лә юҡ бит!
– Ҡайҙа ғына үҫмәһен, йәшә­мәһен, һәр кем үҙе булып ҡалырға тейеш. Уратып алған мөхиттә шәхси урыныңды табыу һәм уны юғалтмау шарт. Башҡорт һәр ерҙә үҙе булып ҡалып, тамырҙарын һулытмайынса, киләсәген, рухи ҡиммәт­тәрен хәстәрләп ғүмер итә икән, мәңге йәшәйәсәк. Ә бының нигеҙе – иман­лылыҡта. “Мосолман халҡының ҡулында “Ҡөрьән” бар икән, уны еңеп булмаясаҡ” тигән һүҙҙәрҙә ысынбарлыҡ ятҡа­нын онотмаһаҡ ине.

Дилбәр ИШМОРАТОВА әңгәмәләште.


Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Vadim
    Vadim от 24.10.2015, 00:54
    Юлай Ғәлиуллин - заман башҡорто үрнәге: уҡымышлы, фекерле, көслө, аҡсалы... Тағы ла мөһимерәге - ул Ислам динен тота, башҡорттоң телен, тарихын, мәҙәниәтен яҡшы белә. Тамырҙары Башҡортостандан булмаһа ла, Өфөлә үҫһә лә. Күҙ теймәһен үҙенә! Афарин!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 084

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 441

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 975

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 884

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 637

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 234

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 457

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513