Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тау башынан Еңеү сәләмләй
Тау башынан  Еңеү сәләмләй Былтыр ҡыҫтырғанға быйыл ҡысҡырмайҙар инде, тиме әле халыҡ Шүрәлегә? Эйе, был хәл яҙ көнө үк мине хайран иткәйне, әммә ауылдашым, һуғыштан һуңғы йылдарҙың бар ауырлығын үҙ иңендә татыған Фәнил бабай Ғирфановтың, ҡайтҡан һайын башланған эшен камиллаштыра ғына барыуын күрҙем.
Дәүләкән районында, үҙегеҙ беләһегеҙ, тауҙар бейек түгел. Минең ауылым эргәһендәгеһе лә 70 метрҙан саҡ ашҡан. Әммә төбәк күрке, йәме булып тора ул. Эпостарға ингән, халыҡ йырҙарында йырланған Балҡантау ҙа бик бейек түгел. Хәйер, кимәл билдәләмәй бит уларҙың бөйөклөгөн.
Бына, Фәнил бабайҙың хеҙмәте лә, донъя кимәлендә башҡарылған әллә ниндәй ҙур эштәр менән сағыштырғанда, бәлки, күп һанлы халыҡ өсөн әһәмиәтле түгелдер, әммә ул “Бөйөк Ватан һуғышы” тигән төшөнсәне бөтә йөрәге менән тойған һәр ватандашыбыҙ күңеленә хуш килер.
Нимә эшләгән һуң ул бабайың, тиһегеҙме? Ә ул тотҡан да Мәкәштау башына “Еңеүҙең 70 йыллығы” тигән стела эшләгән. Ҡатыны Мәйхөршит әбей менән улар дүрт малайға йән биргән, бөгөн өсәүһе иҫән-һау. Тап ана шул уландары ярҙам иткән дә Фәнил бабайға был изге эшен атҡарырға. Стеланың “һаҡсы”лары ла бар: ике шыршы ултыртылған. Эргәлә генә өс эскәмйә лә эшләнгән. Уларҙы матур итеп буяп ҡуйғандар. Әйтерһең, хәтирәләрҙе яңыртырға, Бөйөк Еңеүҙе яулашҡан олатайҙарын, атайҙарын иҫкә алырға килгәндәрҙе, ҡунаҡ ҡаршылаған кеүек, көтөп кенә тора был урын. Ауылда Ҡөрьән аяттары уҡыған Фәнил бабай үҙе лә бында йыш килә һәм яугирҙәр рухына, иҫәндәренең сәләмәтлеге өсөн доғалар ҡыла. Атаһы – Тимерғәле олатай – Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалған.
Рәхмәт һиңә, Фәнил бабай, ошо изге эшең өсөн! Ирекһеҙҙән һүҙ оҫтаһы Ҡайсын Кулиевтың әйткәндәре иҫкә төшә: “Бөтә донъяны яратыуы еңел, һин күршеңде ҡара яратып!” Беҙ һәр саҡ әллә ҡайҙа, әллә кемдәр башҡарған, әммә күҙебеҙ менән күрмәгән эштәргә һоҡланабыҙ! Ә бит ысын заман геройҙары эргәбеҙҙә генә йөрөй!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840