Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урамды кем тарайта?
Урамды кем тарайта? Интернет селтәрендә ошо арала сираттағы ҡурҡыныс хәбәр урын алды: бер ир Өфөнөң Королев һәм Зорге урамдарында 13-14 йәшлек ике ҡыҙҙы көсләргә маташҡан. Бәхеткә күрә, полиция хеҙмәткәрҙәре уны тиҙ арала тотоуға өлгәшкән. Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 5 октябрҙә лә ошондай уҡ тотанаҡһыҙлыҡ күрһәткән ирҙе эҙләү, уның исем-шәрифен асыҡлау бара.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы осорҙа ҙур хафаға һалған ошондай хәл-ваҡиғалар хаҡында күп ишетелә. Хәүефһеҙлек саралары көсәйтелде, ата-әсә, уҡытыусылар иҫкәртелде, кәрәкмәгән гараждар алынды, әммә тыныслыҡ юҡ. Бының сәбәбе ниҙә һуң?


Ҡорт шаштырған һайын үрсей

Һүҙ юҡ, һуңғы йылдарҙа ру­хиәт­кә, йолаларҙы тергеҙеүгә ҙур иғтибар бүленә. Был, әл­биттә, йәмғиәткә дөрөҫ тәрбиә биреүгә ыңғай йоғонто яһай. Ләкин тәртип урынлаштырыу өсөн был ғына етмәй булып сыҡты. Ҡайһы бер заман­даш­тарыбыҙҙың фекеренсә, дәүләт органдарында әҙәп-әхлаҡ, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫте­реү менән махсус шөғөл­ләнгән айырым тармаҡ кәрәк. Мәҫәлән, республика Башлығы ҡарама­ғында Дәүләт-дин мөнәсәбәт­тәре буйынса совет бар бит, шуның шикелле төрлө хәлде күҙәтеүсе, проблемаларҙы яйға һалыуға ярҙам итеүсе ойошма булһа, йәмғиәттәге тәртипһеҙлек күренештәре, һис шикһеҙ, кәмер ине.
Бөгөнгө заманда кеше күңеле боҙолоуының төп сәбәбе ниҙә? Был һорауға күптәр: “Кире мә­ғ­лү­мәттең күплеге”, – тип яуап би­рер. Ысынлап та, Интернет­та­ғы “иләктән үткәрелмәгән” хәбәр­ҙәр, “һары” матбуғат са­ра­ла­рының бер-береһен уҙы­ша-уҙыша кер соҡоуы йәмғиәт­тең рухи сәләмәтлегенә кире йоғонто яһамай ҡалмай. Иң ҡур­ҡынысы шул: кешеләрҙең күбе­һе был мәғлүмәттәрҙе, һыу­һа­ғандай, үҙе үк эҙләп уҡый. Әйтәйек, ниндәйҙер районда биш бала үҫтереп, башҡаларға өлгө күрһәтеп йәшәгән ғаилә тураһында йылы итеп яҙылған мәҡәлә ҡыҙыҡ түгел уларға. Ә инде шул уҡ төбәктә кемдер ҡанһыҙлыҡ күрһәткән икән, йығылып ятып уҡырҙар.
Шуға ла, “ҡорт шаштырған һа­йын үрсей” тигәндәй, тормошо­боҙҙа кәрәкмәгән, хаҡ юлдан яҙҙырған мәғлүмәт артҡандан-арта бара. Интернетта ла рейтингтары юғары, селтәргә инеү менән “ҡаршы алалар”. Уларҙан нисек һаҡланырға һуң? Иғтибар итмәҫкә, үҙеңә кәрәкле, зауы­ғыңа ярашлыны ғына уҡырға, ышанмаҫҡа... Әлбиттә, дөрөҫ әхлаҡи тәрбиә алған, иманы камил кеше шулай итер ҙә. Ә башҡалар?

Һәр кемдең
күңеле һаумы?


Ғәйбәткә ышаныу, бер-бе­рең­дән кер эҙләү, көнсөллөк, яуыз­лыҡтан кинәнес алыу, тормошто ҡара төҫтә күреү... Был ғәҙәт­тәр­ҙең нигеҙендә эске ризаһыҙлыҡ, көсһөҙлөк ята, ти белгестәр. Өл­кән йәштәгеләр иһә йәмғиәтте тотоп торған бағананың юҡ­лы­ғын билдәләй. “Совет осо­рон­дағы коммунистик идея юҡ бит хәҙер, – тиҙәр. – Күптәр нимәгә таянырға, ышанырға белмәй. Уртаҡ идея булмағас, төрлө яҡҡа тарҡалдыҡ”.
Шул уҡ ваҡытта күптәр бындай “бағана”ның дин икәнлегенә ныҡлы инана бара. Рухи ҡим­мәтебеҙҙең бер ваҡытта ла насарға өйрәтмәгәнен, борон-борондан дөрөҫ йәшәү, изгелек нигеҙе булғанын таныйҙар. Беҙ­ҙең традицион Ислам да – ҙур тәрбиә мәктәбе. Мосол­ман­дар­ҙың изге китабы “Ҡөрьән Кә­рим”­дә йәшәйештең барлыҡ тар­­маҡтары буйынса алтын аҡыл бирелгән, хаҡ юл күрһә­тел­гән. Дингә таянған, Аллаһ Тәғә­ләнең барлығына һәм бер­легенә инанған кеше бер ҡасан да яуыз­лыҡ, вәхшилек ҡылмай, башҡа­ларға ҡарата мәрхәмәтһеҙлек күрһәтмәй, рухи ҡиммәттәренә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы була, тамырҙарын юғалт­ма­йын­са, киләсәкте хәстәрләп, донъя­ны йәмләп йәшәй. Шул уҡ ва­ҡытта бер ҡасан да эшһеҙ тормай. Ә бит бөгөн байтаҡ ке­ше­нең иң ҙур проблемаһы – тап ошо. Белгестәрҙең күбеһе бы­ның сәбәбен үҙаллы эшләй белмәүҙә күрә. Совет осоронда халыҡты артынан этеп, мәжбүри рәүештә дәүләткә хеҙмәт иттереп өйрәткәндәр. Һөҙөмтәлә әмер көтөп ятыу, бушҡа өмөт­ләнеү күптәрҙең ҡанына һеңеп ҡалған. Улар, үҙенең етешһеҙ­леген төҙәтергә ынтылыу урынына, власты ғәйепләргә әүәҫ. Бындайҙар араһында ир-аттың өҫтөнлөк итеүе айырыуса хафаға һала.
Ә эшһеҙлек кешене эстән дә, тыштан да “кимерә”. Бер нигә ярамай тип, иреккә сығарылған ат ишәккә оҡшап ҡала бит, шу­ның шикелле хеҙмәтһеҙ ир-ат һәр яҡлап бөгөлә. Эске ҡәнәғәт­һеҙлеге һөҙөмтәһендә уның әллә ниндәй яманлыҡтар ҡылы­уы ихтимал.
Өйҙә буш ятҡан күп ирҙәрҙең спиртлы эсемлектәр, наркотик менән дуҫлаша башлауы ла мәғлүм. Бындай тормош ғаилә өсөн ҙур фажиғәгә әүерелә. “Иҫерткес эсемлек, наркотик матдәләр ҡулланған, депрессия менән яфаланған кешеләр һуң­ғы йылдарҙа байтаҡҡа артты, – тине яңыраҡ бер әңгәмәһендә Психотерапия буйынса бөтөн донъя советының вице-президенты, профессор Виктор Макаров. – Улар айырыуса ки­лә­сәк­тең ниндәй булырынан ҡурҡа. Психик хәленә зар­ланып, медицина учреждениеһына килгәндәр араһында күпселекте эш мәсьәләһе буйынса ауырлыҡ кисергән урта йәштәгеләр, хеҙ­мәт мөхитенә яраҡлашып китә алмаған йәштәр, хаҡлы ялға китергә тейешле граждандар тәшкил итә”.
Республика клиник психотерапия үҙәгенең баш табибы Илгиз Тимербулатов әйтеүенсә, учреждениела һуңғы өс йылда яңы структура бүлексәләре бар­лыҡҡа килгән, коллектив тулы­лан­ған. “Әле республика хал­ҡына махсус психотерапия ярҙамы күрһәтеүҙең өс кимәлле системаһын ойоштороу йәһә­тенән эш бара, – ти баш психиатр. – Һөҙөмтәлә сирлеләр тәүге ярҙамды, белгес кәңәшен йәшә­гән урынында алыу мөмкин­легенә эйә буласаҡ”.
Организмында ниндәйҙер үҙ­гәреш һиҙгән, хәүеф тойған хеҙ­мәт кешеләре үрҙә һанап үтел­гән ярҙам сараларынан фай­ҙаланалыр. Ә бына өйҙә яңғыҙ ултырып, халыҡтан сит­ләшкән, үҙен йәмғиәткә кәрәкһеҙ тип тойған, эсендә үпкә, асыу ҡайнаған психик сирле дауаханаға мөрәжәғәт итәме? Иң ҡурҡынысы шул: уның ауырыу икәнлеге ниндәйҙер аяуһыҙлыҡ ҡылғандан һуң ғына беленә. Ә бындай сирлеләрҙең күпме булыуын кем белә?
Ғөмүмән, ниндәйҙер ҡыҫҡа са­ралар күреп кенә урамда тәр­тип урынлаштырып булма­я­саҡ. Йәмғиәттең күңеле һау бу­лырға тейеш. Быға юл, әлбиттә, ғаилә тәрбиәһенән башлана. Һәр ата-әсә ҡыҙҙы – ҡыҙ, ма­лай­ҙы малай итеп ҡарап, эшкә, һө­нәргә өйрә­теп, тормошта ауыр­лыҡтар булырын аңлатып, шул уҡ ваҡытта яратып, әҙәп-имандың иң ҙур ҡиммәттәр икән­леген төшөн­дөрөп үҫтерһә, һис шикһеҙ, хәүеф-хәтәр урап уҙыр ине.

“Өлкәндәргә лә ярҙам итмә!”

– Әсәй, мин бөгөн бер инәйгә юл аша сығырға ярҙам иттем, – тип шыбырланы улым. – Тик һин был турала берәүгә лә өндәшмә. Уҡытыусым ишетеп ҡалмаһын...
Баҡтиһәң, уҡыусыларға класс етәксеһе урамда һис кемгә яр­ҙам итмәҫкә, хатта өлкәндәрҙе лә урап уҙырға ҡушҡан икән. “Мәктәп биләмәһенән сығыу ме­нән тиҙ генә өйөгөҙгә ҡайты­ғыҙ, – тигән. – Һис кемгә иғтибар ит­мәгеҙ. Инәй-бабайҙар ярҙам һо­раһа ла, туҡтамағыҙ – ҡара уй ме­нән мөрәжәғәт итеүҙәре ихтимал”.
Әлбиттә, уҡытыусыларҙы аң­ларға мөмкин. Һәр ваҡыттағыса, йәмғиәттең барлыҡ мәшәҡәттәре уға барып төртөлә. Өфөлә уҡыу­сы ҡыҙҙың маньяк тарафынан үлтерелеүе, ошоға оҡшаш баш­ҡа фажиғәләр иһә мәғариф учреждениеларына туранан-тура ҡағылды. Балалар баҡ­са­ла­рында, мәктәптәрҙә именлекте һаҡлау органдары вәкилдәре ҡат­нашлығында ҙур йыйылыштар уҙғарылды, айырым класс уҡыу­сыларының ата-әсәләре фе­кер алышты. Һәр ваҡыт­та­ғы­са, ҡағыҙ мәшәҡәттәре лә ситтә ҡалманы: “балама яңғыҙ ҡай­тыр­ға рөхсәт итәм” тигән ғари­залар яңынан яҙҙырылды, үтер юлдың картаһы киренән һыҙ­ҙы­рылды. Кеҫә телефонына ба­ла­ның ҡайҙалығын билдәләй тор­ған чип ҡуйырға ла тәҡдим ителде.
Әлбиттә, ҡәҙерле кешеһе өсөн ата-әсә барыһын да эш­ләр­гә әҙер. Шулай ҙа уларҙың мәк­тәптәргә лә үпкәһе бар. Мәҫәлән, ниңә ҡайһы бер уҡыу йорттарында дәрестән һуң бихисап түңәрәк үткәрелә, ә бәғзеләрҙә бөтөнләй юҡ? Әгәр бала көн­оҙо­но мәктәптә ниҙер менән шө­ғөлләнһә, ата-әсәгә уны эштән һуң килеп алыу мөмкинлеге бу­лыр ине. Юҡһа өйгә яңғыҙ ҡай­тырға мәжбүр уҡыусы урамда нимәгә генә осрамаҫ?
– Балаларым мәктәпкә йыраҡ түгел урынлашҡан ижад йор­тондағы түңәрәктәрҙә шөғөлләнә ине, хәҙер йөрөтмәйбеҙ, – тип белдерҙе бер танышым. – Үҙҙә­ре быға ҡаршы, илап та бөттө­ләр. Ни хәл итәһең, ҡурҡыныс бит...
Тимәк, юл бер – һәр мәктәптә түңәрәктәр эшләргә тейеш. Ата-әсә лә тыныс йәшәр, балалар ҙа һөнәр белмәй үҫмәҫ. Юғиһә, бәғ­зе ҡурҡыныс осраҡтар сәбәп­ле, тотош киләсәк быуындың ғилем­һеҙ, ҡурҡаҡ, эшлекһеҙ, рухһыҙ булып буй еткереүе ихтимал.
“Өлкәндәргә лә ярҙам итмә­геҙ”... Был һүҙҙәрҙә бит ҡот ос­малы мәғәнә ята. Халҡыбыҙ күңелендә быуаттар дауамында тупланған күркәм тәрбиә кемдеңдер йәнһеҙлегенә бәйле юҡҡа сыҡһынмы? Мина яланынан үткәндәй, урамда бер кемгә иғтибар итмәйенсә, өйөнә йү­гереп ҡайтҡан яңғыҙ баланан киләсәктә нимә көтөргә мөмкин?
Шулай ҙа, бер нигә ҡара­маҫ­тан, киләсәк быуын вәкил­дәре­нең дөрөҫ юл һайларына ыша­ныс ҙур. Сәбәбе билдәле: уларҙың араһында сәләмәт тормош алып барған илһөйәр, телһөйәр, һөнәрле йәштәр күп. Дәүләтебеҙҙең дөрөҫ сәйәсәт алып барыуы арҡаһында рухиәт­кә, традицион динебеҙгә, спорт­ҡа иғтибар, ихтирам арта. “Мәғариф тармағында реформа үткәреү туҡталмай” тип зарланыу йыш ишетелһә лә, был эш­тең нигеҙендә һәр баланы үҙ зауығына, һәләтенә ярашлы шәхес итеп үҫтереү маҡсаты ятҡанлығын оноторға ярамай. Именлектең нигеҙен тап ул – үҙен йәмғиәткә кәрәкле тип һанаған кеше – һаҡлай бит.

* * *
Иртәнсәк балаларыбыҙҙы мәктәп биләмәһенә индереп ҡалдыра башланыҡ. Быны улар үҙҙәре үк талап итә. “Гел юл ситендә төшөрөп китәһегеҙ, – тиҙәр. – Ә беҙгә ул тирәнән мәктәпкә тиклем байтаҡ атлап барырға кәрәк. Етмәһә, юлда – ике гараж...” Хәүеф сығанағы шул гараж ғына булһа икән...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509