Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Солтанайҙа солтандай
Солтанайҙа солтандай “Китап” нәшриәтендә 2001 йылда баҫылып сыҡҡан “1795 – 1917 йылдарҙағы иҫәп алыу буйынса көнбайыш башҡорттары” тигән коллектив хеҙмәттең (автор-төҙөүсеһе һәм яуаплы мөхәррире – Әнүәр Әсфәндиәров) “Земство мәғлүмәттәре буйынса ауылдар халҡының һаны” тип аталған VI бүлегендә 1902 йылда Солтанайҙағы 70 хужалыҡта аҫаба башҡорттарҙың йәшәүе хаҡында әйтелгән. Шул уҡ баҫманың VII бүлегендә килтерелгән “1917 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы һәм ер иҫәбен алыу” йомғаҡтарында иһә ауылдың 72 йортонда 419 аҫаба башҡорт, бер мари ғүмер итеүе тураһында мәғлүмәт теркәлгән.
“Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше” тигән белешмә-китапта иһә (1961 йыл) Солтанайҙа 397 башҡорт йәшәүе күрһәтелгән.


Элек һәм бөгөн

Солтанайҙа солтандайАрҙаҡлы ғалим Әнүәр Әсфәндиәровтың “Башҡортостан ауылдары тарихы” исемле хеҙмәтендә ни сәбәптәндер Солтанай бөтөнләй телгә алынмай. Шуға ла төйәктең үткәнен урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең мәғлүмәттәренә таянып бәйән итергә ҡала.
Заманында төрлө яуаплы вазифалар биләгән, әле һигеҙенсе тиҫтәһен тултырған хеҙмәт ветераны Зөфәр ағай Шәйхинуров бына нимә ти: “Солтанай урынында борон шау урман булған. XIX быуат аҙағында иһә был ергә хәҙерге Борай районындағы аҫаба башҡорттар ауылы Иҫке Бикмәттән 12 йәш ғаилә күсенеп килгән”.
Шулай итеп, 1894 йылда төйәккә нигеҙ һалына. Халыҡ тиҙҙән һөрөнтө ер әҙерләп, арыш, бойҙай сәсә, мал-тыуар ишәйтә башлай. Аҙаҡ яҡташтарына башҡалар ҙа эйәргән тип фаразларға кәрәк. Ни өсөн тигәндә, ун йыл да үтмәҫтән, Солтанайҙың 70 йортонда 137 кешенең йәшәгәне тураһында мәғлүмәт бар.
1927 йылда ауылда башланғыс мәктәп асыла. I класҡа 28 уҡыусы ҡабул ителеп, уларға Дүртөйлө районының Арғымаҡ ауылынан килгән Әсхәт Усманов белем бирә башлай. Мәктәп 1951/52 уҡыу йылында – ете, бер аҙҙан һигеҙ йыллыҡҡа әүерелә. Аҙаҡ күрше Ҡалмыябаштағы мәғариф учреждениеһы киңәйтелгәс, Солтанайҙағы ғилем усағы башланғысҡа ҡалдырыла. Әле иһә ул да ябылған.
Зөфәр Шәйхинур улы туплаған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, 1929 йылда ауылда колхоз ойошторола. Уның беренсе рәйесе итеп Ҡалмыябаш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған Камет Ғәйнуллин һайлана. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Солтанайҙың 53 ир-егете фронтҡа алына, шуларҙың 26-һы әйләнеп ҡайтмай. Яу йылдарынан һуң ауылда клуб, китапхана, медпункт, дөйөм мунса асыла. Халыҡ – малсылыҡ, ҡош­солоҡ, ҡайһы берәүҙәр йорт ҡуяндарын үрсетеү менән шөғөлләнә. Етендән балаҫ һуғыу ҙа кәсеп итеүҙең бер төрөнә әүерелә.
Был тирәлә тәүгеләрҙән булып колхоз ойошторған, заманында гөрләп торған ауылда әле 21 йорт-хужалыҡта 70-тән ашыу кеше йәшәй. Улар тормоштан бөтөнләй артта ҡалып, ҙур михнәттәр кисерә тип әйтеп булмай. Һәүетемсә генә донъя көтәләр. Былтыр Солтанайға нигеҙ һалыныуға 120 йыл тулыуҙы ла матур итеп үткәреп ебәргәндәр, дөйөм әҙерлек эштәренән берәү ҙә ситтә ҡалмаған. Йорттар, урамдар төҙөкләндерелгән, зыяраттың рәшәткәһе яңыртылған, юлдарға ҡырсынташ түшәлгән.
Бынан район үҙәге Ҡалтасыға асфальт һуҙылған. Ауылдан Яңауылдағы тимер юл станцияһына – 55 саҡрым, “Өфө – Пермь” автомобиль юлына унан да аҙыраҡ.

Шәйхинуровтарҙан бөркөлгән нур

Солтанайҙа иң хөрмәтле һәм танылған ғаилә – ярты быуатҡа яҡын бергә ғүмер кисергән хеҙмәт ветерандары Нәжибә Ғәли ҡыҙы менән Зөфәр Шәйхинур улы Шәйхинуровтар. Ағай ошо ауылдан. Ауыр һуғыш йылдарында тиҫтерҙәре менән бер рәттән өлкәндәр эшенә егелгән, колхоз малдарын көткән. Совет Армияһына стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәр­ҙәренә эләккән. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан һалдатты ауылында шунда уҡ бригадирлыҡ вазифаһына тәғәйенләгәндәр, өҫтәүенә колхоздың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлап, иңенә йәмәғәт эштәрен дә йөкмәткәндәр.
– Был алтмышынсы йылдар уртаһы ине. Барыбыҙ ҙа тырышып эшләнек, буш ваҡыттарҙы ла бик күңелле үткәрҙек, – тип хәтерләй Зөфәр Шәйхинур улы. – 1964 йылда мине КПСС сафына алдылар. Аҙаҡ хужалыҡтың партия ойошмаһына етәкселек иттем, колхоз рәйесенең мәҙәни эштәр буйынса урынбаҫары булдым.
Солтанайҙа солтандайАртабанғы өс тиҫтә йыл дауамында ла Зөфәр Шәйхинуров үҙ быуыны вәкилдәренә хас булған ихласлыҡ һәм тырышлыҡ менән дөйөм мәнфәғәттәр өсөн хеҙмәт һала. Комплекслы бригадаға етәкселек итә, ауыл Советы рәйесе, ферма мөдире, хужалыҡтың баш бухгалтеры була, унан хаҡлы ялға сыҡҡансы колхоз рәйесе йөгөн тарта.
– Төрлө үҙгәреш күрҙек. Уларҙың шатлыҡлылары ғына иҫтә ҡалған, ҡыйынлыҡтар онотолған, – ти ветеран. – “Коммунист ҡушылғанды үтәргә, башҡалар өсөн өлгө булырға тейеш” тигән һүҙҙәр беҙҙең өсөн ҡанун ине.
Зөфәр ағайҙың һөйләгәндәрен уҡытыусыларға хас диҡҡәт менән тыңлап, хәтерләүҙәргә кәрәк ерендә аныҡлыҡ индереп ултырған Нәжибә Ғәли ҡыҙы – “таш булып төшкән” Солтанай килене. Ҡалтасы районының Илсебай ауылында тыуып үҫкән, 1967 йылда Бөрөләге педагогия институтын тамамлаған ул. Юллама буйынса Ҡалмыябаш мәктәбенә килеп, бәхетен ошо ерҙә тапҡан. Дүрт тиҫтә йыл самаһы мәғарифҡа хеҙмәт иткән Нәжибә Ғәли ҡыҙының наградалары бихисап. Әле лә, хаҡлы ялда булһа ла, элекке уҡыусыларынан, ата-әсәнән байрам һайын ҡотлау алып, рәхмәт ишетеп ҡыуана ул.
Ғаиләлә бер ул һәм өс ҡыҙ буй еткергән. Иренең көндө төнгә ялғап колхоз мәшәҡәттәре менән йөрөүен, үҙенең күп ваҡыты мәктәптә уҙыуын, ауылда балалар баҡсаһы булмауын иҫәпкә алһаң, Нәжибә апайҙың иңенә төшкән хәстәрҙәрҙе күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Хеҙмәттәре бушҡа китмәй: юғары белем алып, күңеленә хуш килгән эш менән мәшғүл балалары ата-әсәһен һәр саҡ һөйөндөрөп тора, һөнәрҙәштәре араһында абруйлы хеҙмәткәр улар.
“Килен ҡәйнә тупрағынан ярала”, тиҙәр халҡыбыҙҙа. Был йәһәттән дә бәхетле Нәжибә апай. Килене – Борай һылыуы Гөлназ Рафаэль ҡыҙы – хас үҙе кеүек тел һәм әҙәбиәттән уҡыта. Ике ул үҫтергәндәр. Ғаилә башлығы Динар – Нәжибә Ғәли ҡыҙы менән Зөфәр Шәйхинур улының өлкән балаһы – тиҙҙән илле йәшен тултыра. Ҡатыны Гөлназ өсөн һөйөклө тормош юлдашы, улдарына абруйлы атай, өс һеңлеһе һәм уларҙың ғаиләләре өсөн хөрмәтле ағай. Бынан тыш, ир уртаһына еткән уҙаман – өлкәнәйгән ата-әсәһенең ныҡлы терәге, ярҙамсыһы. Ҡайҙалыр ситкә китмәгән, яҡын ҡалаларҙағы йә район үҙәгендәге еңелерәк көнитмешкә ылыҡмаған, ә тыуған төйәгенә төпләнгән Динар Зөфәр улы.
– Мин бит ауыл кешеһе, ошонда ерегеп үҫкәнмен, – тине ул тыйнаҡ ҡына.
Ғаилә иркен, күркәм йортонда гөрләтеп донъя көтә. Хужа өйҙө үҙ ҡулдары менән заманса йыһазландырған. Хужалыҡта һыйыр һәм башмаҡтар бар, күп итеп күркә аҫрайҙар, йорт ҡуяндары ла байтаҡ. Ҡырҡ сутый ерҙә бәрәңге, төрлө йәшелсә, емеш-еләк үҫтерелә, теплица ҡоролған. Барыһын да ҙур хәстәрлек менән тәрбиәләй Шәйхинуровтар.
Йүнсел ир-уҙамандың бесән, утын әҙерләү өсөн кәрәкле техникаһы ла етерлек: ике тракторы, машиналары, башҡа төрлө ҡорамалдары бар. Ауыҙ тултырып һөйләрлек ғүмер кисерһә лә, халҡыбыҙҙағы иң күркәм сифаттарҙың береһе – баҫалҡылыҡ – Динар Зөфәр улының ҡылығында ныҡлы урын алған. Уның эске эштәр органдарында ике тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт иткәнен, хаҡлы ялға подполковник дәрәжәһендә сыҡҡанын аралашыуҙың аҙағында ғына белдем. Уҙамандың гәзит өсөн фотоға төшөүҙән баш тартыуы ла – шул баҫалҡылыҡ билдәһе.
Һөйләшеү барышында был әңгәмәсем хаҡында “бар ғүмерен шәхси хужалығына арнаған икән” тигәнерәк фекер тыуғайны. Бер ҙә улай булып сыҡманы: күп нәмәне дәүләт хеҙмәтенән бушаған арала ғына эшләгән, һуңғы өс йылда ғына шәхси йорт-хужалыҡ форсаттары менән мәшғүл.
Динар ир-аттың изге бурысын үтәүгә – Тыуған илде һаҡлау өсөн хәрби хеҙмәткә – 1985 йылда, Бөрө педагогия инсти­тутының II курсында уҡый башлағанда, алына. Һаулығы, физик әҙерлеге күптәр өсөн өлгө булырлыҡ мыҡты кәүҙәле ауыл егете Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Каспий флотилияһында өс йыл хеҙмәт итә. Запасҡа сығып ҡайтҡас, уҡыу йортона кире килә, бер аҙҙан һабаҡташы Гөлназ менән ғаилә ҡороп ебәрә. 1992 йылда юғары белем хаҡындағы дипломын тотоп, кәләшен етәкләп, улы Маратты күтәреп Солтанайға ҡайтып төшә. Әсәһе өлгөһөндә һайлаған һөнәре буйынса Ҡалмыябаш мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Төплө, ышаныслы йәш педагогты уҡыусылар ҙа, коллектив та бик яҡшы ҡабул итә.
Кадрҙар туплауға бик етди ҡараған эске эштәр органдары ошондай ир-егетте күҙҙән ысҡындырамы һуң?! Уларҙың тәҡдимен ҡабул итеп, Динар Зөфәр улы башта участкала инспектор була, артабан етәкселек итә башлай. Ҡушылғанды намыҫ менән башҡарғаны өсөн уны тағы ла үрләтәләр: ун йылдан ашыу Ҡалтасы район эске эштәр бүлеге етәксеһенең кадрҙар буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. Төньяҡ Кавказға оҙайлы командировкаға барып ҡайта, террорға ҡаршы операцияларҙа ҡатнаша, “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” исеменә лайыҡ була. Парад формаһына ике тиҫтәгә яҡын төрлө миҙал һәм маҡтау билдәләре тағып, 2012 йылда хаҡлы ялға сыға полиция подполковнигы.
Солтанайҙа солтандай– Етәкселәрҙән уңдым, – тип хәтергә ала хеҙмәт йылдарын Динар Зөфәр улы. – Тәүҙә бүлек начальнигы Филүс Зарипов һәм уның ҡул аҫтындағы тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр яңы һөнәремдең нескәлектәренә өйрәтте. Аҙаҡ етәксегә алмашҡа килгән Валерий Тимерәйев менән дә ҡулға-ҡул тотоношоп эшләнек.
Эйе, ата-әсәнән бирелгән тырышлыҡ, ҡушылғанды намыҫлы башҡарыу кеүек сифаттар һәр кемде биҙәй. Динар Шәйхинуров та, нәҡ уларға нигеҙләнеп, тыуған ерендә ныҡлы баҫып, барлыҡ эш-шөғөлөнән – тәм, күркәм ғаиләһе, хөрмәтле ата-әсәһе менән бергә йәшәүҙән йәм табып, ырыҫлы тормош көтә.

“Көрйә башҡортомон!”

Ауылдарға барғанда “тере тарих” тип нарыҡланырлыҡ өлкән быуын вәкилдәре менән мотлаҡ осрашып һөйләшергә тырышам. Шундайҙарҙың береһе бар ғүмерен колхоздағы ябай эштәргә арнаған, заманында ауыл Советы депутаты вазифаһын да башҡарған Хәриә Шәмсиәхмәт ҡыҙы Миңлеғәлиева икән. Былтыр йәй 80 йәшен тултырған хеҙмәт ветераны Борай районының Көрйә ауылынан, әле Солтанай килендәренең иң өлкәне. Инәй минең менән урындағы һөйләштә аралашты һәм башта уҡ икеләнергә бер ниндәй урын ҡалдырмаған ғорурлыҡ тойғоһо менән: “Мин – Көрйә башҡорто!” – тип әйтеп ҡуйҙы.
– Атай-әсәйемдең 11 балаһы булған, шуларҙан һеңлем Хәлиҙә менән мин генә иҫән ҡалғанбыҙ, – тип һөйләне Хәриә инәй. – Ярты етем үҫтек. Атайыбыҙ 1941 йылдың авгусында фронтҡа алынған, теүәл бер йылдан хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында “ҡара ҡағыҙ” килгән...
Инәй 12 генә йәшендә ауылындағы кол­хозға эшкә төшкән, ете йыл фермала һа­рыҡ ҡараған. Унан байтаҡ ва­ҡыт Свердловск өлкәһендә торф сығарған.
Ире Ситдиҡ бабай ҙа “нужа ҡаласы”н аҙ татымаған. Уны 14 йәше тулыр-тул­маҫ­тан ФЗО мәктәбенә алып киткәндәр, һу­ғыш ваҡытында Белорет ҡалаһында снарядтар өсөн йәшник эшләүҙә ҡатнашҡан.
Солтанайҙа солтандайДонъяның әсе-сөсөһөн күреп өлгөргән йәштәр, бер-береһен табышып, 1955 йылда өйләнешкән. Шунан бирле Солтанайҙан айырылмаған Хәриә инәй. Ире менән дуҫлыҡта һәм татыулыҡта илле биш йыл ғүмер иткәндәр.
– Алтын туйыбыҙ менән район хакимиәтенән килеп ҡотланылар, республика етәкселеге исеменән дә хат, бүләк тапшырып киттеләр, – тип шатлыҡлы ваҡиғаны йәнә бер ҡат иҫенә төшөрҙө әңгәмәсем һәм моңһоуыраҡ тауыш менән өҫтәп ҡуйҙы. – Унан һуң бабай менән тағы биш йыл ғына йәшәп өлгөрҙөк. 80 йәшен тултырып, вафат булып ҡалды...
Хәриә менән Ситдик Миңлеғәлиевтәр биш балаға ғүмер бүләк иткән. Яҙмыштан уҙмыш юҡ бит – ҡәҙерлеләренең икәүһе баҡыйлыҡҡа күскән. Әле өлкән ҡыҙҙары Әлфинә – Ҡалтасы районының Красный Холм ауылында, кеселәре Әлфирә менән Илмира Нефтекамала ғүмер кисерә. Аҙна һайын алмашлап ҡайтып, яңғыҙ әсәһен тәрбиәләп торалар.
– Рәхмәт балаларыма: аҙыҡ-түлектән, башҡа кәрәк-яраҡтан өҙөлгәнем юҡ, – ти инәй. – Кейәүҙәремдән дә уңдым – хужалыҡтағы барлыҡ эште улар башҡара. Һәр береһенә һаулыҡ, хеҙмәттә уңыштар юлдаш булыуын теләйем.
Иренән ҡалған нигеҙҙе һыуытмай, эте, бесәйе менән мәж килеп ғүмер итә хеҙмәт ветераны. Күршеләренең хәлен белеп сыға, телевизорҙан яңылыҡтарҙы ҡалдырмай ҡарап бара.
– Миңә хәҙер әллә ниҙәр кәрәкмәй. Донъялар ғына имен булһын! – ти ул.
Бер нәмә лә кәрәкмәй, тиһә лә, урамдағы бағаналарҙа ут янмауы хаҡында минең менән бергә барған депутат Рәлиф Фәрхетдиновҡа ныҡлап еткерҙе. Ауыл Советы рәйесенең халыҡ һүҙҙәренә бигүк ҡолаҡ һалмауына һуҡранып та алды...

Бер-береһен
ярты һүҙҙән аңлап...


Уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы яңы сәйәсәтте тулыһынса аңлап, үҙгәрештәрҙе хуплап ҡабул иткәндәр ауылдарҙа ла бихисап. Башлыса алыпһатарлыҡ кәсебен үҙ иткән ҡаланыҡыларҙан айырмалы, ер кешеһе башҡа хәстәрҙәргә төптәнерәк егелде. Үҙҙәренә бала саҡтан яҡын булған мал ҡарауҙың табышлы кәсеп икәненә төшөнгәндәр нәҡ шул эшкә тотондо. Солтанайҙа йәшәгән Ғәлиә менән Рәүил Әхмәтовтар – тап шундайҙарҙан.
Хужа ошо ауылдан, әрме хеҙмәтенән һуң “Краснохолмнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығында электрик булып эш башлаған. 1986 йылда медицина училищеһын тамамлағас, Ҡалтасыға ебәрелгән Белорет районының Аҙнағол ауылы һылыуы Ғәлиә менән осраштыра уны яҙмышы. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған йәштәр тәүҙә Себер яҡтарына юллана. Тыуған тупраҡтың тартыу көсө ныҡ шул: йыл ярымдан йәш ғаилә Солтанайға ҡайтып төпләнә, йорт һалып инә. Ауылда малһыҙ йәшәп булмай, һөтө лә, май-ҡаймағы ла, ите лә кәрәк. Шуға ла Әхмәтовтар тиҙ арала шәхси хужалығын йәйелдереп ебәрә. Бәләкәйҙән хеҙмәткә күнеккәндәргә мал ҡарау нимә инде?!
Ҡыйғы районының Аҫылғужа ауы­лын­дағы туғандарына барыу уларҙың яҙмы­шын ҡырҡа үҙгәртмәһә лә, алдағы тормоштарына һиҙелерлек йоғонто яһай. Ундағы һарыҡ үрсетеү тәжрибәһе менән танышҡас, Рәүил менән Ғәлиә бер ҡатарҙан был яңы шөғөлгә тотонорға ҡарар ҡыла.
– 1998 йылдың февралендә ун баш һарыҡ бәрәсе алып ҡайттыҡ, – тип һөйләне улар. – Тора-бара ҡуйҙы 60-70-кә еткерҙек. Бәрәндәрҙе төрлө тарафтарҙан, хатта күрше Пермь крайынан да килеп ала башланылар.
15 йыл шулай ҡуй үрсетә Әхмәтовтар. Ошо хеҙмәттәре арҡаһында ике ҡыҙҙарын аяҡҡа баҫтыралар, уҡыталар. Өҫтәүенә үҙҙәренең көнкүреш шарттарын яҡшыр­тыуға, төрлө техника алыуға өлгәшә улар.
Әле ғаилә меринос тоҡомло һарыҡ аҫрай. Шәхси хужалыҡта етештергән һөт аҙыҡтары менән бергә баҙарға ҡуй ите лә сығаралар. Эштәренән ҡәнәғәт үҙҙәре. Кешегә тағы ни кәрәк инде?! Алда ла уңыштар юлдаш булһын йүнселдәргә!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840