Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атай хаҡы... 15 мең
Танышым Интернетта хәбәр ебәргән: “Генетик экспертиза һөҙөмтәләре килде...” Ҡабаланып-ҡарһаланып яҙам: “Әйтә һал, нисек?!” Яуаптан аң-зиһенем шаңҡып китә: “Ҡыҙым минеке түгел”.

14 йәштән өйҙән сығып китеп, һирәкләп кенә ҡайтҡас, атай менән бергә йыш булыу форсаты теймәне. Осрашҡанда ла аҙ һүҙле яҡыным: “Һаумы, хәлдәр нисек?” – тиеүҙән уҙманы. Өфөгә дауаханаға алып килеп урынлаштырып, ғүмеренең һуңғы ун көнөндә тәрбиәләү, аралашыу күңелемдә әйтеп бөтөргөһөҙ үкенес тә, аҙ ғына йыуаныс та ҡалдырҙы. Үкенес, сөнки һис ҡасан да ошолай яҡын булманыҡ та, ниһайәт, мөмкинлек сыҡҡас, ваҡыт бик ҡыҫҡа тойолдо. Йыуаныс, сөнки үлерен белгәндәй, һуңғы көндә атайым туҡтауһыҙ: “Рәхмәт, ҡыҙым, рәхмәт. Тырыштың, ыҙалама, өйөмә алып ҡайтып ҡуй мине”, – тип ҡабатлап, фатихаһын биргәндәй булды. Шулай ҙа уның өсөн был донъяла бик-бик аҙ эшләгәнмен тип һанайым үҙемде. Яҡшы атай булды ул.
Бығаса атай хаҡы шулай баһалап бөтөргөһөҙ тип йөрөһәм, улай түгел икән. Атайлыҡтың хаҡы – уртаса 15 мең һум. Эйе-эйе, ДНК-анализ үткәреү яҡынса шул сама тора. Сентябрь уртаһында танышым дүрт йәшлек ҡыҙына атаймы-түгелме икәнлеген белер өсөн генетик экспертизаға барасаҡтары тураһында хәбәр иткәнсә, был хаҡта уйланмай ҙа инем. “Беренсе” телеканалындағы “Һөйләһендәр әйҙә” тапшырыуында ошондай хәлдәр һуңғы арала йыш яҡтыртыла, ҡарағаным бар. Әммә беҙҙең башҡорт та шулай дөрөҫлөк даулап йөрөйҙөр тип һис башыма инмәй ине.
– Танышып, бер-ике осрашыуға ҡыҙым, ауырға ҡалғанмын, тип хәбәр итте. Туғандарым тиҙ генә ҙурҙан ҡубып туй үткәрҙе. Балабыҙ тыуҙы. Әсәһе дауаханала ҡалғас, бәпәйҙе үҙем ҡараным. Ашаттым да, керен дә йыуҙым. Ләкин матур йәшәү килеп сыҡманы. Бер аҙҙан ҡатынымдың һөйәре барлығын белдем. Баҡтиһәң, ул хатта беҙҙең туй тантанаһына килгән! Ҡайғымдан “йәшел йылан” менән дуҫлаштым. Ныҡ эстем. Бер мәл, аҡылыма килеп, айныҡтым һәм айырылышырға булдым. Әле яңғыҙ йәшәйем, ҡыҙымды форсат булған һайын үҙемә алып ҡайтам, яратып тәрбиәләйем. Уның үҙемдеке булыу ихтималына ике йыл элек үк шикләндем, шулай ҙа быға ышанғы килмәне. Әсәһе лә, һинеке, тип ант итте. Әле ДНК-анализға барабыҙ тигәс, зыу ҡубып, йөрөмәҫкә өгөтләне, алименттан баш тартам, ул ғына түгел, туй сығымдарын кире ҡайтарам, тип вәғәҙәләне. Шигем дөрөҫкә сыҡты бына, – тип һөйләне танышым.
– Хәҙер нимә эшләйһең инде? Балаң һине атай тип белә, уға был хаҡта һөйләмәҫһең дә ул? Үҙеңдең, элекке ҡатыныңдың туғандары нимә тиер? – Һорауҙарҙы яуҙырҙым ғына.
– Күҙ күрер, – тип тураһын әйтмәне ул. – Ҡыҙымдан, әлбиттә, баш тартмайым. Ул мине атаһы тип белә бит. Тыуҙырған түгел, үҫтергән – атай. Ә әсәһенә килгәндә, ул алдағы өсөн яуап бирәсәк. Апайҙары уның яҡлы булһа ла, ағайҙары был ҡылығын өндәшмәй ҡалдырмаҫ...
Тәүҙә иғтибар итмәһәм дә, уйлана торғас, ниңә шулай әйткәненә төшөндөм. Ысынлап та, туғанлыҡ туғанлыҡ менән. Икенсе яҡтан, ирҙәр теләктәшлеге лә бар. Шул уҡ ҡайнағалары күңеленә лә үҙҙәренең ысын атай булыуҙары-булмауҙары хаҡында шик ояламаймы ни?
Нисек һанап сығараларҙыр, уныһы миңә ҡараңғы, әммә ғалимдар, атайҙарҙың һигеҙ проценты (ә был һәр 12-13-сө кеше тигән һүҙ) сит баланы тәрбиәләй, ти. Элек, ДНК-анализдар уҙғарылмағанда йәки бик ҡиммәт торғанда, был мәсьәләлә йәшәйешебеҙгә әллә ни ҡурҡыныс янамай ине. Хәҙер хәл башҡаса. Ана бит, төпкөл ауылда ла бының мөмкинлеге ирҙәрҙең аңына барып еткән. Әлегә сит дәүләттәрҙә йылына 200 мең тирәһе ошондай экспертиза яһатһалар, беҙҙең илдә – алты-һигеҙ мең. Ә көндән-көн аҙғынлыҡ тоҙағына нығыраҡ бата барған йәмғиәтебеҙҙә был һандың артыуы бик ихтимал. Артабанмы? Артабан – емерелгән яҙмыштар, бәхетһеҙ бала саҡ...
Ирҙәргә рәхәт: эштән ҡайтып ашайҙар ҙа телевизор пультын тотоп диванда яталар, ә бахыр ҡатын-ҡыҙ эшләй ҙә, бала ла ҡарай, бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт мәшәҡәттәре менән дә була, тибеҙ. Ваҡыт, иғтибар, ярҙам етешмәй, тип зарланабыҙ. Ә шулай ҙа... көндәлек мәшәҡәттән арыһаң да, алйыһаң да, күңел тыныслығына ни етә! Әлдә генә ҡатын-ҡыҙмын...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519