Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөҙҙәрендә — шатлыҡ-ҡыуаныс
Йөҙҙәрендә — шатлыҡ-ҡыуанысИлүзә менән Юлай Мөхәмәҙиевтәр үҙ тырышлығы менән донъя көтә
Күп балалы Мөхәмәҙиевтәрҙең ихатаһына килеп ингәс тә, өй алдының таҙалығына һәм бөхтәлегенә иғтибар итәһең. Бар тирә-яҡта хужаның оҫта ҡулы һиҙелә: ҡапҡанан йорт алдына тиклем ҡарҙы көрәп, матурлап ыҡсым юл һалғандар. Ҙур соланда аяҡ-кейемдәре өсөн махсус урын яһалған. Әйтерһең дә, бында күп балалы ғаилә йәшәмәй. Беҙҙе алсаҡ йылмайып ҡаршы алған өй хужабикәһе Илүзә Салауат ҡыҙын һис тә биш балаға ғүмер бүләк иткән әсә тип уйламаҫһың. Күрәһең, бала тапҡан һайын әсә йәшәрә тигәндәре хаҡтыр.
Балапан ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән Илүзә мәктәпте тамамлағас, Белорет һөнәрселек училищеһына бухгалтер һөнәренә уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, эшкә ҡайҙа барырға тигән һорау менән баш ватмай. Белорет районының ике апаһы йәшәгән Нура ҡасабаһына барып, улар янына эшкә урынлаша. Буласаҡ тормош иптәше Юлайҙы ла тап шунда осрата, 1989 йылда ике йәш йөрәк өйләнешә. Донъяларын йәмләп, ҡыҙҙары Әлиә тыуа. Бер аҙҙан ирле-ҡатынлы Мөхәмәҙиевтәр, уртаҡ фекергә килеп, Илүзәнең тыуған ауылына күсеп ҡайта. Тәүҙә өй төҙөү өсөн ер урыны алып, ҙур ғына аласыҡ ултырта уңған хужа. Атаһына терәк булып, улдары Артур донъяға килә.
— Улыбыҙ тыуғас, уға иптәшкә Азамат ҡустыһын алып ҡайттыҡ. Аҙаҡ бәхетебеҙҙе тулыландырып, ҡыҙыбыҙ Азалия донъяға килде, — ти бәхетле әсә.
Балалар үҫкән арала оҫта ҡуллы Юлай Ғилман улы шығырҙап торған ҡарағайҙан бына тигән йорт төҙөп ултырта. Ғаилә шау-гөр килеп өй туйлай, ә иртәгәһенә уңған хужабикә кинйәбикәләре Розалияны алып ҡайта. Шулай итеп, яңы йортҡа ҡот һәм нур өҫтәп, тағы бер сәңгелдәк эленә. Ауылда эш булмағанлыҡтан, ғаилә башлығы күрше Магнитогорск, Белорет ҡалаларына йөрөп эшләй. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, егәрле балта оҫтаһының даны тирә-яҡҡа тиҙ тарала. Юлай Ғилман улына хәҙер эш эҙләп йөрөргә тура килмәй, уны алыҫтан килеп табып, төрлө заказдар бирәләр, бар хужалыҡ эштәре Илүзә Салауат ҡыҙына һәм уңған ярҙамсылары — балалары иңенә төшә.
— Ҙур ғаиләнең ыңғай яҡтары бихисап. Балалар араһында туғанлыҡ хисе көслө. Улар бер-береһенә ярҙам итеп үҫә. Йорт эшен дә бергәләшеп башҡаралар, берәүҙәре йәшелсәгә һыу һипһә, икенселәре сәскә үҫтерә. Көн һайын алмашлап мал-тыуарҙы ҡарашалар. Яҙҙан алып көҙгә тиклем ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ, — тип ҡыуаныстары менән уртаҡлаша әсә.
Мөхәмәҙиевтәрҙең ике өлкән балаһы ситтә уҡый. Әлиә БДУ-ның Сибай институтындағы филология факультетында белем алһа, Артурҙары Белорет ҡалаһының педагогия колледжында информатика буйынса махсуслаша. Азамат — VI, Азалия III класта уҡый, телдәр Розалияға өс кенә йәш.
Егәрле хужабикә йорт эштәренән, балалар тәрбиәләүҙән тыш фельдшер-акушерлыҡ пунктында санитарка булып эшләргә ваҡыт таба. Мөхәмәҙиевтәрҙең балалары яҡшы уҡый, мәктәп тормошонда ла әүҙемдәр. Улдары Азамат оҫта йырлай, “Сулпылар” телевизион конкурсында ла ҡатнашҡан. Ғөмүмән, балаларҙың һәр береһе йырларға ла, бейергә лә әүәҫ, сөнки уларҙың өлгө алырлыҡ йыр-моң яратыусы ата-әсәһе бар.
Илүзә Салауат ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Иҫтәлекле бүләкте ғаилә ағзалары ҡәҙерләп һаҡлай.
— Әсәләргә республикабыҙҙа шундай оло ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеүҙәренә, иғтибарлы һәм ихтирамлы булғандарына ҡыуанып бөтә алмайым, — тип награда алған көнөн иҫкә төшөрҙө хужабикә.
Бәғзе берәүҙәр кеүек, “балаларыбыҙ күмәк, ярҙам итегеҙ”, тип ултырмай Мөхәмәҙиевтәр, ең һыҙғанып, дәртләнеп донъя көтә. Ҡураларында биш һыйыр, биш быҙау аҫрайҙар. Ите-һөтө, ҡаймаҡ-майы үҙеңдеке, тигәндәй. Йыл һайын картуфтарын һатыуға сығарып, ярайһы табыш алалар. Ҡоролоҡ йылында ла Мөхәмәҙиевтәр 600-ҙән ашыу биҙрә уңыш йыйып алған. “Әллә һеҙҙең яҡтарҙа барыбыҙҙы бил бөктөргән колорадо ҡуңыҙы юҡмы?” — тип һорауыма өй хужаһы былай тип яуапланы:
— Һәр эш тәрбиәне ярата. Шул иҫәптән — картуф та. Ултырттыҡ та шуның менән эш бөттө, тип уйламағыҙ. Төбөн йомшартыумы, утаумы, ҡортон сүпләүме — бар эште лә күмәкләшеп башҡарабыҙ.
Эйе, егәрле ата-әсәнән егәрле балалар үҫә, уңғандан — уңғандар, бәхетлеләрҙән бәхетлеләр ишәйә. Тәҙрә төптәрендәге миләүшәләрҙең балҡып сәскә атыуында, балаларының йөҙҙәрендә шатлыҡ һәм ҡыуаныс нурҙары бөркөлөүендә, ихаталарының төҙөк һәм йыйнаҡ, табындарының мул булыуында Илүзә һәм Юлай Мөхәмәҙиевтәрҙең тырыш хеҙмәтен дә, сослоғон да, балаларҙы ихлас яратыуын да тойорға мөмкин.
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840