Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тимер туҙа, дәүләт түҙә...
Тимер туҙа, дәүләт түҙә... Башҡортостандың ауыл хужалығын техник һәм технологик яҡтан яңыртыуға бүленгән дәүләт аҡсаһы нисек тотонола? Республиканың Контроль-иҫәп палатаһы коллегияһының сираттағы ултырышында ошо мәсьәлә тикшерелде.

Белгестәр был юлы Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығын, “Үҙәк”, “Урал аръяғы-Агро”, “Төньяҡ-көнсығыш” машина-технология станцияларын һәм “Ергән машина-технология станцияһы” акционерҙар йәмғиәтен тикшерҙе. Был эш Палатаның 2015 йылғы планында билдәләнгәйне.
– Дәүләттең агросәнәғәт комплексына ҙур ярҙам күрһәтеүенә ҡарамаҫтан, уның техник һәм технологик яҡтан дөйөм артта ҡалыуы дауам итә, – тине үҙенең сығышында Контроль-иҫәп палатаһы аудиторы Фирүзә Ғәлиева. – Төп фонд­тар­ҙың ныҡ туҙыуы, ватан ауыл хужа­лығы продукцияһының конкурент­лыҡҡа һәләте түбән булыуы, квалификациялы инженерҙар һәм механиза­тор­ҙарҙың етешмәүе ошо хәлгә төшөрә.
Ауыл хужалығы предприятиелары күргән зыян былтыр республика буйынса 1,5 тапҡырға артҡан һәм бер миллиард ярым һум тәшкил иткән, рентабеллелек кимәле 40 процентҡа кәмегән (субсидияны иҫәпкә алмайынса).
“Башҡортостан Республикаһында 2013 – 2020 йылдарҙа ауыл хужалығын үҫте­реү һәм ауыл хужалығы продук­цияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү” дәүләт программаһы беҙҙең аграрсы­ларға машина-трактор паркын байтаҡ ҡына яңыртырға ярҙам итте. Ләкин коллегия ултырышында яңғыраған һандар әллә ни кәйефте күтәрә алманы: 2010 йылда тракторҙарҙың 80 проценты туҙған хәлдә булһа, 2014 йылда был күрһәткес 70 процент тәшкил иткән, йәғни аҙ ғына кәмегән.
– Әгәр ҙә техниканы яңыртыу эше шулай аҡрын барһа, бер нисә йылдан ерҙе нимә менән һөрөрбөҙ һуң? – Палата рәйесе Салауат Харрасов был күрһәт­кестәргә ҡарата шулай тиергә мәжбүр булды.
МТС-тарҙың ауыл хужалығы предприятиеларын хеҙмәтләндереү күләме былтыр 2012 йыл менән сағыштырғанда 43 процентҡа(!) кәмегән. Һөҙөмтәлә уларҙың финанс хәле лә насарайған, зыян күләме артҡан. Ултырышта шундай факттар ҙа килтерелде: ҡайһы бер хужалыҡтар техниканы, дәүләт ярҙамын­да уның хаҡының 45-50 процентын ғына түләп алып, артабан яңы көйө тип әйтерлек ситкә ҡиммәтерәккә һатыуҙы уңай күрә икән. Үҙ аҡсаңа алһаң, тәбиғи, шәхси әйбереңде нимә эшләтһәң дә хаҡың бар. Әммә дәүләт аҡсаһы – ул барыбыҙҙың да мөлкәте. Шуға күрә республиканың Контроль-иҫәп палатаһы был байлыҡты нисек файҙаланыу тураһында әленән-әле отчет талап итә лә инде.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518