Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үткәндәрҙә өмөт юҡ
Үткәндәрҙә өмөт юҡ Баҙар рәттәре буйлап үткәндә был мөләйем йөҙлө апайға иғтибар итмәй уҙып китә алмайым. Юҡ, ҡыйыу, әрһеҙ башҡа һатыусылар һымаҡ әллә ҡайҙан саҡырып тормай ул. Киреһенсә, өнһөҙ генә, эскерһеҙ күҙ ҡараштары менән иғтибарҙы йәлеп итә.


Ә күҙҙәре уның, ысынлап та, бик матур. Төпһөҙ зәңгәр күк киңлегенең төҫөндә ул. Балаларса бер ҡат­лылыҡ, ихласлыҡ менән арбай. Шул уҡ ваҡытта рентген нурҙары һымаҡ кешене үтәнән-үтә күргән һымаҡ та. Емеш-еләк кәрәк булһа, тик унан ғына алырға тырышам. Һайлап, үлсәп, иҫәпләшкән арала уның күп мәғлүмәтле булыуын беләһең. Минән киткәнсе – эйәһенә еткәнсе, тип эшләмәй ул. Эш хаҡы һатҡан емешенең күләменә бәйле булһа ла, бер ҡасан да тауарын көсләп таҡмай. Киреһенсә, миҙгеленә, емешенә, сортына ҡарап, теге йәки был йәшелсә-емеште алыуҙы тыя. Диңгеҙ аръяғынан килгән аллы-гөллө еләктәрҙең урындағы халыҡ организмына бер тин файҙа килтермәүе тураһында ла әйтә.
– Иң яҡшыһы – үҙебеҙҙә үҫкәне, – ти ул. – Элек-электән грейпфрут, нектарин, әфлисун кеүек ситтән килтерелгән емештәрҙе ашап үҫмә­гәс, был беҙҙең ҡанда юҡ, шуға күрә улар күптәрҙә аллергия барлыҡҡа килтерә.
Һиҙемләүемсә, был апай, ысынлап та, бик күҙәтеүсән, һынсыл һәм иғтибарлы булып сыҡты.
– Һатып алыусылар араһында төрлө кеше осрай, – ти ул. – Уларҙы шартлыса өс төркөмгә бүлгәнмен: үткәне, иртәгәһе һәм бөгөнгөһө менән йәшәүселәр.
Беренсе төркөм, ғәҙәттә, хәтирә­ләргә, иҫтәлектәргә бирелергә ярата, үткәндәрен һағынып иҫкә ала. Ундайҙарҙың йөҙө һәр ваҡыт һағышлы. Ыңғай хәл-ваҡиғалар булһа, бик яҡшы, әлбиттә, сөнки һәр кемдең тормошо – үҙе бер тарих. Әммә уларҙы һәр ваҡыт иҫкә төшө­рөп торорға кәрәкме икән? Үткәнде бит барыбер кире ҡайтарып булмай. Хәйер, улай йәшәгәндәр араһында яҙмышына үкенгәндәр күберәк шул. Шуныһы ҡыҙғаныс. Уҙған ғүмерҙән һабаҡ алырға ғына була.
Иртәгәһе көн менән йәшәүселәр ҙә байтаҡ арабыҙҙа. Ундайҙар иһә алдындағы эште, ҡаршыһындағы кешене күрмәй. Улар бөтә изге уй-ниәттәрен иртәгәгә ҡалдыра. Үҙҙәрен киләсәктә бәхетле, бай, уңышлы итеп күҙ алдына килтерә. Бөгөнгө тормошон улар ҡараламала йәшәгән йәки сәхнәлә репетиция яһаған һымаҡ хис итә. Шуға ла бөтә эшен алдағы көндәргә ҡалдыра. Ундайҙар көн һайын булмаһа ла, аҙна йәки ай һайын, Яңы йыл һайын “иртәгәнән башлап зарядка яһаясаҡмын”, “дүшәмбенән үҙемде йәлләмәй эшләйәсәкмен”, “ялдан һуң изге эштәр күберәк ҡыласаҡ­мын”, “алдағы аҙнанан китап уҡый башлаясаҡмын”, ғөмүмән, “иртәгә­нән...” тигән хыялдар менән йәшәй. Көн артынан көн, йыл үтә. Иртәнсәк физик күнегеүҙәр яһалмай, изге эштәр ҙә ҡылынмай, алынған китаптар ҙа уҡылмай тағы бер көн, ай, йыл үтә. Бындай категорияға ҡарағандарҙы мин бөгөн түгел, иртәгә йәшәргә әҙерләнгән һымаҡ күрәм. Шулай итеп, иртәгәһе көндө көтөп, үҙҙәрен уңышлы, бәхетле булыуҙан мәхрүм итәләр.
Бик аҙҙар ғына бөгөнгө менән йәшәй. Ундайҙар тәүгеләрҙән шуны­һы менән айырыла: уларҙың йөҙө­нән ышаныс, ихласлыҡ тойғоһо һирпелә, ашыҡмайҙар, аҙымдары һәлмәк, ышаныслы. Улар бөгөнгө менән йәшәй, шуның менән бәхет­ле. Үҙҙәрен эргә-тирәһендәгеләр менән тиң, тәбиғи тота. Өҫтөнлөк той­ғоһо ла, кәмһенеү ҙә кисер­мәйҙәр. Улар бер кемгә, бер нимәгә зарланмай, көнләшмәй. Бөгөн баш­ҡара алғанды иртәгәгә ҡалдырмай, үҙенең эшенән, тормошонан ләззәт ала. Ундайҙарҙың күңеле һәр ваҡыт киң, кәйефе күтәренке.
Бөгөнгөһө менән йәшәгәндәрҙе хеҙмәтләндереүе лә еңел. Улар үҙҙәренә нимә кәрәклеген яҡшы белә, күңеле нимә теләгәнде аңлай. Үткәне йәки иртәгәһе көн менән йәшәүселәр иһә емеш-еләкте еҫкәп, ҡапшап ҡарағандан һуң да үҙҙәренә нимә кәрәклеген белмәй аҙарына. Ундайҙар, ысын мәғәнәһендә, йәл...







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509