Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дипломым бар, һөнәрем юҡ йәки “Кешесә” нисек йәшәйҙәр?
Дипломым бар, һөнәрем юҡ йәки “Кешесә” нисек йәшәйҙәр? Әхирәтем әсәһе менән телефон аша тыныс ҡына һөйләшә башлай ҙа, аралашыуҙары күп осраҡта талаш менән бөтөп ҡуя. Тәүҙә иғтибар итмәй инем, һуңғараҡ был күренештең сәбәбен аңланым. Баҡтиһәң, бар бәлә аҡса етмәүҙә икән...


Юғары уҡыу йортоноң төп курсын тамамланы, диплом да алды. Хәҙер белем туплауҙың сираттағы этабын ҡыуа күршем. Дөрөҫөн әйтеү зарур: уҡыу йорто, һөнәр ата-әсәнең ярайһы уҡ баҫымы аҫтында һайланды. Тәүге йыл студент булыу өсөн күпмелер балл етмәне, әммә аптырап ҡалманы ололар – юҡ аҡсаһын бар итеп репетитор ялланылар. Әйтәгүр, икенсе йылына мең бәлә аша үтеп тә, балаһын абруйлы һаналған университетҡа индереп ултырттылар. Ундағы үҙенсәлек иһә – төп һөнәрҙе, йәғни белгеслекте, бер нисә йылдан һуң ғына һайлау.
Уҡырға ингәс, әлбиттә, торлаҡ кәрәк – ҡыҙ дөйөм ятаҡҡа урынлашты. Ҡалала студентҡа бөтөнләй башҡа көнкүреш шарттарына күнегеү еңел бирелмәне. Дөйөм ятаҡ тип әйтеүе генә рәхәт, әммә һыуыт­ҡысын, мультиваркаһын, өҫтәмә кәштә­ләрен алыуға һәр бүлмәләш риза булып бармай, сараһыҙлыҡтан, сығымдарҙың күп өлөшөн үҙ өҫтөнә алырға тура килде. Шулай итеп, атай-әсәйҙең ҡаҙнаһына өмөт бағлап, осто-осҡа ялғап уҡып-йәшәп алып китте ҡыҙ.
Тырышты, билдәләрҙең насарын алманы. Өйгә эште теүәл үтәп, ҡушылғанын ятлап, аңлап, көсөн ғилем туплауға йүнәлтте ул. Университет биргән стипендия 1600 һум тәшкил итте. Ә заман менән бергә атларға ынтылған ҡыҙҙың матур кейенгеһе, ял итеү, күңел асыу урындарына ла “кешесә” йөрөп, йәнә, донъянан артта ҡалмай йәшәгеһе килде. Стипендия менән генә бындай киңлектәрҙе иңләй алмауы көн кеүек асыҡ. Юлға етһә, тамаҡҡа юҡ, кейем алһаң – бөтөнләй ҡытлыҡ. Уҡыу уҡыу менән, йәш студент үҙ йүнәлеше буйынса эш эҙләп ҡарарға булды. Һәм тапты ла. Дауаханала төнгө дежурлыҡҡа йәлеп иттеләр үҙен. Эше ауыр, бигүк таҙа ла түгел. Ә аҡсаһы-ы-ы... Бер дежурлыҡ өсөн – 1500 һум. “Көрәйәсәкмен бит меңдәрҙе” тигән яҡты хыял менән янып, ауылдан ебәрелгән күстәнәстәрен урынлаштырҙы ул шулай бер көн. Ғәзиз кешеләре университетта уҡыған ҡыҙы ас йөрөмәһен өсөн нимә генә һалмаған – ите лә, һөтө лә, йомортҡаһы ла, әҙ-мәҙ йәшелсә лә, кәнфит-шоколады ла бар унда. Йәғни ауылдағылар өйҙәге иң тәмле ризыҡтарҙы студентҡа осороп, үҙебеҙгә нисек тә ярар әле, тип йәшәүен дауам итә – “кешесә” көнкүрештән генә ҡалып ҡуймаҫҡа бар теләктәре.
Ярай был ҡыҙ дөйөм ятаҡта урын алып уңды, ә бит икенсе танышымдың ҡустыһы, шулай уҡ студент, Телеүҙәк янындағы университетҡа баш ҡаланың Черниковка биҫтәһенән елдерә. Иң осһоҙ транспортҡа – 18 һумлыҡ автобусҡа – сыҡҡанда ла, көнөнә юлға ғына 36 һум китә, ә инде һуңғараҡ ҡалһаң йә башҡа сәбәптәр арҡаһында шәхси автобусҡа ултырһаң – кәмендә 50 һумыңдан ҡолаҡ ҡағаһың. Айына 25 көн уҡыған хәлдә, барып ҡайтыу өсөн генә 900 – 1 250 һум самаһы аҡса кәрәк буласаҡ. Был егет тағы ике тиҫтере менән торлаҡты ҡуртымға ала, йәғни йәшәгәне өсөн хужаға ай һайын 11 мең һум аҡса тапшырыла. Өсәүһенә тигеҙ бүле­шелгән – яҡынса 3 600 һум, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе ҡушһаң, һәр студенттың кеҫәһенән йәмғеһе дүртәр мең һум аҡса сығып китә. Алда әйтелгән юл хаҡын ҡушһаң, был һан биш меңгә етә. Күңелегеҙҙе киң тотоғоҙ, тиҙәр ошондай ваҡытта. Студент кешегә, етмәһә, ир-егеткә ашау яғын наҡыҫ ҡуйыу енәйәткә тиң.
Ошонан сығып, әлеге өсәүгә аҙыҡ-түлек өсөн дә уртаҡ ҡаҙна булдырыу зарур. Быныһы инде – айырым тарих. Хаҡтар көн дә тиерлек арта, айына яҡынса ике мең һумыңды ҡырып-һепереп сығарып һала­һың. Ата-әсә улымдың түләүҙәре бөттө инде тип сәпәкәйләп тә өлгөрмәй, ғәзиз балаһы шылтыратып Интернет, телефон һәм башҡа ихтыяждар өсөн аҡсаһы етеңкерәмәүен белгертә. Һыуыҡтар ҙа төштө, йылы ботинкам юҡ, тип өҫтәй. 5000 + 2000 + .... = ??? Эш хаҡы йә пенсияһы 10 мең һумды саҡ ашҡан ата-әсәнең күҙ алдынан был һандар ҡурҡыныс төш кеүек үтеп кенә китһә лә, ысынында өн булып сыға – “балам университетта уҡый” тигән исемде күтәрер өсөн нимәһен генә һатмай ҙа күпме генә малын тапшырмай улар. Уныһын да осһоҙ хаҡҡа...
Ятаҡта йәшәмәгән егеттәр шулай көн итһә, дауаханала дежурлыҡ иткән ҡыҙҙың тормошо ҡырҡа үҙгәреш юлында – бер төн теш ҡыҫып, йоҡо ҡасырып, ауырыуҙарҙың аһ-зарын тыңлап, йөрәгеңде усыңа тотоп үткәрәһең дә, аҡса буласаҡ, тигән яҡты хыял менән дөйөм ятаҡ бүлмәһенә ҡайтып ауаһың. Йоҡоң туямы-юҡмы, күҙҙе тырнай-тырнай асып лекцияға юл тотаһың. Асыҡ-йомоҡ ҡараш менән ултырып сыҡҡан дәрестәрҙән ҡайтышлай банкоматҡа һуғы­лаһың, һәм бына байрам – карточкаңа 20 меңгә яҡын аҡса күсерелгән. Кисә генә килем-сығымды үлсәп, тамсылап тотонған ҡыҙ хәҙер теләгән кейемен кейә, кино-концертты, кәйеф-сафа ҡороу урындарын, заманса техниканы ҡалдырмай, һәммәһен һатып ала, ашау яғын да “кешесә” итә. Ата-әсәһен дә ярҙам һорап борсомай, хәл-әхүәлен һораша ла, “аҡсам етә” тип хушлашып, трубкаһын һалып ҡуя.
Шулай нисауа ғына йәшәү IV-V курс­тарҙа уҡыған сағына тура килде, һуңғараҡ – дәүләт имтихандарына, сығарылыш мәшәҡәттәренә етәрәк – килемле эште ҡалдырыу ихтыяжы килеп сыҡты. Де­журлыҡ иткәнгә күрә, ғилемде тейешле кимәлдә туплауы ауырыраҡ булды. Был ҡыҙ уҡыған университетта төп белгеслекте диплом алыр саҡта һайлауҙары хаҡында телгә алғайныҡ инде, әле ошо мәсьәлә ҡалҡып сыҡты. Кем булырға? Артабан тормошоңдо медицинаның ниндәй өлкәһе менән бәйләргә? Ошондай һорауҙар менән баш вата башланы ҡыҙ. Һәм тағы ла “абруйлы булһын” тигән “кәңәш”кә ҡолаҡ һалды, йәғни хирургия өлкәһен һайланы. Университетта уҡыуҙың киләһе этабы башланды – ординатура, интернатура һәм башҡалар. Хәҙер инде дөйөм ятаҡ бирелмәй, торлаҡты ҡуртымға алып, үҙ йүнеңде тотошлай үҙеңә күрергә кәрәк. Һана инде: стипендия – һигеҙ мең һум, уны торлаҡҡа ла (яҡынса 6 500 һум), ашауға ла, кейем-косметикаға ла, юлға ла һәм башҡа байтаҡ түләүҙәргә лә еткерергә кәрәк. Өҫтәмә килем сығанағы – эш, әммә көн буйы тиерлек барған лекцияларҙы тыңлап сыҡҡансы, өйгә бирелгән эшен атҡарғансы, ваҡыт та, хәл дә ҡалмай... Етмәһә, студенттарҙы ординатор булараҡ етәксе-хирург операцияларға индерә башланы. Ҡабул итеү, ҡағыҙ-фәлән тултырыу, ауырыуҙарҙы күҙәтеү, операция яһау... Табип эшенең ҡатмарлылығын, етдилек талап итеүен тәфсирләп аңлатыуҙың кәрәге юҡтыр.
Көн дә хәлдән тайып ҡайтҡан ҡыҙҙың ул-был сараларға тейешле ваҡыт бүлә алмауы, аҡсаһының да етмәүе, ә иң ҡыҙғанысы – һөнәрҙе яңылыш һайлауын аңлауы күңеленә тыныслыҡ, йәшәйешенә мәғәнә бирмәне. Көндән-көн ҡатмарлыраҡ, бер төрлөрәк мәғлүмәт туплау, уҡыу, ятлау, тәржемә итеү, үҙеңде мәжбүрләп дауаханаға, ауырыуҙар янына алып барыу, һайлағанының ирҙәр эше булыуына төшөнөү – бына нимә тейҙе уның зитына.
Ысынында иһә ҡыҙ яйы сыҡҡанда макияж яһай, ҡул эштәре менән булыша, матурлыҡ салонында тәжрибә, оҫталыҡ тупларға ла ҡуй тимәй ине. Әйтергә кәрәк, быларҙың барыһын да ул яратып, ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй башҡара һәм уларҙан илһам, кинәнес ала. Арып түгел, ҡыуанып ҡайта ул был эшенән. Ошо шөғөлө буйынса файҙалы мәғлүмәтте лә, программаларҙы ла ҡыҙыҡһынып, киләсәктә мотлаҡ ҡулланырмын, тип йота ғына. Ҡарап торһаң, үҙе бер кинәнес... Әммә был хоббиҙар менән өйҙә, тауыш-тынһыҙ ғына тиерлек шөғөлләнелә, ә халыҡ араһында “шундай университетта абруйлы һөнәргә уҡый” тигән байраҡ елберләтелә. Мәжбүри рәүештә. Йәнәһе, кеше нимә тиер бит...
Күңеле ятмай... Аҡсаһы етмәй... Артабанғы хеҙмәт юлы ҡараңғы тойола... Бындай ҡыҙғаныс күренеш әле һүҙ барған ҡыҙға ғына ҡағылмай, һәр икенсе ғаиләлә көнүҙәк мәсьәлә ул. Әммә күптәр быны йәшереп маташа һәм яңылыша ла. Улың йә ҡыҙың ауылда малды ихлас, яратып ҡарай, тәрбиәләй икән, ебәр уны ауыл хужалығы һөнәрҙәренә өйрәткән уҡыу йортона. Баҡса, йорт эштәренә күндәм икән, махсус колледж-техникумдарҙа уға килешкән һөнәрҙәр бихисап. Балалар менән ихлас, белеп аралаша икән, уҡыһын педагогия йүнәлешендә. Ҡул эшенә, тегеү-бесеүгә оҫталарҙы ателье-фабрикалар ҡуш ҡуллап ҡаршы аласаҡ. Аш-һыу эшенә ихластарҙы ла көтөп арый ашхана, предприятиелар. Булмаһын ул “кешесә” – иҡтисадсы, юрист йә табип, булһын ябай, яратҡан һөнәре эйәһе, әммә был осраҡта балағыҙ эшен яратып, еренә еткереп, күңел һалып башҡарыр.
“Кеше нимә тип уйлар?” Күптәр тормошон ошо һорауға яуап рәүешендә ҡороп хаталана, һөҙөмтәлә йәшәүҙең тәмен тоймай. Кеше уйламай, һәр кемдең үҙ мәшәҡәте башынан ашҡан. Әммә тап башҡаларҙың “талабына” ярайым тип, ҡәҙерле ғүмеребеҙҙе ялған күҙлек аша бағып үткәрергә мәжбүр итәбеҙ.
...Минең геройым да абруйлы һаналған һөнәрҙе һайлап, әле булһа үҙен әрләй-әрләй хирургия китаптарын уҡыу, ятлау менән мәшғүл. Утыҙға етмәгән әле ул. Ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп йәшәр мәле. Әммә быларҙың береһенә лә әлегә ваҡыты юҡ, уҡып бөтөргә, “нормальный” эшкә урынлашырға, карьера баҫҡысынан үрмәләргә кәрәк. Ата-әсәһе хаҡлы ялда инде, аҡсалары үҙҙәренән ашмай. Стипендияһы – һигеҙ мең, хаҡтар көндән-көн арта, яратмаған һөнәр, яңғыҙлыҡ... Кеше нимә уйлар?!

Г. ҒӘБИТОВА.
Ләйлә ӘБИЛЕВА, психолог:

– Уҡыусының мәктәпте тамамлағанда уҡ ниндәй һөнәр һайлаясағы билдәле булһа, бик яҡшы, әммә бындай осраҡтар һирәк күҙәтелә. Кемдер ата-әсә кәңәшенән тайпылмай, бәғзеләр йыйылған балдарына ҡарап эш итә.
Сит илдә, мәҫәлән, мәктәпте тамамлағас, бер-ике йыл ябай эшкә төшөү, ирекмән булыу йолаһы бар. Ошо осорҙа кисәге уҡыусылар коллективта үҙеңде тотоу, аралашыу буйынса файҙалы мәғлүмәт туплай, теләк-тәҡдимдәр ишетә. Бер ыңғайҙан университеттар, унда ниндәй ғилем бирелеүе тураһында ла өйрәнә. Йәштәр хаталана, хеҙмәт тәмен татый, ғилем туплай. Һәм тап ошо мәлдә кеше аңлы рәүештә теге йәки был һөнәрҙе һайлай, уның буйынса камиллашырға ынтылыш барлыҡҡа килә.
Үҙеңдең күңел тауышыңды ишетер өсөн тыныс ҡына ултырып уйлау, эске донъяңды уятыу мөһим. Һайларға теләгән һөнәрегеҙ буйынса эшләгән ойошмаларға барығыҙ, ундағы мөхит менән танышығыҙ. Аралашығыҙ, күрегеҙ, тойоғоҙ.
Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмағыҙ. Хеҙмәт баҙары йыл да үҙгәреш кисерә, шуға яңы өҫтәмә белгеслеккә эйә булыуҙан тартынмағыҙ. Һәр төрлө һөнәрҙең кәрәге тейеүе ихтимал.
Һөнәрҙең абруйы хаҡында ғына ҡайғыртмағыҙ. Шәхси ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ, таланттарығыҙ, үҙенсәлектәрегеҙҙән һуң ғына престиж тураһында уйланырға була.
Профессияны ситтән генә күҙәтмәгеҙ. Һәр һөнәр эйәһе уңышҡа өлгәшеү өсөн көс һала, кәрәкле ғилем туплай, камиллаша. Тормошоғоҙҙо бәйләргә йыйынған һөнәр оҫталары менән аралашып ҡарағыҙ, нескәлектәре менән танышығыҙ.
Үҙ ҡарарығыҙҙан ҡурҡмағыҙ. Һәр кемдең эҙләнеүгә, хаталаныуға хоҡуғы бар. Барлыҡ кәңәштәрҙе һүҙмә-һүҙ ҡабул итмәгеҙ, шәхси ижади планығыҙға ярашлы эш итегеҙ. Үҙ көсөгөҙҙө, белемегеҙҙе самалап һайлағыҙ буласаҡ һөнәрегеҙҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512