Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Килешкәнен һайла
Килешкәнен һайла Моданың үҙгәрмәй торғаны юҡ. Ул йыл һайын айырыуса ҡатын-ҡыҙҙы яңыса тегелгән, зауыҡлы төҫтәге, билдәле фасондағы кейем-һалым һәм башҡа кәрәк-яраҡ эҙләтеп, магазиндар буйлап йүгертә. Быныһы – бер, әммә үҙ стилеңде эҙләп, күңел торошоңа, эске донъяңа тап килгән әйбер табып кейеү, онотолған күлдәк-салбарға яңы һулыш өрөү кеүек үҙенсәлекле тәжрибәләр яһау – ҙур кинәнес, нескә заттың үҫеше өсөн ҡулай аҙым да. 2015-2016 йылдарҙа көҙгө-ҡышҡы мода тап ошондай асыштар, шәхси ҡараш, ижад өсөн киң мөмкинлектәр аса. Бында ҡәтғи талап, ҡанундар юҡ – бер нисә кәңәшкә ҡолаҡ һалыу ҙа етә.

Богема ҡупшылығы. Бохо стиле менән танышһығыҙҙыр? Төрлө-төрлө элементтарҙың тәбиғи, әммә затлы, һөҙөмтәле рәүештә бер-береһенә тап килеүе. Күп ҡатлы аксессуарҙар, үҙенсәлекле итәк, еңел күлдәк һәм киң блузаларҙан барлыҡҡа килә ул. Көҙгө, ҡышҡы мода өсөн ошо стилдән дә ҡулайырағы юҡ, сөнки унда ҡәтғи талап, сик ҡаралмаған. Сағыу итәк менән тиренән тегелгән оҙон жилет, төҫлө салбар менән пэчворк тибындағы пальто, суҡлы кардиган менән күлдәк кейеп сыҡһағыҙ ҙа, отолмаҫһығыҙ. Бары тик этник стилдәге аксессуар өҫтәргә онотмағыҙ.
Япмалар. Киң, еңһеҙ, пончо стилендә тегелгән был өҫ кейеме модалы ғына түгел, уңайлы ла буласаҡ. Уның тығыҙ, йөндән йә еңел, плащ туҡыманан тегелеүе мөмкин. Бындай пальто-япманы киң салбар, ҡәләм, трапеция, годе һәм башҡа формалы итәк менән кейергә була. Барыһы ла өҫкө кейемдең оҙонлоғонан сығып һайлана.
Салбар. Көҙгө, ҡышҡы модала ошо кейемгә лә өҫтөнлөк бирелә. Бигерәк тә уның формаһы, фактураһы, ғөмүмән, ниндәй материалдан тегелеүе мөһим. Салбар менән өҫ кейемен һайлағанда, береһе сағыу, икенсеһе ябайыраҡ булһын.
Суҡлы кейем. Бохо, хиппи стилдәрен был үҙенсәлекһеҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Мода өҫкө кейемдә, аксессуарҙарҙа суҡтың булыуын талап итә.
Ялтырауыҡ, пайетка, алтын ялатылған туҡыма – былар һәммәһе лә 2015 – 2016 йылғы модала төплө урын алды, әммә әлегә страздар хупланмай, булһа ла – аяҡ кейемендә йә сумкаларҙа ғына.
Шаҡмаҡ. Көтөлгән көҙ, ҡыш миҙгелендә кейем өйҙәге ҡалын япмалар кеүек йылы һәм уңайлы булмаҡсы. Шуға күрә драплы пальтола эре шаҡмаҡлы биҙәк күреп аптырамағыҙ. Бәләкәйерәктәре салбар һәм жакеттарҙа, күлдәктәрҙә, аксессуарҙарҙа урын алған.

P.S. Мода ниндәй генә өлгөләр күрһәтһә лә, һәр гүзәл заттың үҙ стиле, кәүҙәһенә ярашлы кейем һайлау ҡағиҙәләре булырға тейеш. Бындай осраҡта йөҙ-ҡиәфәтегеҙ ипле, зауыҡлы һәм нәзәкәтле төҫ алыр.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 610

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505