Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡшы ғәмәлдәр менән уҙышайыҡ
Яҡшы ғәмәлдәр менән уҙышайыҡ Илдең именлеген һаҡлауҙа мосолмандарҙың өлөшө ҙур
...Йоҡоға киткәнсе өләсәйемдең доғаларын тыңлап, отоп алып ятам. Ҡайһы бер төндәрҙә ҡәҙерлем үҙе менән тышҡа алып сыға ла, күккә ҡарап, оҙаҡ итеп ниҙер шыбырҙай. Миңә лә иң матур хыялдарымды иҫкә төшөрөргә ҡуша. Ҡәҙер кисендә изге теләктәребеҙҙе әйткәнбеҙ икән.
Өйҙә дини тәрбиә бирелеүгә ҡарамаҫтан, мәктәптә был хаҡта бер кем дә өндәшмәгәнлектән, доғалар, “бисмилләһ”, Аллаһҡа мөрәжәғәт итеү өләсәйебеҙҙең ҙур сере тип уйлай торғайныҡ. Шунлыҡтан был хаҡта берәүгә лә һөйләмәнек, Хоҙайҙың барлығына инаныу күңелдәребеҙҙә генә йәшәне. Уҙған быуатта тыуған күптәрҙең яҙмышылыр был.


Юлдан яҙҙырмаҫ, аҙаштырмаҫ

Совет осоронда динебеҙ, һис шикһеҙ, өлкән­дәрҙең эске һиҙемләүе, Исламға ҡарата ҡанға һеңгән ҙур ихтирам, киләсәк быуын алдында яуаплылыҡ тойғоһона бәйле һаҡлап ҡалынған. Күркәм тәрбиә һүҙ түгел, күңел аша тапшырылған. Хәйер, Ислам диненең асылы ла тап шунда. Рухи тәрбиә ул.
Динебеҙҙең тарихына килгәндә, мәғлүм булыуынса, ата-бабабыҙ уны 310 һижри, 922 миләди йылда ҡабул иткән. Ибн Фаҙландың яҙмаларына күҙ һалғанда, Алмасхан исемле Болғар батшаһы хәлифә Мөхтәдир Билләһигә төбәккә ғалимдар ебәреүен һорап мөрәжәғәт итә. Диндарҙар юлда ҙур ауырлыҡтар үтеп, ҡатмарлы хәлдәргә осрап, бик оҙаҡ килә. Беҙҙең Башҡортостандың көньяғынан үтеп китәләр. Шунда бер башҡорт егете менән күрешәләр, милләттәшебеҙ уларҙан “Ихлас” сүрәһен өйрәнеп ҡала. Төбәгебеҙгә иң саф, таҙа Ислам ингән, ти белгестәр.
Ун бер быуаттан ашыу ваҡыт эсендә дине­беҙ тормошобоҙға шул тиклем ныҡ үтеп ингән. Ислам – йәшәү рәүешебеҙ. Уның ҡанундары тормош нигеҙен билдәләй: татыулыҡҡа, берҙәмлеккә, йән-тән сәләмәтлегенә ынтылыу, һәр саҡ изге уй-ниәттә ғүмер итеү, насар холоҡ-ғәҙәттән йыраҡ тороу, бер-береңә иғтибарлы, ихтирамлы булыу, мәрхәмәтлелек, намыҫ, яуаплылыҡ... Динебеҙҙә ҡаралған ғәмәлдәр иһә ошо сифаттарҙы нығытыуға йүнәлтелгән. Мәҫәлән, Ураҙа – сабырлыҡҡа һынау, ҙур тәрбиә мәктәбе. Был ғәмәлдә фарыз ителгән сәхәрҙе алайыҡ. Уның нигеҙендә шундай хикмәттәр ята: иртәнге ризыҡты ҡалдырырға ярамай; ҡояш ҡалҡмаҫ элек тороп, эш башлау, юлға сығыу уңышҡа илтә, ваҡыттың, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәтә.
Ураҙа мәлендә көноҙоно ашамай йөрөгән әҙәм балаһы аҙыҡтың ни ҡәҙәр әһәмиәткә эйә­легенә нығыраҡ инана, социаль хәле түбән булған кешеләргә, етемдәргә, мохтаждарға ҡарата күңелендә мәрхәмәтлелек, шәфҡәт­лелек тойғолары нығыраҡ тамырлана, шул уҡ ваҡытта тәне таҙара. Тормошта осрауы ихтимал төрлө ауырлыҡҡа ҡаршы көс туплай ул. Әйтәйек, бер нисә әҙәм балаһы һис ниндәй көнкүреш шарттары булмаған ерҙә аҙашты, ти. Араларында ураҙа тотоп өйрәнгән кеше бар икән, ул ауырлыҡты ҙур сабырлыҡ аша еңеп сығасаҡ.
Көнөнә биш тапҡыр уҡылған намаҙҙың да ихтыяр көсөн, сәләмәтлекте нығытыуҙа өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Быға миҫалдар ифрат күп, шуларҙың береһенә туҡталып үтмәксемен. Ике йыл элек бер ауылда командировка мәлендә полиартрит сиренән яфаланған апай менән танышҡайным. Табиптар уға ҡул һелтәгән. Бер аҙҙан теге апай шылтыратып төшөн һөйләне. “Ҡара упҡынға ҡоланым ғына тигәндә, ике кеше ҡулымдан тотоп ҡалды, – тине ул, тулҡын­ланып. – “Кем һуң һеҙ?” – тип һорайым. “Ураҙа менән Намаҙ”, – тип яуапланы ҡотҡарыу­сыларым”.
Ошонан һуң сирле апай түшәктә ятҡан килеш намаҙ уҡып, ураҙа тота башланы. Тауышынан һиҙелеүенсә, кәйефе күтәрелә, йәшәүгә дәрте арта. Быйыл үҙен барып күргәс иһә, шаҡ ҡаттым: бер ҡасан ауырымаған кешеләй йүгереп йөрөй!
Ғөмүмән, дин ҡағиҙәләре буйынса йәшәүҙең ҡөҙрәте сикһеҙ. “Исламдың көсөн, хикмәттәрен аңлап бөтөү мөмкин түгел, – ти белгестәр ҙә. – Уларҙы өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле”.

Ялғанлыҡ кем өсөн?

Тормошта, ниңәлер, шулай: яҡшының эргәһендә яман өйөрөлөп йөрөй. Мәҫәлән, ағас-ҡыуаҡты, баҫыуҙарҙы ҡоротҡос бөжәктәр ашай, йәшелсә, еләк-емеште лә төрлөһө һағалай. Шуның шикелле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, изгеләрҙән-изге динебеҙ ҙә төрлө ҡаршылыҡҡа дусар. Совет осоронан һуң тергеҙелеп кенә килеүенә ҡарамаҫтан, әле лә ауырлыҡтарға осрап тора. Традицион динебеҙҙе төрлө ағымдарға бүлгеләү, ҡайһы берәүҙәрҙең Исламды үҙ мәнфәғәтендә файҙаланып, ҡурҡы­ныс ғәмәлдәр ҡылыуы, боҙоҡ күңелен рухи ҡиммәтебеҙ менән ҡапларға тырышыуы һәм башҡа кире осраҡтар – быға аныҡ дәлил. Ошон­дай яуыз, мәкерле кешеләр тотош йәмғиәтте бысрата, динебеҙгә ҡара яға.
Мосолмандар араһында бер-береһен яманлап, “батырырға” тырышып, үҙен барыһынан өҫтөн күреп йөрөгәндәрҙе лә, һис шикһеҙ, ҡоротҡос бөжәктәргә тиңләргә мөмкин. Бәғзеләренең диндар булып күренергә тырышыуы айырыуса хафаға һала. Улар Исламдың, халыҡтың киләсәген уйлаймы? Донъяның тыныслығын хәстәрләйме? Милләттәр үҙ-ара татыу йәшәһен өсөн тырышамы? Балаларға яҡты яҙмыш теләйме? Юҡ, бары тик шәхси мәнфәғәтен ҡайғырта. Ошо маҡсатын алға ҡуйып, күҙен йомоп тигәндәй алға үрмәләгән, ҡаршылыҡ күрһәткәнде иҙеп-тапап үтергә әҙер монафиҡтарҙың дингә ниндәй мөнәсәбәте бар?
Күреүебеҙсә, һуңғы йылдарҙа халыҡ күпләп дингә ҡайта. Был – шатлыҡлы күренеш. Мил­ләтте, ерҙе, телде, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең тотороҡлолоғон, тән һәм йән сәләмәтлеген һаҡлау, иҡтисади үҫеш, социаль күтәрелеш һәм башҡа маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу­ҙың нигеҙендә фәҡәт дин ятыуын халҡыбыҙ төшөнә башланы. Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр (улар айырыуса ҡалала осрай) быға һаман ҡаршы. Улар динде сәйәсәт, иҡтисад, мәғариф кеүек айырым бер тармаҡ тип ҡарай. “Был темаға артыҡ күп яҙаһығыҙ”, – тип әйткәндәр ҙә бар. Ғәмәлдә дин тармаҡ түгел, ә йәшәү рәүеше, тәрбиә өлгөһө. Ул барлыҡ өлкәләргә үтеп инһә, тормошобоҙ күпкә ыңғай яҡҡа боролош алыр, бер-береңә насар мөнәсәбәт, ялғанлыҡ, уғрылыҡ, ике йөҙлөлөк, намыҫһыҙлыҡ, ялҡаулыҡ, яуапһыҙлыҡ, тәкәбберлек һәм башҡа кире сифаттар юҡҡа сығып, үҫеш мөмкинлеге артыр ине. Бөйөк “Ҡөрьән Кәрим”дә бөтөн тармаҡтарҙың эшмәкәрлегенә бәйле аҡыл тупланған.
Ауылдарҙың тамырын һаҡлау, халыҡты хаҡ юлға әйҙәү маҡсатында иман йорттары төҙөү күркәм күренешкә әүерелде. Был эште күберәк хәлле кешеләрҙең атҡарыуы мәғлүм. Аҡсаһын изге ниәттә, халыҡ мәнфәғәтендә тотоноп, улар күпме игелек ҡыла, рәхмәт ала! Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төҙөткән мәсетенең ишеген бикләп тотоп, кәрәк саҡта ғына асҡандар ҙа барлығын ишетергә тура килә. Тимәк, был кешеләр иман йортон шәхси мәнфәғәтен уйлап, көс-ҡеүәтен күрһәтеү, маһайыу маҡсатында ғына һалдырған булып сыға түгелме? “Мәсет – Аллаһтыҡы”, – тигән бит Пәйғәмбәребеҙ. Тимәк, иман йортон үҙенеке тип һанаған “хужа”лар Хоҙайға тиңләшергә теләйме икән? Юҡ, уларҙы былай ғәйепләргә лә ярамай: мәсет төҙөткәс, бәлки, тора-бара дини хәҡиҡәттең нигеҙенә нығыраҡ төшөнөп, ғибәҙәтханаға башҡалар менән бергә йөрөй башларҙар. Ислам тәрбиәһе бит күңелгә яйлап инә, ашығыуҙың иһә яңылышыуға илтеүе ихтимал.
Белеүебеҙсә, кешенең асылын уның күҙ ҡарашынан да белеп була. Диндә лә шулай. Ысын диндарҙарҙың күҙенән нур бөркөлөп торғанына шаһитбыҙ. Улар ялған һөйләмәй, һис кемдең күңелен яраламай, башҡаларҙы насарламай, ғәйбәт һөйләмәй, кәңәштең иң яҡшыһын бирә, сабыр, тырыш булырға өйрәтә, киләсәккә ышаныс менән баға... Динебеҙ тап ошондай күркәм сифаттарға нигеҙләнгән бит.

Өммәтебеҙҙең
татыулыҡта өлөшө


“Дәүләт менән дин араһында бәйләнеш юҡ”. Совет осоронда барлыҡҡа килгән ошо фекер һуңғы йылдарҙа ныҡлығын юғалтты. Был – ике төшөнсәнең бер-береһенә ныҡлы бәйлелегенә аныҡ дәлил.
Мәҫәлән, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратына килгәндә, уның тарихы 1788 йылдың 22 сентябренән — батшабикә Екатерина II Өфөлә Ырымбур мосолман диниә йыйылышын ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуйған көндән — башланған. Был документта мосолмандарҙың империяның тулы хоҡуҡлы вәкиле булғаны ғына түгел, ә уның дәүләт булараҡ аяҡҡа баҫыуындағы ҙур өлөшө танылған. Указға ярашлы, ата-бабабыҙ үҙәге Өфөлә урынлашҡан дөйөм Рәсәй диниә идаралығын булдырыу мөмкинлеген алған. Был — ил тарихында ҙур ваҡиға. Бер яҡтан ҡарағанда, мосолмандарҙың күңелендәге күптәнге хыялы тормошҡа ашһа, икенсенән, дини ойошма булдырыу халыҡтың рухи үҫешенә генә тәьҫир итмәй, ә дәүләтте иҡтисади, сәйәси йәһәттән нығытыуға нигеҙ һала. Тарихтан да беләбеҙ, әле лә күреп торабыҙ: Рәсәй һәр ваҡыт үҙгәреш юлында, етәкселәр ҙә алмашына, әммә Ислам, халҡыбыҙҙы туплаған юғары көс булараҡ, үҙ урынында ҡала килә.
Быйыл Ҡорбан байрамы алдынан Мәскәүҙә Йәмиғ мәсетенең реконструкциянан һуң асылыуы дәүләт менән дин араһындағы бәйлә­нештең нығына барыуын йәнә бер дәлилләне. Сарала Рәсәй Президенты, төрлө ил, төбәк етәкселәре, диниә назараттары рәйестәре ҡатнашты. Араларында абруйлы мөфтөй­ҙә­ре­беҙ Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин менән Нурмөхәмәт хәҙ­рәт Ниғмәтуллиндың да булыуына халҡы­быҙ, һис шикһеҙ, ҙур шатлыҡ кисергәндер.
Мәсетте асыу тантанаһында сығыш яһап, Владимир Путин иман йортоноң күп милләтле Рәсәй өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйәлеген билдәләне.
– Илебеҙҙә төрлө халыҡ, дин вәкилдәре дуҫ-татыу йәшәй икән, бында, һис шикһеҙ, мосолман өммәтенең өлөшө ҙур, – тине Президент. – Традицион Ислам – Рәсәйҙәге рухи тор­моштоң айырылғыһыҙ өлөшө. Уның тәрбиәүи ҡиммәттәре кешеләрҙе мәрхәмәтле, ғәҙел булырға, яҡындарыңды хәстәрләргә өйрәтә. Былар барыһы ла – именлектең нигеҙе.
Владимир Путин сығышында дини етәксе­ләрҙең милләт-ара татыулыҡты нығытыуҙа ҙур өлөшөн баһаланы, мосолмандарҙың мәҙәни һәм фәнни үҙәктәрен киңәйтеү зарурлығын, был дингә ҡараған йәштәрҙең традицион Ислам ҡиммәттәре нигеҙендә тәрбиәләнергә тейешлеген билдәләне. Президенттың Ҡөрьән­дән өҙөк килтереүе айырыуса көслө яңғыраны.
– Йәмиғ мәсетенең мосолмандарҙы ғына түгел, башҡа дин вәкилдәрен дә берләш­терәсәгенә иманым камил, – тине ил етәксеһе. – “Бер-берегеҙҙе яҡшы ғәмәлдәр менән уҙырға тырышығыҙ”, – тиелгән бит “Ҡөрьән Кәрим”дә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 051

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 415

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 947

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 853

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 595

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 206

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 430

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 401

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 311

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 497