Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урмандың йәме ниҙә?
Борон-борон заманда тап беҙҙең яҡта мөғ­жизәле урман булған, ти. Унда төрлө сәскә, үлән, ағастар тыуған төйәккә ерегеп, ныҡлы тамыр йәйеп, ғаиләләрен ишәйтеп йәшәгән. Татыулыҡҡа һөйөнөп, ҡояш апай ҙа нурҙарын йәлләмәй өләшкән.
Ағастар береһенән-береһе матур, файҙалы ла, ти. Йүкә хуш еҫле сәскәһе менән дан алһа, муйыл һәм балан шифалы емештәре аша та­ныл­ған, имән иһә туҡлыҡлы сәтләүеген өлә­шеп ҡыуандырған. Дегәнәк исемлеһе айы­рыуса ҡупшы, ти. Ҡарағайҙар араһына һы­йынып үҫкән был ағас май аҙағында ҡып-ҡыҙыл ғына сәскә ата, көҙ мул итеп уңыш бирә икән. Барыһы ла һоҡланған дегәнәккә. Уны һаҡлағандар, ауыр эш ҡушмағандар, “өф” итмәгән ергә ултыртмағандар.
Ә дегәнәк бындай хәстәрлектән көндән-көн тәкәбберләнә барған, ти. Башын юғары күтә­реп йөрөй башлаған. Аяғы аҫтына ҡарамаған да. Шунлыҡтан дегәнәк урамға сыҡһа, сәскә-үләндәр төрлө урынға боҫоп бөткән. Өлгөр­мәгәндәре тапалып та ҡалған. Ҡыуаҡтар ҙа, дер ҡалтырап, бер урынға өйкөлөшкән. Һылыу дегәнәктең шулай үҙгәреүен күреп, аҡ ҡайын­дар баш сайҡаған, күпте күргән ҡарағайҙар, мөһабәт имәндәр уйға ҡалған. Ауыр тынлыҡ урынлашҡан. Урман өҫтөнә ҡара болоттар эленгән, шыңшып һалҡын ямғыр яуырға то­тонған, әсе ел ағастарҙы бөгөп-һуғып ыҙалата башлаған.
Ә ҡарағайҙар араһындағы дегәнәк бер ниҙе тоймаған, үҙенә һоҡланыуҙан туҡтамаған. Емештәренә берәүҙе лә яҡын килтермәй, ҡош­тарҙы пыр туҙҙырып ҡыуып ебәрә, ти. Бер мәл ситтә ҡалтырап ултырған миләш күҙенә салынған.
– Эй, кил әле бында! – тип уны янына са­ҡырып алған дегәнәк. – Ниндәй матурлығың бар инде һинең?
– Япраҡтарыма һоҡланалар... – тип ҡурҡып ҡына яуап биргән миләш.
– Ул да булған икән матурлыҡ! – тип мыҫ­ҡыллы көлгән дегәнәк. – Емешең дә юҡ бит, исмаһам. Нимәгә йәшәйһеңдер һин?
Был һүҙҙәр миләштең йөрәк яраһын яңыр­тып ебәргән. Ысынлап та, көнө-төнө теләһә лә, емеше юҡ шул уның... Башҡаларҙың сәскә­һенә, мул уңышына ҡыуанып ғүмер итә. Һис кемгә насарлыҡ теләмәй. Ә бөгөн...
Дегәнәктең әсе көлөүен онота алмайынса, төнө буйы илап сыҡҡан миләш. Таң алдынан ғына ойоп киткән. Ә уянһа... Күҙҙәренә ышанмайынса, телһеҙ ҡала: ботаҡтары һайын ҡу­ҙаҡ-ҡуҙаҡ емеше сыҡҡан, ти! Ғәжәп матур икән үҙҙәре! Тәмләп ҡараһа, әселегенән ҡалтырап ҡуйған: әллә күпме йән ғазабынан, күҙ йәш­тәренән яралған шул емештәре.
Ошо уҡ таңда ҡупшы дегәнәк ҡапыл бәлә­кәй­ләнгән. Ҡыҙыл емештәре ҡороп, ергә ҡо­йол­ған. Уларҙың урынына сәнскәктәр бар­лыҡҡа килгән. Дегәнәк, үҙен бындай ҡиә­фәттә башҡалар күреп ҡалмаһын өсөн тиҙ генә йыйынып, урмандан сығып ҡасҡан. Әле шырлыҡ, ҡыйлыҡ араһында көн күрә, ти. Үткән-һүткәнгә сәнскәген ҡаҙап, йәбешеп ыҙалата икән.
Ә урманға, дегәнәк киткәс, элекке бәхет ҡайтҡан. Сәскә-үлән, ағастар бер-береһе ме­нән шул ҡәҙәр татыу йәшәй, ти. Ҡара болоттар таралған, ел дә, берҙәмлекте бөгә алмағас, үҙ юлынан киткән. Ҡояш апайҙың йөҙөнә иһә элекке сағыу йылмайыуы ҡайтҡан.
Ағастар бер-береһенә йылы һүҙен йәл­ләмәй, ти. Һылыу миләшкә һоҡланып туй­май­ҙар. Ә уныһы быға һис тә тәкәбберләнмәй, маһаймай, киреһенсә, изгелек менән яуап ҡайтара икән. Көҙ етһә, бөтөн тирә-яҡҡа йәм тарата, ҡоштарҙы ҡышҡыһын да емешенән өҙмәй. Бындай урмандан бер үҫентенең дә, йәнлектең дә ситкә киткеһе килмәй, ти.



Автор: Г. ИРХАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840