Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Саҡырып торһон саҡрымдар!
Һүҙебеҙ — юлсылар хаҡында. Уларҙың хеҙмәте лә нәҡ табиптарҙыҡы һымаҡ – оло яуаплылыҡ һәм теүәллек талап итә. Әгәр ошо сифаттарға эйә түгелһең икән, был тармаҡта оҙаҡҡа ҡаласағыңа ышаныс юҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: республикабыҙҙың ҡайһы тарафына сәфәр сыҡһаң да, көҙгөләй ялтырап ятҡан юлдарҙан елдерәһең. Баш ҡаланан әллә нисәмә саҡрымдағы теге йәки был төбәккә һис ниндәй мәшәҡәтһеҙ барып етеүгә күнегеп тә барабыҙ. Хәҙер соҡор-саҡырлы юлға зарланыу һүҙҙәрен йышыраҡ ҙур ҡалаларҙа ишетергә тура килә.
Күгәрсен яҡтарына юлланғанда ла, тыныс күңел менән сығаһың. Был төбәктең гүзәл тәбиғи ҡомартҡылары ла үҙенә йәлеп итә, шуға күрә сит тарафтарҙан килеүселәр йылдан-йыл күбәйә. Һәр кем юлдарҙың төҙөклөгөн, заман талаптарына яраҡлаштырылыуын күреп, юғары баһа бирә. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, сөнки был яҡтарға юлы төшкәндәр теләгән еренә ваҡытында, бәлә-ҡазаһыҙ барып етһен өсөн тырыша ла инде Күгәрсен юл ремонтлау-төҙөү идаралығы хеҙмәткәрҙәре. Ә йөкмәтелгән бурыстары яуаплы, эш күләме ҙур. Мәҫәлән, улар ҡарамағына тапшырылған юлдарҙың оҙонлоғо 650 километрҙан ашыу тәшкил итә. Уның 400 саҡрымдан күберәге республика әһәмиәтендәге булһа, ҡалғаны – район ҡарамағында. Күгәрсен юл ремонтлау-төҙөү идаралығы хеҙмәтләндергән юлдарҙың оҙонлоғо буйынса республикала өсөнсө урынды биләүен иҫәпкә алһаң, эш күләменең ни ҡәҙәр ҙур булыуы күҙ алдына яҡшыраҡ баҫыр, моғайын. Магнитогорск – Ира маршруты буйлап сәфәр ҡылыусылар ҙа күгәрсендәрҙең хеҙмәтенән файҙалана. Әйткәндәй, 100 километрҙан ашыулыҡ был ара – уларҙың яуаплылығындағы иң оҙон юл.
Өр-яңы технологиялар буйынса асфальт һалырға ҡыйыу ынтылған һәм соҡор-саҡырлы урындарҙы ла заманға ярашлы итеүселәрҙең тырышлығы бушҡа түгел. Ҡар-буран, томан һәм яҙғы ташҡын тимәй, тәүлек әйләнәһенә эш урындарында булыуҙарының, үҙҙәренә беркетелгән биләмәне талапҡа ярашлы хеҙмәтләндереүҙәренең һөҙөмтәһе ыңғай. Мәҫәлән, быйыл туғыҙ айҙа 121,7 миллион һумлыҡ эш күләме атҡарылған, шуның 117 миллион һумын үҙ көстәре менән башҡарғандар. Йыл аҙағына тиклем был күрһәткесте 148 миллион һумға еткермәкселәр. Былтырғы кимәлгә өлгәшелмәһә лә, быйылғы йылдың үҙенсәлеген, йәғни көрсөктө иҫәпкә алғанда, ярайһы уҡ яҡшы күрһәткес. Бынан тыш, үҙ продукцияһын һатыуҙың һәм хеҙмәт күрһәтеүҙең йыллыҡ күләме 14 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Ярай әле, ҡеүәтле техника ярҙамға килә. Уны ла әленән-әле яңыртып торорға кәрәк. Быйыл бер экскаватор алып ҡыуанғандар, ике “КамАЗ” автомашинаһына һәм бер тракторға капиталь ремонт яһалған. Ҡеүәтле техника эштең ырамлы барыуына булышлыҡ итә. Шуға ҡатмарлы участкаларҙа ла һынатмайҙар.
Коллектив иһә үҙ эшен яратып атҡарған һәм оло яуаплылыҡ тоя белгән 100-ҙән ашыу хеҙмәткәрҙән тупланған. Тағы шуныһы һөйөнөслө: барыһын да уртаҡ маҡсат берләштерә. Табышлы эшләгәс, юлсыларға иғтибар ҙур. Хаҡлы ялдағылар ҙа онотолмай, йәштәр ҙә ситтә ҡалмай, коллектив килешеүендә ҡаралған барлыҡ төр ярҙам да күрһәтелә. Байрамдар үтә, спорт сараларында әүҙем ҡатнашалар. Әйткәндәй, эшселәрҙең үҙҙәре хаҡында күрелгән хәстәрлеккә тырыш хеҙмәт менән яуап биреүенә күптән инанған идаралыҡ начальнигы Ринат Йәнбәтов.
Хәйер, Ринат Фәрих улына ябай хеҙмәт кешеһенең һөйөнөстәре лә, көйөнөстәре лә яҡшы таныш. Яҙмышын ошо предприятие менән бәйләүенә – 40 йылға яҡын. Шуға ла юлсыларҙың ауыр хеҙмәте һәм оҫталығы үҙ ваҡытында баһаланырға тейешлеген һәйбәт аңлай. Һөҙөмтәлә араларында Почет грамоталары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнеүселәр байтаҡ. Атҡаҙанған төҙөүсе исемен йөрөтөүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, Ю. Загородиев “Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемде йөрөтә. Ринат Фәрих улы — атҡаҙанған төҙөүсе булыу менән бергә Салауат Юлаев ордены кавалеры ла. М. Ғиззәтуллин – Рәсәй кимәлендәге маҡтаулы водитель. Шулай уҡ Э. Кинйәбулатовтың хеҙмәте лә Башҡортостандың транспорт тармағында юғары баһаланған. Предприятиеның уңышлы эшләүе тап ошондай хеҙмәт оҫталарына бәйле. “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә күгәрсендәрҙең һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булыуы шуны раҫлай ҙа.
Күгәрсен юл ремонтлау-төҙөү идаралығының табышлы эшләүе “Башкиравтодор” йәмғиәте һәм үҙҙәре өсөн генә файҙа түгел. Улар үҙ ваҡытында һәм тейешле күләмдә һалым күсереп барып, республика һәм район ҡаҙнаһын да тулыландырып торалар.
Һөнәри байрамдарын да, нигеҙҙә, эш урындарында ҡаршылай Күгәрсен оҫталары. Таҫмалай һуҙылып ятҡан, үҙенә саҡырып торған күҙ күреме етмәҫ юлдарҙа.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508