Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡшылыҡты хуплап, яманлыҡты туҡмап
Яҡшылыҡты хуплап, яманлыҡты туҡмап Журнал уҡыусыларын хәбәр ебәрергә генә саҡырып ҡалмай, нисек яҙырға ла өйрәтә. “Хәбәрселәр, ваҡлашмағыҙ” ти­гән мәҡәләлә (“Һәнәк”, 1929 йыл, 5-се һан), мәҫә­лән, әһәмиәтле темалар һайлап алыу мәсьәләһе күтәрелә. “Ваҡтан һуҡтыра торған” бер нисә хә­бәрҙе миҫалға килтереп, “Һәнәк” ирония менән көлә: “Тағы берәй ауылда берәй ат һаламға абынып йығылмағанмы? Берәй пикүләйҙең сәкүшкәһе төшөп ҡалмағанмы? Берәй мулла ҡандала күплектән йөҙәмәйме? Берәй волость эшсеһенең портфеле туҙмағанмы?..”
“Һәнәк”тең кәңәштәре, күрһәтмәләре сатирик журналистикабыҙҙың теоретик нигеҙе тип баһала­нырға хаҡлы. Шул уҡ ваҡытта улар – ғәмәли хәжәте булған ҡулланма ла. Ә бының төп маҡсаты, әлбиттә – хеҙмәтсәндәр араһынан журнал өсөн әҙерлекле хәбәрселәр тәрбиәләү.
Уҡыусылар менән күп яҡлы эштең нәтижәһе булараҡ тиҙҙән ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа “Һәнәк” постары барлыҡҡа килә. Бигерәк тә күсмә редакциялар ҙур популярлыҡ ҡаҙана. 1930 йылдарҙа журналдың шефлыҡ эшмәкәрлеге лә көсәйә. Өфө­лә моторҙар заводына нигеҙ һалыныу менән, “Һәнәк” уға дуҫлыҡ йәптәрен һуҙа. Республиканың мөһим төҙөлөш майҙанында хәбәрселәр посы ойошторола. Ә 1934 йылда журнал урындағы “Удар төҙөлөш” гәзите менән берлектә “Күсмә Һәнәк мотор төҙөлөшөндә” тигән махсус ҡушымта сығара. Ул башҡорт һәм татар телдәрендә 500 дана менән баҫыла. “Күсмә Һәнәк” тулыһынса эшселәр, төҙөүселәр яҙған сатирик мәҡәлә һәм фельетондарҙан тора. Башҡортостан сатирик матбуғаты тарихында был — яңы күренеш.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә “Һәнәк” эшсе, ауыл хәбәр­селәре менән ныҡлы бәйләнеш булдырыуға ирешә, “Башҡортос­танда­ғы бөтә хәбәрселәр – минең редакторҙар” (“Һә­нәк”, 1926 йыл, 3-сө һан) тип күкрәк һуғырлыҡ дәрә­жәгә күтәрелә. Редакция яңы тормош төҙөүгә кәртә булған етешһеҙлектәрҙе фашлаған хаттарға күме­лә. Ауыл һәм ҡала хәбәр­ҙәренән фельетондар, карикатуралар өсөн темалар һайлап алына, улар нигеҙендә “Сыбыҡһыҙ телеграмдар”, “Һорауҙарға яуаптар”, “Һәнәк радиотелеграмдары”, “Һәнәк хә­бәр­селәр менән гәп һуға”, “Һәнәк ордены менән бү­ләк­ләнделәр” һ.б. бүлек­тәр барлыҡҡа килә. Хә­ҙер­ге “Хаттар яҙҙым ултырып” тигән журнал уҡыу­сылар бүлегенең тамыры тап ана шул сыға­наҡтарға барып тоташа ла инде.
1926 йылдан айға бер тапҡыр сыға башлаған сатирик ҡушымта (ошо йылдан ул исемен “Һәнәк” тип кенә йөрөтә) биҙәлеш йә­һә­тенән дә, йөкмәткеһе менән дә күҙ­гә күренеп яҡшыра. 1930 йылда инде ул Башҡортостандағы иң күп тиражлы журналға әүе­релә. Айырым һандары ун мең дананы уҙып китә хатта.
***
Сатирик журналдың ижа­ди уңыштары, әлбиттә, журналистарҙың, яҙыусы­лар­ҙың һәм рәссамдар­ҙың ныҡышмалылығына бәйле. Башҡортостандың халыҡ шағиры, сатира оҫтаһы Мәжит Ғафури “Һәнәк”тең рухи етәксеһе була. Ул, һәнәк тотҡаһы һымаҡ, уның йәптәрен кәрәк урынға ҡаҙарға йүнәлтеп тора. Мәшһүр әҙип журналды ойоштороу­ҙа һәм уның эшмәкәрләгендә әүҙем ҡатнаша. “Ул пролетариат дошмандарынан әсе көлөүсе ине” тигән мәҡәләһендә С. Ҡудаш былай тип яҙа: “Мәжит Ғафури бюрократизм, ҡорот­ҡос­лоҡ, мещанлыҡ һәм обывателлектең килешмәй торған дошманы ине. Шунлыҡтан Мәжит аға Ғафури былар менән көрәштә партияға һәм советҡа ярҙам итер өсөн “Һәнәк” журналын башлап сығарышыуҙа яҡындан тороп ҡатнашты. Уға һәр ваҡыт кәңәш биреп, ярҙам итешеп килде (“Һәнәк”, 1934 йыл, 12-се һан).
Ғ. Ғүмәр, С. Ҡудаш, С. Агиш, Н. Иҫәнбәт, Б. Ишем­ғол, Ғ. Хәйриҙәр “Һәнәк” барлыҡҡа килгән көндән үк уның әүҙем авторҙары булып китә. Ә 30-сы йыл­дарҙа сатирик журналистикаға йәш көстәр өҫтәлә: Б. Бикбай, Ғ. Әмири, Й. Гәрәй, С. Кулибай, М. Ша­бай, Ғ. Сабир, М. Бикбулат һ.б.
Сәйфи Ҡудаш. “Был кеше – “Һәнәк” журна­лын­дағы “Табышмаҡ әйтәләр” тигән бүлекте башлап асыусыларҙан. Совет хеҙмәткәрҙәре, ме­щан­дар араһынан “балыҡ” тоторға ярата”. (“Һәнәк”, 1928 йыл, 4-се һан). Уның тәүге сатирик шиғырҙары революцияға ҡәҙәр Ырымбурҙа сыҡҡан “Ҡармаҡ” журналында күренә. Шағир байҙарҙан, ишандар­ҙан, муллаларҙан көлә. Идея-тематик йүнәлеше һәм сатирик алымдары менән был әҫәрҙәрҙең Ғ. Ту­ҡай йоғонтоһонда яҙылғанлығы һиҙелә. 1925 йылда С. Ҡудаш “Яңы ауыл” гәзите редакцияһына эшкә килә. Бында ул М. Ғафури менән бергә эшләй. “Һәнәк” биттәрендә шиғырҙар, фельетондар менән сығыш яһай. Күпселек әҫәрҙәрен “Һә­нәк­бай”, “Ҡылысбай”, “Ағыубай” имзалары менән баҫтыра.
Ғариф Ғүмәрҙең 1920 – 1930 йылдарҙағы бөтә әҙәби эшмәкәрлеге “Һәнәк”кә бәйле. Журнал ойош­торолғандан алып уның әүҙем авторы, күп йылдар мөхәрририәт ағзаһы һәм беренсе мөхәррире була. Ғ. Ғүмәр әҫәрҙәрен “Ғ. Шут”, “Ғ. Юлай”, “Демьян Шәрҡи”, “Ғ. Антенна” һ. б. псевдонимдар менән сы­ғара. “Һәнәк”тә эшләгәндә яҙыусы бөтә сатирик жанрҙа ла көсөн һынап ҡарай. Ун ике йыл эсендә (1925 – 1937) уның иллеләп фельетоны, байтаҡ сатирик һәм юмористик хикәйәһе, шиғырҙары донъя күрә.
Сәғит Агиш, сатирик яҙыусы булараҡ, үҙен иң элек “Һәнәк” уҡыусыларына таныта. “Һәнәк” сыға башлағас, уның рәсми хәбәрсеһе булып ала. “Хәҙер сүмәләгә кертелде”, тип әйтелә уның ха­ҡын­да юғарыла телгә алынған шаян хәбәрҙә. “С. Һа­ҡалтай” һәм “С. Агиш” имзалары менән яҙыусының юмористик хикәйәләре һәм фельетондары тәү тапҡыр “Һәнәк”тә донъя күрә. Уның 30-сы йыл­дарҙа яҙған беллетристик фельетондары хаҡлы рәүештә башҡорт сатирик журналистикаһының алтын фондына инде.
Журналистар араһынан Ғабдулла Сабиров­тың (Ғ. Сабир) сатирик матбуғат өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәрен билдәләп үтеү мәслихәт. 30-сы йылдарҙа ул “Һәнәк”тең мөхәрририәт ағзаһы була, техник мөхәррир вазифаһын башҡара. Уның журналда баҫылған сюжетлы фельетондары бөгөн дә тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмай.
Әле беҙ бер нисә “һәнәксе”не генә телгә алып үттек. “Һәр мулланың мейес башында “Һәнәк” йәптәре тора, һәр түрәнең портфелендә беҙҙең агент ултыра” (“Һәнәк”, 1928 йыл, 11-се һан) тигәндәй, уларҙы һанап бөтөрөү мөмкин түгел.
1930 йылдарҙың икенсе яртыһында, шәхес культы йоғонтоһонда, сатира үҙенең төҫөн юғалта башлай. Проблемалы фельетондарҙы тормоштоң ваҡ-төйәгенә бәйләнгән мәҡәләләр алмаштыра. “Һәнәк” биттәре яла яғыу, нахаҡҡа ғәйепләүҙәр менән тула. Был йылдарҙа ҡайһы бер милли сатирик баҫмалар (тажик журналы “Мөшфики,” сыуаш журналы “Капкан” һ.б.) бөтөнләй туҡтап ҡала. 1937 йылдың башында “Һәнәк” тә ябыла. Журналдың баш мөхәррире, күренекле башҡорт яҙыусыһы Имай Насыри репрессияға эләгә…
***
1956 йылда “Һәнәк” журналы яңынан тергеҙелә. Уның туған телебеҙҙә сыға башлауы – cатирик журналистика үҫешендә яңы әһәмиәтле осор. Журналда башҡорт теле байлыҡтарын файҙаланыу өсөн тулы мөмкинлек тыуа. Сатира-юморҙың традицион формалары һәм алымдары яңы тарихи шарттарҙа дауам иттерелә һәм байытыла. “Һәнәк” ысын-ысындан Башҡортостандың көлкө лабора­торияһына әйләнә.
“Яңынан тыуған” баҫмаға республиканың бил­дәле яҙыусы һәм журналистары етәкселек итә: Н. Нәжми (1956–1959 йылдарҙа), Һ. Әсәҙуллин (1959–1968), М. Кәримов (1968–1978), Т. Сәғитов (1978–1980), М. Сәлимов (1980–2010), С. Әбүзәров (2010–2011), Р. Кинйәбаев (2011 йылдан). Редакцияла талантлы башҡорт сатириктары эшләй: З. Хисмәтулин, Я. Вәлиев, Ш. Насиров, Ф. Ғүмәров, Н. Хафизов, Р. Ғабдрахманов, Ә. Атнабаев, А. Ғирфанов, Й. Солтанов, М. Сиражи, Р. Шаммас, С. Сафиуллин, Н. Ғәлимов, Х. Түләкәев, Р. Тимершин, Ғ. Ғатауллин, Н. Игеҙйәнова, М. Ғиләжев, Р Мифтахов, И. Кинйәбулатов, О. Әхмәтов, Ф. Хажиев, М. Әминев, В. Исхаҡов, Р. Ырыҫҡужина, Ә. Те­реғолов, Ф. Мырҙаҡаев һ.б. Уларға С. Иман­ғо­лов, Ғ. Садиҡов, Р. Шәғәлиев, К. Аҡбашев, К. Фаз­лый, Л. Соколов, С. Латипов, З. Әкбәров кеүек “Һәнәк”тең уңған авторҙары, штаттан тыш хәбәр­селәре ярҙам итә. Журналдың сифатын яҡшыр­тыуға шулай уҡ мөхәрририәт ағзалары К. Мәргән, Ә. Бикчәнтәев, Ф. Иҫәнғолов, И. Абдуллин, М. Воловик, Р. Ханнановтар ҙур өлөш индерә.
Яңы заман сатирик матбуғат алдына яңы бу­рыс­тар ҡуя. “Һәнәк” республиканың иҡтисади үҫе­ше­нә, халыҡтың көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға ҡамасаулаған етешһеҙлектәргә принципиаль тән­ҡит күҙлеге аша ҡарап, ижтимағи мөһим мәсьә­ләләр күтәрә. Шул рәүешле журнал биттәрендә йөмһүриәтебеҙҙең күп яҡлы тормошо үҙенсәлекле сағылыш таба.
Редакцияның сатира объекттарын һайлап алыу­ға талапсанлығы артҡандан-арта бара, һөҙөмтәлә уҡыусыларҙан килгән хаттарҙың йөкмәткеһе за­манға яраҡлы үҙгәрә, авторҙар тәү сиратта көнүҙәк етди проблемаларға иғтибар бирә.
Журналда баҫылған фельетондарҙың бөтәһе лә тикшереү өсөн урындарға ебәрелә. Ҡала һәм район етәкселәренең тәнҡит сығыштары буйынса тейешле саралар күрелеүе тураһында яуаптары “Элеп алдым, һелкеп һалдым” бүлегендә баҫыла. Улар “Һәнәк” тәнҡитенең заманында ниндәй тәьҫирле булыуы хаҡында асыҡ һөйләй.
Халыҡҡа һәм йәмғиәтебеҙгә тоғро хеҙмәте менән “Һәнәк” журналы уҡыусыларҙың хөрмәтен яулай. Башҡортостанда ғына түгел, күрше рес­публикаларҙа һәм өлкәләрҙә йәшәүселәрҙең дә яратҡан баҫмаһына әүерелә. 1980 йылдар аҙа­ғында уның тиражы алтмыш мең дананан артып китә.
Матбуғат өлкәһендәге уңыштары өсөн журнал ике тапҡыр (1975, 1992) Башҡортостан Республи­каһының оло бүләге – Почёт грамотаһы менән наградлана. 1996 йылда Рәсәй Журналистар союзы уны илебеҙҙәге иң яҡшы сатирик баҫма тип бил­дәләй. Санкт-Петербургта үткәрелгән киң мәғлүмәт сараларының VI Бөтә Рәсәй фестивалендә (2001) “Һәнәк” журналы лауреат исеменә лайыҡ була. Ә 2007 һәм 2008 йылдарҙа ул Рәсәй матбуғат баҫмаларының “Алтын фонды”на индерелә.
Ул бөгөн дә хеҙмәт кешеһенең ышаныслы дуҫы, көрәштәше һәм яҡлаусыһы булып ҡала. Туҡһаны тулғанда ла, егеттәрсә ең һыҙғанып, сатирик матбуғатта майҙан тота. Көләс йөҙлө, шаян һүҙле, осло күҙле “Һәнәк” яҡшылыҡты хупларға, яман­лыҡты туҡмарға һәр саҡ әҙер!



Һүрәттә: “Һәнәк” журналының мәшһүр баш мөхәррирҙәре Т. Сәғитов, М. Кәримов, Н. Нәж­ми, М. Сәлимов. (80-се йылдар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рим
    Рим от 25.10.2015, 12:35
    Яңылышмаһам, Ғималетдин Яруллин да "Һәнәк"тең редакторы булды.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518