Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаҡмар башын һаҡлар ҡеүәт бар
Һаҡмар башын һаҡлар ҡеүәт бар Боролоп-бормаланып аҡҡан Һаҡмар йылғаһы Әбйәлилдең Әхмәт ауылы янынан башланғанын күптәр белмәйҙер ҙә әле. Төйәктең икенсе исеме лә – Һаҡмарбаш. Тарихи мәғлүмәттәргә ҡарағанда, уға Әхмәт Өмөтбаев тигән кеше нигеҙ һалған. Ауыл халҡы малсылыҡ, солоҡсолоҡ һәм һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән. Йәйҙе күбеһе йәйләүҙә үткәргән. 1911 йылда бында мәктәп асылған. Совет власы урынлашҡас, халыҡ колхозға берләшкән. Ойошманың тәүге исеме – “Һаҡмарбаш”.
Әхмәт ауылы тәбиғәттең ифрат матур ерендә урынлашҡан. Ул Әбйәлилде Баймаҡ һәм Бөрйән райондары менән бәйләй. Әле Ҡырҙас ауыл биләмәһенә ҡарай, 41 йортта 165 кеше йәшәй. Араларында 17 бала бар. “Мәктәп автобусы” программаһына ярашлы уҡыусылар күрше Ҡырҙасҡа йөрөп белем ала. Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, бер шәхси магазин эшләй.


Изге эҙҙәр буйлап

Һаҡмар башын һаҡлар ҡеүәт барӘхмәттән йыраҡ түгел әүлиә Бағырусман хәҙрәттең ҡәберлеге урынлашҡан, унан аҫтараҡ Әүлиә шишмәһе аға. Өлкәндәр әйтеүенсә, заманында был яҡҡа Ислам динен таратыу маҡсатында ағалы-ҡустылы диндарҙар ебәрелә. Береһе Баймаҡ районының Өмөтбай ауылында йәшәһә, Бағырусман Әхмәттә оҙаҡ йылдар ғүмер итә. Әйткән васыяттарына ярашлы, икеһе лә хеҙмәт күрһәткән төйәгендә ерләнә. Халыҡ уларҙы һуңғы юлға хөрмәтләп оҙата. Әле Өмөтбай ауылында ла әүлиә ҡәберлеге бар.
Әхмәт янындағы ер-һыу атамаларына килгәндә, Тимәшеү тауы ла шанлы тарих һаҡлай. 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫ­ти­әндәр һуғышының ялҡыны Уралтау ҡуйынында ятҡан Һаҡмарбашты ла урап үтмәй. Отряды менән Тимашев та килеп сыға был яҡтарға. 650 кешелек төркөм Һаҡмарға яҡын урынлашҡан тау битләүен биләп ала. Ошо ерҙәге ҡаты бәрелештән һуң Тимашев ауылды үртәргә бойора. Һөҙөмтәлә биләмәләге Иҫке ыҙма тигән урын ғына имен ҡала. Әлеге Әхмәт ауылы янындағы тәпәш, яҫы түбәле тауҙы халыҡ ҡәһәрле йәлләт “хөрмәтенә” Тимәшеү тип атаған.
Был ерҙән данлы Ҡәнифә юлы үткән. Изге урын шулай уҡ арҙаҡлы шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең эҙҙәрен һаҡлай: ул бында 1918 йылда Башҡорт респуб­ликаһын ойоштороу эше менән булып киткән.

Мәҙәни усаҡтың уты ҡыҙыу

Клуб – бындағы берҙән-бер мәҙәни усаҡ. Халыҡ унда төрлө сараны күреү генә түгел, ә көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеү, рухи аҙыҡ алыу маҡсатында ла йыш килә. Мөдире Әнисә Минһажева әйтеүенсә, клубтың 1982 йылдан бирле ремонт күргәне юҡ. Утын менән йылытыла, ҡыйыҡтан аҡҡан һыу түшәмде ҡарайтып, еүешләндереп тора. Түрҙән урын алған мейес тә күптән яңыртыу көтә. Шуға ҡарамаҫтан, Әнисә Хисаметдин ҡыҙы ауылдаштарын рухи аҙыҡтан өҙмәй. Ҡыҙыҡлы кисәләр үткәрелә, йәштәргә дискотека ойошторола. Ҡатын-ҡыҙҙан туп­ланған “Һаҡмар” фольклор ансамбле ра­йонда киң билдәле.
– Ауылда тәүҙә башланғыс мәктәп ябылғайны, әле клубтың яҙмышы ла ҡыл өҫтөндә, – ти Әнисә Минһажева. – Мәҙәни усаҡты һүндермәҫкә тырышабыҙ. Ауыл халҡы һәр сарала ихлас ҡатнаша, районда үткәрелгәндәренән дә ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, “Оҙон көй”, “Шәл бәйләйем” конкурстарынан еңеү менән ҡайттыҡ. Ауыл­дың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы вәкилдәре һәм өлкән йәштәгеләр менән берлектә балалар өсөн милли байрамдарҙы йыш уҙғарабыҙ.
Әхмәтте “әҙиптәр төйәге” тип атарға ла мөмкин. Әйтеүҙәренсә, ҡулына ҡәләм тотмаған кеше һирәк бында. Бәләкәй генә был төйәктән ике әҙип – балалар яҙыу­сыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Айһылыу Йәғәфәрова менән прозаик, райондың Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премияһы лауреаты Иҙрис Ноғоманов сыҡҡан.

“Психологка ла әйләнде инде”

“Яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән дауалай”, тиҙәр бында фельдшер Рәзилә Ғәйзуллина хаҡында. Рауил ауылы ҡыҙы, Сибай медицина училищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлын тыуған яғында башлаған. Ҡырҙас егете Радикка кейәүгә сыҡҡас, уға яҡындағы Әхмәткә йөрөп эшләй башларға тура килгән.
– Тәүҙә ике араны йәйәү үттем, унан велосипедҡа “атландым”, хәҙер иһә “ҡорос ат”ты йүгәнләйем, – ти шәфҡәт туташы. – Шулай йөрөп эшләүемә 15 йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән.
Рәзилә Юлдыбай ҡыҙы әйтеүенсә, ауыл халҡының күпселеге ҡан баҫымы күтә­релеүенә, йөрәге ауыртыуына, быуындары һыҙлауына зарлана. Беҙ барғанда ла уға мөрәжәғәт итеүселәр күп булды. Барыһы ла фельдшерҙың эшенән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Мәҫәлән, Гүзәл Минһажева: “Сирләмәһәм дә, Рәзиләнең янына килеп, һөйләшеп алһам, еңел булып ҡала. Ул беҙҙең психологка ла әүерелде инде”, – ти.
Рәзилә Юлдыбай ҡыҙы ире менән өс бала тәрбиәләй, эшенән йәм табып, ғаиләһенән дәрт алып донъя көтә.

Ҡатын-ҡыҙға таянып...

Һаҡмар башын һаҡлар ҡеүәт барӘйткәнемсә, ауыл халҡы тик мал көсө менән йәшәй. Ирҙәрҙең күбеһе ситтә эшләргә мәжбүр булғанлыҡтан, донъяны ҡатындар көтә.
– Быйыл еләк түшәлеп уңды, – тип һөйөнә улар. – Рәхәтләнеп йыйып, һатып, аҡса эшләнек. Аҙаҡ бәшмәк “бизнес”ы сәскә атты, гөлйемеш һәм балан һораусылар күбәйҙе.
Ауыл ҡатындарының өмә менән һарыҡ ҡырҡҡан мәленә лә шаһит булдыҡ.
– Миҙгел эштәрен шулай күмәкләп башҡарабыҙ, боронғо йолаларҙы тергеҙә­беҙ, – ти ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Әнисә Минһажева. – Тиҙҙән, Аллаһ бирһә, ҡаҙ өмәһенә, һуғым аштарына йөрөй башлаясаҡбыҙ.

Ағинәйле ерҙә хәтер түрҙә

Һаҡмар башын һаҡлар ҡеүәт барАуылдың иң өлкән кешеләренең береһе Бибикамал инәй Мәхийәнова менән дә осрашырға насип булды. Ағинәй ейәне менән йәшәй, зиһене теүәл, хәтере шәп. “Йәнле тарих”, ти уның хаҡында ауылдаштары.
Яҙыусы Иҙрис Ноғоманов “Сыбай ҡаш­ҡа” исемле әҫәрен тап Бибикамал Мәхи­йәнованың хәтирәләренә таянып яҙа. Темаһына килгәндә, инәйҙең олатаһы Мәхийән ҡарт Беренсе донъя һуғы­шын­дағы батырлығы өсөн сыбай ҡашҡа айғыр менән бүләкләнеп, уны тыуған яғына алып ҡайтыу мөмкинлеген таба. Баҫҡан ерендә ут сәсрәтер, кешнәһә, тау-урмандарҙы яңғыратыр дәү айғырға күҙ атҡандар күп була. Һөҙөмтәлә ауылдың хәлле кешеһе Ноғоман бай Мәхийәнгә ике бейә биреп, сыбай ҡашҡаны ала. Айғырҙың вариҫтары әле лә бар, ти Бибикамал инәй.

Дәртле йәштәр –
төйәк биҙәге


Һаҡмар башын һаҡлар ҡеүәт барТөпкөлдөң урамдарын бер нисә яңы йорт биҙәй. Уларҙа ғүмер иткән йәш ғаиләләрҙең береһе – Гөлфиә һәм Шәфҡәт Минһажевтар. Өс бала үҫтерәләр: Зариф менән Динисҡа яңыраҡ Әҙилә исемле һеңле алып ҡайтҡандар. Шәфҡәт Бело­ретҡа йөрөп эшләгәнлектән, донъя көтөү күберәк хужабикәнең иңенә төшә.
– Ауылда йәшәү ҡыйын тип әйтмәҫ инем, – ти бәхетле әсә. – Барыһы ла үҙең­деке: ит тә, май ҙа, йомортҡа ла. Баҡса үҫтерәбеҙ, емеш-еләктән мул итеп ҡайнатма, һут әҙерләйбеҙ, артып ҡалғанын һатабыҙ. Йомош төшөп, юлға сығырға кәрәк булһа – еңел машинабыҙ, утын-бесәнгә тракторыбыҙ бар. Әлбиттә, ауылда йәшәү өсөн тырышлыҡ, сабырлыҡ талап ителә, шунһыҙ мөмкин түгел.
“Ир-егеткә хас бурыстарҙы – йорт эшләү, улдар үҫтереү, ағас ултыртыу – тулыһынса үтәгәнһегеҙ, киләсәккә ниндәй уй-ниәтегеҙ бар?” тигән һорауыма ғаилә башлығы:
– Төп маҡсатым – балаларға тейешле тәрбиә биреү, уларҙы үҙ еренә кәрәкле кешеләр итеп тәрбиәләү, – тип яуапланы.
“Үҙ иленә” түгел, ә “еренә”, тине. Тимәк, ата-бабаһының төйәген ташламаған, туған нигеҙен ҡоротмаған Минһажевтарҙың артабанғы быуыны ла ошонда йәшәйәсәк.

Әҙәбиәт музейы асылырмы?

Һаҡмар башын һаҡлар ҡеүәт барБорсолорлоҡ мәсьәләләр ҙә юҡ түгел Әхмәттә. Шуларҙың иң мөһиме – юлдар­ҙың насарлығы, “зәңгәр яғыулыҡ”тың һаман килеп етмәүе. Заман талаптарына яуап биргән биналы башланғыс мәктәптең кинәт ябылыуы ауыл халҡын айырыуса аптырашта ҡалдырған. Хәҙер йорттоң бер мөйөшөндә фельдшер-акушерлыҡ пункты урын алһа, белем усағының яғы буш тора. Ауыл халҡының тәҡдиме һәм һорауы буйынса унда әҙәбиәт музейы булдырыу йәһәтенән тейешле органдарға хат яҙыл­ған, тик әлегә яуап алынмаған. Барыһы ла ыңғай килеп сыҡһа, эште бөгөндән башларға әҙер әхмәттәр.
– Музей киләсәк быуын өсөн кәрәк, – ти яҙыусы Иҙрис Ноғоманов. – Әлеге бина бирелһә, мәғлүмәт, экспонаттар туплау һәм башҡа эштәрҙе үҙебеҙ атҡарып сығасаҡбыҙ. Һаҡмарҙың башланған урынын, башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларын күрергә кеше күп килә. Улар музейға инеп ауылдың тарихы, халҡы менән танышып сыҡһа, насармы ни?
Ҡырҙас ауылы биләмәһе башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радик Ғәйзуллин да әҙәбиәт музейы булдырыу тәҡдимен хуплай.
– Һәр ауыл Әхмәттеке ише тарихи үткә­не, талантлы шәхестәре менән маҡтана алмай, – ти ул. – Төйәктең әлеге халҡы ла ифрат уңған. Төпкөлдә йәшәйбеҙ тип меҫкенләнеп ултырмайҙар, дәртләнеп донъя көтәләр, күпләп мал аҫрайҙар. Тыуған еренә ҡарата ғәжәп хәстәрлекле улар. Мәҫәлән, күптән түгел ауыл халҡы менән бергәләшеп зыяратты кәртәләп алдыҡ.
Башлыҡтың һүҙҙәрен ҡеүәтләп, Әҙәбиәт йылында Әхмәттә музей асылыр, ауыл ижадсылар үҫтереүен дауам итер, йәштәр тыуған төйәгендә йәшәргә ҡалыр, изге ерҙә сабый тауышы тынмаҫ тигән ышаныс ҙур.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512