Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күмәк хужалыҡтарҙы тергеҙеү — көнүҙәк мәсьәлә
Күмәк хужалыҡтарҙы тергеҙеү — көнүҙәк мәсьәләИҡтисадсы менән һөйләшеү һәр саҡ ҡыҙыҡлы. Был өлкә кешеләре тормоштоң башҡаларға күренмәгән яҡтарын күрә, анализлай, һығымта яһай, күҙаллай белә. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зифҡәт Ислам улы СӘЙЕТҒӘЛИЕВ менән әңгәмә барышында ла төрлө һорауҙарға туҡталдыҡ. Уларҙы ҡабатлап тормай, иҡтисадсының төп фекерҙәрен еткерәбеҙ.

Башҡортостандың Аграр союзы тураһында

– Яҡын киләсәктә, Рәсәйҙекенә яраштырып, Агросәнәғәт союзы тип үҙгәртеләсәк, сөнки беҙ (З. Сәйетғәлиев ошо ойошманың етәксеһе булып тора. – Авт.) тап агросәнәғәт тармағы мәнфәғәттәрен яҡларға бурыслы. Маҡсатыбыҙ – газ, электр энергияһы, һыу, башҡа сығанаҡтар һатыусы һәм хеҙмәттәр күрһәтеүсе монополистар алдында ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе предприятиелар өсөн уңайлы шарттар талап итеү.
Шул уҡ ваҡытта тармаҡтың эсендә лә көйләү эше алып барырға кәрәк. Мәҫәлән, бөгөнгө йәшәү ҡанундарына ярашлы, һәр етәксе баҙарҙан килгән һорауға, йәғни ихтыяжға, төбәлеп эшләй. 2010 йылда бәрәңгегә һәм ҡарабойҙайға ҡытлыҡ булды. Былтыр һәр хужалыҡ, ошо ихтыяжды иҫәпкә алып, был ике культураны күпләп сәсте.
Закон буйынса хужалыҡ етәксеһенә нимә, ҡайҙа, күпме сәсергә икәнлеген береһе лә билдәләй алмай. Шунан файҙаланып, әлбиттә, бер ниндәй яраштырыу, кәңәшләшеү эше алып барылманы. Һөҙөмтәлә көҙ бәрәңгенең дә, ҡарабойҙайҙың да хаҡы осһоҙ булды, сөнки улар менән баҙар тулғайны. Ә бөтә донъя тәжрибәһенән күренеүенсә, бар ерҙә лә көйләү эшен агросәнәғәт союздары башҡара.
Был юҫыҡта тағы бер нәмәгә туҡталырға теләйем. Ауыл хужалығы продукцияһының хаҡы түбән, тиҙәр. Әгәр ҙә шул уҡ бәрәңгене кәңәшләшеп сәсһәләр, уға уртаса хаҡты (бер килограмы 40–50 һум уҡ булмаһа ла) һаҡлап ҡалырға булыр ине. Продукцияны кәрәгенән артыҡ етештереү уға хаҡтың ныҡ кәмеүенә килтерә. Быны алда телгә алынған ҡарабойҙай миҫалында күҙәтергә мөмкин: уңыш ихтыяждан күберәк булһа ла, хаҡы ныҡ төшмәне. Шулай итеп, артығын етештереү ҙә крәҫтиән файҙаһына түгел.
Республиканың Агросәнәғәт союзы үҙе генә бер ни ҡыла алмай. Көн талабына ярашлы, бөгөн илдең Агросәнәғәт союзы Рәсәй киңлектәренән сығырға тейеш, шунһыҙ уңышҡа ирешеп булмаясаҡ. Ҡануниәтте яраҡлаштырыуҙан башлап оператив система булдырыуға тиклемге күп мәсьәләләрҙе хәл итеү талап ителә. Мәҫәлән, Америка биржаларында һатып алыусы киске сәғәт 5-кә кем күпме бойҙай һәм ниндәй хаҡҡа һатыуы тураһындағы хәбәргә эйә.
Рәсәй Федерацияһы был йүнәлештә әүҙемлек күрһәтмәй. Икенсе яҡтан, игенде һатып алыуға, һаҡлауға, эшкәртеүгә, белгестәр әҙерләүгә бюджеттан бик күп аҡса талап ителә. Баҙар иҡтисадына аяҡ баҫҡандан бирле илдә ошо механизмды булдырыу өсөн бер аҙым да эшләнмәгән.

Ер пайҙары мәсьәләһе

– Башҡортостанда 350 меңдән ашыу кеше ер пайына эйә. Шуларҙың 28 меңе генә үҙ участкаһын ыҙанлап (межалап) хосусилаштырған.
Ер пайҙарын мин коллектив хужалыҡ итеү ысулы тарҡалғандан һуң ҡалған иң ҙур, бер ниндәй аҡса менән баһаланмаҫ байлығыбыҙ тип ҡарайым. Пайҙар бүлгәндә етешһеҙлектәр сығып торҙо. Мәҫәлән, Рәсәй законына ярашлы, уҡытыусыларға, врачтарға һәм башҡа бюджет өлкәһендә эшләүселәргә ер ҡаралмағайны. Республикала уны төҙәттек, әммә күрмәй ҡалған хаталар әле лә осрай. Хаҡлы ялда булған, ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған уҡытыусылар иғтибарҙан ситтә ҡалған. Күп кенә хакимиәт башлыҡтары ла ҡаршылыҡ күрһәтте. Уларҙан йыш ҡына: "Пайҙарҙы бөтәһенә лә бүлә башлаһаҡ, крәҫтиәнгә аҙ ҡала", – тигәнерәк һүҙ ишетергә тура килде.
Әле бүленгән ерҙе һөҙөмтәле файҙаланыу мәсьәләһе көнүҙәк. Мин был турала бына нимә уйлайым: әгәр ҙә минималь ер бүлеме 50 гектар тәшкил итә икән, тимәк, пайы шунда тура килгән кешеләр берләшергә һәм күмәкләп эшкәртергә тейеш. Күмәк көс менән эшләп өйрәнгән халыҡҡа ошо ысул әлегә иң ҡулайлыһы буласаҡ. Тәжрибә тупланғас, артабанғы яҙмышын һәр кем үҙе хәл итер ине.
Рәсәйҙең киләсәге фермерлыҡта түгел. Был ҡатлам илде туйҙыра алмаясаҡ. Быны мин бөтә яуаплылыҡты тойоп әйтәм. Һүҙ юҡ: яҡшы эшләгән фермерҙар бар, улар артабан да бирешмәйәсәк. Ундайҙарға, һис һүҙһеҙ, ярҙам итергә кәрәк.
Бөгөн халыҡ ҡайҙа теләй, шунда колхоз-совхоз системаһын тергеҙергә кәрәк. Беҙҙә ерҙе коллектив менән файҙаланыу ысулы ғына ныҡлы үҫешкән. 7 гектар ергә комбайн тотоп буламы? Юҡ! 170 гектарға тотоуы ла файҙаһыҙ әле.
Миҫалға Саҡмағош районының "Базы" хужалығын килтерә алам: унда бөгөн күп балалы ғаиләләргә пособие түләнә, эшсеһенә йорттар һалына, социаль мәсьәләләрҙе хәл итәләр. Шул хужалыҡтың ниндәй етешһеҙлеге бар? Ниңә уның тәжрибәһен үҫтермәҫкә?
Ауылдағы фермалар бөттө, мәктәптәр ябыла. Крәҫтиәндең күҙ төбәп торған ҡиммәттәрен тартып алғас, тыуым да ҡырҡа кәмене.

Ситтәр ярлыҡамаҫ...

– Элек төбәк ҡаҙнаһының 70 процентын тәшкил иткән энергия сығанаҡтары (шул иҫәптән углеводород сеймалы) хәҙер – сит ҡулдарҙа. Республика бюджетын булдырыуҙағы өлөштәре 40 проценттан да кәмене. Һуңғы өс-дүрт йылда бюджет дефицитлы була башланы. Был, әлбиттә, ыңғай күренеш түгел.

Дәүләт ярҙамы бар

– Пайҙарын ҡушып, артель йәки коллектив хужалыҡ ойоштороусыларға айырым дәүләт ярҙамы булырға тейеш, тимәйем. Ул ойошторолған: фермерҙар, шәхси хужалыҡтар, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ – бөгөн барыһы ла дәүләт ярҙамын ала. Артыҡ бер әйбер ҙә кәрәкмәй: бығаса күрһәтелгән ярҙам шул кимәлдә һаҡланһын. Иттең, һөттөң, башҡа аҙыҡ-түлектең хаҡын төшөрмәй, крәҫтиәнде яҡларға кәрәк. Ер эшкәртеүселәр ойошоп китәсәк, хужалыҡтар барлыҡҡа киләсәк. Шәхси өлөшлө дөйөм милек төрө (бәлки, башҡа төр) – яңы берәмек килеп сығасаҡ. Унда колхоздағыға оҡшамаған мөнәсәбәттәр урынлашасаҡ.

Күмәк хужалыҡтарҙы тергеҙеү — көнүҙәк мәсьәләРеспубликаның иген фонды булырмы?

– ХХ быуаттың 30-сы йылдарында Америкала һәм Канадала, Көнбайыш илдәрҙә ҙур көрсөк була. Уның сәбәбе бөтә производстволарға ла бәйле, әммә иң тәү сиратта иген етештереүҙә килеп тыуған ҡатмарлыҡтарға ҡайтып ҡала. Шунан башлап һәр ил үҙенең фондын булдыра башлаған. Ошо эш беҙгә лә фарыз, әммә хосусилаштырыу йылдарынан һуң дәүләт ҡураларынан яҙҙы. Фонд ҡағыҙҙа түгел, келәттә тупланырға тейеш, ә бөгөн беҙҙең иген туплар урын юҡ кимәлендә. Республика элекке элеваторҙарын кире һатып аламы йәки яңыларын төҙөймө – ошо эште атҡара алһа, шул саҡта айырым иген фондын булдырыу тураһында уйлап буласаҡ.
Халыҡ ихтыяжын ҡаплар өсөн Башҡортостанға йылына 400 мең тонна бойҙай талап ителә. Тимәк, 200 мең тонна тирәһе резерв кәрәк. Тағы 500–600 мең тонна фураж талап ителә. Йәмғеһе 1 миллион тоннанан ашыу килеп сыға. Шуны башта һатып алырға, унан һаҡларға тура киләсәк. Аңлауығыҙса, маҡсатты тормошҡа ашырыр өсөн күп сығым талап ителә. Шул ауырлыҡтарҙы йырып сығып, иген фонды булдырылһа, был үҙ етештереүсебеҙгә бик ҡулай буласаҡ.
Был юҫыҡта әлегә бер генә аныҡ аҙым яһалды: "Башагропродукт" дәүләт унитар предприятиеһы банктан 1,5 миллиард һум кредит алды. Шул аҡсаға хужалыҡтарҙың игенен һатып ала, әммә иген хужалыҡ келәтендә һаҡлана. Икенсе төрлө әйткәндә, иген аманатҡа һалынған, хужалыҡ уны тотона алмай. Һуңғылар өсөн был алым отошло, сөнки әгәр хаҡ күтәрелһә, рәйес уны һатыу мөмкинлегенә эйә. Мәҫәлән, көҙҙән "Башагропродукт"ҡа ашлыҡ 2 һум 50 тин менән һатылған булһа, ҡыш уртаһында хужалыҡ етәксеһе уны 2 һум 60 тин менән һата икән, аралашсы дәүләт предприятиеһы менән иҫәпләшкәндән һуң ҡалған аҡса уларҙың кассаһына инә. Тик шуныһы: был килешеү 1 мартҡа тиклем генә үҙ көсөндә. Шул ваҡытҡа тиклем хужалыҡ игенен һата алмаһа, ул "Башагропродукт"ҡа күсә.
Хәлдәр был өлкәлә ауыр, әммә ул тиклем хөрт түгел. Былтыр республикала йыйылып алынған 2 миллион тоннанан ашыу ашлыҡтың бер өлөшө халыҡҡа таратыла (эш хаҡы иҫәбенә, шәхси хужалыҡтар үҙ ихтыяжына ала), икенсе өлөшө республикалағы малды ашатыуға тотонола, ҡош-ҡорт үрсетеүсе фабрикалар ҙа үҙенә кәрәк күләмде һатып ала, сифатлы бойҙай тирмәнгә китә. Бына шулай итеп уның үҙләштерелә торған юлдары байтаҡ.
Иген – ул тауар. Һәр кем уны үҙенсә файҙалана: берәүҙәр республиканан ситкә һата, икенселәр төбәктә лә һатып алыусыһын таба, өсөнсөләр (мәҫәлән, Стәрлетамаҡ районы) малына ашата һәм шул арҡылы һөткә, иткә әйләндерә, һуңынан итләтә, һөтләтә – аҡсаға. Техника, кредит, яғыулыҡ өсөн игенләтә иҫәпләшкәндәр ҙә барҙыр, әммә ундайҙар әҙ инде.

Инвестор, инвестор, тибеҙ ҙә ул...

– Ябай халыҡтың аңында ҡайһы бер осраҡта ҡотҡарыусы булып һынлана башлаған инвестор – ул шул уҡ эшҡыуар. Ауыл еренә ул техникаһы менән килә, ер ала, сәсә, өйрәнә, әммә бер ҡасан да һиҙгерлеген юғалтмай. Аҡса эшләр өсөн шарттар бөттө икән – алып килгән әйберен тейәй ҙә сыға ла китә. Ә беҙ иҫке тракторҙар менән торабыҙ ҙа ҡалабыҙ. Сөнки бизнес былай ғына килмәй – уға табыш алыу мотлаҡ. Шуға ла бында дәүләт көйләүе булырға тейеш.
Инвестор йәлеп итергә кәрәк, тип саң ҡағабыҙ. Шул уҡ ваҡытта илдә сәйәси һәм иҡтисади тотороҡлолоҡто тәьмин итеү зарур. Данияла шуға шаһит булырға тура килде: шарттар шунда уҡ тыуҙырыла. Мәҫәлән, эшҡыуар аҡсаһын һалып, производство төҙөргә, алты йыл эсендә һалынған сығымдарын аҡлап, табышлы эшләүгә сығырға ниәт итә икән, урындағы власть етәксеһе (район хакимиәте башлығы икән, ти) уға әйтә: "Рәхим ит. Һин алты йылға һалымдан тулыһынса азат ителәһең". Бына ҡайҙа ул оперативлыҡ һәм урынында шарт булдырыу. Ә беҙҙә? Ер бирмәй интектереүҙән башлаһалар, тикшереүҙәре менән ҡаҡшаталар, теге йәки был мәсьәләне хәл итеүҙе үтеп сыҡҡыһыҙ бюрократик кәртәгә әйләндерәләр.
Минеңсә, бөгөн ер пайы булған һәр кеше милексе булып өйрәнергә, яуаплылыҡ ала белергә тейеш. Элек колхоз йыйылыштары өсәр көн барған. Күмәк хужалыҡтың бер әтәсен һуйған өсөн дә яуап бирергә кәрәк булған! Бына шундай ентекле контроль һөҙөмтәһендә генә пайсылар араһында ғәҙеллек буласаҡ. Ошондай тәртипте ситтәр килеп урынлаштырыр тип көтөп ятыу – мәғәнәһеҙлек. Бөгөнгө һәр хужаның тормош дилбегәһен үҙ ҡулына алыуы шарт. "Ерҙең хужаһы булырға тейеш", – тиҙәр. Бына, Мәскәүҙән ерҙең хужаһы килер ҙә, иртәгә бөтәһе лә ал да гөл булып китер, тип уйлайҙармы? Нимә, ерҙең хужаһы улар икәнен хәҙер үҙҙәренә үк иҫбатларғамы?

Эшсе ҡулдар ҡытлығы

– Бөгөн ирҙәребеҙ вагон-вагон тейәлеп Себергә китеп аҡса эшләй, полицияла кадрҙар тулы, нефть һәм газ тармағында халыҡ артығы менән эшләй. Ни өсөн? Иҡтисадсыларҙың иҫәпләүенсә, көн талабына ярашлы, бөгөн 17 мең һум эш хаҡы хатта ауыл ерендә эшләгән кеше өсөн стимул түгел. Әгәр ҙә егеттәребеҙ ауылында айына кәм тигәндә 20 мең һум аҡса эшләү мөмкинлегенә эйә булһа, улар Себер тарафтарына барып йөрөр инеме?
Улар ауылда аҡса эшләй алһын өсөн ауыл Советы рәйесенең, район хакимиәте башлығының, депутаттарҙың, министрҙарҙың, республика һәм ил етәкселегенең башы "ауыртырға" тейеш. Быны тормошҡа ашырып була: ауыл хужалығы етештергән продукция яҡшы хаҡ менән һатылырға тейеш. Крәҫтиәндең табышы – тауыҡ йомортҡаһында, һарыҡ йөнөндә, һөттә, баҡсала үҫкән бәрәңге-маҙарҙа. Шул эште ил Хөкүмәте көйләргә бурыслы. Америка, тауыҡ ботон етештереүҙе субсидиялап, беҙгә килтереп һата. Ни өсөн? Үҙенең фермеры яҡшы йәшәһен һәм эшләһен өсөн.
Ауыл хужалығына, крәҫтиәнгә ҡарата булған сәйәсәтте, мөнәсәбәтте тамырынан ҡырҡа үҙгәртергә кәрәк. Быны демократия ғына эшләй ала. Власть тулыһынса халыҡҡа буйһонорға бурыслы. Сәйәсәтте 180 градусҡа бороу өсөн ил "рулен" тотоп килеүселәр ҡыйыу булырға, тәүәккәллектән ҡурҡмаҫҡа тейеш.

Һалым күпме булырға тейеш?

– Миллиард һумдарҙа иҫәпләнгән капиталға эйә айырым шәхестәр һәм монополистар ябай халыҡ менән бер рәттән 13 процент һалым түләй. Капиталистик илдәрҙә, башлыса Германияла, ундайҙарҙың килеменән һалынған һалым күләме 48 процент тәшкил итә, Скандинавия илдәрендә 70 процентҡаса барып етә. Беҙгә лә байҙар өсөн һалымды арттырырға кәрәк.
Мин илдә 10 мең һум һәм унан да кәмерәк эш хаҡы алған халыҡтан һалымды бөтөнләй алмау яғында.
Рәсәйҙән капиталды ситкә алып сығыуҙы туҡтатырға кәрәк. Булмай икән, тимәк, уны файҙалы, килемле итеү юлдарын эшкә ҡушыу талап ителә.
В. БОРИСОВ яҙып алды.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 418

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 598

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 487

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 313

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498