Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һеҙ бит һалым түләйһегеҙ…”
“Һеҙ бит һалым түләйһегеҙ…” Голливуд йондоҙо Уэсли Снайпс Америка кинематографияһында иң уңышлы актерҙарҙың береһе булараҡ һанала. Ҡара тәнле был ижад кешеһе 50-нән ашыу картинала төшкән. Әммә шул тиклем ҙур абруйы ла Уэслиҙы төрмәнән ҡотҡара алмай. Уны 2010 йылда өс йылға иркенән мәхрүм итәләр. Ниндәй енәйәт ҡылған тиһегеҙме? Баҡтиһәң, актер һалым түләмәгән…
Осраҡлы ғына килмәне телгә Снайпс, нисек кенә булмаһын, демократия менән маҡтанған АҠШ-та ла бик үк ирекле йәшәп булмай. Һалым түләмәү енәйәткә тиң. Шул уҡ ваҡытта һалым системаһының ҡатмарлы булыуына, ә түләүҙәрҙең юғарылығына зар­лана американдар. Рәсәйгә килгәндә иһә, һалым системаһы бөгөнгө көндә үтә ябай, иғәнәләр ҙә сағыштырмаса ҡот осҡос түгел, әммә түләргә генә ашҡынып тормайбыҙ.
Беҙҙең илдең һалым тарихына күҙ һалһаң, ул донъя кимәлендә иң яҡшы күренештәргә нигеҙләнеп булдырыл­ған. Шулай ҙа, әйтергә кәрәк, совет осоронан һуң хәл-торош күптәрҙе ба­ҙап ҡалырға мәжбүр итте. Эшҡыуарҙар иртәгә нимә булыр тип аптыраны. Күп­тәр аҡсаларын сит илгә “шыуҙырырға” мәжбүр булды. Бер эшҡыуарҙар ғы­намы һуң, ябай граждандар ҙа был тәңгәлдә аңҡы-тиңке килеп йөрөнө – үҙгәрештәр аҙым һайын.
Хәтерләйһегеҙҙер, 2000 йыл башында һалым системаһы күпкә ябайлашты. Күләмдәр аҙайҙы ла. Әйткәс әйтәйек инде, был, Европа һәм океан аръяғы менән сағыштырғанда, иң ябай һалым системаһына әйләнде.
Тәбиғи, аҙ һалым бюджетҡа ингән керемде лә арттырҙы. Атап әйткәндә, 30 һумды бер кем дә түләмәгәнсе, 3-әр һумды 10 кешенең түләгәне яҡшыраҡ бит. Әйтәйек, ябай американ киле­менең 60-ҡа яҡын процентын дәүләткә бирергә мәжбүр булһа, Рәсәй халҡы иһә (ҡайһы бер мәлдәрҙе иҫәпкә ал­мағанда) тапҡан малының 30 процентын бюджетҡа тапшыра. Шуныһын да иғтибарға алмай булмай: һалым буйынса бурыстарың йыйылып китһә, бер кем дә һине төрмәгә “тығырға” ашығып бармай.
АҠШ ҡынамы һуң, Европала ла Рә­сәй Федерацияһы гражданы күҙле­ге­нән сығып ҡарағанда, “эс тотоп кө­лө­рлөк” һалымдар булдырылған. Мәҫәлән, Германияла “сиркәү һалы­мы” бар, Эстония фермерҙары иһә һыйырҙары “һаҫыҡ еҫ” сығарған өсөн дә һалым түләй. Хәйер, һанай китһәң, бындай аптырашҡа ҡалдырған һа­лым­дар Европа буйлап туп-тулы. Юҡҡа ғынамы ни Депардье Рәсәйгә ҡасып килмәне.
Эйе, башҡалар менән сағыштыр­ған­да, беҙгә һалымды ҡыуанып түләргә генә ҡала ла бит, әммә “тингә” торошло түләүҙәрҙән дә ҡасырға өйрәнеп бөткәнбеҙ инде. Шуға ла баяғы европалар әйткәнсә: “Рәсәйҙәр әллә нимә­ләр уйлап сығарырға риза, тик тү­лә­мәҫкә һәм эшләмәҫкә”. Үкенескә ҡаршы, лаҡап дөрөҫлөккә лә тап килә.
Ғөмүмән, һалымды беҙ нимә тип беләбеҙ? Эйе, аҡса йыйыу. Әммә тотороҡло дәүләттең нигеҙе лә шул. Дауаханалар, мәктәптәр, юлдар һәм башҡалары шул иҫәпкә төҙөлә һәм ҡарала бит. Әгәр ҙә беҙҙе көслө армия һаҡлаһын тиһәк, йәнә шул аҡсаға ба­рып төртөләбеҙ түгелме?! 2016 йылда Рәсәйҙең һалым системаһында тағы үҙгәрештәр була, иғәнә күләме арта­саҡ, тип ҡайғырабыҙ, әммә бөгөнгө аҙ ғынаһын да түләргә ашыҡмайбыҙ бит әле. Ул саҡта нимә булыр һуң? Шул юлдар, мәктәп-дауаханалар менән дә?
Әйткәндәй, бер ваҡыт әлеге лә бая­ғы “йондоҙ”, әммә инде беҙҙеке, Владимир Познер Америкала паспортын юғалтҡан. Билдәле, уның ике илдә лә гражданлығы бар, хәйер, эш граждан­лыҡ­та түгел, ә мөнәсәбәттә. Оҙон һүҙ­ҙең ҡыҫҡаһы: Познерға бер көн эсендә яңы паспорт әҙерләгәндәр.
Был тиклем етеҙлеккә аптыраған “йондоҙ”ға: “Һеҙ бит һалым түләй­һе­геҙ”, — тип яуап биргәндәр.
Эйе, һалым түләүсенең белдерер үпкәһе бар, әммә хоҡуҡ талап итер алдынан бурысты башҡарырға, яуаплы­лыҡтан ҡасмаҫҡа кәрәк шул.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840