Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Телдәр белеү файҙаға ғына
Телдәр белеү файҙаға ғына Ни тиһәгеҙ ҙә, ҡалалағы башҡорт гимназиялары үҙенсәлекле мөхиттә йәшәй, сөнки халыҡтың күпселеге урыҫ телендә генә һөйләшә, уҡый, яҙа. Хатта ул туған теле булмаһа ла. Өфө кеүек мегаполиста бигерәк тә. Бындай гимназияларҙың хәле нисек, ниндәй ярҙамға мохтаждар? Шуны асыҡлау маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара, гражданлыҡ институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитеты рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Румил АҘНАБАЕВ ошо көндәрҙә Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында булды.
“Башҡорт теле бөгөн ауыр хәл­дә, әлбиттә. Республикабыҙҙың дәү­ләт телдәре өйрәнелә һәм өй­рәнеләсәк. Башҡорт теле юғалмай, ләкин донъя коммуникациялары яғынан көслө баҫымға дусар ителә. Беҙ башҡорт теленең көсһөҙлә­неүенә юл ҡуйған быуын булырға тейеш түгел. Ләкин уны өйрәнеү фор­маларын, уҡытыу методи­ка­һын камиллаштырыу, башҡорт те­ле менән ҡыҙыҡһындыра белеү та­лап ителә. Бының өсөн бөтә шарт­тар тыуҙырылған”. Ошо һүҙ­ҙәр­ҙе республикабыҙ етәксеһе Рөс­тәм Хәмитов 2011 йылдың 7 ок­тябрендә үк әйткәйне. Баш ҡала­ның 158-се гимназияһына килеп ингәс тә, ундағы уңайлы шарттар­ҙы күреп, ысынлап та барлыҡ мөм­кинлектәр тыуҙырылғанына тағы бер ҡат инанаһың.
Гимназия 900 баланы ҡабул итеү­гә иҫәпләнһә лә, быйылғы уҡыу йылында унда 1024 бала шө­ғөлләнә. Беренсе класҡа 136 бала ҡабул ителгән! Ә беҙ ҡала шарттарында башҡорт теле юғала бара тип борсолабыҙ. Хәйер, эште үҙ ағы­шына ҡуйһаң, тап шундай йүнәлешкә төшөп китмәҫ тимә.
– Гимназиялар ҡаланың биҫтә­ләренә, йәғни йәшәү урынына бер­кетелергә тейеш түгел, – тине Ру­мил Тәлғәт улы. – Ҡала мәғариф идаралығы ҡайһы бер осраҡта тап шулай эшләй һәм быны дөрөҫ алым тип әйтеп булмай.
Биҫтәгә беркетеү башҡортса уҡы­маған һәм был телде өйрә­нер­гә теләге лә булмаған балаларҙан айырым кластар асырға мәжбүр итер ине. Дөйөм мәктәп саралары ла, нигеҙҙә, урыҫ телендә үтәсәк. Урыҫ телле балаларҙың ата-әсә­ләре өсөн күргәҙмә әсбаптарҙың бер өлөшөн дә ошо уҡ телдә яҙыу зарурлығы тыуасаҡ, химия, биология кеүек фәндәрҙе лә ике телдә уҡытырға тейеш булалармы икән... Ә башҡорт гимназияһын асыуҙан ни фәтүә ҡала ул саҡта?
Тап шуға күрә лә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡар­ма комитеты рәйесе кластан тыш сараларҙы шулай уҡ башҡорт телендә алып барырға кәңәш итте. Беренсенән, был телдең ҡулланыу даирәһен киңәйтер, икенсенән, ҡа­ла балаларында башҡорт теле дәреслеккә ҡарап яуап бирер өсөн генә кәрәк тигән фекер тыуҙырмаҫ, улар туған телде халыҡ араһында ҡулланыу буйынса ла күнекмә ала башлар ине.
Был – милли гимназиялар өсөн генә түгел, ғөмүмән, башҡорт те­лен артабан үҫтереү йүнәлешендә лә бик ҙур мәсьәлә. Гимназия директоры Гөлназ Әхмәҙиева һөйлә­үенсә, беҙ “юғалған быуын” тип иҫәп­ләгән, йәғни фәҡәт урыҫ те­лендә генә аралашҡан, ҡайһы берҙәре туған телен ярым-йорто ғына аңлаған ҡала башҡорт­та­рын­да ошо мәсьәләгә ҡараш үҙгәрә. Хәҙер уларҙың байтаҡ өлөшө балаларын республиканың ике дәү­ләт телендә лә уҡытыуҙы, шуларҙы тейешле кимәлдә үҙләштереүен хуп күрә. Баш ҡаланың Иҫке Өфө биҫтәһендә урынлашҡан 158-се гимназияға балаларҙы алыҫтан, хатта Өфө районы ауылдарынан да йөрөтөүҙәре шуның менән аңлатыла.
Ләкин хәл итәһе мәсьәләләр ҙә күп. Беренсе сиратта улар кадрҙар мәсьәләһенә барып тоташа. Баш­ланғыс кластар өсөн уҡытыусы табы­уы еңелдән түгел. Ғөмүмән, хә­ҙерге заманға хас булғанса, күп­селек нәмә аҡса мәсьәләһенә бәй­ле. Шуға күрә гимназия уҡы­тыу­сыларының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатына: “Мил­ли гимназияларҙы финанс­лағанда башҡасараҡ ҡараш булһа ине – уларҙың өҫтәмә сығымдары ла булыуын иҫәпкә алырға кәрәк”, – тип мөрәжәғәт итеүе юҡҡа ғына түгел.
– Элегерәк бөтә Өфөгә бер генә башҡортса уҡытыу урыны – 20-се мәктәп кенә бар ине, хәҙер иһә бер нисә гимназия эшләп килә, тимәк, заман талабы шундай, – тине Ру­мил Тәлғәт улы. – Ике телдә лә һөйләшә һәм уҡый ғына түгел, ә эш ҡағыҙҙарын да әҙерләй белеүегеҙ һеҙҙең киләсәк хеҙмәт урынында баһағыҙҙы арттырасаҡ, коллективта ихтирам уятасаҡ. Хәйер, үҙ-үҙеңә ихтирам тигән нәмә лә бар бит әле.
Бер саҡ миңә республика район­дарының береһендәге дәүләт ойош­маһынан шундай үтенес ме­нән мөрәжәғәт иткәйнеләр: “Баш­ҡортостан” гәзитендә беҙҙең ойош­маға ҡағылышлы мәҡәлә сыҡ­ҡан, һәм закон буйынса уға яуап биреү талап ителә. Ләкин беҙҙә баш­ҡортса уҡый белеүсе юҡ. Мәҡәләне урыҫсаға тәржемә итеп ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ”. Мин улар­ға гәзиттең рәсми сайтында тәржемә хеҙмәте өсөн хаҡтарҙы ҡарарға тәҡдим иттем. Етди ойошмала республикабыҙҙың икенсе дәүләт телен белмәй ултырыуҙары ҡыҙғаныс та, көлкө лә.
Тимәк, балаларын туған телдә уҡытырға теләүсе “юғалған быуын” шуны яҡшы аңлай. Берҙән, уларға әсә телен белмәгән өсөн хеҙмәт­тәштәре һәм туған-тыумасаһы ара­һында йыш оялырға тура килә, икенсенән, эшләгән урында ике телле булыуҙың өҫтәмә мөмкин­лектәр тыуҙырыуына төшөнә баралар, ахырыһы.
“Рәсәй Конституцияһы илебеҙҙә йәшәгән барлыҡ халыҡтарға туған телен һаҡлап ҡалыуҙы, уны өйрә­неү һәм үҫтереү өсөн шарттар булдырыуҙы гарантиялай. Республикалар урыҫ теле менән бер рәттән туған телгә лә дәүләт стату­сы алырға һәм уны дәүләт вла­сы, урындағы үҙидара орган­да­рының эшендә ҡулланырға хоҡуҡлы”, – тигәйне ил етәксеһе Владимир Путин Президент ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм урыҫ теле буйынса советтарҙың быйыл май айында үткәрелгән бер­лектәге ултырышында. Үҙ-ара фе­кер алышыу һәм иң юғары кимәлдә ҡарар ҡабул итеү өсөн шулай махсус рәүештә йыйылып кәңәш ҡора­лар икән, тимәк, барыбыҙға ла был мәсьәләгә етди ҡарарға һәм хәлдән килгәнсә ярҙам итергә кәрәктер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840