Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Дуҫлыҡ, йыр һәм аҡыл бүлешкәндән арта ғына”
“Дуҫлыҡ, йыр һәм аҡыл бүлешкәндән арта ғына” Булмайыҡ дүрт аяҡлы
мал шикелле,
Ҡыуарған япраҡһыҙ
тал шикелле.
Мифтахетдин Аҡмулла.

Һәр яҙын, ташҡындар гөрләп үтеп, һыу ҡәҙимге ярҙарына ҡайтыу менән, әсәйем йылға буйына төшөп, ваҡ ҡом менән еҙ самауырын һәм батмусын ышҡып ала торғайны. Кеше күңеле лә, йылдың һәр миҙгеле һайын яңырып, ҡайғы-хәсрәттән, хәбәр-ғәйбәттән арынып, сафланып ҡалғандай. Алҡын һыу яр буйындағы сүп-сарҙы ағыҙып алып киткән шикелле, заман елдәре йөрәктәребеҙҙе золомлоҡтан, ялғанлыҡтан, ҡурҡаҡлыҡтан ҡотолдора. Аҡрынлап, яңылышлыҡтар һәм сигенеүҙәр аша, беҙ ғөмүм кешелек ҡиммәттәренә әйләнеп ҡайтабыҙ.

Был еңел түгел, сөнки аңыбыҙҙы тиҫтә­ләрсә йыл томалап килгән ике йөҙлөлөк, ҡуштанлыҡ, дошмансыллыҡ күптәребеҙҙең икенсе асылына әүерелгән. Әҙәм бала­һы­ның кешеләрсә йәшәүгә тәбиғи ынтылышын йәмғиәтебеҙ нигеҙҙәренә, прин­цип­тарға ҡул һуҙыу тип ҡабул итәбеҙ. Йәшерен-батырын түгел, бөгөнгө йәмғиәт­те хаслыҡ һәм ялҡаулыҡ бөлдөрә. “Асыу — ҡапма-ҡаршылыҡтар һөҙөмтәһе ул, ә беҙ­ҙең быуат — ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың һүн­мәҫ усағы”. Рустың күренекле тарих­сыһы Василий Ключевский әлеге фекерен ХIХ быуатты күҙҙә тотоп әйтһә лә, бөгөнгө этик һәм социаль проблемаларға ғәжәйеп тоғро баһа биргән.
Тормошҡа ябай ҡулланыусы кимәленән тороп ҡараған кешеләр бөгөнгө һис яй­лан­маҫ буталсыҡты Михаил Горбачев баш­ла­ған үҙгәртеп ҡороу менән бәйләй. Йәнәһе, бөйөк, ҡеүәтле державаны Көнбайыш алдында теҙләнеү хәленә алты йыл эсендә ул еткерҙе, шул үҙгәрештәр арҡаһында ғәмәлдәге иҡтисади механизмдар емерелде, халыҡ хәйерселектә ҡалды, милли төбәктәрҙә сепаратизм көсәйҙе.
Уйлабыраҡ фекер йөрөткән хәлдә, һәм­мә бәлә-ҡазаның башын үҙгәртеп ҡороу йә Горбачевтан эҙләү дөрөҫмө икән? Бутал­сыҡтан алйыған кешеләр, бөгөн килеп, илгә хужа булырлыҡ “ҡаты ҡулды” талап итә. “Их, бөгөн Сталин терелһә... Шакиров кәрәк. Өс көндә тәртип урынлаштырырҙар ине, әй”, — тип ыуаланғандар күбәйә. Бә­хәс юҡ, Рус дәүләтендә әүәлге быуаттарҙа уҡ ҡаты ҡуллы хакимдар халыҡ хәтерендә нығыраҡ һаҡланып ҡалған.
Үҙгәртеп ҡороуҙар йәмғиәт өсөн кәрәкме һуң? Мотлаҡ кәрәк. Ул — һәр социаль-иҡтисади ҡоролоштоң әленән-әле башынан үтә торған яҙмыш, сөнки теге йәки был илдәге иҡтисади мөмкинлектәр, социаль-сәйәси хәл дөйөм кешелек прогресынан артта ҡала, уны тотҡарлай башлай. Шуның өсөн дә Советтар Союзында уҙған бы­уаттың 80-се йылдары уртаһында баш­лан­ған реформистик ваҡиғаларҙы Гор­бачев, Яковлев инициативаһы менән генә бәйләү дөрөҫ булмаҫ ине. Йылдар үтә килә күре­неүенсә, үҙгәрештәрҙе дәртләндереүселәр — М. Горбачев, Н. Рыжков, Б. Ельцин һәм башҡалар, тәү нәүбәттә, иҫке иҡтисади механизмды яңыртыуҙың, демократияның, билдәлелектең башланғыс этапта уҡ ниндәй һөҙөмтәләргә килтереү ихтималын күҙ алдына аныҡ ҡына баҫтырмаған. Был, бер яҡтан, социология, иҡтисад, фәлсә­фиәт фәндәренең идеологиялаштырылған һәм объектив анализ яһауға һәләтһеҙ булыуын күрһәтһә, икенсенән, идара итеүсе даирәләрҙә фән һәм белгестәр һүҙенә ҡолаҡ һала белмәүҙе лә тәҡрарланы. Аналитик фекерҙең етешмәүе электән дә хөкүмәт ҡарарҙарын ҡабул итеүҙә йыш ҡына волюнтаризмға килтерә торғайны, был юлы ул илде милли һәләкәт сигенә ҡуйҙы.
Ысынлап та, бөтөн власть бер фирҡә ҡулында тупланған, башҡарыу дисцип­линаһы ғәмәлдә ҡәтғи бойороҡҡа ҡоролған, халыҡ хоҡуҡһыҙ, дәртһеҙ хәлдә булған, хужалыҡ итеү нормаларын идеологик ҡанундар сикләп торған дәүләттә иҡтисади реформаларҙың ғәйәт ҡатмарлы бурыс икәнлеге асыҡ ине бит. Бында ла беҙҙең мин-минлек өҫтөнлөк алды. Америка Ҡуш­ма Штаттарының, Европа илдәренең генә түгел, Мысырҙың, Төркиәнең, Көньяҡ Ко­рея­ның да тәжрибәһе өйрәнелмәне. “Кә­ңәшле эш тарҡалмаҫ” тигән ата-ба­ба­ларыбыҙ. Илебеҙ етәкселеге иһә тиҫтәләрсә йыл буйы, бүтән илдәр менән тиң уҙаҡташлыҡ мөнәсәбәттәре урынына патерналистик мөнәсәбәттәрҙе өҫтөн күрҙе. Һәм бына һөҙөмтә: донъяла Рәсәй тотороҡһоҙ, ышанысһыҙ дәүләт тигән исем яуланы, әүәлге союздаш-вассалдарыбыҙ уға арты менән боролдо, ил төбәктәрендә Мәскәүгә баш бирмәү тенденциялары көсәйә барҙы.
Илебеҙҙә иҡтисади, социаль-сәйәси хәлдәр йәнә ифрат ҡатмарланды. Ул яҡын араларҙа ғына рәтләнмәҫ, шәт. Әгәр баҙар мөнәсәбәттәрен планлы иҡтисад менән яраштырырға маташыу, тауарҙарға, хеҙ­мәт­ләндереүгә өҙлөкһөҙ хаҡ арттырыу һымаҡ саралар дауам итһә, шул уҡ ваҡытта иҡтисади саботаж, коррупция, енәйәтселек хаттин ашһа, ризаһыҙлыҡ сығыштары бермә-бер көсәйеүе ихтимал. Хәйер, Збигнев Бжезинский быларҙы үҙ ваҡытында фаразлағайны. Ул саҡта беҙ быны “яла яғыу” тип ҡабул иттек. Хәҙер иһә ваҡиғаларҙың бер-береһенә үрелеп үҫеүе Збигнев әфәнденең хаҡлығын раҫлай.
Беренсенән, төрлө кимәлдәге закон­дарҙың һәм уларҙы сығарыусыларҙың үҙ-ара тартҡылашыуын туҡтатырға кәрәк. Законға хөрмәт юҡ ерҙә тәртип булмаясаҡ.
Икенсенән, хеҙмәт коллективтарына үҙҙәре теләгән формала хужалыҡ итеү форсатын бирәйек. Беҙ әлегә ябай кеше­нең үҙ көсө менән күп аҡса эшләп алыуына шиклә­неп ҡарайбыҙ. Эшләй белгәс, алһын. Үҙебеҙ­ҙең баш етмәй икән, яттарҙан кәңәш һора­йыҡ, иҡтисадты күтә­реү юлында, бушҡа мыйыҡ ҡабартып, санкция-антисанкциялар менән һөҙөшмәйек.
Өсөнсөнән, “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе ышандырыу көсө ме­нән халыҡтың аңына юл ярып, илдә сәйәси йә­һәт­тән ойошоу үҙәге булып ҡа­лыр­ға тейеш. Мәғлүмдер, Советтар Союзында, элекке социалистик дуҫлыҡ илдәрендә социализмға тиҫкәре ҡараштарҙың көсәйеүенә коммунистик тәғлимәттең зарарлығы түгел, бәлки уны ижади һәм аныҡ шарттарҙа ҡуллана бел­мәү йә боҙоу сәбәпсе булды. Кешелектең үтер юлын Маркс менән Энгельс, уларҙан һуң Ленин иҡтисади үҫеш закондарына таянып иҫбат иткән. Быны коммунис­тик идеяларҙан алыҫ торған ғалимдар ҙа таный. Әммә был юл буржуаз йәмғиәттең ваҡыт мантиғына (логика) эйәреп трансформацияланыуы аша барамы, әллә эволюцияны инҡар итеүсе инҡилап аша үтәме — хикмәт шунда ғына.
Һеҙҙең авторығыҙ — оптимистик рухлы кеше. Йөҙҙәрсә ҡәүем көн күргән дәү­лә­те­беҙ, бер болғанған һыу кеүек буталсыҡ­ла­нып алыр ҙа, берлектә тереклек икәнлекте аңлап, бер ғаилә булып йәшәр. Аҡыл менән йәшәгән сүрәттә бар ҡәүемдәргә лә иркенләп донъя көтөү өсөн ер-һыу, форсат табып була. Иркен ерҙе көнсөллөк менән тарһындырырға ғына ярамай. Башҡорт менән татарға, рус менән башҡортҡа, татар менән русҡа һәм бүтән туғандарға бүлешер нәмә ер һәм хакимлыҡ түгел. Халыҡтарға йыр, һүҙ, кәңәш, аҡыл, әпәкәй һәм баҙырап ятҡан ҡуҙ уртаҡ. Мин бөгөн донъя көтөшкән татар туғандарыма, рус дуҫтарыма, сыуаш таныштарыма тел яраһы ла, тән йәрәхәте лә һала алмайым. Беҙ был ерҙә талаш-тартыш өсөн түгел, ә тормош өсөн йәшәйбеҙ.
Ләкин ышаныстың иң ҙуры — һәр халыҡтың аҡылында. Ниндәй генә идеологик ағыуҙарға юлыҡҡан халыҡта ла сәлә­мәт көстәр һаҡланып ҡала. Буръяҡланған йылға ҡырҡ аҙым үтеүгә таҙара тигән раҫлау бар. Ихлас ышанам, йәмғиәтебеҙ ошо һикәлтәле, томанлы, болғансыҡлы йылдарҙы генетик сафлығын юғалтмай үткәреп ебәрер, йәшәүгә ынтылыш һүрел­мәҫ тигән өмөт һүнмәй. Беҙ ҙә ҡанаты нығынған бөркөт кеүек күтәрелербеҙ әле. Тауышыбыҙ сал Урал тауҙарын зыңла­тасаҡ саҡ булыр, мотлаҡ булыр ул. Шул ышанысһыҙ йәшәүҙең мәғәнәһе юҡ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840