Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Беҙ яңырыу юлын һайланыҡ...”
“Беҙ яңырыу юлын һайланыҡ...” Иртәгә — Республика көнө. Ошо уңайҙан кисә “Башҡортостан” концерт залында Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары етәкселәре, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, төрлө милли-мәҙәни үҙәк етәкселәре, дин әһелдәре, ғалимдар, ветерандар ҡатнашлығында тантаналы йыйылыш булды.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов доклад менән сығыш яһаны.
— Республика көнө — беҙгә тағы ла бер тапҡыр тыуған ере­беҙ менән ғорурланырға сәбәп. Был көндә уның бай тарихын хәтерләйбеҙ, маҡтаулы бөгөн­гөһөн байҡап, ышаныслы килә­сәккә матур пландар ҡорабыҙ. Беҙ яңырыу юлын һайланыҡ, ваҡыт шуны талап итә. Һәм хәҙер ошо йүнәлештә бөтә ки­мәлдәге власть та әүҙем эшләй, — тине Рөстәм Хәмитов.
“Беҙ яңырыу юлын һайланыҡ...”Рөстәм Зәки улы Респуб­ли­каның иҡтисади торошо тура­һында ентекле һөйләне. Һуңғы ваҡытта йәлеп ителгән инвестициялар, яңы эш урындары һәм производство өлгөләре, торлаҡ төҙөлөшөнөң үҫеүе, эшһеҙлек­тең кәмеүе — барыһы ла ыңғай үҫеш күрһәткестәре. Социаль мәсьәләләр ваҡытында хәл ите­лә. Күпләп балалар баҡсалары төҙөлә, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған дауаханалар һәм медицина үҙәк­тәре асыла. Ауыл хужалығы тармағы ла ҡыуандыра. Көйһөҙ тәбиғәт шарттарына ҡарамай, мул уңыш йыйыла.
— Эйе, өлгәшелгән уңыштар маҡтанырлыҡ. Йылдан-йыл бар­лыҡ тармаҡтарҙа ла алға барыу күҙәтелә. Тик бының менән тынысланырға ярамай. Иҡтисади үҫеш артырға тейеш. Беҙҙең өсөн иң мөһиме — ха­лыҡтың тормош кимәлен яҡ­шыр­тыу, – тине төбәк етәксе­һе.
Рөстәм Хәмитов һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, спорт йүнәлеше буйынса башҡарылған эштәрҙе лә телгә алды. Башҡортостанда үткән ҙур сараларға туҡталды. Беҙ БРИКС һәм ШОС саммиттарын лайыҡлы үткәреп ебәрҙек – мәртәбәле сара республика­быҙ­ҙы Рәсәйҙең алдынғы тө­бәге икәнлеген дәлилләгән оло бер миҫал булды.
– Беҙ бөтәбеҙ ҙә тыуған Башҡортостаныбыҙҙың ысын патриоттары булырға те­йешбеҙ. Уны ысын күңелдән яратырға һәм уның мәнфәғә­тендә эшләргә кәрәк, — тине Рөстәм Зәки улы.
Тантана байрам концерты менән тамамланды.

***

Тантаналы йыйылышта Ҡырым Республикаһы Дәүләт Советының рәсми делегацияһы ла ҡатнашты. Ошо уҡ көндә ҡунаҡтар Башҡортостан Баш­лығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа ҡануниәт һәм иҡти­сади өлкәлә төбәк-ара үҫеш мәсьәләләрен өйрәнде, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары менән закон сығарыу эшмәкәрлегендә үҙ-ара хеҙмәт­тәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
— Беҙҙең өсөн бөгөнгөләй осрашыуҙар бик мөһим — өйрәнеү йәһәтенән дә, тәжрибә уртаҡлашыу буйынса ла. Нимә генә тиһәләр ҙә, йылдар буйы ҡалыплашҡан системанан арыныу еңел түгел, беҙ һаман үҙгәреү юлында. Шуға ла төбәк-ара, парламент-ара, ғөмүмән, шәхси аралашыу ҙа беҙҙең өсөн ҡәҙерле. Башҡорт­остан­да, Өфөлә тәүге тапҡыр­мын. Бик оҡшаны. Ҡунаҡ­сыл­лығығыҙ өсөн рәхмәт. Киләсәктә эшҡы­уарҙар менән килергә ниәт бар. Ике республика араһында инвестиция проекттарын үҫтереү йәһәтенән мөмкинлектәр сик­һеҙ. Форсаттан файҙаланып, республика етәкселегенә һәм халҡына ҡырым­дарҙан һәм, әл­биттә, Белогорск районы хал­ҡынан ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙҙең ярҙамығыҙ иң ауыр, иң ҡатмарлы һынауҙарҙы үтергә булышлыҡ итте. Әле лә беҙҙе яңғыҙ ҡалдырмайһығыҙ, һәр йәһәттән һеҙҙең ярҙа­мығыҙҙы тойоп йәшәйбеҙ, — тине Ҡы­рым Рес­публикаһының Дәүләт Советы Рәйесе Владимир Константинов.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506