Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эҫе ванна кереү зыянлы
Эҫе ванна кереү зыянлы Көн һайын душ кереү (башта йылы, ә аҙаҡтан ҡыҫҡа ваҡытлы һалҡын) барлыҡ тән тиреһе өсөн дә файҙалы. Әгәр эштән ҡайтҡандан һуң йыуынырға күнеккәнһегеҙ икән, тән тиреһен дымландыра торған матдәләр ҡушылған һабын йәки гел ҡулланһағыҙ, яҡшыраҡ булыр. Был тирене тынысландыра, йомшарта. Йыш һәм оҙаҡлап эҫе ваннала ултырырға кәңәш ителмәй. Юғиһә тән тиреһе ҡорой башлай. Әммә йоҡлар алдынан йылы ванна кереү, киреһенсә, файҙалы. Уға эфир майҙары (дарыу ромашкаһы, йүкә, ала миләүшә майҙары) ҡушһағыҙ, тағын да яҡшыраҡ.

Ванна кергәндән һуң биткә туҡландырғыс крем һылағыҙ (ҡоро тән тиреһе өсөн — майлы; нормаль һәм майлы тире өсөн — дымландырғыс кремдар). Ә терһәктәге ҡатыланған тирене йомшартырға лимон (уны терһәктәргә ышҡырға) һәм крем (лимон менән ышҡығандан һуң һылап ҡуйырға) ярҙам итер.
Аяҡтар өсөн һабынлы-содалы ванна яһарға кәңәш ителә. Ҡытыршыланған тиренән пемза ярҙамында арынып була. Бармаҡ араларына — лимон һуты, ә табандарға крем һылағыҙ.
Аяҡ тирләүгә ҡаршы бик ябай ысул бар: һәр кис аяҡтарҙы 10-15 минутҡа шалфей ҡайнатмаһы һәм аш тоҙо (ярты табаҡ йылы һыуға бер ус тоҙ) ҡушылған һыуға тығып ултырығыҙ. Был аяҡ тиреһен таҙартып ҡына ҡалмаясаҡ, ә уны тынысландырырға һәм дезинфекцияларға ла ярҙам итәсәк.
Тән тиреһенең боҙолоуына экология ғына түгел, ә әсе ризыҡтарҙы артыҡ күп ашап, етерлек дәрәжәлә шыйыҡлыҡ ҡулланмау (көн дауамында тейешле норма — 1,5-2 литр), ҡаты һыу менән йыуыныу, һеркәле (һелтеле) һабын һәм, әлбиттә, тәмәке тартыу, араҡы эсеү ҙә сәбәпсе булырға мөмкин. Әлеге насар ғәҙәттәр арҡаһында бит тиреһе һарғылт-ҡыҙыл, ҡайһы ваҡыт һоро төҫкә керә һәм тире күҙәнәкле була.
Дөрөҫ башҡарылмаған осраҡта таҙартыу ҙа тән тиреһенә зыян һалырға мөмкин. Көн һайын ябай һыу һәм ябай һабын менән йыуыныу бит тиреһенең тиҙерәк ҡартайыуына килтерә.
Тиренең ҡоролоғо, уның тартылып торған кеүек булыуы кире процес­тар тураһында хәбәр итә. Крандан ағып торған ҡаты һыу айырыуса зыянлы, сөнки уның составында кальций һәм магний тоҙҙары күп.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840