Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кишерҙе тупраҡта ҡалдырығыҙ
Кишерҙе тупраҡта ҡалдырығыҙ Кишерҙе тәбиғәткә яҡын шарттарҙа һаҡлау күпкә яҡшы. Иң беренсе сиратта соҡор (уны оҙонса итергә лә мөмкин) ҡаҙырға кәрәк. Бында температура, дымлылыҡ аҙ ғына үҙгәрә һәм 5 процентҡа ҡәҙәр углекислоталы газ булған грунт һауаһының махсус составы булдырыла. Ул кишерҙе үҫтермәй, ауырыуҙар үҫеш алыуға юл ҡуймай. Хатта температура күтәрелгән осраҡта ла бындай һауала кишер яҡшы һаҡлана.
Кишерҙе өй тирәһендәге баҡсала, дачала һаҡларға була. Соҡорҙо ямғыр һәм ҡар һыуҙары ситкә ағып төшөрлөк ҡоро һәм ҡалҡыуыраҡ ерҙә ҡаҙырға кәрәк. Ер аҫты һыуҙары соҡор нигеҙенә 1 метрҙан да яҡыныраҡ килергә тейеш түгел. Кишер ятаһы урындың ҡышҡы һалҡын елдәрҙән ағастар, тығыҙ ҡойма йә иһә берәй ҡоролма менән һаҡланған булыуы мөһим.


Нимәнән башларға?

Соҡорҙо 1,5 м тә­рән­лек­тә ҡаҙалар, киңлеге иһә, 1 м булып, аҫҡа та­бан тарая барырға те­йеш. Уңыштың күпме бу­­лыуын иҫәпкә алып, оҙонлоғон теләгән ҡә­ҙәр итергә мөмкин. Со­ҡор тирәһендә һыу ағыу өсөн 40-50 см йы­раҡ­лыҡта ка­нау ҡаҙып сығыу ҙа яҡшы. Сысҡандарҙан һаҡлау өсөн соҡор тирәһенә шыршы бо­таҡтары ҡуйырға кәрәк.
Кишерҙе тупраҡ өҫтөнә һалырға ла, тартмаларға тултырып ҡуйырға ла мөм­кин. Һалҡын ҡышты күҙаллап, кишерҙе тупраҡ сигенән ярты метр түбәнерәк ҡалырлыҡ итеп һалыу мөһим.

Бер нисә ҡатлы “юрған”

Кишер өҫтөн иһә бер нисә тапҡыр ҡапларға кәрәк буласаҡ. Беренсе тапҡыр һаҡлауға һалғас та ябаһың. Иң элек кишер өҫтөнә йоҡа ғына ҡатлам (3-5 см) тупраҡ һибәләр. Унан һалам менән ҡаплайҙар. Кишер өҫтөнә туранан-тура һалам һалырға ярамай, сөнки ул һауаны ҡорота, һөҙөмтәлә тамыраҙыҡтарҙан дымды тартып, уларҙы шиңдерәсәк.
Һалам өҫтөнә 10-15 см ҡалынлығында, соҡор ситенән 30-40 см сығып торорлоҡ итеп тупраҡ һалырға кәрәк. Ул соҡорға һыу төшмәһен өсөн ер өҫтөнә күтәрелеберәк торорға тейеш. Башта кишерҙе тупраҡ менән тотошлай ҡапламағыҙ. Тупраҡты һаламға, уртала 20-30 см киңлегендәге ара ҡапланмайынса ҡалырлыҡ итеп, төрлө яҡлап ташларға кәңәш ителә. Ә соҡор уртаһында иһә шундай уҡ диаметрҙағы тишек ҡалдырыу мөһим. Был көндәр оҙаҡ һалҡын торғанда соҡорҙағы градустың урамдағы һауа температураһы менән бергә төшөүенә килтерә. Юғиһә тамыраҙыҡтарҙың үҙҙәренән-үҙҙәре йылыныуы бар.
Соҡорҙо тупраҡ менән икенсе тапҡыр, ундағы температура 3-4 градусҡаса төшкәс, ҡапларға кәрәк. Был осраҡта еүешләнгән һаламды ҡороһона алмаштырып, соҡорҙо тулыһынса ҡаплайҙар.

Ҡараштырып тороғоҙ

Температураны даими күҙәтеп тороу — тамыраҙыҡтарҙың һаҡланыу сифатын тикшереүҙең төп ысулы. Температура 0-1 градусҡа төшкәндә, соҡор өҫтөнә торф, бысҡы сүбе, ҡар өйәләр. Температура 8 градустан күтәрелһә, баҙ өҫтөн ҡарҙан таҙарталар. Әгәр ҙә был ярҙам итмәһә, соҡор яндарынан һаламға еткәнсе лом менән тишектәр яһайҙар. Төнгөлөккә иһә уларҙы бысҡы онтағы менән ҡаплайҙар, ә көндөҙ асалар. Ҡарһыҙ ҡыштарҙа соҡорҙо ҡаплаған тупраҡтың ярылыуы мөмкин. Шуға ла уның өҫтөнә бысҡы вағы, япраҡтар, торф йә иһә ниндәй ҙә булһа шундайыраҡ материал һалырға кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840