Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Барыһы ла һөйөүҙән башлана
Барыһы ла һөйөүҙән башлана Шағир Роберт Рождественский үҙенең “Барыһы ла һөйөүҙән башлана...” тигән киң билдәле шиғырында мөхәббәттең ниндәй бөйөк көскә эйә икәнлеге тураһында бик дөрөҫ әйткән. Ысын һөйөү булһа, йырып сыҡҡыһыҙ ауырлыҡтарҙы ла, бер-бер артлы осрап торған ҡаршылыҡтарҙы ла еңергә мөмкин.

Фажиғәле көн

...“Рөстәм! Пас! Шайба!” – тип ҡыс­ҡырҙы кемдер. Ул алға ынтылып сәкә­не менән һуғып ебәреүгә, шайба туп-тура дәғүәсенең ҡапҡаһына ба­рып та инде. Ныҡ арыуына ҡара­маҫ­тан, егет ҡәнәғәт йылмайып, каток урта­һында туҡталды. Командалаштары уны уратып алды, ә көйәр­мән­дәр шатланып ҡул сапты. Ләкин ҡапыл барыһы ла тынып ҡалды. Яңы ғына шатлыҡ менән балҡыған йөҙ­ҙәрҙә ҡурҡыу һәм хәүеф тойғолары сағылды. Хоккей майҙансығы артында торғандар уны нимәлер ха­ҡында иҫкәртергә теләй кеүек, ләкин тауыштар ҡот осҡос гө­рөл­дәү аҫ­тын­да күмелеп ҡала. Рөстәм бер нәмә лә аңламай, бағана кеүек ҡатып тик тора. Ә тауыш яҡынай­ған­дан-яҡы­ная. Бына нисәнсе тапҡыр инде ул ҡурҡып, һалҡын тиргә батып уянып китә. Бер үк төш уны шулай йылдар буйы эҙәрлекләй...
Рөстәм Зарипов тиҫтерҙәре кеүек йәй велосипедта йөрөй, походҡа ба­ра, ә ҡышын хоккей уйнай. Уның тормошон селпәрәмә килтергән фажиғә 1998 йылдың 22 апрелендә була.
Яҙ һулышы бөркөлгән ҡояшлы ма­тур көн. Кешеләр, ғәҙәттәгесә, өмә­гә сыҡҡан. 148-се юл-машина стан­цияһы эшселәре лә коллектив менән үҙ билә­мәһен сүп-сарҙан таҙарта. Улар ара­һында Рөстәм дә бар. Рельстар буйлап поезд яҡын­ла­ша. Ҡапыл тәгәрмәстәр шығырлауы ҡолаҡ­ты яра... Ул дауаханала ғына аңына килә. Нисек кенә сәйер тойол­маһын, аяҡтары юҡлығын аңлау ме­нән: “Баш­ҡаса конькиға баҫа алмам инде”, – тип һыҙлана.
Ул ваҡытта Рөстәмгә 30 йәш була. Яҙмышының ҡырҡа үҙгәреүен аңлап ғәмһеҙ бала сағын, Ленинград учи­ли­щеһында токарлыҡҡа уҡыуын, Германияла хеҙмәт итеүен, яратҡан ҡыҙына өйләнеүен, улдары тыуыуын күҙ алдынан үткәрә.

“Бирешмә!”

Был һүҙҙе ул яҡындарынан күп тап­ҡыр ишетә. Тап уларҙың һөйөүе һәм төрлө яҡлап ярҙам итеүе генә төшөнкөлөккә бирелеүҙән һаҡлай. Ғүмеренең иң ауыр минуттарында туғандарының һәр ваҡыт янында булыуы ғына уға көс өҫтәй. Тиҙҙән егет үҙенең иҫән ҡалғанына һөйөнөргә кәрәклеген аңлай. Ул кәрәк әле, тәү сиратта — яҡындарына. Ә бит туған­да­рына уға ҡарағанда ла ауырыраҡ. Тимәк, бирешмәҫкә, йәшәргә һәм ҡу­лы­нан килгәндең бөтәһен дә эшләргә, тырышырға кәрәк.
Коляскала ултырыу менән генә тормош туҡталмай. Ғөмүмән, төрлө сир­ҙәр һәм башҡа ауырлыҡтар көс­лө­ләрҙең рухын нығыта ғына. “Әгәр элек ағым буйынса йөҙһәм, хәҙер инде быны эшләй алмайым һәм теләмәйем дә. Мин тормоштоң ҡәҙерен белергә, һәр яңы көнгә ҡыуанып йәшәргә, кешегә бирелгән бәхет-шатлыҡтарҙы ла, һынауҙарҙы ла баһаларға өйрәндем”, — ти Рөстәм.

Яңы тормош

Борсолоуҙарын артта ҡалдырып, үҙ-үҙе менән көрәшеүҙе Рөстәм ҙур булмаған фатирында оҫтахана өсөн бүлмә булдырыуҙан башлай. Тәүҙә ул ултырғыстар, телефон аппараттары өсөн кәштәләр яһай, унан инде кухня шкафтары, өҫтәлдәр эшләй башлай. Мәктәптән үк һүрәтте яҡшы төшөргәс, эскиздарҙы ла үҙе әҙерләй.
Шулай әкренләп эше алға китә. Заказдар яуа башлағас, оҫтахананы ҙурайтырға кәрәк була. Тиҙҙән фатирын һатып, шәхси йорт алырға ҡарар итә. Бына шулай Зариповтар иркен кухняһы, бер нисә бүлмәһе, гаражы булған ҙур торлаҡҡа эйә була. Гаражды Рөстәм оҫтахана итеп үҙгәр­тә. Эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы про­грам­маһында ҡатнашып, яңы станоктар һатып ала.
— Мин яҙмышыма зарланмайым. Киреһенсә, Хоҙай шундай һынауҙар ебәреп, үҙе ярҙам итәлер, тип уйлайым. Әлеге тормошомдан ҡәнә­ғәт­мен. Ғаиләм — ысын мәғәнәһендә ныҡлы таянысым һәм терәгем. Мине ярты һүҙҙән аңлаған, ҡайғыла ла, шатлыҡта ла һәр ваҡыт янымда булған тоғро ҡатыныма рәхмәт­ле­мен. Беҙ һоҡ­ланғыс өс ул үҫтерҙек. Яратҡан эшем бар. Ул аҡса ғына түгел, кешеләргә ҡыуаныс та килтерә.

Алтын ҡуллы,
яҡты уйлы


Ағасты семәрләп биҙәктәр яһаған Рөстәм Зариповты күптәр яҡшы белә. Оҫта заказсының күңеленә оҡшаған бөтә нәмәне – бүлмә гөл­дәре өсөн һауыттарҙан алып матур биҙәкле шкафтарға тиклем яһай. Уның күңел йылыһы һалып эшлән­гән, ҡабат­ланмаҫ үҙ стиле булған карауаттарына, өҫтәл, тумбочка һәм ишек­тәренә һоҡланмаған кеше юҡтыр, моғайын. Бындай йыһазды бер магазинда ла табып булмай.
Балта оҫтаһына улдары ярҙам итә. Әйткәндәй, өлкәне, 22 йәшлек Роман да, атаһы кеүек токарь һөнәрен һай­лаған. Кәләш алып ҡайтып, ата-әсәһен ҡыуандырған. Йәштәр бөгөн Өфөлә йәшәй. Хәҙер инде атаһына 13 йәшлек Богдан ярҙам итә. Ә инде төпсөктәре – өс йәшлек Тамерлан – бер кемгә лә күңелһеҙләнеп ултырырға ирек бир­мәй. Ул да, бәлки, атаһы юлын һайлар. Рөстәм хәҙер үҙ тимерлеген булдырыу тураһында ла хыяллана.

Хыялдар
бойомға аша


Беҙ геройыбыҙ менән күп нәмә хаҡында һөйләштек. Азатлыҡ һәм бәхет, шәфҡәтлелек һәм Хоҙай тарафынан бирелгән һынауҙар, изгелек һәм дуҫлыҡ, мөхәббәт һәм илһөйәрлек тойғолары тураһында. Рөстәм Зарипов нимә тураһында хыяллана икән? “Минең хәлдәге кеше тағы ла нимә тураһында хыяллана ала һуң? Миңә бер ғүмерҙе ике тапҡыр йәшәү өлөшө төштө. Иң ҙур теләгем — яҡын кеше­ләрем иҫән булһын, был минең өсөн иң мөһиме. Йортобоҙҙа һәр ваҡыт һөйөү тантана итһен. Ҡартлығымды һөйөклө тормош юлдашым янында ҡаршыларға һәм уның менән ейәндә­ребеҙҙе лә үҫтерешергә теләйем. Нимә етмәй? Ҡайһы ваҡыт конькиҙа шыуыуҙы, велосипедта йөрөүҙе һағы­нам. Йәйәү йөрөгөм, тауҙарға күтә­релгем килә” тигән һүҙҙәрҙе уҡыным мин уның күҙҙәренән.
Үҙ-үҙенә ҡул һалғас, иҫән ҡалған бер кеше: ”Бейек күперҙән таш­лан­ғанда бөтә проблемаларҙы ла хәл итеп булыуын, тик күперҙән осоуҙы ғына туҡтатып булмауын аңлайһың”, — тип бик дөрөҫ әйткән. Тормошта күп нәмәне юғалтырға мөмкин, әммә үҙ-үҙеңә хыянат итергә ярамай. Тап бына беҙҙең геройыбыҙ — ауыр­лыҡ­тарға бирешмәй ижад итеүсе, килә­сәккә пландар ҡороп һәм аяҡһыҙ килеш тә дөрөҫ аҙымдар яһап, үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырырға ынтылыу­сы заман­дашыбыҙ Рөстәм Зарипов кеүек.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506