Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөхәббәт еңә һынауҙарҙы
Мөхәббәт еңә һынауҙарҙы Һуғыш. Бер ниндәй ҡанундарға һыймаған ғәрәсәт, ҡыйралыш, ҡан ҡойоу, яҙмыштар емерелеү. Мөхәббәт кенә ошондай барлыҡ ҡурҡыныстарҙы еңеп сығырға көс, дәрт өләшә, һүндем тигәндә лә дөрләтер осҡон бүләк итә. Миңкамал Мөхәмәтова менән Абдрахман Сөнәғәтуллин ҡорған ғаилә, ҡулға-ҡул тотоношоп үткән һынауҙар яратыу хисенең көсөн, мөғжизәһен тасуирлай.


Һуғыш башланғансы уларҙың береһенән-береһе бәләкәй өс ба­лаһы була. Иң кесеһе Риммаға – ике йәш. Ғаилә башлығын, Өфөләге ара­ҡы-ликер заводында директор урын­баҫары вазифаһында эшләгән­лек­тән, бронь менән ҡалдыралар. Ком­мунист булараҡ, фашист илба­ҫарҙарының бысраҡ итектәре Тыу­ған иленең тупрағын тапағанға йө­рә­ге әрней уның. Төплө фекерле коммунист олатай аттар ярата. Шуға ла Шайморатов генералдың кавалерия дивизияһын туплауын ишетеү менән, алғы һыҙыҡҡа сығырға телә­ген белдереп ғариза яҙа. Шулай ул, брондән баш тартып, үҙ теләге менән фронтҡа китә.
Миңкамал Мөхәмәтова өс бала ме­нән яңғыҙ тороп ҡала. Изге кү­ңел­ле, алсаҡ йөҙлө өләсәй һуғыш осорон­да бер нисә гәзит ре­дак­ция­һын­да эшләй. Ул ваҡытта матбуғат хеҙмәткәрҙәре баш ҡаланың К. Маркс урамында урынлашҡан була. Әсәләрен көтөп-көтөп тә түҙә алма­ған саҡтарында Римма, Әнүәр, Кла­ра Зенцов урамындағы өйҙәренән редакцияға йүгерер булған.
Тәүҙә Миңкамалға хаттар килеп тора. Заводта яҡшы етәксе, коммунист булғанға күрә Абдрахманды пехота дивизияһына комиссар итеп тәғәйенләйҙәр. Дошманға ҡаршы иң алғы һыҙыҡта алыша ул, стратегик пландар төҙөй. Сталинград өсөн барған яуҙа ҡаты яралана – мина ярсығы башының дүрттән бер өлө­шөн тигәндәй өҙә, ул иҫен юғалта, ҡурҡыныс контузия ала. Уны үлгәнгә һанап, моргка алып барып һалалар. Ята торғас, аңына килеп, бер нисә көн ярҙамға саҡыра. Санитар ҡыҙ­ҙар ишетеп ҡала, янына килеп, ярты башы булмаған һалдаттың тере булыуына иҫтәре китеп ҡолай.
Ҡаһарман яугирҙең башына операциялар яһап, ҡотҡарып алып ҡа­ла­лар, әммә ул хәтерен юғалта, ат­ламай ҙа, һөйләшмәй ҙә. Госпи­талдә оҙаҡ ятҡандан һуң телгә килә – ҡатынының исемен, ҡайҙан булыуы хаҡында әйтә. Был ваҡытҡа өйҙәгеләр ҡара өсмөйөш хат алып өлгөрә. Тик ҡатыны ышанмай, балаларының атаһы иҫән ҡайтыр тип көтә. Һуғыш бөткәс кенә Аб­драхмандың яҙмышы тураһында госпиталдән хәбәр килә: ире иҫән, әммә инвалид. Миңкамал күп уйлап тормай, хәләл ефете артынан юллана. Үлеп терелгән ҡаһарманды дүрт һалдат носилкала килтерергә ярҙамлаша. Ул атламай ҙа, һөй­ләшмәй ҙә, үҙ ҡулы менән ашай ҙа алмай. Хәле ауыр булғанлыҡтан, поездан төшкәс, тура Өфөләге Владивосток урамындағы госпиталгә юлланалар.
– Әсәйем менән бергә атайым эргәһенә ике йыл буйы көн һайын ашатырға, эсерергә, кейендерергә йөрөнөк. Табиптар ҙа ныҡ ярҙам итте, – тип хәтерләй Римма Абдрахман ҡыҙы.
Һуғыштан һуңғы ауыр аслыҡ осоронда Миңкамал ғаиләһенең һау­лығын һаҡлау, ирен аяҡҡа баҫтырыу теләге менән Үрге Ҡыйғыға күсенә. Балаларҙы үләндән, серек картуфтан бешерелгән көлсәләр, ҡатыҡ үлемдән һаҡлап алып ҡала. Йәй емеш-еләк йыялар.
Ҡатын яңы урында ла юғалып ҡалмай, судта эшләй. Шулай итеп, ғаилә Үрге Ҡыйғыла 1959 йылға хәтлем йәшәй. Миңкамал ирен яңынан атларға, һөйләшергә, хәреф танырға, яҙырға өйрәтә. Балаларын иһә атай рухына тоғро итеп тәр­биә­ләй. Бының һөҙөмтәһе лә күркәм: өсөһө лә ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, мәктәпте миҙалға тамамлай. Әнүәр менән Клара – Мәскәүҙә, Римма Өфөлә юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, илебеҙгә намыҫлы хеҙ­мәт итә. 75 йәштә булыуына ҡара­маҫтан, Римма ханым һаман сафта, 52 йыл рәттән табип-психиатр вазифаһында.
– Үлемдән ҡалған олатайымдың һуғышта күрһәткән батырлыҡтары тураһында бер документ, орден-миҙал да юҡ. Тергеҙеп тә торманыҡ, яраланыу тураһында госпиталдә би­релгән яҙма менән инвалидлыҡ юлланыҡ. Олатайым иҫән ҡалғаны өсөн бик ҡәнәғәт ине, һуғыш тура­һында һөйләргә лә яратманы. Иҫтәлектәре еңелдән түгел, – тине Абдрахман Сөнәғәтуллиндың ейән­сәре Фирҙәүес Ҡәрипова.
Йөрәк тибештәре бер булған ғаиләлә генә изге күңелле, алсаҡ, һис ҡасан кешегә яман һүҙ әйтмәгән, ярҙам итергә әҙер, матур күңелле, бай рухлы, илһөйәр балалар тәр­биәләп булалыр. Абдрахман олатай менән Миңкамал өләсәйҙең мөхәб­бәте, ҡорған оялары намыҫ, тоғ­ролоҡ менән биҙәлгән, йәштәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518