Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хыялды маҡсатҡа әйләндереп...
Хыялды маҡсатҡа әйләндереп... Студенттар – әүҙем халыҡ. Кемдер фән тауына артыла, йәмәғәт эшенә лә өлгөрә, ҡайһы берҙәре сит илдәр гиҙергә форсат таба. Шуларҙың береһе – БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты магистры, Баймаҡ районының Буранбай ауылы һылыуы Гөлдәниә Һағынбаева. Америкаға сәйәхәте хаҡында бик үҙенсәлекле фекерҙәр еткерҙе ул.

– Гөлдәниә, сит илде күреү теләге ҡасан барлыҡҡа килде?
– Мәктәптә уҡығанда уҡ инглиз теле менән ҡыҙыҡһына башланым. Шуға ла факультеттың башҡорт-инглиз теле бүлегенә инергә булдым. Был йүнә­лештә уҡығас, Американы барып күреү теләге тыуҙы. Аллаға шөкөр, күптәнге хыялым ысынбарлыҡҡа ашты. Сә­йәхәтем үҙенә күрә бер һынау, тормош мәктәбе булды, ҡанаттар ҡуйҙы, донъяға ҡарашымды үҙгәртте.
– Сәфәреңдең төп маҡсаты нимә ине?
– Сит илгә барып ҡайтҡан таныштарым кәңәш иткәнсә, “Star trip” программаһын һайланым. Төп маҡсат – әлбиттә, инглиз теленән белемде камиллаштырыу, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре менән яҡындан танышыу.
– Ата-әсәң был теләгеңде нисек ҡабул итте, һәм Америкаға барыу өсөн ниндәй әҙерлек кәрәк булды?
– Атай-әсәйемдең башта ебәргеләре килмәне. Ә минең теләгем көслө булды, шуға уларҙы күндерергә тырыштым. Яҡындарым оҙаҡ уйланғандан һуң, йәш саҡта донъя күреп ҡайтһын, тип ризалашты. Хоҙайға тәүәккәллек ҡылдым да юлландым. Әлбиттә, тәүҙә үҙ-үҙеңә ышаныс, алыҫ аранан ҡурҡмау, рухи һәм эмоциональ яҡтан әҙерлек мөһим. Шулай уҡ сит ил паспортын, виза кеүек документтарҙы алдан хәстәрләп ҡуйыу яҡшы. Имтихандарҙы уңышлы тап­шырғас, тыныс күңел менән юлға сыҡтыҡ. Беренсе тапҡыр һауаға күтә­релгәндә ҡурҡыныс та, тулҡын­лан­дырғыс та булды.
– Сит илгә ингәс, ниндәй тәьҫо­раттар кисерҙең?
– Беҙҙе, башҡорт ҡыҙҙарын, Аме­рикаға аяҡ баҫҡас та халыҡтың аралашыу мәҙәниәте, туғандарса мөнәсәбәте аптыратты. Аэропортҡа килеп төшкәс тә төнгө уттары менән балҡып ултырған Нью-Йорк, Азатлыҡ статуяһы, “Кинг-Конг” киноһындағы Эмпайр Стэйт Билдинг, Бруклин күпере, телевизор аша ғына таныш булған донъя ҡаршы алды. Һары таксиҙар, фастфудтар, бейек йорттар, Америка флагтары... Иҫ киткес! Ниндәй генә халыҡ йәшәмәй: һинд, африкан, мексикан, испан, итальян, француздар һәм башҡалар. Иң мөһиме – улар бер-береһенә шундай хөрмәт менән ҡарай. Күбеһе инглиз телендә һөйләшә.
Тәүге көндәрҙә ауырыраҡ булды, сөнки мәҙәниәт, аш-һыу, телде үҙ­ләштереү, сәғәт үҙгәреүе йоғонто яһай.
– Эшкә урынлашыу мәсьәләһе, хеҙмәт хаҡы, йәшәү урыны нисек хәл ителде?
– Беҙ отелдә йәшәнек. Эшләп тә йөрөнөк. Ғөмүмән, Америкала эш табыу еңелерәк, мул ғына түләнә. Ундағы халыҡ ваҡыттың ҡәҙерен белә. Нисә сәғәт эшләйһең, теүәл шунса хаҡын алаһың. Ошо “стимул” да булып тора.
– Дүрт ай ваҡыт эсендә ҡайҙарҙа булып, нимәләр күрҙегеҙ?
– Ваҡытты бушҡа уҙғармаҫҡа тырыштыҡ. Ҡала менән танышып, төрлө тарихи һәм билдәле урындарға сәйәхәт ҡылдыҡ. Cәнғәт һәм мәҙәниәт усаҡтарына экскурсияға барҙыҡ. Бында рухи ял, йән-тән тыныслығы өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Парктар күп һәм улар таҙалығы менән айырылып тора, театр, кинотеатрҙар ҙа бихисап. Кешеләр ғаиләләре менән парктарҙа ял итергә ярата кеүек тойолдо. Шунда уҡ йога, еңел атлетика менән шөғөл­ләнеүселәрҙе, велосипедта йөрөүселәр­ҙе осратырға мөмкин. Бында тап ошо спорт төрҙәренә өҫтөнлөк бирелә.
– Американдар менән беҙҙең ха­лыҡ араһында айырма бармы?
– Йәшәү рәүеше, әлбиттә, беҙҙең ил­дәгенән ҡырҡа айырыла. Унда һәр нәмә компьютерлаштырылып, системаға һа­лын­ған. Бигерәк тә юлдарҙың сифаты, урамдарҙың таҙалығы, мәктәптәрҙең ста­диондары, спорт менән шөғөл­ләнеүгә шарттар булдырылыуы оҡшаны. Кешеләргә килгәндә, уларҙың ихлас­лығы, һәр саҡ йылмайып һөйләшеүҙәре таң ҡалдырҙы. Америка халҡы туристарға һәр саҡ ярҙам итергә әҙер тора, юл уртаһында аптырап торһаң, мөрәжәғәт итмәһәң дә, үҙҙәре яныңа килеп, һәммәһен дә яҡшы аңлата. Бәләкәй балалар ҙа яңылыш ҡағылһа, шунда уҡ ғәфү үтенә. Унда халыҡ аралашыуға бик әүәҫ, асыҡ күңелле. Бер нисә минут эсендә тотош ғаиләһе хаҡында һөйләп ташлай, фотоларын күрһәтә, хатта өйөнә ҡунаҡҡа саҡыра. Был беҙҙең өсөн ҙур асыш булды! Яныңдан үткән һәр бер кеше йылмайып: “Хәйерле көн”, “Хәйерле юл”, “Хәлдәрең нисек?” – тип сәләм бирә. Машинала барған шофер ҙа йылмайып, юл аша сыҡҡаныңды итәғәтле генә көтөп тора. Тәүге көндәрҙә шундай хис-тойғо менән йөрөнөк.
Мин, ғөмүмән, үҙемде “Урал батыр” эпосындағы Самрау иленә барып эләк­кәндәй хис иттем. Төрлө халыҡ бер-береһе менән туған булып йәшәй, машиналар бер-береһенә юл бирә. Ә беҙҙә юлда ла автомобилдәр бер-береһен һыйҙырмай, йәйәүлене лә төкөп, водителдәр әрләп китә ҡайһы саҡ.
Беҙҙә кешене кейеменә ҡарап ҡаршы алалар... Ә бында – киреһенсә. Кейемгә бөтөнләй иғтибар юҡ тиһәң дә була. Килешәме-юҡмы – ҡарап тормайҙар, иң мөһиме – уңайлы булһын. Ике-өс үлсәмгә ҙур кейемдә йөрөү йә булмаһа пальто менән танкетка кейеү – улар өсөн ғәҙәти күренеш. Берәү ҙә һине тикшермәй, урам буйында сэндвич, хот-дог ашап китеп барһаң да, берәү ҙә аптырамай.
Әйткәндәй, беҙгә баштараҡ тәмле тойолған аш-һыу тора-бара ялҡытты. Их, ҡайтып үҙебеҙҙең бишбармаҡ, йыуасаны ашап, һурпа эсһәң ине, тип хыяллана башланыҡ. Ярай әле бер ҡы­ҙы­быҙ үҙе менән ҡарабойҙай ярмаһын һалып алған. Уны беҙ байрам көндәрендә генә бешереп ашай торғайныҡ. (Көлә. – Авт.).
– Мөмкин булһа, унда даими йәшәр инеңме?
– Америка ҙур биналары, иҫ киткес тәбиғәте, итәғәтле кешеләре, мәҙәниәте, йомшаҡ теле менән мәңгелеккә әсир итте. Әммә тыуған төйәгем, тупрағым миңә ҡәҙерлерәк, унан оҙаҡҡа айы­рылғым килмәй. Ҡаланы маҡта ла ауылда йәшә, тиҙәр, ә мин уны, сит илгә һоҡлан да үҙ ереңдә тор, тиер инем. Сит тарафтарҙы күреп ҡайтыу һәйбәт, ә үҙ илеңдә йәшәү күпкә яҡшыраҡ тип уйлайым. Башҡортостан – тыуған йортом, нигеҙем, яҡындарым. Сәйәхәт күҙ­ҙәремде асты, икенсе маҡсаттарға юл күрһәтте.
– Тиҫтерҙәреңә ниндәй теләктәр еткерер инең?
– Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамайыҡ. Сит илдәргә лә сәйәхәт ҡылығыҙ. Юҡҡа ғына “Йөрөгән таш шымарыр, ятҡан таш мүкләнер” тип әйтмәйҙәр бит. Ҡурҡ­мағыҙ, маҡсатығыҙ ныҡлы булһын! Теләк булһа, маҡсат була, ә маҡсатлы кеше мөмкинлеген табасаҡ. Хыялдарын маҡсатҡа әйләндереп, уны тормошҡа ашырырға ынтылһындар, тәүәккәл­лә­һендәр.

Гөлназ ХӘСӘНОВА,
БДУ студенты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 629

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 423

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 500

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512