Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һуңғы һабантуй
Һуңғы  һабантуй Таһир Күсимов һабантуйға килә. Ур-ра! Ошоғаса уҡып-ишетеп кенә белгән ҡаһарман — Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовты әлегәсә күргәнем юҡ. Халҡы теленән төшмәгән батыр ниндәй икән ул?

1982 йылдың йәй иртәһендә “Ок­тябр­ҙең 40 йыллығы” колхо­зының барса халҡы хозур тәбиғәтле Теләш ауылына терәлеп ятҡан Олатай яланына йыйылды. Аналыҡ йылғаһы буйлатып һәр ауыл үҙенә урын алып, хеҙмәт батырҙарын һынландырған күргәҙмәләр ҡуйҙы. Килендәр аҫҡан ҡаҙандар тәңгәленән юғарыға төтөн үрмәләне, тәмле еҫтәр танауҙы ҡытыҡлап, байрам кәйефен күтәрҙе. Майҙандың уртаһына сәхнә эш­лә­гәндәр. Байраҡ күтәрергә бейек ҡолға ла ялан батырын көтә.
— Киләләр! Киләләр! Таһир Күси­мов килә! — Бала-саға, барса халыҡ, бал ҡортолай гөжләп, машинаға ҡаршы ынтылды. Яҡташтары, иғтибарын Геройға йүнәлтте. Колхоз рәйесе Рәсүл Иғдисам улы Шөғөров машинаһының ишеген асыуын һәр кем түҙемһеҙлек менән тулҡынланып көттө. Ниһайәт, баш ҡала ҡунағы күренде. Мыҡты кәүҙәле, киң яурынлы, бөркөт ҡарашлы, күкрәге тулы орден-миҙал, Алтын Йондоҙо ҡояш нурҙарына нурланған ҡоңғорт йөҙлө ҡаһармандың ҡаршыһына бала-саға сапты. Бәһлеүән батырҙың һоро күҙҙәре һағышлы ла, бер аҙ моңһоу ҙа. Шул уҡ ваҡытта еңел, етеҙ атлауынан тау һауаһын күкрәгенә тултырып иркен һулағанын, йыл буйына бер күрерҙәй булып һағынғанын әллә ҡайҙан төҫмөрләргә мөмкин. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй йән-фарман сапҡан биш-алты йәшлек малайҙың башынан һыйпап, яҡташ Геройыбыҙ сәхнә буйында күрһәтелгән урынға урынлашып, таяғын ситкә һөйәне.
Әлбиттә, Советтар Союзы Геройы һабан байрамына килмәй ҡалғаны юҡ, тиҙәр. Әммә бында килен булып төшкән миңә уны ошоғаса күрергә насип булмағайны. Билдәле ҡаһарман шәхестең яңғыҙы ғына йөрөмәгәне һәр кемгә мәғлүм. Башҡорт иленең иңдәр­ҙән-иң яҡшы бейеү ансамбле, һис шикһеҙ, уға юлдаш. Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең ялан сәхнәһендәге сығышын хеҙмәтсәндәр ҡунаҡ ҡаһарманға ҡушылып ҡарап кинәнде. “Ҡороҡсолар”, “Йәйләүҙә”, “Башҡорт һыбайлылары”, “Гөлнәзирә” кеүек башҡорт сәнғәтенең алтын фондын тәшкил иткән, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт әһеле Фәйзи Ғәскәров бөртөкләп йыйған бейеүҙәрҙе ябай ауыл хеҙмәтсән­дә­рен хөрмәтләп башҡарып торһондар әле! Алты ауылды берләштергән “Октябр­ҙең 40 йыллығы” колхозы халҡы һәр бейеүҙе оҙаҡ алҡышланы, артис­тарҙы ҡабат-ҡабат сәхнәгә сығар­ҙы. Аңғармаҫтан яҡ­таш баһа­дирға күҙ һалдым. Ҡул сапмаһа ла, эскерһеҙ сабыйҙарға тартым ихлас йылмайыуынан эске ҡыуа­нысын тойомларға мөмкин. Ҡарағыҙ әле, иптәштәр, ошолай ҙа ожмах төбәгендә тыуғанмын мин, тип бар тирә-йүнгә ҡысҡырмаһа ла, сикһеҙ ғорурлығы йөҙөнә сыҡҡан.
...Уның менән дәһшәтле һуғышҡа ингән яугирҙе лә белә инем. Хәтер ептәре алыҫта ҡалған студент йылдарыма барып үрелде. Кем ул? Башҡорт кавалерия дивизияһында эскадрон командиры, Сибай педагогия учили­щеһы директоры Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡолов. Ил яҙмышын хәл иткән совет һалдаты ҡайҙа ла үҙ бурысын намыҫ­лы башҡарған, әлбиттә. Белем алыуға үтә лә талапсан булды. Биш минут һуңлаған өсөн дә ул, студенттарын саҡыртып, ҡаты ғына итеп иҫкәртер ине. Шул уҡ ваҡытта Шайморатов тәнәфес ваҡыттарында студенттарҙан ҡайҙан булыуын, ата-әсәһен, уҡыу торошон, нимәгә мохтажлығын даими белешеп торҙо һәм ярҙам күрһәтте. Училищела йыш ҡына һуғыш ветерандары менән осра­шыуҙар, тау буйҙарында хәрби уйындар үтте, таш һәйкәлдәр ҡараулы булды — былар барыһы ла илеңә сикһеҙ мөхәббәт тәрбиәләгәне көн кеүек асыҡ.
Генерал Күсимовтың ҡаты алышта яу яланында яраланып ятып ҡалған Бәҙри Мөжәүир улын эҙләтеп таптырып, бер үк ялан госпиталендә дауа­ланыуҙары — яҡташыбыҙҙың һал­дат­тарына иғтибарлы булыуы, ҡәҙерләүе, хәстәрләүе — һоҡланғыс күренеш. Совет һалдаты, ғәҙәттәгесә, һуғыш юлдарын асылып һөйләп тә бармаған. Күп һанлы мәғлүмәттәрҙән Бәҙри Мәмбәтҡоловтың фин һуғы­шында ла булыуын, Ленин, өс тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, ике тапҡыр “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, Ушинский миҙалдары кавалеры, БАССР, РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыу­сыһы, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы икәнлеген белдем... Илен, ерен, һыуын ысын йөрәктән яратҡан, һаҡлаған ике улының Ватан ғорур­лығы булыуына инандым.
...Халыҡ иғтибары үҙәгендә булған Герой тыныс ҡына тирә-яҡты күҙләй. Бәлки, сит-ят ерҙәрҙә һуғыш тынған арала командиры Шайморатов генералдың илбаҫарҙарҙың Тыуған илебеҙҙең итәгендә туптар гөрһөлдәп, еребеҙҙе яралағанда ла, һәр ерҙә емереклек, төтөн быҫҡығанда ла һабантуй үткәрмәй ҡалмағанлығы иҫенә төшкәндер.
Таһир Күсимов көрәш майҙанына ыңғай­ланы. Һәр көрәшсене, энә күҙәүенән үткәргәндәй, баштан-аяҡ күҙәтте. Яҡташыбыҙҙың да бил бирмәҫ, йылғыр, сос саҡтары булған, әлбиттә. Етмеш бер йәшендә лә эргә-тирәһендәге түрә-ғара менән сағыш­тырһаң, әллә ҡайҙан һис бирешмәҫ бәһлеүәнлеге күҙгә салына.
Эргәнән иһаһайлап ат сабыштыр­ғандары ишетелде. Иңбаштарына ҡыҙҙырып һуғылған РКК тамғаһы менән Әбйәлилдән күпме ат яу ҡырына оҙатылған! Күпмеһенең һөйәк­кәйҙәре сит-ят ерҙәрҙә ятып ҡалған! Бына финиш һыҙығына етеп киләләр. Өсөнсө булып елгән үҫмер ҡапыл алға ынтылды. Финиш. Ур-ра! Еңеүсене атынан төшөрөп күккә сөйҙөләр.
Ҡолғаға ла үрмәләнеләр. Йәш-елкенсәк арҡан тартышты. Ҡыҙҙар ауыҙҙарындағы ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгерҙе. Әммә иң мөһиме — бер-бер артлы меңәрләгән гектар һөрөнтө ерҙе эшкәртеп, ярайһы уҡ уңыш яулаған ялан батырҙарын сәхнәгә саҡырып бүләкләүҙәре, иң күп иген урыусының һабантуй флагын күтәреүе уларҙың хеҙмәтенә дан йырлау булғандыр. Ялан батырҙарының Аналыҡ йылғаһы буйлап, Үләнде күле тирәләй көнө-төнө эшләп ҡара янған йөҙҙәренең намыҫлы хеҙмәт һөҙөм­тәһе икәнлеге һәр кемгә көн кеүек асыҡ ине.
1983 йыл Советтар Союзы Геройы, легендар шәхес Таһир Тайып улы Күсимовтың “Октябрҙең 40 йыллығы” колхозына һабансылар байрамына һуңғы килеүе булды. Эй, ғүмерҙең үткәне, сабатаның туҙғаны... Бер нисә йылдан һуң, мәрхүм булғас, яҡташтары колхоз исемен “Таһир Күсимов”ҡа үҙгәртеп, уның яҡты иҫтәлеген мәңгеләштерҙе. Үҙгәртеп ҡороу осоронда район колхоз-совхоздары юҡҡа сыҡҡанда ла беҙҙең яҡташ Герой исемен йөрөткәне бар әле...
Геройҙың ауылында Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғүмәр Ғилман улы Ғилманов ойошторған мемориаль музей данлыҡлы батыр яҡташыбыҙҙы хәтерләтә. Ҡылғандай сал сәсле, аҡыллы ҡарашлы, әкиәт батырылай уҫлаптай дәү кәүҙәле, Алпамыша батыр кеүек ташты һығып һыу сығарырҙай ир-уҙамандың ғүмере йәнтөйәген һағынып, уны һаҡлап үткән тиһәк, дөрөҫ булыр. Минеңсә, ул һаман да беҙҙең арала тыныслыҡ һәм именлек һағында тора кеүек.
Теләш крәҫтиәндәре күпләп мал-тыуар аҫрай. Йәйен ауыл гөж килеп тора. Ҡырҡты тауына терәлеп ятҡан Олатай яланында, Тәңребеҙ бүләк иткән һоҡланып туймаҫлыҡ тәбиғәт ҡомартҡыһылай гүзәллектә йөҙләгән кәбән ҡойола. Герой йөрөгән ерҙәрҙә, бөтмәҫ-һүнмәҫ рухын һаҡлап, мамыҡ балаҫтай бесән күпереп үҫә, тәлгәш­ләнеп балан-мышар, ҡарағат, сейә, гөлйемеш уның яҡташтарын һыйлай. Тәңребеҙ генерал Күсимовтың үҙ халҡына һөйөүен шулай еткерәлер.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509