Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәплелек өлгөһө
Әҙәплелек өлгөһө Күренекле тарихсы Раил Кузеевтың “Башҡорт шәжәрәләре” исемле китабында Дим буйындағы Мораҙым башҡорттарының шәжәрәһе лә бар. Был ауыл — танылған уҡытыусы, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында намыҫлы хеҙмәте өсөн”, “Сухомлинский” исемендәге һәм “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары менән наградланған Мәхтүмә Яхинаның тыуған төйәге.

“Бөгөнгө уҡытыусы ниндәй булырға тейеш?” – тип һораһалар, һис икелән­мәйенсә: “Мәхтүмә Ислам ҡыҙы кеүек”, – тип әйтер инем. Мин генә түгел, һис шикһеҙ, барлыҡ уҡыусылары ла ошолай яуап бирер.
Уның менән 20 йылдан ашыу бергә эшләргә насип булды. Мәхтүмә Ислам ҡыҙының төп һыҙаттарының береһе — талапсанлыҡ. Барыбыҙға ла билдәле: физика еңел фән түгел. Тырыш педагог һәр дәресенә ентекле әҙерләнде. Тәнәфес ваҡытында ла ул уҡытыусылар бүлмәһен­дә ял итеп алыуҙы бел­мәне. Дәрестәре фән­ни-методик кимәле буйынса һәр ваҡыт баш­ҡаларға өлгө була тор­ғайны. 1960 йылдарҙа уҡ Мәхтүмә Ислам ҡыҙы ҡалала һәм республикала танылған физика уҡытыусыһы ине. Бөгөнгөләй хәтеремдә: төрлө ерҙән килгән педагогтар уның дәрестәренә һоҡланып сыға торғайны.
Мәхтүмә Ислам ҡыҙы уҡыусыларына ла талапсан булды. Шуғалыр ҙа тәрбиә­ләнеүселәренең күпселеге техник юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде. Улар остаздарына төплө белем биргәне өсөн бөгөн дә рәхмәт әйтә.
Шуны ла өҫтәргә кәрәк: ул йылдар­ҙа­ғы уҡыу программаһы буйынса уҡыу­сы­ларға завод-фабрикаларға экс­кур­сия­лар ойошторола ине. Апайыбыҙ уныһына ла өлгөрә торғайны. Мәхтүмә Ислам ҡыҙының уҡыусылары республика олимпиадаларынан еңеүһеҙ ҡайтманы.
Педагогтың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатынан китеүенә сирек быуаттан ашыу ваҡыт үтте. Ул тәрбиәләгән уҡыусылар бөгөн үҙҙәре өлкән йәштә. Аралашҡанда йыш ҡына юғары уҡыу йорттарына ингән мәлдә булған хәлдәрҙе ишетергә тура килә. Ғәҙәттә, имтихан алыусы абитуриенттан ҡайҙан килгәнен, ниндәй мәктәптән, уҡытыусыһы кем булғанын һорарға ғәҙәтләнгән. 1960 — 1970 йылдарҙа ошо мәктәп-интернатты тамамлағандарҙың күпселеге техник уҡыу йорттарын һайланы. Ә унда мотлаҡ физиканан һынау тапшырырға кәрәк. Күп уҡыусыларҙың һөйләүенсә, имтихан һорауҙарына яуап биргәндә 1-се мәктәп-интернаттың абруйы, айырыуса Мәхтүмә Яхинанан белем алыу ыңғай тәьҫир яһаған. Быға бер ҙә ғәжәпләнмәйем, сөнки ул, оҫта физика уҡытыусыһы булараҡ, юғары уҡыу йорттары педагогтары араһында ла танылғайны.
Уның мәктәп-интернатта 30 йылдан ашыу эшләү дәүерендәге уҡыусыларын бөгөн төрлө урында осратырға мөмкин. “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең элекке генераль директоры Салауат Ғайсин, “Баштрансгаз” акционерҙар ойошмаһының элекке генераль директоры Фәнис Исхаҡов, Иглин һәм Стәрлебаш райондарының элекке хакимиәт башлыҡтары Ришат Исхаҡов менән Илдар Лоҡманов, танылған йырсы Рамаҙан Йәнбәков, күренекле ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов, профессорҙар Мирас Иҙелбаев, Әнүәр Әсфәндиәров, Миңлегөл Сәғәҙәткирәева, Нияз Мәжитов, Эрнст Юлбарисов, ғалимдар Рәйфә Латипова, Ринат Дәминев, Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Урал Ураҡсин һәм башҡалар. Улар — уҡытыусының һәм мәктәптең генә түгел, халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың да ғорурлығы. Һәр береһенең яҙмышы тураһында мәҡәлә генә түгел, айырым китап яҙырға мөмкин. Ошондай ҙур шәхестәрҙе әҙерләүгә башҡа өлкән быуын уҡытыусылары менән бер рәттән Мәхтүмә Ислам ҡыҙы ла тос өлөш индерҙе.
1960 йыл аҙағында 1-се мәктәп-интернат директоры итеп тәжрибәле, уҡытыу-тәрбиә эшен тәрән белгән Хөсәйен Яубаҫаров тәғәйенләнә. Ул килеү менән урынбаҫары итеп Мәхтүмә Ислам ҡыҙын тәҡдим итә. Икәүләп уҡытыу-тәрбиә эшенең сифатын яҡшыртыу буйынса арымай-талмай көс һалалар.
Уның тормошонда һәм эшендә ҙур ауырлыҡтар булды, ләкин былар шәхесте һындыра алманы. Был көслө рухлы кешеләрҙең генә хәленән килә. Эшкә күпме көс һалһа ла, йәшәргә үҙ фатиры юҡ, ике улын үҫтерергә кәрәк. Ә ир балаларҙы тәрбиәләү еңел түгеллеге билдәле. Шулай ҙа бирешмәне әсә кеше. Кинйә улы Рәмил Мәскәүҙәге юғары уҡыу йорттарының береһен тамамлап, хәҙер эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Өлкәне Әнүәр ҙә туған телен яҡшы белде. Рәмил менән осрашҡандан һуң мин ғаиләлә, бала күңелендә милли рух тәрбиәләүҙә әсәнең өлөшө баһалап бөткөһөҙ булыуына тағы бер мәртәбә инандым.
Ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ. Күбебеҙ үҙ мәшәҡәттәре менән мәшғүл. Ә бына Мәхтүмә Ислам ҡыҙы башҡаларға ла ваҡыт таба. Ул кеше яҙмышына вайымһыҙ түгел. Бигерәк тә уҡыусылары яҡын остазға.
Миңә заманында оҙаҡ йылдар мәктәп директоры, партия ойошмаһы секретары, профком рәйесе вазифаларын башҡарырға һәм 46 йыл мәктәптә эшләү дәүерендә төрлө кеше менән эшләргә тура килде. Награда һорап йөрөгәндәр ҙә осраштырғыланы. Мәхтүмә Ислам ҡыҙын ошо кешеләр менән сағыштырам да уйлап ҡуям: ниндәй юғары әхлаҡлы шәхес ул!






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518